Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көҙгө муллыҡ ҡыуандыра
Көҙгө муллыҡ ҡыуандыра Баҫыуҙарҙа тир түгеп үҫтерелгән уңыш йыйып алынып, малдар ҡураларға ингәндән һуң йыл һуҙымында өлгәшелгәндәрҙе барларға ла була. Ошо уңайҙан район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Флүр ИБРАҺИМОВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

— Флүр Фәрит улы, халыҡта себеште көҙ һанайҙар тигән әйтем бар, быйылғы йыл ниндәй уңыштары менән һөйөндөрҙө?
— Ауыл хужалығы өсөн йыл яҡшы кил­де тип әйтеп булмай. Йәй башында туп­раҡ­та дым етешмәүе, һуңынан иһә өҙ­лөк­һөҙ ямғыр яуыуы күҙаллаған уңышты алырға мөмкинлек бирмәне. Быйыл районда барлығы 18 мең гектар майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы культура үҫтерелде, шуның 7 мең 690 гектары – ужым. Иген культураларының һәр гектарынан уртаса 15,1 центнер уңыш үҫтереп алдыҡ. Йылына күрә был ярайһы ғына, уртаса республика күрһәткесе менән тап килә. Ә бына “Сатурн” хужалығында һәр гектарҙан уртаса 40 центнер уңыш алдылар. Был хужалыҡ “Московская-40” элиталы сортлы ужым бойҙай орлоғо һатып алған ине, уның гектар ҡеүәте 60 центнер тәшкил итте. Бындай орлоҡто район хужалыҡтарына таратырға иҫәп тотабыҙ. Шулай уҡ “Тахтаров”, “Мөьминов”, “Восход-СТ”, “Ағиҙел”, “Урожай” хужалыҡ­тарында ла хәл ярайһы уҡ һәйбәт. Киләһе йыл уңышын хәстәрләп етерлек күләмдә орлоҡ, малдарға фураж һалып ҡалдыр­ҙыҡ, халыҡты иген менән тәьмин иттек.
Баҫыусылыҡ тармағында шәкәр сөгөлдөрө табыш килтереүсе культура булып тора. Шәкәр сөгөлдөрөн һуңғы өс йылда бер мең гектарға арттырыуға өлгәштек, уның дөйөм майҙаны 2 мең 320 гектарға еткерелде. Районда “татлы тамыр” үҫтереү менән алты хужалыҡ шөғөлләнә. Быйыл һәр гектарҙан уртаса 300 центнерҙан ашыу уңыш алынды. “Сатурн”, “Тахтаров” хужалыҡтарында иһә уңыш тағы ла юғарыраҡ. Гектар ҡеүәте буйынса беҙ республикала Благовар районынан ғына ҡалышабыҙ. Дәүләткә шәкәр сөгөлдөрө һатыу буйынса ла алдынғылар рәтенә сыҡтыҡ. Быйыл 64 мең тонна сеймал тапшырҙыҡ. Был культураны үҫтереү менән шөғөлләнгән хужалыҡтар шуның иҫәбенә үҙ финанс мөмкинлектәрен арттыра, яңы техника һатып ала.
— Мал аҙығы әҙерләү һәм мал­сылыҡ буйынса ни әйтерһегеҙ?
— Районда мал һаны тотороҡло килеш ҡала, һөт етештереү буйынса ла алға китеш бар. Һәр шартлы мал башына уртаса 28,5 центнер аҙыҡ тупланды. Беҙ әле бесән әҙерләүгә, сенаж һалыуға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Районда малсылыҡты артабан үҫтереү буйынса маҡсатлы республика программа­ларында ҡатнашабыҙ. “Урожай” хужалығының Ба­йым­бәт һөтсөлөк фермаһы “500 ферма” республика программаһына индерелеп, бындағы ҡуралар заман талаптарына яраҡлаш­ты­рылды. “2013 – 2015 йылдарға Башҡортостан Республикаһында яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам” маҡсатлы программаһы буйынса дүрт кеше, “2013 – 2015 йылдарға Башҡортостан Респуб­ликаһында крәҫтиән (фермер) хужалыҡ­та­ры базаһында ғаилә малсылыҡ фер­ма­­ла­рын үҫтереү” маҡсатлы программаһы буйынса ике кеше дәүләт ярҙамы алыуға өлгәште. Бер йылда ғына райондан алты кешенең маҡсатлы про­граммаларға индерелеүен ҙур күрһәткес тип иҫәпләйем. Был тәңгәлдә беҙ республикала алдынғылар рәтендәбеҙ.
— Тағы ла ниндәй йүнәлештәргә иғтибар бирелә?
— Район хакимиәте етәкселеге ярҙамы менән бик күп яңылыҡтарға, изге башланғыстарға нигеҙ һалына. Һәр саҡ хуп­лап, ярҙам итеп торғас, яңы тармаҡҡа тотонғандар ҙа күбәйә. Игенйылға ауылында “Күркәм дөйәғоштар” фермер хужалығы төбәктә генә түгел, республикала ла билдәлелек яуланы. Уның тауары быйыл Рәсәй күләмендә уҙғарылған ауыл хужалығы күргәҙмәләрендә бер нисә миҙал яуланы. Яңғыҙҡайын ауылынан фермер Рауил Ғафаров, Ҡотлоғужанан Руслан Рәжәпов малсылыҡ фермаларын тергеҙергә иҫәп тоталар. Быларҙан тыш, Үтәк ауылында йәш, булдыҡлы эшҡы­уарҙар Рөстәм Ғиззәтуллин менән Фаяз Ҡаҙаҡҡолов яңы тармаҡҡа – ҡиммәтле тиреле йәнлек үрсетеү эшенә тотондо. Күгәрсен районынан 120 баш аҡ төлкө һатып алынды. Улар йәнлек фермаһын киңәйтергә, башҡа төрлө ҡиммәтле тиреле йәнлектәр үрсетергә иҫәп тота. Умартасылыҡ тармағы ла ныҡлы үҫешә, күстәр һаны тотороҡло арта. Быйыл районда республика умартасылары конкурсы үтеүе лә юҡҡа түгел.
— Хужалыҡтарҙың бөгөнгө иҡтисади хәл-торошо хаҡында ла әйтеп үтһәгеҙ ине...
— Районда тауар етештереү менән 11 ауыл хужалығы предприятиеһы, 129 крәҫтиән (фермер) хужалығы һәм 14 мең самаһы шәхси хужалыҡ шөғөлләнә. Улар­ҙың иҡтисади хәле насарҙан тип әйтеп булмай. Шул уҡ ваҡытта маҡта­нырлыҡ та түгел. Быйыл туғыҙ айҙа 1 миллиард 276 миллион һумлыҡ ауыл хужалығы про­дукцияһы етештерелде. Йыл аҙағына тиклем был һанды 1,5 миллиардҡа еткереү мөмкинлеге бар. Тауарҙың һатып алыу хаҡының үтә түбән булыуы, яғыулыҡҡа, энергия сығанаҡтарына хаҡтың көндән-көн артыуы ҙур табышҡа өмөтләнергә ирек бирмәй. “Сатурн”, “Ағиҙел”, “Урожай” кеүек хужалыҡтар рентабелле эшләп килә. Башҡаларының иһә алған табышы сығымдарын ҡаплауға ғына етә. Бындай хәлдән сығыу өсөн һәр хужалыҡҡа үҙ маркетинг селтәрен булдырыу талап ителә. Бөгөн беҙ етештерәбеҙ, ә тауарҙы тәғәйен хаҡҡа һата белмәйбеҙ. Продукцияны сеймал килеш оҙатыу ҙа үҙен аҡламай. Шуның өсөн уны эшкәртеп һатырға өйрәнергә кәрәк. Әле районда “Родина” хужалығында ғына эшкәртеү цехтары бар. Элекке һөт заводын тергеҙеү, ит эшкәртеү цехтарын асыу көнүҙәк. Был йүнәлештә инвесторҙар йәлеп итергә иҫәп тотабыҙ.
— Ауыл хужалығында техникаһыҙ – ике ҡулһыҙһың. Был тәңгәлдә эштәр нисек тора?
— Хужалыҡтарҙың техника паркын яңыртыуға ҙур иғтибар бирелә. Һуңғы өс йылда ғына 350 миллион һумлыҡ, шул иҫәптән быйыл 65 миллионлыҡ яңы техника һатып алынды – 25 ҡеүәтле трактор, сит илдә етештерелгән һигеҙ шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙыу, 10 иген йыйыу комбайны. Шулай уҡ тағылма ҡорамалдар яңыртылды. Финанс йәһәтенән дәүләт ярҙам итә. Мәҫәлән, 2012 йылда – 48 миллион, 2013 йылда – 93 миллион, быйыл 10 айҙа 43 миллион һум дәүләт ярҙамы алдыҡ.
— Нимәләрҙән ҡәнәғәт түгелһегеҙ?
— Тәү сиратта иген культуралары уңышының түбән булыуы борсой. Уны күтәреү өсөн беҙгә минераль ашлама индереү күләмен бермә-бер арттырырға, элиталы орлоҡ һатып алыуға иғтибарҙы көсәйтергә кәрәк. Финанс мөмкинлектәре сикле булыу сәбәпле, район хужалыҡ­тарында бер гектарға ни бары 12-14 килограмм ғына минераль ашлама тура килә. Ерҙе ашламай тороп мул уңышҡа өмөт итеп булмай. Ер эшкәртеү технологияһын да яҡшыртыу мөһим. Малсылыҡ тармағында иһә юғары продуктлы мал үрсетеү, һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу эшен яйға һалыу маҡсатҡа ярашлы буласаҡ. Башҡа бурыстар ҙа етерлек.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20