Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Журналист ағай
Журналист ағай Баймаҡ районында, улай ғына ла түгел, Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында, хатта бөтөн республикала журналист Рәшит Зиннәт улы Үтәевтең исеме күптәргә яҡшы таныштыр. Күптән түгел уға 75 йәш тулды. Хеҙмәттәшем оло юбилейын билдәләгән көндәрҙә уның бер туған ҡустыһы Хәйризаман Үтәев менән әңгәмәләшергә насип булды.

– Үтәевтәрҙең исеме минең өсөн намыҫлы һәм ғәҙел журналистика, шахмат баталиялары, ысын дуҫлыҡ, толерантлыҡ төшөнсәләре менән ауаздаш. Ошондай ағайың булыу менән бәхетлеһеңме?
– Әлбиттә, бәхетлемен. Ғаиләбеҙҙәге биш малайҙың иң кесеһе – мин. Атай-әсәйем иртә мәрхүм булды. Ул саҡта миңә ни бары ун йәш ине. Ағайҙарым мине ғүмер буйы ҡурсалап, хәстәрләп килде, дөрөҫ юлды һайлауҙа йүнәлеш бирҙе. Улар араһында Рәшит ағайҙы айырып билдәләргә кәрәктер. Арабыҙҙа ул иң беренсе булып юғары белем алды – Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлап, агроном булып китте. Һуңыраҡ ситтән тороп Марксизм-ленинизм университетының журналистика факультетында юғары сәйәси белем алды. Өфөләге 1-се республика башҡорт мәктәп-интернатына уҡырға ингәндә лә, ғаилә ҡорғанда ла уның ярҙамы баһалап бөткөһөҙ булды. Гәзит эшенә лә, спортҡа ла мине тап ул йәлеп итте.
– Àғàéûңäàí íèìәãә өéðәíäåң? Ҡайһы йәһәттән уның менән тиңлә­шерлек, ҡайһы яғың менән ҡалы­шаһың?
– Миңә уның етәкселегендә эшләү бәхете тейҙе. 1979 йылда ағайым “Октябрьское знамя” район гәзитендә мөхәррир урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге мөдире ине. Бүлектә хәбәрсе урыны бушағас, мине шунда саҡырҙы. Математика уҡытыусыһы булараҡ, ауыл хужалығы мәсьәләһендә, йомшаҡ итеп әйткәндә, “һай йөҙә инем”. Рәшит ағай сабыр ғына мине гәзит эше серҙәренә төшөндөрә, һәр һөйләмемде төҙәтә. Мәҡәләмдә уның ҡулы теймәгән бер генә һүҙ ҙә ҡалмай тиерлек, яңынан яҙһа, еңелерәк булыр ине, моғайын. Ахыр сиктә, текст кеше аңларлыҡ хәлгә еткерелә. Һәр ғәмәлде ентекләп, теүәл башҡарыу – ағайыма хас сифат. Был мәҡәлә яҙыуға ла ҡағыла. Яҙмаһын ул һәр һүҙҙе үлсәп, һәр дәлилде тикшереп әҙерләй. Артыҡ һүҙ, ҡатмарлы аббревиатура, һандар, оҙон һәм ҡатмарлы һөйләмдәр ҡулланмаҫҡа өйрәтә. Мәҡәлә еңел уҡылырға, уҡыусыға аңлайышлы булырға тейеш, тип йыш ҡабатлар ине. Урыҫ телен яҡшы белһә лә, белеш­мәләрҙе, һүҙлекте даими ҡулланды, белемен камиллаштырҙы.
Ағайым – бик төпсөр кеше. Һәр ваҡи­ғаның айышына, нескәлектәренә төшө­нөү өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй. Мәҡәләләре буйынса аңлашылмаусан­лыҡҡа, һорауҙарға урын ҡалдырмай: бөтә дәлилдәр тикшерелгән, нигеҙләнгән, ике төрлө мәғәнәгә, фараздарға, шикләнеү­ҙәргә сәбәп юҡ. Тәнҡит мәҡәләләренә айырыуса яуаплы ҡарай торғайны. Теге йәки был материалды әҙерләгәндә төплө тикшермәүҙе, өҫтән-мөҫтән генә фекер йөрөтөүҙе үҙһенмәне. Мәҡәлә герой­ҙарына ихтирамлы мөнәсәбәте, улар менән дуҫтарса, ихлас аралашыуы оҡшай ине. Тәжрибәле журналистың ошо сифаттарын бер генә төшөнсә менән билдәләргә мөмкин. Ул – һөнәри оҫталыҡ.
Рәшит ағай йәмәғәт эштәрен дә яуап­лы башҡарҙы. Оҙаҡ йылдар беренсел журналист ойошмаһын етәкләне, йәштәрҙең һөнәри үҫеше өсөн күп көс һалды. Беренсел партия ойошмаһы секретары, аттестация комиссияһы рәйесе, район халыҡ контроле комитеты ағзаһы булды. Әле ул – Юлай Мәҡсүтов исемен­дәге район журналистар премияһы буйынса комиссия рәйесе, Баш­ҡорт­остандың Журналистика ветерандары берекмәһе советы ағзаһы.
Ағайымдың принципиаллек, ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеүҙә ныҡышмалылыҡ, ихласлыҡ кеүек һыҙаттарын айырып билдәләгем килә. Ғүмер буйы урыҫ гә­зитендә эшләһә лә, туған теленә, мәҙәниәтенә, тарихына һөйөү һаҡланы. Мәҡәләләрҙе урыҫ телендә лә, баш­ҡортса ла берҙәй шыма яҙа. Оҙаҡ йылдар “Башҡортостан” республика гәзитенең йәмәғәт хәбәрсеһе булды. 2011 йылда уҡытыусыларға арналған ижади конкурста еңеп сыҡты. Уның мәҡәләләрен “Ағиҙел” журналында ла уҡырға мөмкин. “Гәзит – тормош көҙгөһө” (“Газета – зеркало жизни”) китабының авторы. Рәсәй һәм республика журналдарында, йыйынтыҡтарҙа очерктары, һүрәт­ләмәләре донъя күрҙе. Ағайым төрлө кисәләрҙә ҡатнаша, Баймаҡ яҙыу­сыларының һәм шағирҙарының ижады менән дә ҡыҙыҡһына.
– Рәшит Зиннәт улы кеүек һин дә шашка, шахмат менән мауығаһың. Журналистикаға ла уның артынан килгәнһең. Ғаиләгеҙҙәге бындай йолаларҙың тамыры ҡайҙан?
– Шашка уйнарға бала саҡта уҡ өйрәндек. Рәшит ағай өсөн был ябай мауығыу ғына булып ҡалманы. Ул райондағы уйындарҙа күп тапҡыр чемпион исеменә лайыҡ булды, республика күләмендәге бәйгеләрҙә призлы урындар яуланы. Илле йыл инде шашка буйынса район йыйылма командаһы ағзаһы. Тап уның тырышлығы, ойоштороу эше һөҙөмтәһендә Баймаҡ республикала ошо спорт төрөн үҫтереү үҙәктәренең береһенә әүерелде. Ағайым шахмат менән дә мауыға, беренсе разрядҡа эйә. Уның тәрән аҡылына, ихтыяр көсөнә, маҡсатҡа ынтылышына көнләшерлек. Әйткәндәй, редакциялағы шашка командаһы заманында республикала иң көслөһө булыу ғына түгел, Ырымбур өлкәһенә ҡаршы уйында ла еңеп сыҡҡайны.
– Ғүмер буйы – бер ҡалала, коллективта, бер үк вазифала. Икенсе ергә саҡырыуҙар, һөнәрҙе алмаштырыу теләге булманымы икән Рәшит Зиннәт улында?
– Ул – бар булмышы менән журналист. Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ район гәзите менән хеҙмәттәшлек итте, тәүге мәҡәләләрен баҫтырҙы. Һуңыраҡ матбу­ғатҡа тағы ла нығыраҡ ылыҡты. 1965 йылда ағайымды, КПСС Өлкә Комите­тының матбуғат секторы тәҡдименә ярашлы, Баймаҡ районының “Октябрьское знамя” гәзите редакцияһына эшкә алдылар. Агрономия өлкәһендәге белеме уға ауыл хужалығы бүлеге хеҙмәткәре вазифаһын еңел үҙләштерергә булыш­лыҡ итте. 1968 йылда уны гәзиттең мөхәррир урынбаҫары итеп тәғәйенлә­неләр. 2005 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо яуаплы вазифаны башҡарҙы ул. “Гәзиттә эшләүҙән дә ҡыҙыҡлыраҡ һөнәр юҡтыр. Ғүмер юлын ҡайтанан үтергә мөмкин булһа, тағы ла тап ошо йүнәлеште һайлар инем”, – ти Рәшит ағай. Уның был фекере менән тулыһынса килешәм.
– Рәшит Зиннәт улы ауыл хужа­лығына ҡағылышлы мәсьәлә­ләрҙе агрономдарға, хужалыҡ етәксе­ләренә ҡарағанда ла яҡшыраҡ беләлер, моғайын. Колхоз-совхоз­дарҙың тар­ҡалыуын ул нисек ҡабул итте? Ауылды тергеҙеүгә ҡағылышлы ниндәй фекерҙә?
– Һөнәре буйынса агроном булғанға күрә Рәшит ағай ауыл хужалығы предприятиелары, агросәнәғәт комплексы ойошмалары етәкселәре һәм белгестәре менән ихлас аралаша торғайны. Уның сәсеүлектәрҙе ҡабул итеү, социалистик ярыштарҙың барышын тикшереү буйынса район комиссияларына индере­леүе, КПСС-тың район комитеты пленумдары, конференциялары ҡарарҙарын әҙерләүгә йәлеп ителеүе осраҡлы түгел. Хәл-ваҡиғаны дөрөҫ баһалау һәләтенә эйә булған, үҙенсә фекер йөрөткән журналист айырым ихтирамға лайыҡ. Ағайым да тап шундайҙар иҫәбенә инә.
Баймаҡтарға үҙаллы башҡорт гәзитен сығарыуҙы бик оҙаҡ юлларға тура килде. 1995 йылда ҡала Советы сессияһында тейешле ҡарар ҡабул ителеп, ошоға ҡағылышлы мәғлүмәт Өфөгә ебәрелде. Ләкин республика Министрҙар Кабинетынан, ҡатмарлы финанс-иҡтисади шарт­тар­ҙа үҙаллы ике гәзит сығарыу мөм­кинлеге булмауға һылтанып, кире яуап килде. 1996 йылдың 13 ғинуарында Рәшит Зиннәт улы урыҫ гәзитенең һәм дубляждың тәүге биттәрендә тулы яуапты ла, үҙенең аңлатмаларын да баҫтырып сығарҙы. Унда башҡорт гәзитен асыу мәсьәләһенең бының менән генә сикләнеп ҡалмауы, ошо йүнәлеш­тәге эштең артабан да дауам ителәсәге хаҡында белдерҙе.
Тиҙҙән Өфөнән ҡала хакимиәтенә асыулы хат килеп төшә. Имеш, мөхәррир урынбаҫары Р. Үтәев, мөхәррирҙең ялда булыуынан файҙаланып, баҫырға ярамаған мәғлүмәтте донъяға сығарған, юғары власть органдарына кире мөнәсәбәт тыуҙырырға маташҡан. Шуға күрә тейешле аңлатманы баҫтырырға, авторға ҡаты шелтә бирергә кәрәк, имеш. Ләкин район етәкселеге журналисты яҡлап сыға – аңлатма ла, шелтә лә бирмәй. Башҡортса гәзит сығарыу буйынса эш дауам итә. Ниһайәт, дүрт йылдан “Һаҡмар”ҙың тәүге һаны донъя күрә.
– Журналистика ветераны киң мәғлүмәт сараларының бөгөнгө хәле, коллегаларының эше, уҡыусыға, һөнәргә мөнәсәбәте, матбуғатҡа яҙылыу хаҡында ниндәй фекерҙә? Интернет баҫма мәғлүмәт сараларын ҡыҫырыҡлап сығармаҫмы?
– Район гәзите ветерандары һөйләүенсә, элек редакцияла эшләү бик ҡыйынға тура килгән: транспортҡа ҡытлыҡ, мәғлүмәт алыу сикләнгән, яҙмалар ашығыс әҙерләнгән, сираттағы һанды ҡара төнгә тиклем сығарғандар, партия, совет органдары яғынан ҡәтғи контроль булған... Әле мәғлүмәт сығанаҡтары ғәйәт күп, һүрәттәргә, уларҙың сифатына бәйле ҡыйынлыҡ юҡ. Шулай ҙа һәр замандың үҙ ауырлығы. Матбуғат хеҙмәткәрҙәренә көслө конкурентлыҡ, гәзит-журналдарға яҙылыу хаҡының ҡиммәтләнеүе шарттарында эшләргә тура килә. Баҫмалар һаны артҡандан-арта, телевидение, радио каналдары күбәйә, Интернет әүҙем эшләй. Тимәк, баҫмаларҙы ҡыҙыҡлы мәҡәләләр менән байытырға, хаталарҙан арынырға, уҡыусылар менән даими бәйләнеш булдырырға кәрәк.
– Рәшит Зиннәт улы эшендәге ҡайһы бер хаталы аҙымдарына бәйле үкенес тойғоһо кисермәйме? Журналистикала хеҙмәт юлын яңы башлаған йәштәргә әйтәһе һүҙе, бирәһе кәңәштәре барҙыр бит.
– Үкенерлек хаталар ҙа юҡ түгел, ти ағайым. Ҡыҙыу ҡанлылығы, тура һүҙлелеге арҡаһында хеҙмәттәштәре менән низағтар ҙа булғандыр. Әлбиттә, уларҙың барыһына ла гәзит эшенә сикһеҙ тоғролоҡ, һөнәреңә һөйөү сәбәпсе. Шу­лай ҙа бер аҙ сабырлыҡ, һығылмалылыҡ, толерантлыҡ ҡамасауламаҫ ине.
Рәшит ағай тағы ла ваҡыт еткерә алмауына зарлана. Башлаған көндәлеген тәүҙәрәк даими дауам итһә, һуңыраҡ яҙыуҙан бөтөнләй туҡтап ҡалған. Журналист яҙмалары китабын әҙерләгәндә был көндәлек бик файҙалы булыр ине, ти ул. Ағайым әйтмешләй, йәш журналистар ошо етешһеҙлектәрҙе ҡабатламаһын инде. Уның эш өҫтәлендә белешмә әҙәбиәттән тыш, журналистың эшлекле досьеһы ятһа, өйөндә билдәле кешеләрҙең фәһемле фекерҙәре, китап, журналдарҙан һабаҡ булырлыҡ өҙөктәр, афоризмдар яҙылған ике дәфтәр ҡул аҫтында булды.
Журналист һүҙҙе уйлап, үлсәп әйтергә тейеш. Иң мөһиме – һәр дәлилдең хаҡ булыуы шарт. Гәзиттең ғүмере ҡыҫҡа, бер нисә көндән бөтәһе лә онотолор тигән фекер дөрөҫ түгел. Ташҡа баҫылған һүҙ, яҡшымы-яманмы, йылдар буйы онотолмай.
Ветерандың тағы ла бер кәңәше шул: журналист – эш урынында ғына түгел, һәр даим, һәр ерҙә ватансылыҡ тойғоһо менән йәшәргә, әүҙем гражданлыҡ позицияһы күрһәтергә, ҡыҙыҡһыныусан, күҙәтеүсән булырға тейеш. Яратҡан һөнәренә тап ошондай мөнәсәбәте һөҙөмтәһендә Рәшит ағай редакция талабына ярашлы түгел, ә йөрәк ҡушыуы буйынса байтаҡ ҡыҙыҡлы мәҡәләләр яҙҙы. Уларҙың күбеһе, шул иҫәптән “Баймаҡ” теплоходы, Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл ҡалаһы башҡорттарының тормошо, Бөр­йән районына сәйәхәт, Баймаҡ районында башҡорт телен өйрәнгән американдар ғаиләһе, Украинаға сәфәр тураһындағылары “Башҡортостан” гәзитендә донъя күрҙе.
– Хаҡлы ялға сыҡҡас, көндәрен нисек үткәрә Рәшит ағай? Нимә менән шөғөлләнә?
– Пенсионерҙың көнө дауаханала, дарыуханала һәм магазинда үтә, тип мәрәкәләйҙәр. Рәшит ағайҙың маршруты байтаҡҡа киңерәк. Почтаға мотлаҡ инеп сыға – гәзит-журналдарға яҙыла. Район китапханаһына юлды онотмай – әҙәби кисәләрҙә, бүтән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Редакцияны ла урап үтмәй – мәҡәлә яҙа, коллегалары менән аралаша. Уны шахмат клубында ла, физкультура-һауыҡтырыу комплексында ла, ҡала паркында ла күрергә мөмкин. Тағы ла баҡсасылыҡ менән мауыға.
– Ҡәләмегеҙ үткер, фекерегеҙ тос булып ҡалһын. Һөнәри бай­рамыбыҙҙы билдәләгән көндәрҙә ошо әңгәмә ағайығыҙға ихлас рәхмәт булып яңғыраһын.

Мәүлиҙә ЯҠУПОВА,
Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Баймаҡ районында «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале ойошторола

Баймаҡ районында «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале ойошторола 20.08.2025 // Йәмғиәт

6 сентябрҙә Баймаҡ районының Граф күле янында дүртенсе тапҡыр «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй

Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй 19.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй...

Тотош уҡырға 16

Баш ҡалала почетлы педагогтарға премия 60 мең һумға тиклем арттырыла

Баш ҡалала почетлы педагогтарға премия 60 мең һумға тиклем арттырыла 19.08.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфө уҡтыусыларының август кәңәшмәһендә аҡсалата премия күләмен арттырыу тураһында тәҡдим...

Тотош уҡырға 16

Республикала хәүефле тәбиғәт күренештәре фаразлана

Республикала хәүефле тәбиғәт күренештәре фаразлана 19.08.2025 // Йәмғиәт

Республикала хәүефле тәбиғәт күренештәре фаразлана...

Тотош уҡырға 17

Башҡортостанда 27 градус эҫе булыуы көтөлә

Башҡортостанда 27 градус эҫе булыуы көтөлә 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда, ямғыр яуыуына ҡарамаҫтан, йылы һауа торошо фаразлана, тип хәбәр итә Башгидромет...

Тотош уҡырға 21

Башҡортостандың БПЛА өлкәһендәге технологиялары Сколковола иң яҡшылары тип танылды

Башҡортостандың БПЛА өлкәһендәге технологиялары Сколковола иң яҡшылары тип танылды 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостандың БПЛА өлкәһендәге технологиялары Сколковола иң яҡшылары тип танылды...

Тотош уҡырға 22

«Сәләмәтлек поездары» табиптары республиканың 8 районына юллана

«Сәләмәтлек поездары» табиптары республиканың 8 районына юллана 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә....

Тотош уҡырға 25

Башҡортостанда балаларҙың лагерҙа ағыуланыуына бәйле хәл контролдә тотола

Башҡортостанда балаларҙың лагерҙа ағыуланыуына бәйле хәл контролдә тотола 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда балаларҙың лагерҙа ағыуланыуына бәйле хәл контролдә тотола...

Тотош уҡырға 34

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 90 йәшлек юбилейын билдәләне

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 90 йәшлек юбилейын билдәләне 18.08.2025 // Йәмғиәт

Вәзит Рәжәпов – совет сауҙаһы отличнигы, Жуков миҙалы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән....

Тотош уҡырға 22

Башҡортостанда Онегия һәм Разан тыуған

Башҡортостанда Онегия һәм Разан тыуған 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Онегия һәм Разан тыуған...

Тотош уҡырға 23

Өфөлә тыл эшсәне 95 йәшлек юбилейын билдәләне

Өфөлә тыл эшсәне 95 йәшлек юбилейын билдәләне 15.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Ленин районынан тыл хеҙмәтсәне Зөбәйҙә Хәкимова 95 йәшен билдәләне. Район башлығы урынбаҫары...

Тотош уҡырға 36

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай 15.08.2025 // Йәмғиәт

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай...

Тотош уҡырға 44