Тышта бурап-бурап ҡар яуа. Әле кисә генә көн шундай сыуаҡ, ҡояш нурҙары аҫтында эре ҡар бөртөктәре, киләсәккә ниндәйҙер аҡ өмөттәр тыуҙырып, ем-ем килә ине. Ә бөгөн, әйтерһең дә, сабый бала һымаҡ, көн кемгәлер үпкәләгән, холоҡһоҙланып, ауыҙын бүлтәйтеп, борхотоп ҡар туҙҙыра. Бөгөн – Рифтең вафат булған көнө.
Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сергей Чекмарёв һәм Фәтих Кәрим исемендәге премиялары лауреаты, шағир, прозаик, публицист Риф Ғәлим улы Тойғоновтың вафатына бер йыл уҙып та киткән. Иҫән-һауҙар өсөн бер йыл – күҙ асып йомған ара ғына...1946 йылдың 24 октябрендә Ырымбур өлкәһенең Аҡсура ауылында яҡты донъяға килгән ул. Күренекле прозаигыбыҙ, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Солтангәрәев үҙенең “Ер һәм йыр” китабында Риф Тойғонов хаҡында бына нимәләр яҙғайны:
“...Риф Тойғоновтың тыуған ауылы Аҡсураны күргәнем булмаһа ла, күҙ алдына килтерә алам. Һаҡмар буйындағы ҙур ғына башҡорт ауылы. Ул саҡ телевизор, радио тигән нәмә юҡ. Ә әҙәбиәткә, мәҙәниәткә ихтыяж ҙур. Бына шул замандарҙа Рифтең атаһы Ғәлим ағай (белеме арыу ғына булғандыр) урыҫса, башҡортса китаптар уҡый ҙа, кистәрен йәштәрҙе йыйып, уларға уҡығандарының йөкмәткеһен һөйләй. Ҡыҙыҡ итеп, арттырып-арттырып һөйләй. Был да – үҙенә күрә ижад. Шуға ла әҙәбиәт һөйөүселәр уның янына йыйыла. Билдәле, атаһы һөйләгәнде бәләкәй малай ҙа тыңлай. Ҡыҙыҡ күреп, ышанып тыңлай. Әҙәбиәткә, матур һүҙгә мөхәббәт уяна...”
Риф мәктәпте тамамлағандан һуң, Өфөгә килеп, Башҡорт дәүләт университетында уҡый, унан һуң 1987 – 1989 йылдарҙа Мәскәүҙә юғары әҙәби курстарҙа белемен камиллаштыра. “Совет Башҡортостаны”, “Ағиҙел” кеүек баҫмаларҙа, “Башҡортостан” телерадиотапшырыуҙар компанияһында, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ла байтаҡ йылдар эшләй, аҙаҡ килеп Башҡортостан Яҙыусылар идараһында 13 йыл рәйес урынбаҫары вазифаһын башҡарҙы, ике йылға яҡын идара рәйесе булды.
Ул – үҙенсәлекле сағыу шағир, прозаик һәм драматург. Оҙаҡ йылдар Башҡорт академия драма театрында эшләүенең һөҙөмтәһе булып “Актриса” повесы башҡорт һәм рус телдәрендә (Гүзәл Хамматова тәржемәһендә) сыҡты. Риф Тойғоновты 20 йылдан ашыу беләм. Ул Күмертау ҡалаһына Миңлегөл Хисамова, Әхмәр Үтәбаев, Нажиә Игеҙйәнова менән бергә ижад кисәмә килгәйне. Мөһабәт кәүҙәһе, ялҡынлы сығышы менән тамашасыларҙың мөхәббәтен яуланы ул, уға бик оҙаҡ алҡышланылар, уҡыған ижад емешенең береһе яңы ғына асылған башҡорт мәктәбе уҡыусыларының иң яратҡан шиғырына әүерелеп китте. Кисәнән һуң өлкәнерәк класс уҡыусылары бик оҙаҡ уның шиғри юлдарын уңайы тура килгән һайын ҡабатлап йөрөр булды:
...Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй,
Халҡың өсөн янһаң, шул етә...
...Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй,
Һатмаһаң һин намыҫ, шул етә…
Риф үҙе лә, ошо шиғыр юлдарында әйтелгәнсә, намыҫын һатманы, антына тоғро булды. Был һүҙҙәрҙе мин бушҡа ғына әйтмәйем, Яҙыусылар союзы идараһында ете йылдан ашыу бергә эшләгәнгә күрә уның хаҡында үҙ фекерем бар.
Рәйес булараҡ үҙенең вазифаһын бик тырышып атҡарҙы, эшкә һәр саҡ ваҡытында килеп, төнгә тиклем ултыра торғайны. Идара ултырыштарында ҡабул ителгән пландың һәр пункты теүәл үтәлә барҙы. Ниндәй генә мәсьәлә килеп сыҡһа ла, уларҙы үҙе ныҡ ихтирам иткән ышаныслы дуҫтары менән кәңәшләшеп, шунан ғына идара хөкөмөнә сығарҙы. Бигерәк тә Йыһат Солтанов, Азат Мағазов, Ғәлим Хисамов менән кәңәшләшергә яратты. Һуңғыһы хаҡында: “Министр булып эшләне бит, закондарҙы шәп белә!” – тип һүҙен раҫлап та ҡуя торғайны.
Яҙыусылар идараһында эшләгәндәргә ҡарата бик талапсан булды. “Әгәр йәштәр шиғри кисәләргә йөрөмәй икән, тимәк, идара һәм минең урынбаҫарым бик насар эшләй!” Шуға күрә, кемдең генә ижад кисәһе уҙғарылһа ла, барлыҡ уҡыу йорттары, училищелар, колледждар менән тығыҙ бәйләнештә булдым, күпләп электрон почта аша хат, хәбәр ебәрҙем, рәсми хаттар менән йүгерҙем. Яҙыусыларҙың шәп ижадсы ғына түгел, сәнғәт өлкәһендәге лә маһирлыҡтарын күреп, Республика көнөнә “Бер ҡанатым – шиғыр, икенсеһе – моңло йыр” тигән кисә ойошторорға тәҡдим иттем. Тәүҙә Риф ҡәтғи ҡаршы төштө. “Килеп сыҡмай ул!” – тине. Ләкин, тырышлыҡ һалғас, килеп сыҡты бит – зал да тулы булды, яҙыусыларыбыҙ бынамын итеп шиғыр ҙа уҡыны, йыр сәнғәтендә лә маһирлыҡтарын күрһәтте, бейеп тә таң ҡалдырҙылар.
Ул йылды Хөкүмәтебеҙ тарафынан Мәскәүҙә Башҡорт мәҙәниәте көндәре уҙғарылды, ләкин был сараға бер генә яҙыусы ла саҡырылмағайны. Шуға күрә лә Риф сәмләнеп, булмаған аҡсаны бар итеп, 20 әҙипкә Мәскәүгә 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арнап, экскурсия ойошторҙо. Яҙыусылар исемлеген төҙөгәндә: “Бер ваҡытта ла ундай сараларҙа ҡатнашмағандарҙы алырға кәрәк”, – тигән талабын ҡуйҙы. Ихлас кешеләр бит донъяны ла үҙе кеүек күрә, шулай бөтәһе лә ғәҙел, дөрөҫ булырға тейеш, тип фекер йөрөтә. Барыһын да күңеле аша үткәрә. Риф Ғәлим улы бөтә нәмәне йөрәгенә яҡын ҡабул итте шул. Тап Мәскәүгә барырға йыйынған мәлдә уны телевидениеға “тура эфир”ға саҡырҙылар һәм шул тапшырыуҙан һуң идараға ҡайтып, бүлмәһенә килеп ултырғас, “ашығыс ярҙам” машинаһын саҡыртырға мәжбүр булдыҡ. Һөйләшеү уның йөрәгенә бәргән. Тәүҙә кардиологияла, аҙаҡ республика дауаханаһында бер ай самаһы ятты.
Дауахананан сыҡҡас та Учалы, Белорет, Стәрлетамаҡ яҙыусылары ойошмаларына барып, хәлдәрен белеп, йыйылыш уҙғарып ҡайтты.
...Мөхәббәтте ерҙә ҙурлап йәшәр
Мин һуңғыһы түгел замандың.
Ҙурлаһам да,
Үҙе өрккән тайҙай,
Ҡуйғыланы ҡай саҡ ҡолатып.
Ҡайғыларым көлөп килде миңә,
Бәхеттәрем килде илатып...
Ҡайғылар уны урап үтмәне шул. Бынан байтаҡ йыл элек ейәнсәре Сәйҙәне ерләне, ә бына килеп...
...Сибай тарафтарында ла эштәр нисек барғанын күреп-белешергә тигән ниәттә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев менән юлға сыҡҡайны, Мәскәүҙә Патрис Лумумба исемендәге Дуҫлыҡ университетын, бакалавр һәм магистратура буйынса академияны тамамлап, Йәмәндә Рәсәй Федерацияһы вәкиллегендә пресс-атташе вазифаһында эшләгән ғәзиз улы Айҙарҙың һәләк булыу хәбәрен ишетеп, кире ҡайтырға мәжбүр булды. Эйе, ирмен тигән ирҙәрҙе лә аяҡтан йыға торған ҡайғы ине шул был. Шулай ҙа ул бирешмәҫкә тырышты, барлыҡ ваҡытын Яҙыусылар союзына арнаны.
Яҙыусылар ойошмаһының Мөхәмәтша Буранғолов һәм Муса Гәрәев исемендәге премиялары булдырылыуында ла Рифтең өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Премияға дәғүәселәрҙе тикшергәндә ҡыҫылманы, “комиссия ағзалары хәл итһен”, тине.
Төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыуға ла ҙур көс һалды Риф Ғәлим улы.
Уйым камил: күңелдәрҙә дуҫлыҡ
Бер үк биҙәк менән туҡылған.
Ләкин ул бит таныш китап түгел
Кисә генә тотоп уҡылған.
Теләмәйем хатта дошманымдың
Ҡалыуын мин дуҫһыҙ-терәкһеҙ.
...Дуҫһыҙ булыу өсөн бер минутҡа
Йәшәү кәрәк ерҙә йөрәкһеҙ,
– тип Татарстан, Сыуашстан яҡтарында ла, Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә лә, Магнитогорск ҡалаһында ла әҙәбиәт көндәре ойошторҙо, бәйләнеште нығытты. Тик һәр саҡ әйтә килде: ”Бер үк кешеләр йөрөмәһен, яҙыусы исемен күтәргән икән, һәр береһе халыҡҡа сығырға хаҡлы!” Татар яҙыусыларының бер нисәүһен саҡырып, Баймаҡ, Сибай, Әбйәлил, Белорет райондарын күрһәтеп, халыҡ менән осрашып ҡайттылар. Күршелә генә йәшәгән ижадташтарыбыҙҙың беҙҙең яҡ тәбиғәтенең иҫ китмәле матур булыуына һоҡланып, ғашиҡ булыуы, “Ни өсөн һеҙҙең шундай гүзәл урындар булыуы хаҡында реклама юҡ? Туризм ойошторор өсөн ниндәй шәп ерҙәр!” тиеүҙәре йөрәгенә май булып яғылғандыр. Гел шул турала ғорурланып һөйләр булды.
Сирләп ятҡан яҙыусыларҙы ла онотманы ул, иғтибар үҙәгендә тотто. Рәйес итеп һайланғас та, Сафуан Әлибаевтың хәлен белешергә Аҡманайға киттек әҙәби фондтан Вәсилә менә Нәсимә, Риф һәм мин. Сафуан ағай, һөйләшә алмаһа ла, Рифтең ҡулын хәлһеҙ генә ҡулдары менән ҡотлап ҡыҫҡандай итте. Берәй яҡҡа командировкала булһа, мине киҫәтер булды: “Ҡара һин уны, эштән сығып китмә, бер-бер хәл була күрһә, беҙ яуаплы”. Үткән яңы йылды ҡаршылағанда: “Сафуан ғына китә күрмәһен инде!” – тип хафаланды, Марс Әхмәтшин бер нисә операция яһатҡас, уның өсөн дә борсолдо. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәһлеүәндәй ир үҙе ҡапылда китте лә барҙы шул.
Риф Тойғонов бар нәмәне йөрәгенә яҡын алды, ғәҙелһеҙлекте ауыр кисерҙе. Шуға ла ундайҙарҙың йөрәге иртә туҙа. Хөкүмәт тарафынан ярҙамдың аҙ бүленеүе, Сибай, Учалы, Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһының аҡса юҡлыҡтан штаттарын ҡыҫҡартыуы, әле минең, әле үҙенең, әле әҙәби консультанттарҙың түләүһеҙ ялда булыуы (шулай ҙа бер генә көн дә ҡалдырмай эшкә йөрөнөк), Мостай Кәримдең һәйкәлен асҡанда ситтән килгән халыҡ шағирҙарына һүҙ бирелеп тә, үҙ яҙыусыларыбыҙ араһынан бер кемгә лә ундай мөмкинлек булмауы уны бик рәнйетте. “Ярай инде, мине һанға һуҡмаһындар ҙа ти, ләкин унда бит беҙҙең абруйлы өлкән быуын яҙыусыларыбыҙ Ноғман Мусин, Абдулхаҡ Игебаев, Рауил Бикбаев,Ҡәҙим Аралбаевтар бар ине. Улар барыһы ла халыҡ шағирҙары, яҙыусылары, Мостай менән иңгә-иң терәп ижад иттеләр, уларҙың һүҙ әйтергә хаҡы юҡмы ни?! – тип әсенде.
...Көнсөллөктән сирләп
Йәшәмәйем,
Ләззәт алып ялған, буш дандан...
Риф, әлбиттә, үҙен-үҙе аяманы, үҙенә ҡарата талапсан булды. Бер ваҡыт “Башҡортостан” киностудияһынан хат килеп төштө: “Абруйлы яҙыусылар хаҡында фильмдар төшөрә башлаясаҡтар, шуларҙың исемлеген тиҙ арала киностудияға килтерергә”. Унда Риф Тойғонов үҙен дә индерә алыр ине, ләкин был юлға барманы. “Кәрәкмәй, ана Мәрйәм Бураҡаеванан башлайбыҙ. Ул халыҡ өсөн күп эшләне, эшләй, эшләйәсәк тә”, – тине, һәм исемлеккә егермеләгән яҙыусы теркәлде. Уны үҙем киностудия директорына алып барып тапшырҙым.
Үҙ-үҙен аяманы Риф, хатта шәмбе көндәрендә лә Союзға килеп, төрлө ойошмаларға хаттар яҙып, әҙәби берекмәнең финанс хәлен яҡшыртырға тырышты.
Ҡайһы саҡ уның күгәргән ирендәрен күреп: ”Риф Ғәлимович, Союзды бер кем дә алып китмәй, нишләп әҙерәк ял итмәйһегеҙ? Бер-ике аҙнаға булһа ла ял йортона барһағыҙ була бит!”– тим. “Юҡ, әлегә булмай! Бына аҡса табып, ойошманың 80 йыллығын үткәргәс, шунда ял итербеҙ. Төндәрен уянып йоҡлай алмай ятам: нисегерәк Союздың хәлен яҡшыртырға?!” – тигән яуап ишетәм.
Тағы ла Рәшит Солтангәрәевтең Риф хаҡында яҙғандарына әйләнеп ҡайтам:
“Минең өсөн Тойғондоң булмышындағы иң оҡшаған яҡ – ихласлыҡ, тоғролоҡ, әйткәнендә тороу. Уға ышанырға була. Әҙәми заттағы был сифаттарҙы мин юғары баһалайым. Бер юлы шуныһын да әйтәйем: “Беҙ йәшәгән ер” тигән романымда “һөс!” тигәндә сабып сығып китергә әҙер торған дыуамал, әммә ихлас, бер ҡатлы Батыргәрәй образын тыуҙырғанда Риф һәм уның кеүек кешеләрҙе күҙ алдында тоттом да инде”, – тип яҙҙы Рәшит Солтангәрәев.
Риф Тойғонов көтмәгәндә йөрәктән китте. Ул 9 ғинуарҙа “Яҡтыкүл” шифаханаһына ял итергә китергә тейеш ине. 7 ғинуарҙа, түҙмәйенсә, Союзға ашыҡҡан. Ул көндө мин дә яуаплылыҡ тойоп (сөнки йылытыу торбалары бик шәптән түгел ине) килдем. Рифтең йөҙө ныҡ һурылған, биттәре ағарып, ирендәре күгәреберәк тора ине, ә икенсе көн таң менән...
Рифте һуңғы юлға оҙатырға Хөкүмәт вәкилдәре, республикабыҙҙың бар төбәгенән хакимиәт башлыҡтары, хатта күрше республикаларҙан яҙыусылар, ябай уҡыусылар – барыһы ла үҙҙәренең ихтирамын белдерергә килгәйне.
“Ерләгәндә мине нисәү килер?” тип яҙғайны шаярыу ҡатыш. Шишмә районының Урта Хәжәт ауылы ҡәберлеге хушлашырға килгәндәр менән шығырым тулды. Улы Айҙар менән ейәнсәре Сәйҙә эргәһендә тапты һуңғы төйәген “ырымбурҙарҙың береһе” – башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, оло шәхес һәм, һис шикһеҙ, талантлы яҙыусы Риф Ғәлим улы Тойғонов.
Елеп кенә барған толпар күреп,
Ымһынып та ҡалған ирҙәр бар.
Эҫелектән таштар сатнаһа ла,
Ҡарҙар һаҡлап ятыр үрҙәр бар.
Ирмен тигән ирҙәр толпар күрһә,
Эләктерер уны ҡороҡҡа,
Түбәләрҙә ҡарҙар ята икән,
Шишмә булып ағыр йыраҡҡа.
Донъя ҡото –
Толпар тотоп менер ирҙәрҙә.
Донъя йәме –
Шишмә һыуы аҡҡан ерҙәрҙә,
–тип яҙғайны Риф үҙенең бер шиғырында.
Ысынлап та, ул үҙе лә толпар тотоп менер ирҙәрҙең береһе булды.