Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Легенда һәм риүәйәттәр тыуған урын
Легенда һәм риүәйәттәр тыуған урын Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы тураһында бәйән итеүгә ҡарағанда, уны үҙ күҙҙәрең менән күреү күпкә мәртәбәлерәк икәнлеге аңлашыла, әлбиттә. Шөкөр, беҙгә донъяның ғәжәйеп илаһи мөйөшөндә йәшәргә яҙған. Ҡурсаулыҡ Рәсәйҙә иң боронғоларҙан һанала, тимәк, быуаттар дауамында төйәгебеҙ ҡыҙыҡһындырыуҙан туҡтамай, серлелеге менән йәлеп итә. Бәхеткә күрә, ҡурсаулыҡ – ышаныслы ҡулдарҙа. Быны беҙ ошо ергә аяҡ баҫыу менән үк тойҙоҡ. Директор Вәсилә Яныбаева менән осрашып һөйләшкән арала ла әллә нисәмә быуат артҡа бағып, тарихи ваҡиғаларға, халҡыбыҙҙың мәшһүр легендаларына һәм риүәйәттәренә әйләнеп ҡайтылды.

Вәсилә Әхәт ҡыҙының һәр бөжәкте, һәр үҫемлекте тасуирлауын да хайран ҡалып тыңлайһың. Кандидатлыҡ диссер­та­цияһын энәғараҡтар темаһы буйынса яҡлауы менән дә үҙенең ысын тәбиғәт балаһы булыуын раҫлай кеүек. Ҡурсау­лыҡтың музейы тотошлайы менән ошо төбәктәге тереклек донъяһы менән таныштыра тиһәң дә арттырыу булмаҫ. Ундағы экспонаттарға ҡарап, хеҙмәткәр­ҙәрҙең күпме көс түгеүен самалауы ауыр түгел. Әйткәндәй, музей ишеге йыл әйлә­нә­һенә асыҡ. Ошонда бер нисә сәғәт булып та төйәгебеҙҙең йәмен һаҡлап йәшәргә кәрәклеген тәрән аңлап сығаһың. Бигерәк тә йәштәр өсөн файҙаһы ҙур уның. Шуны күҙ уңында тотоп, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн экология лагеры эшләп килә лә инде.
Халҡыбыҙҙың легендалары һәм риүә­йәт­тәре тыуған ҡәҙерле, ҡабатланмаҫ һәм ғәжәйеп үҙенсәлекле урын ул ҡур­сау­лыҡ. Шуға ла тотош Рәсәйҙән дә, сит илдәрҙән дә йылдан-йыл ҡыҙыҡһынып килеүселәрҙең артыуы ғәжәп түгел.
– Туристарҙы йәлеп итер мөғжизәләр ифрат күп бында. Улар тау һырттарына үрмәләй, ошонда ғына үҫкән үҫемлектәр менән таныша, йәнлектәр донъяһын туйғансы күҙәтә ала. Ә беҙгә уларҙың һәр береһен тәрән өйрәнеп һәм дөрөҫ итеп күрһәтә белергә кәрәк, – ти Вәсилә Әхәт ҡыҙы.
Ошо маҡсатҡа өлгәшеү өсөн тотош коллективтары менән маҡсатлы эш алып баралар ҙа инде. Мәҫәлән, “Башхардский шарьяж” этник-экскурсия комплексында экологик танып белеү һәм фәнни нигеҙҙә туризмды үҫтереү эшенә ең һыҙғанып тотонғандар.
– Кадрҙарҙы үҙебеҙ әҙерләргә тыры­ша­быҙ, ошо ерҙә тыуып үҫкән, төйәгенең үҙенсә­леген яҡшы белгән, ҡәҙерен аң­лаған йәштәргә таянабыҙ. БДУ-ның Си­бай институтына рәхмәтлебеҙ, төплө бе­лем алған белгестәр менән тәьмин итәләр, – ти директор.
Килеүселәр тәбиғәт менән икәүҙән-икәү ҡалып серләшә, аралаша алһын өсөн ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре уңайлы шарттар тыуҙыра. Туристарҙы ҡыҙыҡһын­дырырлыҡ итеп халҡыбыҙҙың милли йолаларын күрһәтәләр, һабантуй ойош­то­ралар. Борон нисек булған – нәҡ шулай эшләргә тырышалар. Милли аш-һыуҙан ауыҙ иттерәләр, фольклор төр­көмө лә аҫаба халыҡтың мәҙәниәте менән таныштыра.
– Яңыраҡ биләмәне төҙөкләндереү буйынса семинар үткәрҙек. Барлыҡ ауыл хакимиәттәренән, Туристик индустрия сою­зы­нан, Ҡоролтайҙан вәкилдәр һәм эшҡыуарҙар ҡатнашты. Маҡсатыбыҙ — биләмәне бер төрлө стилдә төҙөклән­де­реү. Шул уҡ ваҡытта тарихи ысынбарлыҡ һаҡланырға тейеш тип иҫәпләйбеҙ. Ағас­ты һырлап һындар яһаған оҫталарҙы ла саҡырҙыҡ. “Урал батыр” эпосы буйынса һөйләшеү һөҙөмтәле булыр тип уйлайым. Бына үҙегеҙ ҙә күреп тора­һығыҙ: ағастан һырлап эшләнгән Һомай, Урал батыр, Меңйәшәр, Аждаһа образдары алдығыҙ­ҙа. Декабрҙә тағы йыйылып, ға­лимдар һәм оҫталар менән бергә кәңәш­ләшеүҙе дауам итмәксебеҙ. Шу­ныһы һөйөндөрә: оҫталар араһында эпос һәм легендалар образдары менән ҡы­ҙыҡ­һыныусылар байтаҡ. Улар күңел һа­лып тотона был эшкә. Әле һеҙ күргән һындар ҙа шуны раҫлай түгелме ни?! – тип һоҡланыуын белдерҙе Вәсилә Әхәт ҡыҙы.
Директор ғаилә туризмын үҫтереү яҡлы. Кеше бәләкәйҙән тәбиғәткә яҡы­ныраҡ булһа, ул шул ҡәҙәр иртәрәк йәшә­гән мөхитен ҡәҙерләргә өйрәнә, тиҙәр.
Ҡурсаулыҡ коллективы, нигеҙҙә, йәш­тәр­ҙән тора. Әйткәндәй, был өлкәлә тәбиғәт­тең серлелеген аңламаған, тыуған ерҙең бәҫен һаҡларға тырышмаған, үҙен ошо ғәжәйеп төбәктең бер өлөшө итеп тойма­ған кеше эшләй алмайҙыр, моғайын. Ә бындағы йәштәрҙең һәр береһе төплө белеме, үҙ бурысын еренә еткереп атҡа­рыуы менән һоҡландырҙы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә