Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Эш рөхсәт ҡағыҙында ғынамы?
(Г. Аллағолова,
“Хужаһыҙ аллея”,
2014 йыл, 24 октябрь)

Борсоулы мәсьәләне күтәргән уҡыусы­быҙҙың мәҡәләһе менән Өфө ҡала хаки­миә­тенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөк­лән­дереү идаралығы танышып сыҡты.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яуап “Р. Зор­ге ура­мын­дағы 41-се һәм 43/1 һанлы йорттар ара­һында ултыртылған ағастарҙы бы­сыу тура­һында рөхсәт ҡағыҙы бирелмәне” тигән һөйләмдән артманы. Ни сәбәп менән кемгә, ҡасан бирелергә йә бирелмәҫкә тейешлеге, бөгөн майҙандың ниндәй хәлдә ҡалыуы, был юҫыҡ­та киләсәктә ниндәй эштәр планлаштырылыуы хаҡында бер һүҙ ҙә юҡ. Ҡасандыр матур ял урыны булған аллея “хужаһыҙ” ти­гән исемде артабан да күтәреп барырға мәжбүрме?!

Йәшә, һәйкәл!

(Ә. Бикбулатова, “Шәхесте мыҫҡыл итеүме был?”,
2014 йыл, 18 ноябрь)

Күренекле дәүләт эшмәкә­ренә ҡуйылған һәйкәл һәм уның янында – ҙур сүп-сар һауы­ты. Күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын, әммә был хәл байтаҡ ваҡыт ысынбарлыҡ була килде.
Гәзит уҡыусының хатын баш ҡала хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү ида­ралығына ебәргәс кенә, ни­һайәт, һәйкәлгә ҡарата ихтирам тыуҙы, уға терәлеп тигәндәй ултырған сүп-сар һауыты юҡҡа сыҡты.

Ҡыҫҡаһы, тәртип үҙгәрмәйәсәк

(Фәйрүзә, “Автобус ялда ла кәрәк”, 2014 йыл, 19 ноябрь)
Ял көндәрендә Мәҡсүт ауылына барып етеү мәшәҡәтле, тип халыҡ исеменән мөрәжәғәт иткән ханымға Күгәрсен районы хакимиәте тарафынан яуап килде.
Унда хәбәр ителеүенсә, “2012 йылда Мәҡсүт – Мораҡ йүнә­лешендәге автобус ял көндә­рендә лә даими йөрөп торған, әммә был ваҡытта пассажир­ҙарҙың аҙ булыуы сәбәпле, туҡтатылған.
2013 йылдың майында, Мәҡ­сүт ауылы халҡының дөйөм йыйылышында автобус мар­шру­­тын тергеҙеү мәсьәләһе күтәрелгән, тик унда Мәләүез автотранспорт предприя­тие­һы вәкиле Р. Әхмәтов пасса­жирҙар булмау арҡаһында был аҙымдың маҡсатһыҙ һәм ки­лемһеҙ икәнлеген аңлатҡан”.
Яуап хатында шулай уҡ Мәҡ­сүт ауылы кешеләренең, бигерәк тә студенттарҙың, ял көндәрен­дә такси хеҙмәтенә йышыраҡ мөрәжәғәт итеүе, бының осһоҙ һәм уңайлы булыуы хаҡында әйтелгән.
Үрҙә әйтелгәндәргә таянып, киләсәктә лә был автобус ял көндәрендә йөрөмәйәсәк тип һығымта яһарға буламы?!

Бәлки, газлы ла булырҙар...

(Н. Миһранов, “Зәңгәр яғыулыҡ”ҡа зарығып”,
2014 йыл, 17 октябрь)

“Белорет районының Иҫке Инйәр, Сәфәрғол, Яңы Хәсән, Түбәнге Төл­мәй ауылдары, Маныштының М. Ғафури, Тау урамдары халҡы газһыҙ йонсой” тигән мөрәжәғәт буйынса “Өфө Газпром газ таратыу” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Белорет ҡалаһындағы филиалына әйтеп үтелгән төбәккә зәңгәр яғыулыҡ үткәреүҙе һорап хат ебәрелгән. Быны район хаки­миәте атҡарған, уның ҡарауы, Инйәр ауыл Советы проект-тикшереү эштәрен теүәлләү мөмкинлеге хаҡында ла иҫкәр­телгән. Түбәндәге ауыл биләмә­ләренә газ үткәреү өсөн дәүләт экспертизаһын үтеп, ыңғай һө­ҙөмтә алған документтар булыуы зарур.

Гөлсәсәк ҒӘБИТОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә