Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сәсәндәр мәктәбе асыласаҡ
Рәсәй халыҡтары телендә һәм сит телдәрҙә “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосын башҡарыусыларҙың һәм йәш сәсәндәрҙең V республика конкурсында 500-гә яҡын кеше ҡатнашты.

ЮНЕСКО эштәре комитетының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ижади ярышҡа Өфөнән йыраҡ урынлашҡан ҡала һәм район вәкилдәре күпләп килгән. Мәҫәлән, Сибайҙан 20 кешелек делегация ҡатнашҡан. Тап ошо ҡалала киләһе йыл республика сәсәндәр мәктәбен һәм “Урал батыр” үҙәген асыу күҙаллана.
Башҡортостан социаль технологиялар институтында ЮНЕСКО эштәре комитетының фәнни-сығанаҡ үҙәге базаһында уҙғарылған бәйгелә 200-ҙән ашыу йәш сәсән һәм халыҡ ижады әҫәрҙәрен башҡарыусы башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш, мари, удмурт, украин, ҡаҙаҡ, азербайжан, инглиз, немец, француз, төрөк, ғәрәп һәм башҡа телдәрҙә эпостан өҙөктәр ятланы.
Өфөнөң 39-сы гимназияһынан V класс уҡыусыһы Әлисә Гәрәева иһә конкурс өсөн ҡытай телен һайлаған.
Сибай гимназия-интернатынан VIII класс уҡыусыһы Йәнбикә Ғәлиәкбәрова, уның яҡташы, 9-сы лицейҙан VII класс уҡыусыһы Гөлиә Солтанова, Күгәрсен районының Мораҡ ауылын­дағы башҡорт гимназияһынан IX класс уҡыу­сыһы Гүзәлиә Мозафарова, Асҡын ауы­лының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенән VII класс уҡыусыһы Илүзә Сәмиғуллина, Салауат районының Тирмән ауылындағы урта дөйөм белем биреү мәктә­бенән X класс уҡыусыһы Айҙар Ғәйнетдинов, Бәләбәйҙең 1-се гимна­зия­һынан X класс уҡыусыһы Радмила Шәйәх­мәтова, Башҡорт дәүләт универ­сите­тының Сибай филиалының IV курс студенты Гөлнара Ҡазыханова, Бүздәк ауылының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенән X класс уҡыусыһы Гүзәлиә Шафиҡова, Өфө районының Нөрлө ауылындағы урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары Эльвина Шәймәрҙәнова менән Илназар Хәбибуллин I дәрәжә диплом менән бүләкләнде.
Еңеүселәрҙең тулы исемлеге Башҡортос­тандың ЮНЕСКО эштәре комитеты сайтында урынлаштырылған.



Автор: М. ӘМИНЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә