Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Википедия – дөйөм хеҙмәт емеше”
“Википедия – дөйөм хеҙмәт емеше” Интернеттан төрлө мәғлүмәт эҙләгәндә Башҡорт википедияһын ҡараштыра торғайным. Һуңғы ваҡытта үҙемә таныш өлкәләргә арналған ҡайһы бер мәҡәләләргә төҙәтмә һәм өҫтәлмәләр ҙә индерҙем. Был википедия хакимы Рөстәм НУРИЕВтың иғтибарынан ситтә ҡалманы. Һөҙөмтәлә уртаҡ темаға әңгәмә ҡорорға булдыҡ.

– Республика баҫмаларында википедия хаҡында ара-тирә донъя күргән яҙмалар уҡыусыны тейешле кимәлдә хәбәрҙар итәме?
– Был турала бөтөнләй белмәгәндәрҙә ниндәйҙер ҡыҙыҡһыныу уяналыр, тип уйлайым. Интернет бит иң төпкөл ауыл­дарға ла барып етте. Элек төрлө сы­ға­наҡтарҙан оҙаҡ эҙләгән мәғлүмәтте табыу өсөн хәҙер компьютер клавиа­тураһының бер нисә төймәһенә баҫыу ҙа етә. Википедия – асыҡ һәм ирекле энциклопедия, унан белешмәне һәр кем бушлай ала. Ошо урында иғтибарҙы мөһим бер әйбергә йүнәлтер инем: Интернеттан һәм тәү сиратта википедиянан үҙенә кәрәклене эҙләгәндәр бихисап, әммә мәғлүмәттең унда нисек эләккәне тура­һында күптәр уйлап та ҡарамай. Эҙлә­гәнеңде тәү сиратта википедияға урын­лаштырырға кәрәк бит. Был ифрат кәрәкле эш менән ирекмәндәр шөғөлләнә.
Нәшриәттә баҫылған китаптарҙың, гәзит-журналдағы мәҡәләләрҙең тәғәйен авторы бар, ә википедия материалдарын дөйөм хеҙмәт емеше тип атар инем. Виртуаль энциклопедияға һәр кем яңы мәғлүмәт урынлаштыра, булғандарын тулыландыра йә төҙәтә ала. Әлбиттә, барса өлкәләге кеүек үк, бында ла ҡайһы бер шарттар мотлаҡ үтәлергә тейеш. Шулар­ҙың иң мөһиме – авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙмау, дөрөҫ мәғлүмәт яҙыу.
– Был шарттарҙың үтәлгәне күҙә­теләме?
– Һис шикһеҙ. Эште дәүләттең нин­дәйҙер органдары түгел, ә википедияны тулыландырыуға үҙ теләге менән тотоноп, етерлек тәжрибә туплаған ирек­мән мө­хәррирҙәр башҡара. Тимәк, һәр автор­ҙа ҙур яуаплылыҡ тойғоһо булырға тейешлеге көн кеүек асыҡ.
– Башҡорт википедияһына ентек­ләберәк туҡталһағыҙ ине...
– Бөгөн википедия Ер йөҙөндә йәшәгән халыҡтың 277 телендә алып барыла. Уны төҙөүҙә 51 миллиондан ашыу ирекмән ҡат­наша. Быуаттар буйына тупланған белем һәм мәғлүмәт һәр кешенең туған телендә ирекле ҡулланылышта булырға тейеш, тип иҫәпләй улар. Дөйөм эш һөҙөмтәһендә йыйылған төрлө телдәге яҙмалар 34 миллиондан артты. Башҡорт википедияһы, ошо виртуаль энцик­ло­пе­дияның айырылғыһыҙ өлөшө булараҡ, йылдан-йыл киңерәк танылыу ала бара. Был, әлбиттә, тәү сиратта туған телебеҙҙең ҡулланылыу даирәһен киңәйтә, уны донъя кимәленә сығара.
Википедияның башҡорт бүлегендә “Башҡортостан” тип исемләнгән тәүге мәҡәлә билдәһеҙ автор тарафынан 2005 йылдың 16 апрелендә яҙылған. Нәҡ ошо дата Башҡорт википедияһының тыуған көнө булып һанала. Бөгөн виртуаль энцик­лопедияла башҡорт телендә 34 мең­гә яҡын мәҡәлә бар. Һан һәм мәғ­лүмәт тулыландырыу күрһәткесенең ныҡ­лы үҫеше һуңғы йылдарҙа айырыуса һиҙелде. Мәҫәлән, 2010 йылдың декаб­рендә бүлектә бер мең мәҡәлә иҫәпләнһә, былтыр иһә ике меңдән ашыу яңыһы яҙылды.
– Кемдәр тарафынан?
– Ирекмәндәр тарафынан. Алда әйткәнемсә, был эш менән телде белгән һәр кем шө­ғөл­ләнә ала. Ә википедияны тулылан­ды­рыуҙа әүҙемлек күрһәткәндәрҙе халҡы, теле өсөн янып йөрөүселәр тип атар инем. Ваҡыт менән иҫәпләшмәй, ҡайһы саҡта шәхси хәстәрҙәрен дә ситкә ҡуйып, ошо мөһим эш менән мәшғүлдәрҙең һаны бөгөн 11 меңдән ашыу. Википедияның бар­лыҡ тел бүлектәре өсөн уртаҡ ҡағи­ҙәгә ярашлы, бер айҙа ниндәйҙер эшмә­кәр­лек күрһәткән, теркәлгәндән һуң 10 һәм унан күберәк төҙәтмә индергәндәр “әүҙем” тип иҫәпләнә. Бөгөн Башҡорт ви­кипедияһының шундай мөхәррирҙәре исемлегенә һуңғы айҙа 562 мәғлүмәт өҫтәгән “Ре­гион102” тигән шартлы исемдә яҙышыусыны, виртуаль энциклопедияны 212 белешмә менән тулыландырған Азат Хәлиловты, шулай уҡ “Саған” (133 мәғлү­мәт), “YANBEK” (86) һәм “TagKosh” (65) атамалары алған ирекмәндәрҙе инде­рергә була. Исемлек, әлбиттә, даими үҙгәреп тора. Сәбәбе төрлө: беҙгә яңы фекерҙәштәр ҡушыла, элеккеләрҙән кемдер йәмәғәт шөғөлөнә етерлек ваҡыт бүлә алмай.
Форсаттан файҙаланып, Башҡорт ви­ки­педияһын төҙөүгә тос өлөш индергән рухташтарҙы атап үтәйем: Мәскәүҙә йә­шәгән башҡорт егеттәре Фәрит менән Ришат, Йоматау һәм Сибай һылыуҙары Ләйсән Ғил­метдинова менән Ләйсән Аралбаева, билдәле яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова, Күмертауҙан журналист Тәлғәт Шаһманов, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенты Вячеслав Чернев, Тулуз ҡалаһынан француз ғали­мы Дидье Дискуэн, компьютер програм­маһы ярҙа­мында башланғыс мәҡәлә төҙөргә өйрәткән белгес Emaus, ҡаҙаҡ егете Булатбек, немец һәм фин уҙа­мандары Рене Филипп менән Салла Лаппалайнен, Йәрүсәлимдә йәшәгән прог­раммист Әмир Аарони. Уларҙың һәр береһенә ижади уңыштар теләйем.
– Быйыл апрелдә Башҡорт ви­кипедияһына 10 йыл була, тинегеҙ.
– Эйе, тәүге байрам “Викиһабантуй-2015” тигән исем менән ойоштороласаҡ, уға әҙерлекте башланыҡ та инде. Мәҫә­лән, виртуаль энциклопедияға яҙыш­ҡандар өсөн ноябрь башында “Башҡорт википедияһына – 10 йыл!” тигән конкурс иғлан иттек. Тәжрибәле мөхәррирҙәр һәм яңы авторҙар араһында айырым иҫәп алып барабыҙ. Бәйгегә йомғаҡ апрель башында яһаласаҡ.
Башҡорт дәүләт университеты, Рәсәй Фәндәр ака­демияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты менән берлектә “Википедия һәм мәғлүмәтле йәмғиәт” тигән халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үткәреү күҙаллана. Башҡа төрлө саралар ҙа ҡаралған.
Минеңсә, гәзит уҡыусыларҙы беҙҙең ирекмәндәрҙең эштәре менән даими таныштырып барыу ифрат отошло булыр ине. Башҡорт википедияһында йышыраҡ аралашайыҡ, уны тулыландырыуҙа ҡат­нашайыҡ!

А. ӘНҮӘРОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 2

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә