Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һөйләшәбеҙ... Интернетта
Кеше мәғлүмәтһеҙ йәшәй алмай. Тере йән эйәһе булмаған утрауға алып барып ташлаһындар әле үҙегеҙҙе. Күпме түҙерһегеҙ икән? Моғайын, башығыҙ тынсығансы – бер нисә көн генә. Артабан аралашыуға, хәбәрләшеүгә мохтаж, зар-интизар буласаҡһығыҙ.


Әммә заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, бөгөн мәғлүмәтте туплау сығанаҡтары, ҡабул итеп алыу үҙенсәлектәре үҙгәрҙе. Йөҙ йыл элек халыҡ уҡыу өйөнә йыйылып, берәй грамоталы кешенең гәзит-журнал уҡыуын тыңлаһа, артабан радио үҫеш ала. Уҙған быуат урта­һында иһә телевидение барлыҡҡа килә. Ауылдарҙа инде, иҫләй­һегеҙ­ҙер, ҡарт-ҡоро ҡапҡа төбөндәге эскәмйәгә ҡунаҡлап, ҡатын-ҡыҙ мал ҡыуғанда, магазинға барғанда сөкөр­ләшеп, ир-ат кәнсә алдында гәп һатып аралашыр ине. Күршеләр көн дә бер-бере­һенә сәйгә йөрөштө, әбер­кәле күлдәк кейеп, сағыу яулыҡ ябынған, ялтыр калуштағы әбей­ҙәрҙең төп шөғөлө ошо булды.
Бөгөн хәл башҡаса. Танышым ауылға ҡайтып килгәйне. “Ауыл үлгән тиерһең. Урамда бер кем, хатта бала-саға күренмәй. Эй эс бошорғос күңелһеҙ, оҙаҡҡа түҙмәнем”, – тине. Ә беҙ бала саҡта йәй генә түгел, ҡышын да ихаталар, урамдар гөрләп торҙо. Их, һағындыра шул саҡтар...
Ваҡытлы матбуғаттың да тиражы көндән-көн кәмей барғанын иҫәпкә алһаң, халыҡ ҡайҙа һуң, нисек мәғлүмәт туплай? Бая әйткәнемсә, кеше бушлыҡта йәшәй алмай бит. Баҡһаң, барыһы ла компьютер алдында ултыра! Төп мәғлүмәт сығанағы, телевидениеға өҫтәп, Интернет хәҙер. Шул виртуаль донъяла кеше яңылыҡ, кәрәкле хәбәр генә белеп ҡалмай, ә уйнай, “ҡунаҡҡа” бара, дуҫлаша, матур-матур ризыҡ һүрәттәрен “тәмләй”, фоторә­семдәр буйынса илдәр буйлап сәйәхәт итә. Дуҫ-ишенең, туған­дарының ҡайҙа барға­нын, ял иткәнен күрә, күңел торошон самалай, хәл-әхүәлен белешә, хатлаша, хатта теге йәки был мәсьәлә буйынса бәхәсләшеп-талашып та китә.
Йәмәғәт урындарында ҡай­ҙа ҡарама, барыһының ҡулында – Интернетлы телефон, смартфон, планшет. Автобус-фәләндә кәмендә өс кеше ҡысҡырып телефонынан һөйләшә. Элек егеттәр ҡыҙ күҙләһә, бөгөн экрандан баштарын да күтәрмәй, бәғзеләре ҡолағында наушник бу­лып, йыр тыңлауы арҡа­һында тирә-йүн­дәгеләрҙе ишет­мәй ҙә. Берәй- ­һенә һорау бирһәң, шул сәбәпле һиңә аптыраулы ҡарашын төбәй.
Йәнле аралашыу шулай кәмей бара. Кеше кемделер өйөнә саҡы­рып, һөйләшеп ултырыу түгел, ҡунаҡҡа барырға ла йыбана. Бер элекке күршем, фатирыңды күргем килә, тип быуыныма төшкәс, оҙайлы байрам көндәрендә саҡырҙым үҙен. “Эй-й, телевизорҙан “Боҙҙағы бейеү”ҙе ҡарап ултырам”, – тип баш тартты. “Һуң минең йортҡа тиклем 10 минут атлайһы, ә ул тапшырыу өс сәғәтһеҙ бөтмәй, кил, бергәләп ҡарарбыҙ, һөйләшә-һөйләшә сәй эсербеҙ”, – тиеүем дә уны диванынан айыра алманы.
Әлбиттә, йәнле аралашыу ғәйбәт һатыуға, тоҙһоҙ һүҙ һөйләүгә генә ҡоролһа ла насар. Аҙмы ни шулай ваҡытын уҙғарған ҡатындар. Әммә юҡ-бар хәбәр һөйләүҙең икенсе бер кәрәкле яғы – ул күҙгә-күҙ ҡарашып хис-тойғо менән алмашыу, күңе­леңде бушатыу. Ә Интернетта был тотошлай яһалма, хатта ҡайһы берҙә алдаҡ та. Нисек инде экран аша һағынырға, яратырға, күрә алмаҫҡа мөмкин?! Хатта уның теге яғында ысынында кем ултырғаны ла билдәһеҙ бит. Бында мәғлүмәт именлегенә янаған хәүеф тураһында ла оноторға ярамай. Кеше селтәрҙә телефон һандарын, адресын, үҙе хаҡында шәхсән фекерҙәр, фоторә­семдәр ҡалдыра. Кем менәндер алышҡан хат өлгөләре лә шунда һаҡлана. Ә хакерҙар йоҡламай. Улар, ҡуйылған пароль-фәләнгә ҡарамай, теләһә ниндәй Интернет-битте ватып инеп, төрлө насар ғәмәлдәр ҡылырға мөмкин. Бындай хәлдәр йыш булып тора.
Һәр кем әйтер: төрлө аудитория алдында сығыш яһай-яһай ғына ҡыйыу, матур итеп фекерләргә өйрәнәһең. Интернетта ғына аралашып, тел дә шымармай, киреһенсә, ярлылана. Бындағы үҙенсә­лек­ле һөйләш, хистәреңде белдергән смайликтар менән аҡыл үҫешендә лә алыҫ китеп булмай. Әлбиттә, скайп аша аралашыуҙа әңгәмә­сеңде экранда булһа ла күрәһең әле.
Интернет селтәре яңылыҡтарҙы тиҙерәк белеү, хат-хәбәрҙе ашығыс еткереү, нин­дәйҙер мәсьәләнең төбөнә төшөү, алыҫтағы туған, дуҫ, таныштарың менән аралашыу өсөн бик ҡулайлы. Магазинға сыҡмай ғына аҙыҡ-түлек, тауарға заказ бирергә, кинотеатр, музей, китап­ханаға бармай ғына фильм, картиналар ҡарарға, гәзит-журнал, китап “аҡтарырға” мөмкин. Уның бит осо ла, ҡырыйы ла юҡ. Шулай ҙа сама белеү мөһим. Кеше мейеһе барыбер артыҡ мәғлүмәтте һыйҙыра алмай, уны юҡ-бар менән сүпләү кәрәкмәҫ. Интернет-аралашыу йәнле ара­лашыуға өҫтәмә рәүешендә генә булырға тейеш. Әгәр кеше унан айырыла алмаһа, был насар сир-ғәҙәт – Интернет-бәйлелек – барлыҡҡа кил­де тигән һүҙ. Ә ул шул уҡ алкоголизм, тәмәке тартыу, наркомания кеүек ауырыуҙарға тиң. Ә бер көн килеп, “тимер машиналар” ихтилалға “күтәрелһә”, йәиһә кемдеңдер этлеге менән бөтә был селтәр юҡҡа сыҡһа? Ҡабаттан баҫма матбуғатыбыҙҙы тергеҙергә мәжбүр булырбыҙмы, тағы ла йәнле аралашыуға күсер­беҙме?
Кинәйәләп, һүҙемде яҙ миҙге­лендә яҙған “Күренмәҫ дуҫҡа” тигән шиғырым менән тамамлап ҡуям:
Һинең менән минең донъя –
Кескәй генә,
Селтәрендә Интернеттың
Нөктә, гүйә.

Әммә һыя шул нөктәгә
Серҙәр, хистәр.
Юҡ та бында ҡәҙимгесә
Сиктәр, биктәр.

Һөйләшәбеҙ, көлөшәбеҙ –
Ниҙер етмәй.
Минең ҡулым... ҡул йылыһын
Һинең һиҙмәй.

Алыҫ әле бүлмәләргә
Ҡыуыр ҡышҡа.
Муйыл сәскә атҡан тиҙәр,
Әйҙә, тышҡа!



Автор: Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә