Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Күс йомғағы Ҡышлаған ҡорттоң оҙаҡ йәшәүе — тәбиғәт­тең иҫ киткес серле мөғжизәһе ул. Ҡыш бал ҡорттары сағыштырмаса тыныс була, улар­ҙа матдәләр алмашыныуы аҡрын бара һәм аҙыҡ аҙ тотонола. Быны бал ҡорт­тарының ошо миҙгелдә күскә йыйылып йәшә­үе менән аңлаталар, һауа темпе­ратураһы ур­таса 10 градусҡа еткәс, улар өйкөмгә уҡмаша башлай. Ул октябрҙең тәүге көндәрендә тотороҡһоҙ була. Ҡорт күсе төндә йәки һы­уыҡ көндәрҙә хасил була, ә йылы ваҡытта та­рала.
Был айҙағы 10—12 градусҡа еткән йылы көндәрҙә улар һуңғы таҙарыныу осошо яһай. Тотороҡ­ло һалҡындар башланғас ҡына, октябрҙең һуңғы көндәрендә, умарталарҙа даи­ми ҡорт йомғағы хасил була. Ҡорт күсе шулай урынлаша: уның өҫкө өлөшө — кәрәҙҙәге емдә, ә урта һәм түбәнге өлөшө буш кәрәҙҙә ҡала. Ҡорт йомғағы (ту­малаҡ) тәүҙә умар­таның алғы өлөшөндә ке­йәгә яҡын урынлашһа, һуңынан ул яйлап умартаның түбәһенә һәм артҡы өлөшөнә та­бан хәрәкәт итә. Был осраҡта тумалаҡтың (йомғаҡтың) өҫкө һәм артҡы өлөшө кәрәҙҙә­ге емдә, ә ҡалған өлөшө буш кәрәҙҙә ҡала. Шулай итеп, тумалаҡтың юлы (ҡорттарҙың хәрәкәте) кәрәҙ­ҙәге балдың аҡрынлап кәмеүенә бәйләнгән. Ҡорт юлында ем бөт­һә, күс туҡ­талып ҡала, һәм улар астан үлә. Шуға күрә лә ҡыш­ҡылыҡҡа һәр кәрәҙҙә кәмендә ике килограмм бал ҡалдырырға кәрәк.
Һауа температураһы тумалаҡ­тың уртаһын­да 30 градус самаһы, ә тирә-яғында 10 гра­дустан кәм булмай. Айырым ҡорттоң темпе­ратураһы йом­ғаҡтың ҡайһы өлөшөндә булыуына бәйләнгән. Өйкөмдөң уртаһында саҡта уның температу­раһы 36 градусҡа етһә, ситендә булғанда иһә 18 градус тәшкил итә. Ғөмүмән, айырым бал ҡортоноң температураһы 18 градустан түбән төшмәй һәм 36 градустан юғары ла булмай.
Бал ҡорто ғаиләһе бала тәрбиәләгән осор­ҙа ояла температура 35 градус була. Баҙҙа һауа һалҡынайһа, ҡорттарҙың күбеһе буш кә­рәҙ күҙәнәктәренә инеп урынлаша, ә ҡалған­дары, бер-береһенә һыйынып, тумалаҡтың ҙур­лығын кәметә. Был осраҡта тумалаҡ эсендәге йылылыҡ яҡшы һаҡлана.
Көслө бал ҡорто ғаиләләренә йылы­лыҡты һаҡлауы еңе­лерәккә тура килә. Шу­ның өсөн дә ҡышҡы осорҙа көслө ғаилә­ләрҙәге һәр бал ҡорто аҙыраҡ аҙыҡ тотона, улар ҡышлап сыҡҡас та оҙағыраҡ йәшәй. Баҙҙа һауа йылынһа, өйөр ҙурая һәм айырым ҡорттарҙың хәрәкәте көсәйә.
Күстең уртаһында һа­уалағы айырым газ­дар­ҙың күләме лә ныҡ үҙ­гәрә. Яҡшы ҡышла­ған ҡорт ғаиләһенең урта­һында углекислоталы газдың күләме 3-4 процентҡа күтәрелә, ә кислородтың күләме 18 процентҡа тиклем кә­мей (саф һауала кислород — 21, ә углекислоталы газ 0,03 процент самаһы тәшкил итә).
Ояла углекислоталы газдың артыуы бал ҡор­тоноң ғүмерен оҙайта, был осраҡта уның хә­рәкәте кәмей, тәнендә матдәләр алмашыныуы аҡрынайыу сәбәп­ле, емде аҙ тотона. Бындай шарттарҙа бал ҡорттарының күбеһе (биге­рәк тә кәрәҙ күҙә­нәктәренә инеп урынлашҡан­дары) биш-алты көн бер урында тыныс ҡала. Шулай ҙа күс эсендә айырым ҡорттарҙың хә­рәкәтен күҙә­тер­гә мөмкин. Уның тышҡы ҡа­­тындағы өшөгән ҡорттар йомғаҡ­­тың уртаһына, ә уртала­ғылары тышҡы ҡатына сығып урынлаша. Асыҡҡан бал ҡорттары кәрәҙҙең баллы өлөшөнә табан хәрәкәт итә. Уларҙың йомғаҡ эсендә былай күсеп йөрөүе бик аҡ­рын бара. Ҡайһы бер бал ҡорттары төркөм­дөң уртаһынан ситенә тиклем араны (10-15 сантиметр) бер сәғәттә үтә. Шулай итеп, тыштан ҡарағанда тыныс ҡы­на торған бал ҡорто йомғағы кәрәҙҙәр өҫтөн­дә бик ҡатмарлы хәрәкәттә була.
Бал ҡорто ғаиләһенең ҡышлау шарттарын боҙоусы сәбәптәр (бинаның һыуыныуы йәки артыҡ йылыныуы, сысҡандарҙың булыуы, тыштан бинаға яҡтылыҡ үтеп инеүе, киҫкен тауыш, еҫ һәм башҡалар) күстең хәрәкәтен көсәйтә, аҙыҡ тотоноуҙы арттыра, һәр ҡорттоң ғүмерен ҡыҫҡарта. Быны яҡшы аңлаған тәж­рибәле умартасыларҙың күстәре йылдың-йылы яҡшы ҡышлай һәм яҙын дәррәү үрсей.

И. Шафиҡовтың “Бал ҡорто­ноң
наҙы бар” китабынан.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә