Уҙған быуаттың 50-се йылдар башында, Октябрьскийҙағы нефть техникумында уҡыған осорҙа, күрше Татарстандан килгән студенттарҙың ҡулында геология фәненә арналған ус аяһындай ғына популяр бер китапты күреп, күҙем ҡыҙғайны. Ҡыҙыҡһыныуым шунан: уның авторы Билал Йосопов тигән геолог ине. Шул ваҡытта, их, беҙҙә лә ошо фән буйынса арҙаҡлы белгестәребеҙ булһа ине тип уйлап йөрөүем иҫтә ҡалған.
Һуңынан, армия хеҙмәтен үтеп Өфөгә килгәс, Билал Мәғтәсим улы Йосоповтың Ҡазанда йәшәп фән менән шөғөлләнгән күренекле яҡташыбыҙ, улай ғына ла түгел, ырыуҙашым, өршәк-мең ырыуы башҡорто икәнлеген белеп, айырыуса ҡыуаныс кисерҙем. 1968 йылда уны, Ҡазандан саҡыртып ҡайтарып, СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Геология институтына директор итеп тәғәйенләнеләр. Ошонда ул 70 йәшенә тиклем етәксе, артабан байтаҡ йылдар ғилми консультант, өлкән ғилми хеҙмәткәр, консультант булып эшләне. Бер осор Диҡҡәт Бураҡаев уның ҡул аҫтында институттың ғилми секретары вазифаһын башҡарҙы. Диҡҡәт ағайҙың һөйләүе буйынса, Билал Мәғтәсим улының ғәжәп киң ҡарашлы, оло йөрәкле ысын башҡорт патриоты булғанлығын аңланым. Үҙенең ғәмәли эшмәкәрлеге менән дә, атаҡлы ғалим-геолог, нефть геологияһы, гидрология һәм тектоника өлкәһендә күренекле белгес, Татарстанда тәүге нефть ятҡылығын асҡан етәксе булараҡ та айырыуса ҙур абруй ҡаҙана ул.
Геология-минералогия фәндәре докторы, профессор Билал Мәғтәсим улы Йосопов 1904 йылдың 25 декабрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең (хәҙерге Дәүләкән районы) Мерәҫ ауылында донъяға килә.
1926 йылда, Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, Ҡазан дәүләт университеты эргәһендәге рабфакка уҡырға ебәрелә. 1935 йылда, шул уҡ университеттың геология факультетын тамамлап, инженер-геолог һөнәренә эйә була. Йәш белгес “Татарстан геология тресы”на йүнәлтмә ала һәм тулыһынса ғәмәли эшмәкәрлеккә — геология-эҙләнеү эшенә сума. Был иһә уның ғалим булып формалашыуында, фәндә өр-яңы теорияларҙы нигеҙләүҙә бик мөһим роль уйнай. “Татгеолтрест”та ул 1935—1946 йылдар эсендә ябай геологтан алып партия начальнигы, идарасыһы вазифаларына тиклем үҫеш юлы үтә.
Йосоповтың эшмәкәрлегенең тәүге осоро гидрогеология өлкәһендәге тикшеренеүҙәре, төҙөлөш материалдары, һоро күмер, яна торған сланец ятҡылыҡтарын эҙләү менән бәйләнгән. Ошо уҡ осорҙа ул Татарстандың минераль һыуҙарын комплекслы өйрәнеү менән дә шөғөлләнә. “Татгеолтрест” идарасыһы булараҡ, Б. Йосопов Татарстандағы Аҡсубай, Нурлат, Ялан, Ромашкин майҙандарында нефткә разведка эшен ойоштора. Шөгөр районындағы беренсе нефть ятҡылығы, шулай уҡ шифалы минераль һыу сығанағы уның етәкселегендә асыла. Билал Мәғтәсим улы, производствола эшләү менән бергә, туҡтауһыҙ белемен камиллаштырырға ынтыла, аспирантура тамамлай.
1947 йылда, СССР Фәндәр академияһы Ҡазан филиалының Геология институтына күсеү менән, Билал Мәғтәсим улы артабанғы ғүмерен тулыһынса фәнгә арнай. Нәҡ шул осорҙа, 1948 йылда, Татарстанда нефть запасы бик ҙур тип күҙалланған “Ромашкин” ятҡылығының асылыуы был йүнәлештә ғилми-тикшеренеү эшенең әһәмиәтен бермә-бер арттырып ебәрә. Татарстанда девон һәм ташкүмер дәүерҙәре ҡатламдарының нефткә бай булыуын асыҡлау, “ҡара алтын”ға эҙләнеү-разведка эштәренең алымдарын һәм методикаһын нигеҙләү көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһенә әйләнә.
Билал Мәғтәсим улы ҙур дәрт, илһам менән күп йылдар буйы производствола туплаған тәжрибәһен, күҙәтеүҙәрен дөйөмләштереп, нефть геологияһы өлкәһендә ғилми хеҙмәткә тотона. 1958 йылда ул “Татарстандың геологик төҙөлөшө һәм нефть ятҡылыҡтары” тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Татарстандың нефть ятҡылыҡтары формалашыуы мәсьәләһендә ул өр-яңы теоретик положениеларҙы нигеҙләй. Нефть ятҡылыҡтары бында көнсығыш тарафтан, тәрәндәге төпкөл ҡатламдарҙан миграция һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән тигән һығымта яһай ул. Тора-бара беҙ нефтте ерҙең кристаллы нигеҙендә лә эҙләйәсәкбеҙ әле, тип белдерә ғалим. Был идея ул дәүер өсөн фәндә ысын мәғәнәһендә сенсация була, әлбиттә. Ләкин тормош уның ғилми эҙләнеүҙәренең хаҡлы булғанын күрһәтә. 1960 йылда Б. Йосопов “Кристаллы нигеҙҙе өйрәнеү мәсьәләһе тураһында” тигән монографияһын тамамлай. Был иһә донъя фәне ҡаҙаныштарын дөйөмләштереп, Татарстанда быраулау эштәре һөҙөмтәләренә таянып, нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эҙләүҙә яңы теорияны эшләүгә алып килә. Уның етәкселегендә ер ҡабығының кристаллы нигеҙендә эҙләнеү перспективаһыҙ тигән ҡараш кире ҡағылып, тәрән ҡатламдарҙа нефттең булыуына ышаныс тыуа. Яңы теория буйынса, Татарстанда һәм Башҡортостанда нефть ятҡылыҡтарын артабан кристаллы нигеҙҙән эҙләү мәсьәләһе алға килеп баҫа. Шул маҡсат менән ул Татарстанда тәрәнгә скважиналар быраулау һәм кристаллы нигеҙҙең төҙөлөшөн, составын, үҙенсәлектәрен өйрәнеү эшен юлға һалыуға өлгәшә. Был тикшеренеүҙәрҙә үҙе етәкселек иткән нефть геологияһы лабораторияһына танылған белгестәрҙе йәлеп итә.
1967 йылда яҡташыбыҙ Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының эксперты сифатында Һиндостанға нефть һәм газ буйынса кәңәшсе итеп тәғәйенләнә. 1968 – 1974 йылдарҙа, алда әйтелгәнсә, СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Геология институты директоры, бер үк ваҡытта институттың нефть һәм газ лабораторияһы мөдире булып эшләй.
Бер төркөм Башҡортостан геологтарының тектоника һәм ер ҡабығы төҙөлөшө өлкәһендәге үҙ ваҡытында бик күп бәхәс тыуҙырған эштәрен хуплап ҡаршы ала, яңы йүнәлештәге эҙләнеүҙәрҙең ғилми йәмәғәтселек араһында танылыу табыуына булышлыҡ итә. Тәрән әҙерлекле, киң ҡарашлы ғалим һәм етәксе булараҡ ҙур абруй ҡаҙана. Геология институтының Ғилми советы рәйесе, Башҡорт дәүләт университетының, Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проектлау институтының (БашНИПИнефть) ғилми советтары ағзаһы, Геология һәм геофизика буйынса республика координацион советы рәйесе була.
Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да Билал Мәғтәсим улы ғилми эштәрен дауам итә, ер ҡабығында, тәрәндә метан сфераһы булыуы тураһындағы теорияны камиллаштырыу өҫтөндә эшләй. Илдең нефть һәм газ потенциалын һиҙелерлек арттырасаҡ был ғилми концепцияны тәү башлап нәҡ ул нигеҙләй. Ниһайәт, 90-сы йылдар башында шул темаға арналған ҙур күләмле “Метаносфера” тигән монографияһын баҫтырып сығара. Ерҙең кристаллы нигеҙендә нефть ятҡылыҡтарының урынлашыу законлылыҡтарын билдәләүҙә профессор Билал Йосоповтың ғилми идеялары Татарстанда һәм Башҡортостанда хәҙер ҙә көнүҙәк булып ҡала.
Заманында Билал Йосопов менән бергә эшләгән күренекле ғалим, геология-минералогия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы Морат Камалетдинов менән осрашып, үҙенең өлкән дуҫы, арҙаҡлы ғилем эйәһе тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашыуын һорағайным.
– Ул бик аҡыллы кеше ине, — тип башланы һүҙен Морат Абдулхаҡ улы. — 1969 йылдан бергә эшләнек. Уның менән күп тапҡыр Уралға экспедицияларға сыҡтыҡ. Институтҡа килгәс, докторлыҡ диссертацияһы яҙып бөттөм. Ә ул хеҙмәт Урал тауҙарының шарьяж тибындағы төҙөлөшө тураһында яңы концепцияны нигеҙләүгә арналғайны. Шулай икән, Уралда нефть ятҡылыҡтарын эҙләү перспективалы булып сыға. Был концепцияны кире ҡағыусы бик күп булды. Ошо мәлдә Билал Мәғтәсим улы мәсьәләне бик үҙенсәлекле хәл итеү юлын тапты. Ул миңә: “Әйҙә диссертацияңды бындағы ғилми советта тикшереп тормайыҡ. Ҡаршы сығыусылар күп буласаҡ. Туп-тура Мәскәүгә бар ҙа яҡла. Мин шылтыратып һөйләштем”, — тине. СССР Фәндәр академияһы директоры Александр Владимирович Пейве шарьяж теорияһын хуплап ҡаршы алды. 1969 йылда шарьяждарҙы үҙ күҙҙәре менән күреү өсөн Башҡортостанға махсус килде ул. Шулай итеп, Билал Мәғтәсим улының кәңәше һәм хәстәрлеге арҡаһында диссертациямды бер ниндәй ҡаршылыҡҡа юлыҡмайынса яҡлау насип булды.
Геология-минералогия фәндәре докторы, профессор Билал Йосопов — 100-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән алты монография авторы. Геология фәнен үҫтереүҙәге уңыштары өсөн ул “Почет Билдәһе”, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары һәм миҙалдар менән наградлана. Уға “Татарстан АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре”, “Өфө ҡалаһының маҡтаулы гражданы” тигән исемдәр бирелә.
Ғүмеренең һуңғы йылдарында профессор Билал Йосопов Ҡазанда йәшәй. 1999 йылдың 26 февралендә, бер быуатҡа яҡын оҙон ғүмер юлы үтеп, 94 йәшендә яҡты донъя менән хушлаша.