Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Наҙланып үҫ, Наҙгөл!
Наҙланып үҫ, Наҙгөл!“Әдилә апайыңдың ҡыҙы бар”, “Апайыңдар малайлы булды” тигән һөйөнсөләүҙәргә күнегеп тә бөттөм шикелле. Дүрт балаға ғүмер бирҙе бит ул. Яңыраҡ йәнә шатлыҡлы хәбәр еткерҙеләр: бишенсегә әсәй булған, тинеләр. Был юлы кинйәкәйҙәрен бала табыу йортонан түгел, ә приюттан алып ҡайтҡандар икән. Һис кенә лә ғәжәпләнмәнем.
Муллаҡай ауылында йәшәүсе Әдилә апайымды бәләкәйҙән кеселекле, оло йөрәкле кеше тип беләм. Оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһы мөдире, хәҙер тәрбиәсе булып эшләүе, өләсәйебеҙҙең әсәһен аҙаҡҡы көндәренә тиклем яҡшы тәрбиәләүе һәм ҡәҙерләп һуңғы юлға оҙатыуы, еҙнәм менән күмәк балаларына матур тәрбиә биреүҙәре – барыһы ла уның күңел йылылығын, изгелеген сағылдыра. Апайымдың атай-әсәйһеҙ ҡалған баланы үҙ ҡосағына һыйындырырға йөрьәт итеүенә лә аптырайһы түгел.
– Биш йыл элек кесе улым Ансар тыуғас, бала табыу йортонда ҡалдырылған сабыйҙарҙы күреп, йәнем әрнегәйне. Уларҙы ҡайтҡас та онота алманым. Күкрәк һөтөм бар саҡта берәйһен алып үҫтерәйемсе тип, приютҡа ғариза тапшырҙым. Көттөм-көттөм дә, яуап булмағас, ул ниәтемдән төңөлдөм. Өс-дүрт йыл үткәс, ниһайәт, шылтыраттылар, – ти апайым.
Нурасовтарға алты йәшлек ҡыҙыҡайҙы үҙ ғаиләһенә алырға тәҡдим итәләр. Өйҙә балалар шатланып ризалаша. Хәсән еҙнәнең һүҙе бер була: “Мин өс ай – ҡырҙа, бер ай – өйҙә. Иң мөһиме, һеҙ яратып ҡабул итегеҙ, ҡаҡмай-һуҡмай ҡарағыҙ”. Әйткәндәй, илдә “ҡулайлаштырыу” башланғас, еҙнәм ауылдағы эшенән ҡыҫҡартылды. Ҙур ғаилә башлығына Себергә сығып китергә тура килде.
– Приютҡа барыуыбыҙға сабыйыбыҙ, төйөнсөгөн тотоп, беҙҙе көтөп йөрөгән була. Мине күреү менән “әсәй” тип ҡосаҡлап алды, – ти апайым, күҙ йәштәре аша йылмайып. – Ҡыҙыбыҙҙы ун көнгә ҡунаҡҡа ҡайтарҙылар. Исеме башҡортса түгел ине, юлда саҡта уҡ “Наҙгөл” тип өндәштек. Кешене исем йөрөтә, тиҙәр бит. Бығаса ата-әсә наҙы күрмәгән балабыҙҙың артабан иркәләнеп, һөйөлөп кенә үҫеүен теләйбеҙ.
Был ун көндөң Наҙгөл өсөн ни тиклем тулҡынландырғыс булыуын күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел. Бына-бына тормошҡа ашырға торған хыялы селпәрәмә килеп ҡуймаһын, тигәндәй, ҡыҙыҡай, бармаҡтарын бөгөп, көндәр һанай. Ул арала апайым менән еҙнәм Наҙгөлдө үҙҙәренең ҡыҙы итеп алыу өсөн документтар теүәлләй башлай.
– Бигерәк һөймәлекле бала. Яратмаҫ ереңдән яратырһың. Теле лә матур, “әсәкәйем” тип кенә тора. Өҫтәл артына ултырһаҡ: “Әсәкәйем, сәйең тәмле булһын,” – тип теләй. Кис етһә: “Тыныс йоҡо, әсәй,” – тип ҡосаҡлап, битемдән үбеп китә. Быға тиклем хатта үҙ балаларымдан күңелде иреткес ундай йылы һүҙҙе ишеткәнем юҡ ине, тип ғәжәпләнеп ҡуям. Эргәбеҙҙәге яҡын кешеләрҙең, ҡулыбыҙҙағы бәхеттең ҡәҙерен белеп еткермәйбеҙ шул. Наҙгөлгә ҡарап, шуны аңланым, – ти Әдилә апайым.
Приютта үҫкән ҡыҙсыҡты ғаилә мөхитенә, туғандарса мөнәсәбәткә өйрәтеүҙең еңел түгеллеген әсә кеше үҙе генә аңлай. Ҡырыҫланған холоҡтоң яҙылыуына, моңһоу күҙҙәрҙең бәхеткә тулышыуына апайымдың бала күңеленә асҡыс ярата белеү һәләте, сабырлығы, тотош ғаиләнең татыулығы булышлыҡ итә.
– Башта, балалар яңылыш күңелен яралап ҡуймаһа ярар ине, тип борсолдом. Кәйефе төшһә лә, өҙгөләндем. Ипләп кенә холҡондағы ҡырыҫлығын бөтөрөргә тырыштым. Мәҫәлән, шкафта үҙенә айырым кәштә бирһәк тә, әйберҙәрен приюттан тотоп килгән пакетына һала ла ҡуя торғайны. Теш щеткаһына тиклем йыйып тотто, дөйөм урынға ҡуйманы. “Беҙ хәҙер бер ғаилә. Бында бер кем дә әйберҙәреңә теймәй”, – тип аңлаттым. Инде тулыһынса бер-беребеҙгә өйрәндек. Ҡайһы саҡ, был балаҡайым ҡайҙа шулай оҙаҡ аҙашып йөрөнө икән, тип уйлап ҡуям. Ауылдаштар ҙа Наҙгөлдө күрһә: “Ыста, тас үҙең! Һайлап алһаң да шул тиклем оҡшамаҫ!” – тип аптырай. Күптәр Наҙгөл менән биш йәшлек Ансарҙы игеҙәктәр тип уйлай. Үҙ-ара татыу булып, тиң үҫһендәр өсөн быйыл мәктәпкә икеһен бергә бирергә булдыҡ, – ти күмәк балалы әсә.
Республикала етем һәм ҡарауһыҙ ҡалған 19 меңдән ашыу (дөйөм балаларҙың 2,2 проценты) ҡыҙ һәм малай йәшәй. Уларҙың 87 проценты Наҙгөл кеүек ғаиләлә тәрбиәләнеү бәхетенә эйә. Әсәләрҙең V Бөтә Рәсәй форумында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тәрбиәгә бала алыусыларға айырым иғтибар булдырылыуын билдәләне.
– Бигерәк тә баланы уллыҡҡа алыусы ғаиләләр ихтирамға лайыҡ. Уларға тәүге осорҙа ярҙам күрһәтеү маҡсатында бер тапҡыр түләнә торған пособие биреү тураһында закон ҡабул ителде. 365,5 мең һум аҡса фәҡәт тәрбиәгә алынған баланың һаулығын нығытыуға, уға белем биреүгә йәки торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелергә тейеш. Баланы ғаиләгә урынлаштырыуҙы арттырыу өсөн 2007 йылдан опекун, патронат һәм баланы тәрбиәгә алған ғаиләләр араһында республика конкурсы уҙғарыла. Еңеүсе өс ғаиләнең һәр ҡайһыһына 100-әр мең һумлыҡ премия тапшырыла. Ошондай саралар тәрбиәгә бала алырға теләүселәрҙең ҡыйыулығын арттырҙы, һөҙөмтәлә һуңғы дүрт йылда ғаиләгә урынлаштырылған ҡыҙ һәм малайҙар 16 тапҡырға күбәйҙе, өс йылда етем балаларға тәғәйенләнгән учреждениелар һаны 31-ҙән 27-гә ҡалды, – тигәйне Рөстәм Зәки улы.
Етем һәм ҡарауһыҙ ҡалған балаларҙы ҡабаттан атай-әсәйле итеүҙең әһәмиәтен аңлар өсөн Рәсәй Федерацияһының Генераль прокуратураһы биргән мәғлүмәт менән танышыу ҙа етә. Баҡтиһәң, илебеҙҙең балалар йорттарында тәрбиәләнеп сыҡҡандарҙың 10 проценты ғына тормошта үҙ урынын таба, йәмғиәткә яраҡлаша ала икән. 40 проценты енәйәт юлына баҫа, йәнә 40 проценты эскесе һәм наркоманға әүерелә, 10 проценты йәшләй үк үҙ-үҙенә ҡул һала... Бындай аяныслы һандарҙан тетрәнәм дә, әлдә генә яҙмыш Наҙгөлдө апайымдарҙың ғаиләһенә алып килгән, тип һөйөнөп ҡуям.
– “Дүрт балаңдың мәшәҡәте етмәнеме ни?” – ти ҡайһы бер әсе теллеләр. Уларҙың бер мәшәҡәтен дә күрмәйем, һәр береһе үҙ эше менән мәшғүл, – ти Әдилә апай.
Ысынлап та, иркен өйҙә балалар рәхәтләнеп уҡый һәм уйнай. Һигеҙенселә белем алыусы Гөлзиә дәрес әҙерләй, компьютер артында шөғөлләнә, Ансар онотолоп китеп конструктор ҡора, Наҙгөл һүрәт төшөрөргә, йырларға әүәҫ. Өлкәндәре – Сибай педагогия колледжында инглиз телен өйрәнеүсе Нурзиә менән шунда уҡ технолог һөнәрен үҙләштереүсе Алмас — ялға ҡайтһа, апайым менән еҙнәмдең ҡулына эш тә теймәй. Йәштәр спортҡа ла ваҡыт таба, йыл да республика кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнаша. Наҙгөлдөң дә улар кеүек тырыш, уңған булып үҫеренә, киләсәгенең яҡты булырына иманым камил, сөнки хәҙер уның күңеле бөтөн, тормошо түңәрәк, эргәһендә хәстәрле атай-әсәйе, өлгө итеп ҡуйырҙай ағай-апайҙары бар.
Нурзиә ХӘСӘНОВА
Баймаҡ районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә