Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Виктор ПАНЧЕНКО: “Халыҡтың социаль именлеге хаҡында оноторға хаҡыбыҙ юҡ”
Виктор ПАНЧЕНКО: “Халыҡтың социаль именлеге хаҡында оноторға хаҡыбыҙ юҡ” Межгорьеның социаль-иҡтисади хәле тураһында һүҙ барғанда, ғәҙәттә, ундағы юғары хеҙмәт хаҡын һәм уңайлы көнкүреш шарттарын беренсе булып телгә алалар. Ысынлап та, республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан эшсе көстәрҙе Себер кеүек ылыҡтыра был тарафтар. Аҡсаһы ла ваҡытында түләнә, фатир ҙа бирелә, тиҙәр. Тыуған ергә яҡын да. Ҡырыҫ тәбиғәтле төньяҡҡа юлланғансы, ошонда эшләү отошлораҡ түгелме икән? Ғөмүмән, урындағы халыҡтың йәшәйеше нисегерәк? Социаль өлкә, мәғариф, мәҙәниәт ниндәй кимәлдә? Ҡала хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт алыу ниәтендә иң тәүҙә хакимиәткә юлландыҡ. Хакимиәт башлығы Виктор ПАНЧЕНКО беҙҙе асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды. Һорауҙарыбыҙға ла ихлас яуап бирҙе.
– Виктор Владимирович, тәүҙә Межгорье хаҡында ҡыҫҡаса ғына һөйләп үтегеҙ әле.
— Беҙ йәшәгән ябыҡ административ-территориаль берәмек 1995 йылда Белорет-15 һәм Белорет-16 ябыҡ хәрби ҡаласыҡтары нигеҙендә ойошторолдо. Бөгөн Көньяҡ-Көнбайыш һәм Үҙәк Межгорье тип аталған был биҫтәләр бер-береһенән утыҙ саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Дөйөм алғанда, ҡала 940 квадрат километр майҙанды биләй. Төп ойошмабыҙ — “30-сы төҙөлөш идаралығы” федераль дәүләт унитар предприятиеһы.
Межгорье ҙур һәм мөһим объект төҙөү, уны хеҙмәтләндереү менән бәйле мәсьә­ләләрҙе хәл итеү өсөн ойошторолған, ­шуға күрә уның бөгөнгөһө лә, киләсәге лә фәҡәт ошо маҡсатҡа бәйле. Әммә, беҙҙең ҡарашҡа, бер үк ваҡытта заманса үҫеште хәстәрләү, шул иҫәптән яңы предприятиелар асыу, өҫтәмә эш урындары булдырыу ҙа ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки урындағы халыҡтың социаль именлеге хаҡында оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнарға ярамай, дөйөм ил, йәмғиәтебеҙ мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп эшләргә кәрәк. Хакимиәт тормошҡа ашырған саралар Башҡорт­остандың, Рәсәйҙең дәүләт сәйәсәте йүнәлештәренән һис кенә лә ситләшмәй.
– Социаль именлек тигәндән, халыҡты эш урындары, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы менән тәьмин итеү мәсьәләләре нисек яйға һалына?
— Әүҙем социаль сәйәсәт — ҡала хакимиәтенең эшмәкәрлегендә төп йүнәлештәрҙең береһе. Шуныһын алдан уҡ әйтеп үтәйем: Межгорьела бюджет өлкәһенә ҡараған ойошмаларҙың ғына түгел, башҡа тармаҡ предприятиеларының да эш хаҡы буйынса бурысы юҡ. Хеҙмәт хаҡы — уртаса 32 мең һум.
Эш урындарын арттырыу ниәтендә уртаса һәм бәләкәй бизнес вәкилдәренә айырым иғтибар бирәбеҙ. Ҡала биләмәһендә 384 бәләкәй һәм уртаса эшҡыуарлыҡ субъекты иҫәпләнә, уларҙа 900-ҙән ашыу кеше мәшғүл.
Ҡала хакимиәте ҡарамағында эшҡы­уарлыҡ буйынса совет эшләп килә. Уның төп бурысы — эшҡыуарҙарҙың ижтимағи ойошмалары менән урындағы үҙидара органдары араһындағы бәйләнеште камиллаштырыу, ошо өлкәгә яңыса ҡараш булдырыу, шулай уҡ бизнесты социаль өлкәне үҫтереүгә йәлеп итеү. Йыл һайын беҙҙә эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһы эшләнә, ул бәләкәй һәм уртаса бизнесҡа аҡсалата ярҙам күрһәтеүҙең тәртибен һәм шарттарын билдәләй.
Һуңғы осорҙа Межгорьелағы ҡулла­ныусылар баҙарында ярайһы уҡ ҙур үҙгәрештәр күҙәтелә. Дөйөм майҙаны 272 квадрат метрлыҡ дүрт сауҙа объекты сафҡа индерелде, унда 5,8 миллион һумлыҡ капитал һалынды, тиҫтәләгән эш урыны булдырылды.
Бынан тыш, 14–18 йәшлектәрҙең уҡыуҙан буш ваҡыттағы мәшғүллеген ойоштороу программаһы тормошҡа ашырыла. Ул урындағы ҡаҙна иҫәбенән финанслана. Программаға ярашлы, 200-ҙән ашыу үҫмер йыл һайын ваҡытлыса эшкә урынлаша.
Былтыр беҙҙә шулай уҡ эшһеҙ булараҡ теркәлгән граждандарҙың ваҡытлыса мәшғүллеген ойоштороу программаһы раҫланды. Уға ла аҡса муниципаль бюджеттан бүленә. Ошо йүнәлештә 20 кеше өсөн ваҡытлыса эш урыны булдырылды.
Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү саралары, ғөмүмән, һөҙөмтә бирмәй ҡалмай. Өсөнсө йыл инде ҡалабыҙҙа Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең тупһаһын тапау­сыларҙың кәмеүе күҙәтелә. Һандар менән әйткәндә, эшһеҙлек — 2,13 процент.
– Эшкә килеүселәргә йәшәү урыны табыу йәһәтенән һеҙҙә ауырлыҡтар юҡ, тиҙәр. Ысынлап та шулаймы?
— Ҡалалағы төп объекттың перспек­тиваһы аныҡ билдәләнмәгәнгә күрә, торлаҡ төҙөлмәй, әммә социаль яллау килешеү­ҙәренә ярашлы, фатир алыуға мохтаж булараҡ иҫәптә тороусылар кәмей. Республика буйынса һәр кешегә 21,5 квадрат метр торлаҡ майҙаны тура килһә, Межгорьела был күрһәткес – 20,5 самаһы.
Иҫке өйҙәрҙе сафтан сығарыу програм­маһына ярашлы, һуңғы йылдарҙа ҡалала дөйөм майҙаны 2566,7 квадрат метрлыҡ һигеҙ йорт һүтелде, тиҫтәләгән ғаилә икенсе торлаҡҡа күсерелде. Ҡалала 2011 – 2015 йылдарҙа торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү программаһы эшләй.
– Ә коммуналь хужалыҡтың хәле ҡәнәғәтләнерлекме?
— Һуңғы йылдарҙа ҡаланың социаль-иҡтисади үҫеш программаһын тормошҡа ашырыу йәһәтенән байтаҡ эш башҡарылды. Мәҫәлән, йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһы, артезиан скважиналарында һурҙырыу ҡорамалдары алмаштырылды, ҡалала электр селтәре лә яңыртылды. Был саралар халыҡты электр, йылылыҡ, һыу менән ҡулланыу сифатын бермә-бер яҡшыртты. Иҫкергән ҡорамалдар урынына энергияны һаҡлаусы заманса ҡулайламалар ҡуйылды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә