Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “һигеҙенсе атты үҙең менгәнһең бит!”
Мәндүҙә апай гәзиттәге “Тыл һалдаттары” конкурсына килгән мәҡәләләрҙе яратып уҡый, көслө рухлы ауыр минуттарҙа ла йәшәүгә дәрт тапҡандарға һоҡлана. Ул беҙгә дәһшәтле һуғыш осоронда ла иҫтә ҡалырлыҡ ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғалар булыуы тураһында һөйләне.

Ауылдашы Юнир ағайҙың иҫтәлектәрен дә беҙгә ул еткерҙе:
– Өләсәйем таң һарыһынан кискә тиклем баҫыуҙа. Көн буйы эшләгән өсөн бер сеүәтә ҡап-ҡара он алып ҡайта ла йәшереп ҡуя. Төшкөһөн беҙгә шул ондан көлсә йәки боламыҡ бешерә. Миңә — биш, апайыма — алты, ә иң кесе ҡустыбыҙға – дүрт кенә йәш. Өләсәй беҙҙе бикләп китә. Өйҙә бер ниндәй уйынсыҡ юҡ. Тышта булһа, сүплектән ватыҡ быяла табып, ҡунаҡҡа саҡырышып уйнар инек. Туҡта, апайым бер сеүәтә ондо тапҡан бит. Элек тирмәндә гел урыҫтар эшләне. Хужаһын Мәтрәй тип йөрөттөләр, аҙаҡ Миңлебикә исемле инәйгә өйләнде. Беҙ ролдәрҙе бүлештек. Мин — Мәтрәй, апайым — Миңлебикә. Хәҙер теге бер сеүәтә ондо ойоҡҡа һалып, тирмәнсе булып уйнайбыҙ. Мауығып китеп, төш еткәнен, өләсәйҙең ишекте асып ингәнен дә һиҙмәгәнбеҙ. Бөтә өй онға тулған, сәс буялып бысранып бөткән. Ошо ондан беҙҙең тамаҡты ялғатырға ҡайтҡан өләсәйҙең таяҡ менән туҡмауын көтәбеҙ. Хәл көтөлмәгәнсә булды: өләсәйебеҙ беҙгә ҡарап торҙо ла һулҡылдап илай башланы. “Ҡасан яҡшы тормош булыр икән, Хоҙай уны беҙгә бирмәне. Исмаһам, һеҙҙе шатландырһын ине”, — тип доға ҡылды. Шунан беҙгә ҡарап көлә башланы. “Их, һин тирмәнсе Мәтрәй!” — тип алдына алып яратты. Күпме йылдар үтте, хәҙер инде өләсәй ҙә арабыҙҙа юҡ, ә беҙ һаман шул ваҡиғаны түкмәй-сәсмәй ейәндәргә һөйләйбеҙ.
Ауылда кино ҡарау элек ҙур ваҡиға ине. Өйҙәрҙә телевизор, радио юҡ, бөтә халыҡ кис менән клубҡа ашыға. Меҫкен ҡатын-ҡыҙ арыуҙан аҙ булһа ла ял итеп ҡала. Һуғышта бер күҙен юғалтҡан Сәғит исемле ағай киноны шым ғына ҡарай алмай. “Бына әйттем бит, хәҙер теге фашист ата башлаясаҡ, тип, их, беҙҙекеләр ниңә күрмәй икән”, — тип аптырап йә ҡайғырып һөйләнә лә һөйләнә. Еңеү беҙҙең яҡта булһа, ҡулдарын болғап ҡысҡыра, шатлана. Клуб тулы халыҡ. Мөкәрәмә менән Ләлә апайҙар: “Сәғит ағай, шаулама әле”, — тип әйтһә, үсегеп ҡайта ла китә: “Ана киноғыҙҙы Мөкәрәмә менән Ләлә ҡараһын”, — ти. Клубтың эргәһендә генә йәшәй. Асыуы бөтһә, тағы кире килә. Әле һаман ошо ваҡиғаларҙы ауылда ҡыҙыҡ итеп һөйләйҙәр. Ҡыҙғаныс, һүҙҙәре ҡалһа ла, үҙҙәре юҡ инде хәҙер.
Әлеге Сәғит ағайҙы бер мәл рәйес ат ҡараусы итеп ҡуя. Һигеҙ ат юғала. Сәғит ағай уларҙы өс көн эҙләй. Ниһайәт, етеһен табып алып ҡайта. Контораға иртәнсәк халыҡ йыйылғас, һыбай килгән ағай: “Иптәштәр, һигеҙенсеһен эҙләп арып бөттөм. Юҡ бит, егеттәр, бер ҡайҙа ла...” — ти. Кемдер уға: “Сәғит ағай, аҫтыңдағы атты һананыңмы һуң?” — тигәс, “Тфү, һигеҙенсеһен үҙем менгәнмен дә баһа”, — тип шатланып ҡысҡыра. Бөтә халыҡ шау-гөр килеп көлә. Шул осорҙан бирле был хәлде ауылда ғына түгел, бөтә тирә-яҡта көләмәс итеп һөйләйҙәр. Бына ошондай ҡыҙыҡ ваҡиғалар, мәҙәктәр халыҡҡа, тыл һалдаттарына йәшәргә көс, ҡеүәт биргәндер ҙә.
Әлеге клубта булған бер хәлде лә һөйләйем әле. Ҡырҙан килгән артистар гөрләтеп концерт ҡуя.
“Ҡара урмандан сыҡҡан саҡта
Киҫеп алдым пар ҡайын”,
тигән йыр яңғырауға, серемгә киткән урман ҡарауылсыһы ҡапыл уянып: “Штраф һиңә, кем рөхсәт итте ҡырҡырға?” — тип һикереп тороп баҫҡан, имеш.




Автор: Вараҡа ҒӘЛӘҮЕТДИНОВА. Район: Ишембай районы, Яңы Әптек ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә