Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Биш яҙмышҡа торошло һынау
Һәр атай-әсәй балаһының донъяға һау-сәләмәт булып тыуыуын теләй. Тик тормош һин теләгәнсә генә бармай шул, ҡайһы саҡ көтөлмәгән хәлдәр ҙә осрай. Ата-әсә өсөн сабыйының физик мөмкинлектәре сикләнгән булыуын күреүҙән дә ауыр ҡайғы юҡтыр. Оло сабырлыҡ, дөрөҫ тәрбиә аша ғына бындай балаларҙы тормоштағы ауырлыҡтарға ҡаршы торорға өйрәтергә мөмкин.


Әле Рәсәйҙә 12,8 миллион инвалид иҫәп­ләнә. Шуларҙың 2,57 миллионынан, хеҙ­мәткә яраҡлы йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бары 817,2 меңе генә ни менәндер мәшғүл. Республикабыҙҙа әле 14 меңгә яҡын инвалид бала йәшәй. Шуларҙың 20 проценттан ашыуы интернатта көн күрә. Ә бит бындай балаларҙы махсус йорттарҙа йәшәтеү уларҙы ғаиләлә тәрбиәләүгә ҡарағанда ун тапҡырға ҡиммәткә төшә. Инвалид кескәй­ҙәрҙең яҙмышына дәүләт кимәлендә ҙур иғтибар бирелә.
Айнур Ғәзиевкә тыуғас та церебраль фалиж тигән диагноз ҡуйыла. 2007 йылдан Үрге Йәркәйҙәге 2-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенә йөрөй башлай. Элек-элек­тән яҙмыш ҡыйырһытҡандарҙы ауырлыҡ­тарға бирешмәҫкә өйрәтеп, уларға ярҙам иткән изге күңелле кешеләр булған. Спорт мәктәбендәге тренер-педагог Раушания Яппарова сит кеше хәсрәтен үҙенекеләй ҡабул итә белгән тап ошондай киң күңелле ҡатын булып сыға. Ниндәй генә диагнозлы балалар йөрөмәй уның янына.
Айнур ҙа барлыҡ күнегеүҙәрҙе тырышып башҡара. Тәжрибәле тренер-уҡытыусы ҡулы аҫтында шөғөлләнгән егет, район, республика бәйгеләрендә ҡатнашып, йыл һайын уңышлы сығыштары менән һөйөн­дөрә. Мәҫәлән, 2012 йылда йөҙөү буйынса Башҡортостан инвалидтарының IV ком­плекс­лы спартакиадаһында өсөнсө урынға сыҡты, бер йылдан һуң икенсе урынды яуланы. Былтыр февралдә иһә Октябрьский ҡалаһында барлыҡ категориялы инвалидтар араһында беренселекте алды. Һәр ярышҡа гелән ҙур әҙерлек менән бара ул.
Әйткәндәй, районда йәш спортсыларға бәләкәйҙән сынығырға, үҙ көсөн һынарға, төрлө күнекмәләргә йөрөп, ярыштарҙа ҡатнашып, ошо өлкәлә камиллашырға мөм­кин­лектәр ҙә, уңайлы шарттар ҙа етерлек. Шуға күрә спортсыларыбыҙ, ниндәй генә ярышта ҡатнашмаһын, һәр бәйгелә уңышлы сығыш яһарға, районыбыҙ исемен күтәреүгә үҙ өлөшөн индерергә тырыша.
Гөлназ Рөстәм ҡыҙы фалиж менән сир­ләгән улын тормошҡа яраҡлаштырыу өҫтөндә 18 йыл арымай-талмай эшләй. Айнурҙың төрлө район, республика конкурс­тарында ҡатнашып, урындар яулап, Илештең данын күтәреүе — татыу ғаилә өсөн ҙур шатлыҡ. Был бәхетте күреүҙән алда нисәмә йоҡоһоҙ төн үткәрелә, күпме йөрәк көсө һәм тир түгелә!
Хәҙер Айнур компьютерҙа төрлө программалар менән ҡыҙыҡһына, Өфөләге информатика һәм хисаплау техникаһы кол­лед­жында ситтән тороп белем ала. Шулай уҡ йөҙөү һәм футбол менән мауыға.
– Улығыҙҙың киләсәген нисек күҙаллай­һығыҙ? — тип һораным Гөлназ Рөстәм ҡыҙынан.
– Улым, һис шикһеҙ, банк структураһында эшләй алыр ине, — тип яуапланы әсә. Нин­дәйҙер операцияны үҙенә генә хас теүәллек менән башҡарыр ине, моғайын. Әммә йәмғиәттең йәшәйеш ҡанундары аяуһыҙ. Ул зәғифтәрҙе ҡабул итмәй, ситкә тибә...
Ғөмүмән, баланың сәләмәтлеге, киләсәге өсөн ғаилә бар тырышлығын һала. Ошондай һынауға дусар булған башҡаларҙың яҙмы­шына ла битараф түгел әңгәмәсем. Физик мөмкинлектәре сикләнгән баланың бары әсә һөйөүе, ғаилә ағзаларының иғтибары аша ғына тормошҡа ҡулайлаша алыуын раҫлай. Ул үҙенең кәрәклеген тойорға тейеш.
– Улыма инвалидлыҡ төркөмө бирелгәс, яҙмыш алдындағы көсһөҙлөктән күҙҙәремә йәш тулды, – ти Гөлназ ханым. – Әммә артабан йәшәргә, балаға тормошҡа ҡулай­лашырға ярҙам итергә, уның өсөн көрәшергә кәрәк ине. Өйҙәге башҡа мәсьәләләр артҡы планға күсте, улар, алда торған бурысыбыҙ менән сағыштырғанда, энә осондай ғына булып күренде. Татыу ғаиләбеҙҙәге һәр кем, үҙ ихтыяжын икенсе урынға ҡуйып, Айнурҙың үҫеше өсөн тырышты. Ә быны бары сабырлыҡ һәм яратыу аша ғына атҡарырға мөмкин.
Айнур — бәхетле бала, сөнки уны аңла­ған, һөйөүгә сорнаған, тормош һуҡмағы буйлап оҙатҡан яҡындары бар. Йүгереп, һике­реп уйнау ғына түгел, ҡайһы осраҡта үҙ аяҡтары менән ерҙе тойоу, ҡояш нурын күреү, әсәһенең яғымлы тауышын ишетеү шатлығынан да мәхрүм бындай балалар тормошто һау-сәләмәт тиҫтерҙәренә ҡара­ғанда нескәрәк тоя, бәләкәй генә ҡыуанысты ла ҙур бәхет тип ҡабул итә.
Ауыр сирле сабый тәрбиәләгән әсәй менән атай, туғандар ғына түгел, улар менән аралашҡан һәммә кеше миһырбанлыҡҡа һынау тота. Сәләмәтлеге сикләнгән һәр кем, Хөкүмәт ярҙамынан тыш, яҡындарының, эргә-тирәһендәгеләрҙең йән йылыһына, йылы һүҙенә, мәрхәмәтенә мохтаж. Ундай­ҙарҙың инвалид булып та, яҙмыш һынау­ҙарына бирешмәйенсә йәшәүе — үҙе бер ҡаһарманлыҡ!



Автор: Элена ҒИЛМУЛЛИНА. Район: Илеш районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә