Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәшәү бәхете – күңел сафлыҡта
Уҙып барған ғүмерең тураһында уйланғанда ирекһеҙҙән изгелек һәм яуызлыҡ, йәшәү һәм үлем кеүек мәңгелек ҡиммәттәр күңелеңде биләп ала. Олоғайған һайын был тойғо һине нығыраҡ ялмай. “Оло йәштәгеләр күберәк үҙенең үткәндәре менән йәшәй”, — тиеүҙәре лә раҫтыр. Бергә уйнап-шаярып үҫкән ҡорҙаштарым тураһында яҙырға хыяллана инем...
Үҫмерлектән сығып, егет ҡо­рона инә башлауыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышы башланған осорға тура килде. Алтынсы-етенсе класты бөтөр-бөтмәҫтән күптәребеҙ уҡыуын ташларға мәжбүр булды, сөнки атай-ағайҙарыбыҙ фронтҡа алынды, иң өлкән ир-егет була­раҡ, ғаилә өсөн яуаплылыҡ иңебеҙгә төштө.
Егет саҡта беҙ ауылда күмәк кенә булғанбыҙ икән. Колхозда бергә эшләйбеҙ, һуғыш ауырлыҡтарын, аслыҡ-ялан­ғаслыҡты бергә күтәрәбеҙ. Көҙгә табан, аҙыраҡ тамағыбыҙ ыу­масҡа туйһа, күләгә уйындарына ла, ҡыҙҙарға ла бергә­ләшеп йөрөйбөҙ. Бер Байыштан ғына Дәүләткилде, Дәү­ләтша, Яҡуп, Мөрфәйез, Әхмәҙи, Зәйнетдин, Хужагилде, Шәкир, Фәрит, аҙашым Булат, Рәшит, Зәйнулла ҡорҙаштарым берәм-берәм күҙ алдыма баҫа. Ә күпме әрһеҙ, эшсән, сибәр, һөйкөмлө ҡыҙ тиңдәштәрем ошо сифаттарҙы тулыландыра ине. Ышанаһығыҙмы-юҡмы — уларҙың береһе лә яҡты донъя­ла юҡ.
1995 йылдың 9 Майында Байыш ауылы мәҙәниәт йортонда урын алған ҙур стендта исемдәре яҙылған 243 тыл эшсәне араһында ошо ҡорҙаштарымдың да данлы исем-шәрифе мәңгеләштерелгән. Әлеге көнгә ауыл Советындағы һигеҙ ауылда беҙ, 1929 йылғылар, ни бары дүртәү генә тороп ҡалдыҡ. Һау булһаҡ, быйыл һәммәбеҙгә лә 86-шар йәш тула. Айлап-көнләп иҫәпләгәндә, арабыҙҙа иң өлкәне мин булам: февраль бураны мәлендә тыуғанмын. Сәғит ауылынан Һиҙиәт ҡорҙашым мине “ҡыуып етеп” килә, 13 мартта донъяға килгән, уға етә Аҡдәүләттән Сәйетғәле 11 июндә донъяға ауаз һала, иң “йәшебеҙ” Элмәленән Фазыл 16 июндә фани донъяны үҙ итә. Дүртебеҙҙең дә уртаҡ сифаты — намыҫлы хеҙмәт. Һи­ҙиәт Хикмәт улы Ҡыуатов менән Фазыл Байтүрә улы Ишмө­хәмәтов ғүмер буйы колхозда, унан совхозда механизатор булып эшләне. Орден-миҙалдар менән бүләкләнгән был ҡорҙаштарым әле лә башҡалар өсөн матур тормош өлгөһө булып тора. Ҡара эшкә әрһеҙ, түҙемле, баш баҫып йәмғиәт файҙаһына тир түккән Сәйетғәле Мырҙагәрәй улы Йәнбу­латов шулай уҡ ярты быуат малсылыҡта эшләне, ферма мөдире лә булды. Тырыш хеҙмәте күп һанлы ҡиммәтле бүләктәр менән баһаланды, тормош иптәше Фәтхиямал ме­нән (хәҙер инде мәрхүмә) һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Мин, фәҡирегеҙ, уҡытыусылыҡ һөнәрен үҙ итеп, белем биреү, тәрбиә эше менән ғүмерем үтте. Хөкүмәт тә, халыҡ та хеҙмәтемде баһаланы.
Икенсе уртаҡ яғыбыҙ — дүртебеҙ ҙә иртә өйләндек, һәр беребеҙ дүртәр-һигеҙәр бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Өсөнсө оҡшашлығыбыҙ — беребеҙ ҙә артыҡ һүҙсән түгелбеҙ. “Һөйлә­гәнең көмөш булһа, өндәшмәүең — мең алтын” тигән ҡағиҙәгә тоғробоҙ, күрәһең. Тағы ла бер уртаҡ һыҙат хас беҙгә: донъя ҡыумайбыҙ, булғанына шөкөр итеп, тыныс ҡына йәшәп ятабыҙ.
2010 йылда Рәсәй етәкселеге беҙҙең һымаҡтарҙы “Тыл геройҙары” тип таныны. Шуға бәйле әйткем килә: герой, ветеран була тороп та, күп йыллыҡ хеҙмәтебеҙ дәүләт тарафынан тейешенсә баһаланып етмәне. Шулай булһа ла, балалары­быҙ һәм ейәндәребеҙҙең аяҙ күк аҫтында туҡ, етеш йәшәүен күреү — ҙур ҡыуаныс һәм ғорурлыҡ, сөнки бында беҙҙең дә хеҙмәт өлөшөбөҙ бар.
Әлеге уҙған йылдарға, үткән юлдарға ҡарашыбыҙҙы төбәп, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб апай Биишева шиғырындағы ошо юлдарҙы ҡабатлайбыҙ:
Йәшәү бәхете — күңел сафлыҡта,
Йәшәү бәхете — дуҫлыҡ, хаҡлыҡта.
Йәшәү бәхете — илең, халҡың өсөн
Көрәш аша тыуған шатлыҡта!
Форсаттан файҙаланып, ҡәҙерле ҡорҙаштарымды үтеп киткән оло юбилейҙары һәм яҡынлашып килгән Бөйөк Еңеү көнө менән ихлас күңелдән тәбрикләйем, туғыҙынсы тиҫтәнең икенсе яртыһына ышаныслы аяҡ баҫыуҙарын теләйем!

Булат АҠМАНОВ,
уҡытыусы-ветеран.



Район: Ейәнсура районы, Иҙелбәк ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә