Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Разведчикты баҫалҡылыҡ биҙәй
— Еңеү көнөн быйыл да күрергә насип булды, — тип орден-миҙалдарын тағып, байрамға килеүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары йылдан-йыл кәмей. Ваҡыт тигәнең аяуһыҙ шул. Бөйөк Еңеү көнөн былтыр алтмыш туғыҙынсы тапҡыр ҡаршыланы улар. Ана шуларҙың береһе, әлеге көндә Юлдыбай ауылы биләмәһендә ғүмер иткән аҡһаҡал Ғаләм Әхмәтғәзиз улы Ҡотлогилдин 90 йәшен тултырҙы.

Яҡташыбыҙ 1924 йылдың 10 июнендә Мораҙым ауылында тыуған. Үҙенең ни өсөн бер йәшкә олораҡ булып китеүен, 1923 йылғы тип яҙылыуын, Ғаләм ағай ошолай аңлата:
— Уның ғилләһе былайыраҡ булды. 1938 йылда, Юлдыбай мәктәбенең етен­се класында уҡып йөрөгәндә, уҡы­тыу­сыбыҙ Әхмәт ағай Бикҡолов (Ете­бу­лаҡтан ине ул) йәш уҡы­тыусыларҙы, ауыл йәштәрен өгөтләп, колхозда комсомол ойошмаһы булдырырға ниәтләне. Миңә лә тәҡдим итте. Комсомолға ун биш йәштән алалар ине ул ваҡытта. Мин 1924 йылғы булғас, йәшем етмәй. Шуға үҙемә бер йәш өҫтәтер өсөн, ололарҙан раҫлама алып, Мораҡтан 1923 йылда тыуыуым тураһында таныҡлыҡ алып ҡайтып, комсомол сафына индем (ул ҡәҙерле ҡомартҡы булып әле лә һаҡлана). 1939 йылда Темәс педагогия училищеһына уҡырға индем. Икенсе курста уҡып йөрөгәндә көҙгө каникулға ҡайттым. Атайым, “ауырыйым, донъяны, мал-тыуарҙы ҡарарға кеше кәрәк”, тип мине башҡа уҡырға ебәрмәне. Колхозда хисапсы булып эшләй башланым. Мәктәптә уҡығанда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Абдулла Бакиров беҙгә протокол, ышаныс ҡағыҙы, ғариза һәм башҡа эш ҡағыҙҙары яҙырға өйрәткәйне. Ошо белем аҙаҡтан көндәлек тормошта бик тә ярап ҡалды. Район гәзитенә колхоз тормошо, ауылдаштарым хаҡында йыш ҡына мәҡәләләр яҙа инем.
1941 йылдың ғинуарында заманына күрә ярайһы ғына белемле егетте райондың ”Коммуна байрағы” гәзитенә әҙәби хеҙмәткәр итеп эшкә алалар. Ең һыҙғанып, күңел биреп тотона ул. Киләсәктә өмөтлө журналист булыр, тип юрай коллегалары.
— Ҡәһәрле һуғыш бөтә өмөттәрҙе, пландарҙы емерҙе. Редакцияла ике генә хеҙмәткәр ҡалған саҡтар булды, шулай ҙа гәзиттең һәр һанын сығарырға тырыштыҡ, — тип иҫләй ул осорҙо Ғаләм Әхмәтғәзиз улы. — Хәрби хеҙмәткә 1923 йылдағыларға сират етте. 1942 йылдың 6 мартында миңә лә (18 йәш тулмаған ине әле) фронтҡа китергә повестка килде.
7 мартта иртән сәғәт 10-да саҡырылыусыларҙың барыһы ла военкомат янында инек. Араларында буйға иң бәләкәйе, сандыр кәүҙәлеһе — мин. Военкомат хеҙмәткәре капитан Василий Черноусов мине үҙенең эш бүлмәһенә саҡырып индереп, алтмыш кешенән торған команданың етәксеһе булаһың тип танытма һәм команданың исемлеген тотторғас, аптырап киттем. “Юҡ, мин етәксе була алмайым, ана, Мораҡтан Ғәйфулла Зәбиров, Георгий Комардин кеүек үткер егеттәр бар, шулар булһын”, – тип ҡаршылашып ҡараным.
“Мин уларҙы белмәйем, ә һине яҡшы беләм. Был бойороҡ, ә бойороҡто үтәргә кәрәк”, — тип ҡырт киҫте капитан. (Хәҙерге көндә 60 кешенең өсәүһе иҫән: Ф.Г. Пономарев, Ғ.Ә. Ҡотлогилдин, Х.Б. Мәзитов).
Хәрби әҙерлек үткәс, беҙҙең полкты фронтҡа тип Мәскәү йүнәлешенә оҙат­тылар. Һуғышҡа Сталинград янындағы Мышкова йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан Громославка утары эргәһендә индем. Уның һәр сәғәте, минуты хәтерҙә. Иң тулҡынландырғыс мәлдәр айырыуса иҫтә ҡалған. 1945 йылдың 7 мартында (хәрби хеҙмәткә алыныуыма теүәл өс йыл тигәндә) Көнсығыш Пруссияла барған яуҙа ҡаты яраландым. Минең өсөн һуғыш ошо көндө тамамланды...
Быға тиклем Ғаләм Әхмәтғәзиз улы Сталинград, Ростов, Украинаның Ворошиловград, Донецк, Запорожье, Херсон өлкәләрен, Ҡырымды, ә инде 1944 йылдың йәйенән башлап Белоруссия, Литва, Латвия республикаларын немец-фашист баҫҡынсыларынан азат итеүҙә Суворов һәм Кутузов орденлы 150-се Севастополь артиллерия бригадаһында өлкән разведчик, отделение командиры сифатында ҡатнаша.
— Һуғышта минең урын алғы күҙәтеү пунктында булды. Уҡсылар подраз­делениеһы командиры менән туранан-тура бәйләнеш тотоу ҙа йөкмәтелде. Беҙгә, артиллерия разведчиктарына, дошмандың ут нөктәләрен, команда пунктын, ғәскәренең тупланыу урынын, координаталарын билдәләү, үҙебеҙҙең артиллерия утын көйләү бурысы йөкмәтелде — тип хәтерләй яугир.
Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһар­манлығы өсөн Ғаләм Әхмәтғәзиз улы Ҡыҙыл Йондоҙ, 3-сө һәм 2-се дәрәжә Дан ордендары, I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Сталинградты обороналаған өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары менән наградлана. Ете айға яҡын Иванов өлкәһендә госпиталдә дауалана Ғаләм Әхмәтғәзиз улы. 1945 йылдың сентябрь аҙаҡтарында ғына тыуған ауылына инвалид булып ҡайтып төшә.
— Госпиталдән сыҡҡас, Өфөгә тиклем пассажирҙар менән шығырым тулы вагонда түшәкһеҙ, ялһыҙ өс тәүлек килеү, аҙаҡ ауылға хәтлем йәнә дүрт тәүлек юл мәшәҡәттәре бик йонсотто, — ти яугир, хеҙмәт ветераны Ғаләм ағай. — Госпиталдәрҙең дарыуҙар еҫе һеңгән тынсыу бүлмәләренән һуң тыуған ауылымдың саф һауаһын һулап, иркенләп ял итергә лә форсат булманы. Ҡайтыуымдың бишенсе көнөнә үк эшкә сыҡтым. Бер ай самаһы элек кенә колхоз рәйесе итеп һайланған Әбделхаҡ Әминев ағайҙың хисапсы булып эшләргә ялынып саҡырыуын кире ҡаға алманым. Колхозда айҙан ашыу иҫәп-хисап эше алып барылмай икән. Етмәһә, рәйестең үҙенең дә уҡый-яҙырлыҡ грамотаһы юҡ. Һуғыш йылдарында тамам көрсөккә терәлгән колхозды аяҡҡа баҫтырыуға фронто­виктарҙан башҡа кем тотонһон?! Барлы-юҡлы хәл менән бер ай самаһы эшләгәс, күҙ алмаһында һәм күҙ тирәләй тороп ҡалған ваҡ мина ярсыҡтары күреү һәләтен кәметте, ныҡ һыҙландырҙы, эш урынын алмаштырырға мәжбүр итте.
Малсылыҡ фермаһы мөдире вазифаһын башҡарҙым. Партияның район комитеты ”Коммуна байрағы” гәзите редакцияһына эшкә килеүемде талап итте. 1949 йылдың февраленән 1950 йыл аҙаҡтарына ҡәҙәр редакцияның яуаплы секретары булдым. Күҙҙең ауыртыуы көсәйгәс, был эштән дә китергә тура килде. 1951 йылдан башлап эреләтелгән Маленков исемендәге колхоз рәйесе урынбаҫары һәм тәүге партия ойошмаһы секретары итеп һайландым.
Геройыбыҙ артабан Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы колхоз рәйестәре әҙерләү буйынса Башҡортостан ауыл хужалығы мәктәбен ҡыҙыл дипломға тамамлағас, “Ленинская искра” колхозында, “Күгәрсен” совхозында агроном, бүлексә идара­сыһы, бригадир булып эшләй, 1971 йылда Юлдыбай ауыл Советы башҡарма комитетының рәйесе итеп һайлана һәм хаҡлы ялға киткәнсе ошонда эшләй.
Ҡыйыу разведчик Ғаләм Ҡотлогилдин 1944 йылда Көнсығыш Пруссия ерендә барған ҡаты алыштар осоронда Коммунистар партияһы сафына ингән һәм әле лә ошо партияның әүҙем ағзаһы. Хал­ҡыбыҙҙы биҙәгән ябайлыҡ, баҫалҡылыҡ һәм ғорурлыҡ кеүек сифаттарҙың барыһы ла хас Ғаләм Әхмәтғәзиз улына.

Алик СӘЙЕТҠОЛОВ,
педагогия хеҙмәте ветераны.





Район: Күгәрсен районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 0

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә