Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Владимир Путин: “ауырлыҡтар аша бергә үттек”
Владимир Путин:  “ауырлыҡтар аша бергә үттек” Кисә Кремлдең Георгий залына саҡырылған 1 мең­дән ашыу кеше алдында Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһен яңғыратты. Ил етәксеһе билдәләүенсә, Мөрәжәғәтнамә беҙ йәшәгән заманға, шарттарға, алдыбыҙҙа торған бурыстарға тап килә. Гәзит уҡыусылар иғтибарына ошо сығыштан өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ.

Берҙәмлеккә ынтылыш емеше

– Быйыл беҙ бергәләп һынауҙар аша үттек. Уларҙы өлгөрөп еткән, татыу милләт һәм ысын мәғәнәһендә суверенлы, көслө дәүләт кенә атҡарып сыға ала. Рәсәй ватандаштарын һаҡлай, хаҡиҡәтте һәм ғәҙеллекте яҡлай алыуын эш менән иҫбатланы, — тип башланы сығышын Рәсәй Президенты. – Илебеҙ быны һеҙҙең, Рәсәй граж­дандарының, тырышлығы менән баш­ҡар­ҙы. Был эшкә һеҙҙең хеҙмәтегеҙ, бергәләп өлгәшкән һөҙөмтәләр һалын­ды. Дөйөм милли мәнфәғәттәрҙең мәғәнәһен һәм әһәмиәтен тәрән аңлауы­ғыҙ ҙа булышлыҡ итте. Ватаныбыҙҙың мең йыллыҡ үҫеш юлының бөтөнлөгөнә, эҙмә-эҙлеклелегенә инандыҡ. Беҙ үҙ-үҙебеҙгә, күп нәмәгә өлгәшә алыуыбыҙға ышанабыҙ.
Быйылғы тарихи ваҡиғалар хаҡында ла әйтмәү мөмкин түгел, әлбиттә. Билдәле булыуынса, быйыл мартта Ҡырымда референдум үтте. Ярымутрау халҡы унда Рәсәйгә ҡушылыу теләген белдерҙе. Һуңыраҡ Ҡырым парламенты ҡарар сығарҙы, ул бойондороҡһоҙлоҡ тураһында ине. Ниһайәт, Ҡырым һәм Севастополь Рәсәй менән берләште. Илебеҙ, халҡыбыҙ өсөн был ваҡиға айырым әһәмиәткә эйә, сөнки Ҡырымда беҙҙең кешеләр йәшәй, биләмә үҙе лә стратегик яҡтан бик мөһим. Күп йөҙлө, әммә берҙәм урыҫ милләтенең, үҙәк­ләштерелгән Рәсәй дәүләтенең рухи нигеҙе тап ошонда.

“Украинаға беҙ ярҙам иттек”

Рәсәйҙең суверенитетҡа ынтылышында Украинаны, элекке СССР-ҙың башҡа туғандаш республикаларын яҡ­лауы ғына түгел, шулай уҡ уҙған быуаттың 90-сы йылдарында ошо ғәмәлгә ниндәйҙер дәрәжәлә булышлыҡ итеүе лә яҡшы билдәле. Шул осорҙан алып фекеребеҙ үҙгәрмәне. Һәр халыҡ үҫеш юлын, союздаштарҙы, йәмғиәттәге сәйәси ҡоролошто, иҡтисад төҙөлөшөн, именлекте тәьмин итеү алымдарын һайларға хоҡуҡлы. Рәсәй быны һәр саҡ ихтирам итәсәк. Ошо уҡ шарт Украинаға ла, туғандаш украин халҡына ла ҡағыла.
Эйе, беҙ дәүләт түңкәрелешен, бы­йыл февралдә Киевта власты көс менән яулап алыуҙарын ҡаты тәнҡитләнек. Әле Украинала барған ваҡиғалар, көнь­яҡ-көнсығыштағы фажиғә фекеребеҙҙең дөрөҫлөгөн тулыһынса раҫлай.
Бөгөн ялҡынлы һәм буш вәғәҙәләр биреү менән шөғөлләнергә түгел, ә Украина иҡтисадына ярҙам күрһәтергә кәрәк. Әммә Көнбайыштағы коллегала­рыбыҙҙың бындай теләген, Киевтағы әлеге властың граждандарҙың проблемаларын хәл итергә йыйыныуын күрмәйем.
Әйткәндәй, Рәсәй Украинаға ярҙамға тос өлөш индереп тә өлгөрҙө. Банк­тарыбыҙ унда 25 миллиард доллар самаһы инвестиция йүнәлтте. Рәсәйҙең Финанс министрлығы былтыр тағы ла 3 миллиард кредит биргәйне. “Газпром” Украина иҡтисадына 4,5 миллиард доллар күләмендә бурыс бүлде. Йәмғеһе күпме була — һанап ҡарағыҙ әле. 32,5-33,5 миллиард доллар. Был — һуңғы ваҡытта ғына.

“Эшҡыуарлыҡты быуырға ярамай!”

Владимир Путин ғәмәлдәге һалым шарттарын киләһе дүрт йылға нығы­тырға тәҡдим итте.
– Һалым йөкләмәһе буйынса ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашы­рырға кәрәк, — тине ул. Иң элек үҙ эшен башлаған кешеләр өсөн. Беренсе тап­ҡыр теркәлгән бәләкәй предприятиелар өсөн ике йыллыҡ һалым каникулы тәҡдим ителәсәк. Яңы ғәмәлгә ингән производстволар ҙа ошондай уҡ ташламалар аласаҡ.
Бынан тыш, Владимир Путин бәләкәй бизнес өсөн күҙәтеү каникулын күҙ уңында тоторға тәҡдим итте.
– Эшҡыуарлыҡ өсөн сикләүҙәрҙе мөмкин тиклем кәметергә, уны күҙә­теү­ҙән һәм контролдән азат итергә кәрәк. Бизнес менән дәүләттең мөнәсәбәттәре дөйөм эш, партнерлыҡ һәм тиң хоҡуҡлы аралашыу шарттарында төҙөлөргә тейеш, — тине дәүләт башлығы.
Владимир Путин күҙәтеү, контроль, хоҡуҡ һаҡлау органдарының эшенә яңыса ҡараш булдырыу зарурлығын билдәләне. Ил Президенты әйтеүенсә, контроль органдары айырым етеш­һеҙ­лектәрҙе бөтөрөү урынына ҡануниәтте боҙмаған, инициатива күрһәткән меңдәрсә гражданға юлды яба, кәртәләр тыуҙыра.
Президент шулай уҡ илебеҙгә ҡаршы индерелгән санкцияларға аңлатма бир­ҙе. Рәсәй менән көс ҡулланып һөйлә­шеү­ҙең мәғәнәһеҙлеген билдәләне ул. Президент террорсыларҙы азатлыҡ һәм демография өсөн көрәшеүселәр булараҡ юғары кимәлдә ҡабул иткән кешеләр барлығын да телгә алды.

(Рәсәй Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенең тулы тексын беҙҙең сайттағы русса бүлектән уҡығыҙ: www.bash.bashgazet.ru)




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә