Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Төбәкте күтәргән ир-азамат
Төбәкте күтәргән ир-азамат Ғаилә кисергән
яфалар


Граждандар һуғышы тамамланып, совет власы ныҡлап аяҡҡа баҫ­ҡас, мәҙрәсә тибындағы мәктәп­тәр ябылып, яңылары асыла башлай. Мөхәмәтша Латиповты мул­ла­лыҡ­тан ваз кисергә, коммунистар пар­тияһына инергә өндәй­ҙәр. Бындай ике йөҙлөлөктөң фи­ғеленә тура килмәгәне хаҡында туранан-тура әйтеп, атайым тәҡ­дим­дән баш тар­та. Һөҙөмтәлә мул­ланың ғаилә ағ­залары ла төрлөсә ҡыйырһытыуға, кәмһетеүгә дусар ителә. Өлкән балалары Камиланы, Ғәбдерәүефте, Ғәйшәне, Фатима­ны, “халыҡ дошманы” балалары булараҡ, шул ва­ҡыттағы законға ярашлы мәктәпкә ҡабул итмәйҙәр. Башланғыс ғилем­де уларға Мөхәмәтша мулла үҙе би­рә. Камила 1931 йылда (18 йә­шендә) ауырып вафат була, Ғәб­дерәүеф менән Ғәйшә Өфөлә эшсе йәштәрҙең киске мәктәбендә ете йыллыҡ белем алыуға өлгәшә. Ағайым аҙаҡ янғын һүндереүҙә эш­ләй, Совет армияһы сафына алы­на. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Бөйөк Ва­тан һуғышында һәләк була ул. Фатима иһә 1936 йылда ғына мәк­тәпкә ҡабул ителә. Йәшкә өл­кәне­рәк булғас, ҡустылары Әмин һәм Әмир менән бер класта уҡый.
Күп балалы әсәләргә дәүләт пособиелары бирелә башлағас, шул билдәле була: Ғәйшә, Фатима, Әмин һәм Әмир ауыл Советында тер­кәлмәгән. Ғаиләләге ете бала урынына өсәүһе генә күрһәтелгән. Быға түҙә алмайынса, Ғәрифә Латипова тәүәккәл аҙым яһарға мәжбүр була: балаларының барыһын да алып – ҙурыраҡтарын эйәртеп, ҡайһыла­рын санаға ултыртып, иң бәләкәйен күтәреп – Өфөләге Совнаркомға йүнәлә. Ҡыйынлыҡтар аша пособие юллауға өлгәшә. Ләкин был ғазаплы юл ҙур фажиғәгә килтерә: ауырып китеп, Таһира менән Камила бер-бер артлы яҡты донъя менән хушлаша. Әсәй үҙе лә үп­кәһенә һыуыҡ тейҙерә. Ауыр тормош, аслыҡ һөҙөмтәһендә сир туберкулезға әйләнә. Тамам йонсо­ған әсә 1944 йылдың майында вафат була.
Исламға бар булмышы менән бирелгән Мөхәмәтша Латипов Үҙәк диниә назаратының (ул ваҡытта ойошма СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының Ди­ниә назараты тип аталған) һәр күрһәтмәһен еренә еткереп үтәп бара. Өфөгә килгән ваҡыттарында Үҙәк мәсеттә үткән йәмәғәт нама­ҙында ҡатнаша. 1940 йылдың яҙын­да мөфтөй Ғабдрахман Рәсүлев (Зәйнулла Рәсүлевтең улы) Латиповты ошо иман йортона имам-хатип итеп эшкә саҡыртып ала. Ләкин был вазифаны Мөхәмәтша муллаға бер нисә ай ғына баш­ҡарырға насип була: ҡалала йә­шәр­гә паспорт кәрәк, ә был до­ку­ментты алыу өсөн ауыл Советы белешмә бирмәй. Һөҙөмтәлә ғаилә кире ауылға ҡайта.
Мөхәмәтша Латипов, колхозға алыуҙарын һорап, идараға бер нисә мәртәбә ғариза биреп ҡарай, тик һәр ваҡыт кире яуап ала.

Иман таңы һыҙылды!..

Эҙәрлекләнеп, күҙәтеү аҫтында булған ауыр йылдарҙа ла Мөхәмәтша мулла халыҡты рухи яҡтан тәрбиәләүҙән туҡтамай. Бә­ләкәй генә бер бүлмәле өйөндә, ике-өс кенә кеше килһә лә, аҙна һайын йома намаҙы уҙғара. Са­бый­ҙарға исем ҡуша, яңы өйләнешкән йәштәргә – никах, вафат булған­дарға йыназа уҡый.
– Нисек кенә ауыр булмаһын, ауылыбыҙҙа иман усағын һүндер­мәҫкә кәрәк, – тиер ине ул. – Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте һәм ҡөҙрәте менән тиҙҙән, иншаллаһ, илебеҙҙә хаҡ динебеҙгә иркенлек киләсәк.
1960 йылдарҙа ауылдың өлкән кешеләре, элекке шәкерттәре Мө­хәмәтша мулланың өйөнә төкәтмә эшләне. Был урын мәсет хеҙмәтен үтәй башланы. Һөҙөмтәлә йома на­маҙына йөрөүселәр бермә-бер кү­бәйҙе, араларында хаҡлы ялға сыҡҡан элекке коммунистар ҙа күренгеләй ине.
Ҡартайған көнөндә Мөхәмәтша мулланың абруйы арта төштө. Уға күрше ауылдарҙан ғына түгел, хат­та райондарҙан кәңәш һорарға, до­ғалыҡ, бетеү яҙҙырып алырға килә инеләр. Атайымдың шатлығы­ның сиге булманы.
– Хәҙер тынысландым, әл-хәмдү лил-ләһ. Башҡортостаныбыҙҙа иман таңы һыҙылды, оҙаҡламай яҡтыра ла башлар, иншаллаһ, — тиер ине 60 йылдан ашыу Ислам нурын таратҡан мулла.
Атайым 83-сө йәшендә, 1972 йыл­дың 22 авгусында донъя ҡуйҙы. Уны ерләүҙә Сәйетбабаның тотош халҡы тиерлек ҡатнашты, “Йондоҙ” колхозында эш туҡталып торҙо. Өфөнән, бүтән ҡала-ҡасабаларҙан, күрше райондарҙан, ауылдарҙан да ифрат күп килгәйнеләр.
Шуныһы ҡыуаныслы: хәҙрәттең байтаҡ теләге үҙе тере саҡта уҡ ҡабул булды. Әйтәйек, шәкерттәре изге эшен дауам итте, ауылда иман нуры һүнмәне. Матур, иркен мәсет төҙөлдө. Унда имам-хатип вазифа­һын Мөхәмәтша хәҙрәттең бала саҡтан яҡын һәм тоғро дуҫы булған Ширияздан Шәйәхмәтовтың улы Ғиндулла мулла башҡара.
Әле йәш быуындың дингә күпләп килеүе бигерәк тә шатландыра. Иншаллаһ, киләсәктә яңы мәсеттәр төҙөлөр, халҡыбыҙ Аллаһ Тәғәлә­нең рәхмәте менән, хаҡ динебеҙгә таянып алға барыр, тип ышанайыҡ. Амин!


Автор: Таһир ЛАТИПОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте

Комментарий өҫтәргә