Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Имен-һау булайыҡ
Халыҡтың именлеген, хоҡуҡтарын һаҡлаусы һәм ярҙам ҡулы һуҙыусы ойошмалар күп булыуға ҡарамаҫтан, төрлө инстанцияларға ялыуҙар һәм мөрәжәғәт итеүҙәр йылдан-йыл арта. Бәлки, халыҡтың әүҙемләшә, хоҡуҡтарын яҡшыраҡ өйрәнә барыуы, Интернеттың һәм матбуғат сараларының кәрәкле мәғлүмәт менән байытыуы, йүнәлеш биреүе лә сәбәплелер. Нисек кенә булмаһын, хәҙер беҙҙә йәше-ҡарты республика, ил яңылыҡтары менән генә сикләнмәй, донъя киңлектәренә сыҡты, белемен арттырыу, сағыштырыу өсөн мөмкинлектәр ифрат ҙур бөгөн.
Роспотребнадзорҙың төп эшмәкәрлеге барыбыҙҙың да именлекте, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һаҡлауҙы күҙәтеүгә йүнәлтелгән. Яңыраҡ ҡына Башҡортостанда ошо федераль хеҙмәт идаралығына яңы етәксе тәғәйенләнде — быға тиклем Салауат ҡалаһында эшләгән Евгений Георгиевич Степановҡа яуаплы вазифа йөкмәтелде. Яңы етәксенең журналистар менән тәүге матбуғат конференцияһы, йылы дуҫтарса шарттарҙа барыуҙан тыш, йөкмәткеле лә, фәһемле лә булды.

Сир исем-атыңды ла, вазифаңды ла һорап тормай...

Ғәжәп, дарыухана тулы — йөҙәрләгән сирҙән арындырғыс саралар, тылсымлы төймә һәм үләндәр, дауаханалар тулы — ҡиммәтле, иҫ киткес шәп, алдынғы дауалау ҡорамалдары, тик “йөк” кенә урынынан ҡуҙғалырға уйламай, сирҙәр ҙә, сирлеләр ҙә йылдан-йыл арта. Былтыр 856 меңдән ашыу кеше йоғошло сир эләктереп, табипҡа мөрәжәғәт иткән. Киҙеү һәм киҫкен ауырыуҙар шуның 90 процентын тәшкил итә. Әле йоғошло вируслы сирҙәрҙең “һөжүме” хәүефле түгел, эпидемик сиккә етелмәгән әле, тип йыуатһа ла, алдағы һалҡын көндәрҙең хәлде киҫкенләштереү мөмкинлеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды идаралыҡ етәксеһе. Шуныһы һөйөнөслө: сит илдәрҙә ял итергә, донъя гиҙергә яратыусылар һаны артһа ла, “экзотик” йәки һирәк осраусы сирҙәрҙе “эйәртеп” алып ҡайтыусылар күҙәтелмәгән. Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә (Ростов, Архангель, Силәбе өлкәләре һәм башҡалар) беҙгә таныш булмаған хәүефле инфекцияларҙың ситтән индерелеүе тураһында хәбәрҙарбыҙ. Мәҫәлән, телдән төшмәгән биҙгәк (Көнбайыш Нил өйәнәге) күптәрҙе ҡурҡыуға һалды.
Күҙ теймәһен, республикабыҙ өсөн хас булған геморрагик сысҡан биҙгәге лә артыҡ шаша алмаған, һәр хәлдә былтыр унан алдағы йылдағынан артмаған (1333 ауырыу). Бик ауыр үтеүсе ҡаты сирҙе ауыҙлыҡлауы еңел түгел, ти табиптар, сөнки тәбиғәт үҙенсәлектәре, кешенең санитария-гигиена талаптарын үтәүгә иҫе китмәүе, йәйен күптәрҙең урман, ялан, һыу буйҙарынан ҡайтып инмәүе хәүефте көсәйтә. Дәртле йәшлектең дә, юғары вазифаның да хәтәр сирҙән ҡотолоуҙа ярҙамсы була алмауы билдәле.

Ялыуҙарҙы кем яҙа?

Был һорауға яуабыбыҙ әҙер. Һүҙ ҙә юҡ, ялыуҙы беҙҙең менән һеҙҙең кеүек тормош кәмселектәрен, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы аҙым һайын осратҡан, әммә хәл итергә көсө етмәгән ябай кеше, ҡулланыусы яҙа. Әлегә бер түрә-ҡараның да, үҙ хоҡуҡтарын даулап, ЖЭУ начальнигына, ҡала мэрына йәки Президентҡа ялыу менән мөрәжәғәт иткәнен ишеткән юҡ. Былтыр 6816 кеше, тормош-көнкүрешкә ҡағылған эреле-ваҡлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам һорап, Роспотребнадзорға ялыу яҙған. Үткән осорҙағынан 34 процентҡа күберәк тигән һүҙ.
Халыҡ шулай әүҙемләштеме, әллә ялыу яҙыуға этәргән сәбәптәр арттымы икән? Улар араһында “лидерлыҡты” торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә дәғүәләр биләй, тур-операторҙар эшмәкәрлегенә, сауҙа һәм аҙыҡ-түлек сифатына ла ризаһыҙлыҡ белдереүселәр байтаҡ. Айырыуса үҙ йорттарының беренсе ҡатында урынлашҡан магазин, йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларына ҡарата кешеләр ҙур ҡәнәғәтһеҙлек белдерә, сөнки тәртипһеҙлек, ығы-зығы, һыуытҡыс һәм елләткестәрҙең ҡеүәтле тауышы йәнгә тейгес, тыныслыҡты боҙоусы күренешкә әүерелеп бара.
Шуныһы ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та: закон буйынса ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса хеҙмәттең предприятие эшмәкәрлеген өс йыл эсендә бер тапҡырҙан да йышыраҡ тикшерергә хоҡуғы юҡ. Ни өсөн? Бындай ҡанун кемгә отошло? Әлегә был һорауҙарға яуап юҡ. Санитария-гигиена талаптарын еренә еткереп үтәү тотошлай милек хужаһы иңендә, тимәк, ҡулланыусыларҙың кәйефе лә, именлеге лә бары уның яуаплылығында. Срогы сыҡҡан, ашарға яраҡһыҙ аҙыҡ-түлек менән ағыуланыу осраҡтары, үкенескә ҡаршы, булғылап, беҙҙе иҫкәртеп тора. Йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларында ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәмәүҙең төҙәтә алмаҫлыҡ бәлә-ҡазаға, күңелһеҙ хәлдәргә килтереүе яҡшы билдәле.
“Кеше ни тиклем ҡартыраҡ — шунса мыжығыраҡ, ялыуҙарҙы ла күбеһенсә пенсионерҙар яҙа инде” тигән ҡалыптарҙан ҡотолорға ваҡыт. Роспотребнадзор етәксеһе әйтеүенсә, “хәҙерге йәштәр үткер, белемле һәм бик ныҡыш, ялыуҙы грамоталы, төплө итеп яҙырға оҫталар. Хоҡуҡтарын яҡлау һәм башлаған эштәрен ослап ҡуйыу өсөн ахырынаса барырға әҙерҙәр”.

Һаулыҡ һәр саҡ кәрәк

Евгений Георгиевичтың белдереүенсә, уҡыусыларҙы туҡландырыуҙы ойоштороуҙа һәйбәт яңылыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, санитария-гигиена талаптарының, ҡағиҙәләрҙең үҙгәреп тороуы сәбәпле, хәл итәһе мәсьәләләр артҡан. Аҙыҡ әҙерләү блоктарының яңы нормаларға ярашлы булмауы, уҡыусыларҙың сәләмәтлеге ҡәнәғәтләндермәүе, һәр икенсеһенең хроник сиргә дусар булыуы, мәктәп ашханаларында туҡланыу сифатына дәғүәләрҙең күбәйеүе — бөгөнгө ысынбарлыҡ. Йыш ҡына кластарҙағы һауа температураһы норманан түбән, даими өшөү, уңайһыҙлыҡ кисереү, көсөргәнешле хеҙмәт уҡытыусыларҙың сәләмәтлегенә лә кире тәьҫир итә.
Тормошобоҙҙа һаулыҡҡа хәүеф менән янаусы сәбәптәр ифрат күп. Ҡайһы саҡта уяулыҡты, һиҙгерлекте юғалтыу һөҙөмтәһендә мәкерле сирҙәрҙең баш ҡалҡытыу ихтималлығын онотабыҙ. Йыл һайын донъяла 1 миллион кеше беҙ “балалар сире” тип кенә иҫәпләгән ҡыҙылсанан вафат була. Ваҡытында прививка яһау, сәләмәтлегеңә һаҡсыл булыу ғына хәүефтән аралаясаҡ. Ҡотороу сиренең дә эргәбеҙҙә генә йөрөүен иҫтә тотоу кәрәк. Учалы районында сирле төлкөнөң көтмәгәндә ташланыуы, тәнен йәрәхәтләүе һөҙөмтәһендә бер ҡатындың һәләк булыуы, ғаилә фажиғәһе барыбыҙ өсөн дә фәһем булырлыҡ.
Ошо йәһәттән Салауат ҡалаһында йәшәүсе врач-травматологтың белеме һәм тәжрибәһе — барыбыҙ өсөн дә яҡшы өлгө. Эштән ҡайтып килгән ирҙең артынан эйәреп, бәләкәй генә бесәй балаһы ла өйгә инә. Үҙен тотоп алмаҡсы булған хужаның ҡулдарын сапсып алырға ла өлгөрә ул. Бөтә хәлде лә медицина күҙлегенән баһаларға өйрәнгән врач “ҡунағын” лабораторияға алып барып, сәләмәтлеген тикшертһә, уның ҡотороу сиренә дусар булыуын асыҡлай. Врач кеше был осраҡта нимә эшләргә кәрәклекте яҡшы белә, тейешле дауаһын ала, прививка яһата.
Республиканың баш санитар врачы киҙеүҙең (грипп) хәүефле эҙемтәләре хаҡында ла иҫкә төшөрҙө. Былтыр 15 меңдән ашыу кешенең пневмония сиренә юлығыуында уның өлөшө булыуын да билдәләне. “Балаларығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуймаҫ өсөн прививка яһатырға онотмағыҙ. Беҙ бит барыбыҙ ҙа йәмғиәттә йәшәйбеҙ, һаҡланыу сараларын күреү — һәр кемдең бурысы”, — тип иҫкәртте ул. Журналистар магазин кәштәләрендәге аҙыҡ-түлектең сифаты, химик-физик күрһәткестәре, Өфөләге һауаның таҙалығы, ғөмүмән, кеше именлегенә зарар килтереүсе сәбәптәрҙе кәметеү буйынса башҡарылған эштәр тураһында ла ҡыҙыҡһынды.
Динә АРЫҪЛАНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 1

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне 06.05.2026 // Йәмғиәт

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 2

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә