Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Был һөнәргә ихтыяж ҙур
Был һөнәргә ихтыяж ҙур
1939 йылда балалар баҡсалары өсөн тәрбиәселәр әҙерләү маҡсатында асылған мәғариф учреждениеһы меңдәрсә белгескә ғилем ҡанаты ҡуйып, ҙур тормош юлына сығарған. Мин дә ошо уҡыу йортон тамамлап, республиканың төрлө төбәктәрендә эшләнем. Әле килеп, колледждың мәктәпкәсә йәштәге балаларға тәрбиә биреү бүлегенә етәкселек итә башланым.

Әлбиттә, уҡыу йорто күп үҙгәреш кисергән: төҙөкләнгән, матурайған, камиллашҡан. Уҡытыусылар ҙа, студенттар ҙа үҙгәргән. Күңелгә бик яҡын һәм ҡәҙерле аудитория, коридор, стеналар ғына шул килеш һаҡланған.
Мин эшкә килгәндә коллектив ең һыҙғанып юбилей тантанаһына әҙерләнә ине: бинала ремонт бара, музей асылырға тора, кабинеттар уҡыу әсбаптары менән тулыландырыла, ҡыҫҡаһы, эштең иң ҡыҙған мәле.
Бына, ниһайәт, юбилей көнө етте. Байрам тантанаһында республиканың мә­ғариф министры Әлфис Ғаязов, уның урынбаҫары Камилә Дәүләтова, сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры урынбаҫары Рөстәм Хәйруллин, Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов, Башҡортостандың Мә­ғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәжитов һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты. Әлфис Суфиян улы сы­ғышында республикалағы урта һөнәри белем биреү учреждениелары араһында колледждың лайыҡлы урын тотоуын, бында студенттарҙың фәнни мөмкин­лектәрен күтәреү йәһәтенән ғалимдар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барылыуын, тәжрибә майҙансыҡтарының уңышлы эшләүен маҡтап телгә алды. Шулай уҡ студенттарҙың, педагогтарҙың әленән-әле халыҡ, төбәк-ара кон­курстарҙа, олим­пиадаларҙа, семи­нарҙарҙа, конферен­цияларҙа еңеү яулауында етәкселектең тос өлөшөн, эшмәкәрлектең дөрөҫ ойошторолоуын билдәләне, республикала мәктәпкәсә тәрбиә биреү белгестәренә ихтыяж ҙурлығы хаҡында әйтте.
Мәғариф министры колледж студенттарына һәм педагогтарға юғары наградалар тапшырғанда тамаша залы дәррәү алҡыштарға күмелде. Уҡытыусыларҙан B. Фәтхиева, С. Шевченко, Л. Степанова, С. Сираеваға ”Рәсәй Федерацияһының маҡ­таулы урта профессиональ белем биреү хеҙмәткәре”, “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде. Шулай уҡ В. Жидяев, Ю. Пугачева, Л. Ғәтиәтуллина Ми­нистрлыҡтың маҡтау грамотаһына лайыҡ булды. Студенттар араһынан Ә. Басирова, Л. Дауытова, Л. Дәүләтбаева Башҡортостан Президенты стипендиаты дипломын алып ҡыуанды.
Беҙҙең шатлыҡты шулай уҡ күрше Свердловск өлкәһендәге Ирбит гуманитар колледжы директоры Ирина Казаниева, Татарстандың Минзәлә, Яр Саллы, Ҡазан педагогия колледждары вәкилдәре лә уртаҡлашты, үҙ-ара теләктәшлек, белем һәм тәжрибә уртаҡлашыу өлкәһендә алып барылған эштәр өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Был һөнәргә ихтыяж ҙурЮбилей тантанаһында ошо белем усағын 1942 йылда тамамлаған педагогия хеҙмәте ветераны, Рәсәйҙең һәм Баш­ҡортостандың атҡаҙанған уҡы­тыусыһы Сәлисә Кәримованың да булыуы бай­рамға мәртәбә өҫтәне. Ветерандың оҙайлы тырыш хеҙмәте республика педагогия училищелары һәм колледждары тарихында киң билдәле.
Һәр уҡыу йорто ҙур еңеүҙәре, асыштары, талантлы уҡыусылары, педагогтары менән дан тота. 75 йыл эсендә колледж 37 меңдән ашыу белгес әҙерләгән. Улар араһында фән докторҙары, төрлө кимәлдәге етәкселәр бар. Бөгөн колледждың яңыса тын алышы, заман талаптарына ярашлы үҫеше талапсан һәм уңған директор, педагогия фәндәре кандидаты Рәфҡәт Үмәрғәлиндең тырышлығына бәйле.



Автор: Бибинур КИЛМӘКОВА. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә