Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Матурлыҡ серен тәбиғәт белә
Матурлыҡ серен тәбиғәт белә Ҡатын-ҡыҙ – иң үҙенсәлекле зат. Аллаһ Тәғәлә уға сикһеҙ гүзәллек биргән.

Ебәк кеүек сәс, балҡып торған күҙҙәр, алһыу ирендәр... Ҡатын-ҡыҙ Хоҙай тарафынан бүләк ителгән ошо матурлығын һаҡларға тейеш. Ә бының өсөн йәшлек, гүзәллек, һаулыҡ сығанағы булған тәбиғәттә барыһы ла бар. Төрлө үлән, балсыҡ, тоҙ, һөт, бал һәм башҡаларҙың файҙаһы баһалап бөткөһөҙ.
Мәҫәлән, балға килгәндә, уның төрлө сирҙән дауа икәнлеген беләбеҙ. Шул уҡ ваҡытта был татлы ризыҡ тәнде йомшарта, целлюлитты бөтөрөргә ярҙам итә. Балды ҡатнаштырып яһалған битлектән һуң йөҙ алһыуланып, сафланып, йәшәреп китеүсән.
Балсыҡ та ҙур көскә эйә. Әҙәм балаһы унан яһалған, тимәк, икеһе бер-береһенә айырылғыһыҙ бәйле. Изге Ҡөрьәндәге “Һуд” сүрәһенән түбәндәге юлдарҙы иҫкә алып китәйек: “Аллаһ һеҙҙе ерҙән яралтты һәм уға ебәрҙе”. Балсыҡтың ҡыҙылы, ағы, зәңгәре, алһыуы була. Барыһы ла файҙалы, уларға бер ниндәй ҡиммәтле синтетик крем да тиңләшә алмай. Балсыҡ радийға бай. Был төп радиоактив элемент бөтөн тән ағзаларына һәм күҙәнәктәргә ыңғай йоғонто яһай, уларҙы дауалай. Радий бактерияларға ҡаршы сара булараҡ та ҡулланыла. Балсыҡ тирене яҡшырта, ваҡ һырҙарҙы бөтөрә.
Ғөмүмән, һәр тәбиғи продукт – тәнде тәрбиәләүҙә иң ҙур ярҙамсы. Сульфатлы шампундәрҙән, силиконлы гелдәрҙән, химик буяуҙарҙан, лактарҙан баш тартып ҡарағыҙ. Уларҙың барыһына ла лайыҡлы алмаш бар. Мәҫәлән, кесерткән, аҡ сәскә, шалфей, төрлө майҙар, йомортҡа, кефир, еләк-емеш...
Шул уҡ ваҡытта тышҡы матурлыҡҡа ғына ҡыҙығырға ярамай. Гүзәллек эстән, күңелдән урғылып сыға. Тимәк, иң тәүҙә йөрәк һау булырға тейеш. Ул ауырта башлаһа, тотош организм сиргә һабыша. Был хаҡта бер хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә әйткән.
* Ирендәр матур булһын өсөн тик яҡшы һүҙҙәр әйтегеҙ.
* Кешеләрҙең фәҡәт һәйбәт яҡтарын күрһәгеҙ, күҙҙәрегеҙ нур һибеп торор.
* Буйығыҙ һомғол булһын тиһәгеҙ, аҙығығыҙҙы мохтаждар менән уртаҡлашығыҙ.
* Сабый ҡулы наҙлаған сәстәр күҙҙең яуын алыр.
* Ҡатын-ҡыҙҙың ысын матурлығы уның күңелендә сағыла.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 0

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә