Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » МөхәМмәт ҡарт мәҙәктәре
“Буржуймы һин, түгелме?”

Тормош ҡатмарланып, халыҡты ҡыҙылға, аҡтарға бүлеп йөрөткән заманда Мөхәммәтте, ат ектереп, Темәскә алып киткәндәр. Ауылға етер алдынан бер ҡыуаҡлыҡ янында ашарға туҡтағандар. Мөхәммәт ҡорот, талҡан, май һәм башҡа ризыҡтарын ҡыҙылдарға ашатҡан. Тамаҡ туйғас, бер командир Мөхәммәттән:
– Һин буржуймы, түгелме? — тип һораған. Был һүҙҙе беренсе тапҡыр ишеткән Мөхәммәт, уға ярарға тырышып:
– Эйе, мин буржуй, — тип әйтеп ысҡындырған. “Һә” тигәнсе уны, аяҡ-ҡулын бәйләп, юл буйына ырғытҡандар. Донъя менән хушлашып, Аллаһтан ожмахҡа эләгеүен һорап ятҡанда, Хәлфетдин Теләүбирҙин кантон уны үтеп барышлай күреп ҡалған. Хәлде ишетеп, оҙаҡ ҡына тыныслана алмай көлгәндән һуң һүҙҙең мәғәнәһен аңлатып, Мөхәммәтте ауылына оҙатҡан. Шулай итеп, Мөхәммәт “аҡылға ултырған”: ҡыҙылдар килгәндә буржуйҙарҙы әрләп, аҡтарға “буржуйлығы” менән маһайып, бәләнән ҡотолоп ҡалыр булған.

Алдынғылар йыйылышы

Колхоз рәйесе Ильяс Насиров Мөхәммәтте Баймаҡҡа алдынғылар йыйылышына алып барған. Тәнәфес ваҡытында Мөхәммәт, уҡый-яҙа белмәһә лә, ҡулына гәзит алып, ирендәрен ҡыбырлата-ҡыбырлата, башын сайҡай-сайҡай уҡый икән. Ҡарт янына халыҡ йыйыла башлағас, Ильяс Насиров: “Мөхәммәт ағай, гәзитеңде баш түбән тотҡанһың, әйләндер”, — ти икән.
Ул гәзитте кеҫәһенә тыҡҡан да, буржуйҙарҙы, капиталистарҙы әрләй-әрләй, сәй эсергә йүнәлгән. Алдынғыларға күстәнәс һәм бүләктәр биргәндәр, ә Мөхәммәткә пальто эләккән. Ҡайтҡан саҡта баҙар янында аяҡһыҙ инвалидты йәлләп, ағайыбыҙ уға үҙенең тире тунын биреп ҡалдырған.
Күстәнәсләп сәй эскәндә, урыҫ һүҙҙәрен ҡушып, ҡатынына нимә күргәнен һөйләгән:
– Йыйылыштың беренсе өлөшө “так себе” булды: графин тигән һауыттан һыу эсәләр ҙә түрәләрҙе әрләйҙәр. Уның ҡарауы, икенсе өлөшө шәп булды: концерт күрһәттеләр, айырыуса ашау оҡшаны. Сусҡа итенән щи тигән һурпа, һарыҡ итенән күләш, һоло бутҡаһы, хатта “100 грамм” бирҙеләр.
– Бәй, һин бит сусҡа итен ашамайһың, араҡы эсмәйһең, уларҙы ҡайҙа ҡуйҙың? — тигән хәләл ефете.
– Бер өҫтәлдә Бикештән Иван менән ултырҙыҡ, щиҙы — күләшкә, араҡыны бутҡаға алмаштырҙым, значит.
– Аҡ туның күренмәй, ҡайҙа булды?
– Эх, ҡатын, өйҙә ултырып сәпсим тормоштан артта ҡалдың. Пальтоны биргәс, иҫке тунды алып ҡалдылар, понимаешь, — тип яуаплаған да, ҡатынынан бейегерәк күренеү өсөн бер мендәрҙе аҫтына һалып:
– Сәй наливай, — тип ҡаты ғына бойорған, имеш.

Башмаҡ Зөфәр

Зөфәр ҡарт төпөш һәм йыуан булғанға күрә, Иҫән халҡы уға “Башмаҡ Зөфәр” ҡушаматын таҡҡан. Бер ваҡыт Мөхәммәт — һыйырын, Зөфәр башмағын һатырға Түбә баҙарына алып барған. Малҡайынан да тәпәшерәк булған Зөфәр ҡартты күрмәйенсә, Мөхәммәттең улы: “Атай, “Башмаҡ Зөфәр” олатай ҡайҙа булды?” — тип һораған. Ҡарттың асыуланып, малайға сыбыртҡыһы менән киҙәнеп килгәнен күргән Мөхәммәт: “Ҡорҙаш, тыныслан, улым һине юғалтып, башмаҡ һатҡан Зөфәр олатай ҡайҙа, тип һорай”, — тип балаһын язанан ҡотҡарған.

Бер тоҡ аҡса —
алтмыш мең


Мөхәммәт ҡарт Түбә баҙарында һыйырын 60 меңгә һатҡан да, ергә ашъяулыҡ түшәп, аҡсаны һанарға ҡыҙы менән улын ултыртҡан. Таушалып, бөгәрләнеп бөткән аҡсалар бер һанағанда — биш, икенсеһендә алты меңгә кәмерәк сыҡҡан. Арыған балалары өсөнсө тапҡырға иҫәпләгәндә бөтөнләй яңылышҡас, түҙемлеге бөткән Мөхәммәт ҡарт аҡсаларҙы тоҡҡа кире тултырған да:
– Ауырлығына ҡарағанда, алтмыш мең булырға тейеш, — тигән.

Йәйәүле Мәхмүт

Мөхәммәт ҡарт баҙарҙан йәйәүләп ауылына ҡайтып килһә, Мәхмүт ҡорҙашы, уны күрмәмешкә һалышып, аты менән уҙып китә. Һәр ваҡыт сит кешенең арбаһына ултырып йөрөгәне өсөн “йәйәүле Мәхмүт” ҡушаматы ҡаҙанған ҡорҙашына бик асыуы килгән уның. Динамит, Моратша һәм Исмәғил тауҙары аша тура төшөп, Мәхмүттән дә алда ҡайтып, өйө янында уны туҡтатҡан да:
Мәхмүт тырышып бесән саба
Салғыһын да янымай,
Йәйәүле Мәхмүт атҡа ултырғас,
Күршеһен дә танымай.
Мәхмүт аты ялҡау, көсһөҙ,
Йәйәүлегә етә алмай,
Ике кешене ултыртһа,
Ҡуҙғалып та китә алмай, —
тип таҡмаҡлап, үсен алған, имеш.

Аҡсаһыҙ баҙар – файҙаһыҙ

Мөхәммәт ҡарт ҡаҙ һәм иген һатырға Түбә баҙарына барған. Халыҡтың аҡсаһы юҡлыҡтанмы, әллә ҡаҙ ябыҡ, ә иген ҡырҙыҡлы булғанғамы, бер нейен дә үткәрә алмаған. Һыуыҡ ел ямалып бөткән иҫке кейемдең бер яғынан инеп, икенсе яғынан үтә сыға, етмәһә, ямғыр сылата. Тамам өшөп-туңған, күшеккән ҡарт ҡысҡыра-ҡысҡыра халыҡтың иғтибарын үҙенә йүнәлтә:
Совет ҡаҙалырмы икән,
Колхоз таралырмы икән...
Был һүҙҙәрҙе бер нисә тапҡыр ҡабатлауы була, милиционер килеп, ҡарттан һорау ала башлай, ә халыҡ уның яҙмышы өсөн борсолоп, тын ҡала.
Ҡарт тыныс ҡына яуап бирә:
– Халыҡтың аҡсаһы юҡ, ә аҡсаһыҙ баҙар – файҙаһыҙ. Шуға “Совет ҡаҙ алырмы икән, колхоз тары алырмы икән” тип һорайым.
Милиционер тапҡыр һүҙле ҡартты ебәргән, ә халыҡ булыр-булмаҫ аҡсаһына уның ҡаҙын да, игенен дә һатып алып бөткән. Шулай итеп, ҡарт “оҙон” теле арҡаһында язанан да ҡотолған, тауарын да “осорған”.
Иҫән ауылы күренгәс, ҡарт ярһып таҡмаҡлай башлаған:
Совет ҡаҙалырмы икән,
Колхоз таралырмы икән,
Улар булһа, был донъяһы
Алға баралырмы икән?

“Ветврач”

Сәлим ҡарт сирле һыйырын өшкөртөргә Мөхәммәтте алып ҡайтҡан. Сәй эскәндән һуң мал янына сыҡҡандар. Һаран Сәлимдең һыйыры, бесәнде аҙ ашатҡанлыҡтан, дүрт тояғын һоноп, теге донъяға китә алмай ята икән. Мөхәммәт ҡарт ялан кәртәлә ятҡан бесәнгә доғаһын уҡый-уҡый ҡомғандан һыу ҡоя башлаған.
Аптырашта ҡалған Сәлим:
– Һин һыйырҙы түгел, ә бесәнде өшкөрҙөң, доғанан һуң ҡомғандан һыу ҡойҙоң, шифаһы булырмы икән? — тип һораған.
Мөхәммәт былай тип яуаплаған:
– Һыйырыңдың сире бесәндән йоҡҡан, шуға уны өшкөрҙөм, ҡатыныңдың сәйе шыйыҡ булғанға күрә, ҡомғандан һыу ҡойҙом, сөнки ауыҙҙа төкөрөк тә юҡ. Өшкөргән бесәнде көнөнә өс тапҡыр ашатһаң, һыйырың йүнәлер.
Ысынлап та, өшкөрөлгән бесәнде көн дә мул ғына ашаған һыйыр тиҙ арала аяҡҡа баҫҡан.

“Рөхсәтһеҙ ҡомдо бирмәйем”

Мөхәммәт, Талҡаҫ ҡомон тейәй башлаған егет янына килеп:
– Ҡайҙан килдең, ниңә рөхсәтһеҙ ҡом алаһың? — тип һорай.
– Муллаҡайҙан. Ниңә, ҡомға ла рөхсәт кәрәкме?
– Кәрәк. Кәпитәнсәһеҙ бирмәйем. Мин — ҡомдоң хужаһы, елкәмә сыҡһа, миңә — төрмә. Ауыл осонда торған аҡһаҡалдан кәпитәнсә алып кил.
Егет, уның һүҙен тыңлап, рөхсәт алыу өсөн теге ҡартты эҙләп тапҡан.
– Ниндәй һаҡсы? Ниндәй кәпитәнсә? — тип аптыраған аҡһаҡал. — Әйҙә, киттек, ул Хужа Насретдиндың кәрәген бирәйек. Килһәләр, хәйләкәр Мөхәммәттән елдәр иҫкән.






Автор: Исмәғил МӨХӘМӘТЙӘНОВ. Район: Баймаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә