Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Иң мөһиме — сифат
Иң мөһиме — сифат Рәсәй Президенты В.В. Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә илебеҙҙә юл төҙөлөшө күләмен икеләтә арттырырға кәрәклеген билдәләне. Шулай уҡ Федерация субъекттарының төбәк һәм урындағы юлдарҙы тәртипкә килтереү менән ныҡлап шөғөлләнергә тейешлеге көнүҙәк бурыс итеп ҡуйылды.

Был аңлашыла ла: яҡшы юлдар төҙөү һәр төбәктең социаль-иҡтисади үҫешен тиҙләтә, халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итә. Беҙҙең республикала һуңғы йылдарҙа юл төҙөлөшөнә етди иғтибар йүнәлтелә. Төбәктең юл төҙөлөшө комплексын үҫтереүгә Архангел юл төҙөү-ремонтлау идаралығы лайыҡлы өлөш индерә. Идара коллективы үҙҙәре ҡарамағындағы дөйөм файҙаланылыштағы 400 саҡрым самаһы юлды йыл әйләнәһенә ҡараулы тота, ремонт эштәре һәм яңы төҙөлөштәр башҡара. Йәғни юлаусыларға уңайлы шарттар тыуҙырыу, уларҙың именлеген тәьмин итеү өсөн тырыш хеҙмәт һалалар.
Был көндәрҙә коллектив сираттағы хеҙмәт йылына йомғаҡ яһай, киләсәккә яңы бурыстар билдәләй. Уларҙың маҡтауға лайыҡ эштәре байтаҡ. Әйтәйек, Архангел—Красноусол юлында капиталь ремонт үткәргәндәр. Көньяҡ райондарҙы Урал аръяғына алып сыға торған был юл айырым әһәмиәткә эйә. Трассала һуңғы өс йыл дауамында күләмле реконструкция эштәре алып барылған. Быйыл уны теүәлләүгә өлгәшкәндәр. Хәҙер юлаусыларға ҙур уңайлыҡтар булдырылған. Шулай уҡ Өфө — Инйәр — Белорет трассаһындағы 51 — 61-се һәм 74,1 — 77,7-се участкаларҙа ун дүрт саҡрым юл өҫтө тигеҙләп эшкәртелгән. Успенка — Шакировка — Архангел йүнәлешендә 4,5 саҡрым юлды ремонтлап файҙаланыуға тапшырғандар. Орловка — Ляхово — Первомайский юлында мөһим төҙөкләндереү эштәре алып барғандар.
Предприятие коллективына күрше Ҡырмыҫҡалы халҡы ла рәхмәтле. Булгаково — Боҙаяҙ араһындағы 2,5 саҡрым юлды ремонтлауҙы Архангел юл төҙөүселәренә ышанып тапшырғандар. Улар эште тиҙ һәм сифатлы башҡарған. Идаралыҡ эшсәндәре райондағы юлдарҙы төҙөкләндереүгә лә ҙур иғтибар йүнәлтә. Ғөмүмән алғанда, быйыл 155 миллион һумлыҡ эш башҡарылған. Әйтәйек, 2010 йылда был күрһәткестең ни бары 43 миллион һум булыуын билдәләһәк, һуңғы өс-дүрт йылдағы үҫеш темпы асыҡ күренә.
Коллективтың эшен заманса һәм һөҙөмтәле ойоштороу өсөн идаралыҡ начальнигы, Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе Зөфәр Хафизов ҙур тырышлыҡ һала. Үҙе етәкселек иткән осорҙа берҙәм коллектив туплаған ул. Заказдарҙың даими килеп тороуы, эш менән тотороҡло тәьмин ителеү коллективтың һөнәри оҫталығын, конкуренцияға һәләтен дәлилләй.
— Бөгөн юл төҙөлөшөндә сифат алғы планға сыға. Быға әҙерлекле кадрҙар, заманса технологиялар менән генә өлгәшеп була. Беҙ үҙ эшсәнлегебеҙҙә шундай йүнәлеш тотабыҙ, — ти Зөфәр Мәғсүм улы.
Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа коллектив шаҡтай йәшәргән. Һәләтле йәштәрҙе идаралыҡ үҙ иҫәбенә юғары уҡыу йорттарына уҡырға йүнәлтә. Хәстәрлек булғас, коллективҡа йәштәр тартыла. Техника паркын яңыртыуға ла ҙур иғтибар йүнәлтелә. Быйыл, мәҫәлән, лизинг юлы менән ике “КамАЗ” машинаһы, экскаватор һәм башҡа ҡорамал алғандар; биш берәмек техникаға капиталь ремонт үткәргәндәр. Техника паркын артабан да яңыртыу көнүҙәк бурыс булып ҡала.
Юл хеҙмәте — үтә тынғыһыҙ һәм яуаплы эш. Ҡышҡы осор юл хеҙмәткәрҙәренә етди һынау ҡуя. Техниканы ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә ныҡлап әҙерләгәндәр. Юл хәрәкәте именлеген тәьмин итеү өсөн тәүлек әйләнәһенә диспетчер хеҙмәте эшләй. Юлдарҙың хәл-торошо шунда хәбәр ителә.
Бөгөн идара коллективы киләһе йыл хәстәрлектәре менән йәшәй. Мөһим заказдар иҫәбендә Өфө—Инйәр—Белорет юлының ун саҡрым өлөшөндә, шулай уҡ Архангел—Красноусол юлында күләмле реконструкция эштәре билдәләнгән. Уларҙы уңышлы башҡарыу өсөн коллективтың көсө лә, һәләте лә бар.
— Юл төҙөлөшөн тиҙләтеүгә һәм уның сифатын яҡшыртыуға ил етәкселегенең иғтибар йүнәлтеүе ҙур әһәмиәткә эйә, — ти Зөфәр Хафизов. — Был хеҙмәтебеҙҙә яңы мөмкинлектәр асасаҡ. Тимәк, республиканың юл селтәре заманса яңы юлдар иҫәбенә тағы ла киңәйәсәк.





Автор: Зәлифә САФИНА. Район: Архангел районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә