Райондың сигендә урынлашҡан Ишей ауылына барыу еңелдән түгел: берҙән, ул үҙәктән 90 саҡрым алыҫлыҡта ятһа, икенсенән, юлдар ҙа бормалы, ташлы. Шулай ҙа, көндәр бер аҙ боҙолоп тороуға ҡарамаҫтан, Темәс ауыл биләмәһе башлығы Рауил Йәнсурин менән тәүәккәлләргә булдыҡ.
Ауыл киләсәге – мәктәптә Ауыл ифрат матур ерҙә урынлашҡан. Янынан Ишей, Тезәнтәй, Күктәкә йылғалары аға, эргә-тирәләй һаҡсылар кеүек теҙелгән ҡарағайҙар төпкөлгә илаһилыҡ һәм сихрилек өҫтәй. Ағастарға ҡунған тәүге ҡар бөртөктәре ҡояш нурҙарында күҙҙе ҡамаштырып балҡый...
Матур тәбиғәтле, күркәм холоҡло, дәртле һәм уңған ишейҙәр хаҡында күптән хәбәрҙар булыуыма ҡарамаҫтан, бында тәүгә килеүем. Шуға ла халыҡ менән яҡыныраҡ танышыу өсөн иң башта ауылдың йөрәге лә, ҡото ла, киләсәге лә булған мәктәп янына туҡталдыҡ. Ике ҡатлы мөһабәт белем усағы 2004 йылда асылған. Ошонда уҡ медпункт, ауыл китапханаһы, балалар баҡсаһы, музей урынлашҡан. Мәғариф өлкәһендәге ҡулайлаштырыу елдәре Ишейҙе лә урап үтмәгән: белем усағы Темәс мәктәбенең филиалы итеп үҙгәртелгән.
Күптәр төпкөлдә тыуған еренән ситкә сығырға йөрьәт итмәгән кешеләр йәшәй, тип иҫәпләй һәм тәрән яңылыша. Мәҫәлән, Ишейҙә төпләнгәндәр араһында ҡала ерендә тыуып үҫкәндәр ҙә бар. Шундайҙарҙың береһе – мәктәп етәксеһе Зөлфирә Ҡолһарина. 1983 йылда физика һәм математика уҡытыусыһы дипломын алған йәш белгесте йүнәлтмә буйынса Ишейгә ебәргәндәр. “Бер йыл эшләрмен дә кире ҡайтырмын”, – тип уйлаған Баймаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән Зөлфирә Йәрмөхәмәт ҡыҙы. Әммә бындағы халыҡтың дәртле һәм тырыш булыуы, уҡыусыларҙың белемгә ынтылыуы һәм үҙенең ғүмерлек мөхәббәтен осратыуы ҡыҙҙы төпкөлдә төпләндергән. Үкенмәй ул: иң мөһиме – үҙе белем биргән уҡыусылары бер ваҡытта ла йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, ҡайҙа ғына уҡыһа ла, математиканы биш бармағындай яҡшы белә, дәүләт имтихандарын уңышлы тапшыра.
өлфирә Йөрмөхәмәт ҡыҙы әйтеүенсә, мәктәптә үҙ һөнәренең оҫталары эшләй, педагогтарҙың күбеһе юғары һәм беренсе категорияға эйә. Балалар йыл һайын төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа, конкурстарҙа уңышҡа өлгәшә. Мәҫәлән, Эльвира Ҡолмөхәмәтова етәкселегендәге уҡыусылар, Аҡмулланың тормошо һәм ижады буйынса дистанцияла ойошторолған республика олимпиадаһында ҡатнашып, призлы биш урын алған. Еңеүселәр, бәйгенең М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҙғарылған йомғаҡлау сараһында ҡатнашып, Өфөнән яҡты тәьҫораттар алып, дәртләнеп яңы конкурстарға әҙерләнә башлаған. Шулай уҡ Айгиз Солтанов, Наил Ҡотлобаев, Нураниә Ғиззәтуллина, Гөлназ Иҫәнбаева, Рәмилә Аҙнағолова төрлө фән буйынса район һәм республика олимпиадаларында еңгән.
Ишей мәктәбе уҡыусылары спортта ла һынатмай: бигерәк тә саңғы һәм волейбол буйынса уларға тиңләшеүсе юҡ. Тренерҙары Рәфис Ҡолһарин балаларҙы спортҡа ылыҡтырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт тәрбиәһе лә бирә. Уның етәкселегендә малайҙар ағастан семәрләп, юнып, бысып, төрлө әйбер яһарға өйрәнә. Хатта күмәкләп мәктәп коридорына шахмат таҡтаһы һәм фигуралары эшләп ултыртҡандар. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, Рәфис Фәйзрахман улы үҙ өлгөһөндә уҡыусыларҙы төрлө яҡлап үҫтереүгә күп көс һала.
Мәктәп етәксеһе Зөлфирә Йәрмөхәмәт ҡыҙы менән белем усағы буйлап үтәбеҙ. Коридорҙарҙа күҙҙең яуын алырҙай гөлдәр сәскә атҡан, стеналарҙа – зауыҡ менән эшләнгән стендтар. Мәктәп таҙа, йыйнаҡ. Ашханала ла уңайлы шарттар тыуҙырылған: һыу эстә, канализация эшләнгән. Шуныһы ла бар: был мәктәп – районда утын менән йылытылған берҙән-бер белем усағы. Әлбиттә, ағас эҙләп ситкә йөрөргә түгел ишейҙәргә: ул “өҫтәренә ауып” тора. Әммә ике ҡатлы бинаны йылытыу өсөн йылына күпме утын талап ителгәнен күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.
“Ат бирәм, миңә һатығыҙ!”Был ерҙең, ундағы халыҡтың тарихы тураһында һүҙ сыҡҡас, Зөлфирә Ҡолһарина беҙҙе мәктәп музейына әйҙәне. Бик һирәк осрай торған боронғо экспонаттар, ауылдың, белем усағының, төйәктән сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәрҙең тормошон һәм эшмәкәрлеген сағылдырған альбом-йылъяҙмалар урын алған бында. Музейҙың етәксеһе, тарих уҡытыусыһы Розалия Солтанова етәкселегендә уҡыусылар төрлө ғилми-тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнә, республика буйынса конкурстарҙа даими ҡатнаша икән. Рухи мөйөштө тулыландырыу, яңы экспонаттар менән байытыу дауам итә.
Иң түрҙә урын алған 40 литрлыҡ самауырҙы Ишей музейында ғына осратырға мөмкин. Уны элегерәк мәктәпкә һыу йылытыу өсөн ҡулланғандар. “Шанлы тарихтың тере шаһиты” Санкт-Петербург ҡалаһын урап ҡайтҡан, ундағы һабантуйҙа күптәрҙең күңеленә хуш килгән. Ҡаҙағстандан килгән бер вәкил: “Ат бирәм, миңә һатығыҙ!” – тип даулашып та бөткән.
Музейҙың айырым бер биҙәгенә әүерелгән төрлө картиналар ошо ауылда тыуып үҫкән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхмәтхан Ҡарасуриндыҡы икән.
Бында төрлө осрашыуҙар, дан һәм хәтер кисәләре, дәрестәр уҙғарыла. Ауылдың йәнле тарихын һаҡлаған был бүлмәне һис кем урап үтмәй, инеп ҡарап сыға, уға яңы биттәр өҫтәй, хәтирәләре менән уртаҡлаша. Килер быуындарға аманат булыр изге урын һәр саҡ тәртиптә һәм ҡараулы.
Уйынсыҡ, тәмле аш булғанда...“Ләйсән” балалар баҡсаһына 15 сабый йөрөй. Учреждениеға 2007 йылдан алып Лилиә Мусина етәкселек итә. Төркөмгә тупланған төрлө йәштәге балаларҙың һәр береһе менән планға ярашлы эш алып барыла. Кескәйҙәр үҙ-ара дуҫ һәм татыу. Уйынсыҡтарҙың ниндәйе генә юҡ бында! Балалар өсөн мауыҡтырғыс саралар йыш үткәрелә, уларҙы һәр яҡлап үҫтереү, һәләттәрен асыу йәһәтенән төрлө программаларға нигеҙләнеп, йыллыҡ эш планы төҙөлгән. Ата-әсә менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Балалар баҡсаһы етәкселеге ауылдың эшҡыуарҙары Илдус Абдрахманов менән Анатолий Филинға айырыуса рәхмәтле: йүнселдәр кескәйҙәргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә, уларҙы бүләктәр, тәмлекәстәр, йомшаҡ уйынсыҡтар менән йыш ҡыуандыра.
Балалар ашнаҡсы апайҙары Рәсимә Аҙнағолова әҙерләгән тәмле аштарҙы һәр саҡ яратып ашай. Киләһе йыл араларынан бишәүһе уҡырға барасаҡ. Улар тәрбиәселәре өйрәткән һәр нәмәне отоп алырға тырыша, яҙыу-һыҙыу эше, хәрефтәр өйрәнеү менән мәж килә. Тырыш, маҡсатҡа ынтылышлы остаздары булғанда, кескәйҙәр киләсәктә лә һынатмаҫ.
Кәңәш ҡороу урыны лаКитап – белем шишмәһе, тигән лозунгка ишейҙәр әле лә тоғро – мәктәп бинаһының беренсе ҡатында урынлашҡан ауыл китапханаһынан кеше өҙөлмәй.
– Халыҡ, йәйге эштәрен бөтөрөп, бесәнен әҙерләп, картуфын-йәшелсәһен йыйып алғас, беҙгә айырыуса йыш йөрөй башлай, – ти китапханасы Зәйтүнә Ҡолһарина. – Күптәр матбуғат баҫмалары менән танышырға килә. Башҡортса сыҡҡан барлыҡ гәзит-журналды алдырабыҙ, балалар өсөн дә яҙылабыҙ. Ауылдың иң күп китап уҡыусыһы тип Әмир Зәйнәғәбдиновты атар инем.
Әйткәндәй, ауылдың ағинәйҙәр клубы, ветерандар һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, китапханала йыйылып, үткәрәсәк төрлө саралар, байрамдар хаҡында кәңәш ҡора, уй-фекере менән уртаҡлаша, киләсәккә яңы пландар төҙөй. Уларға китапханасы ҡулынан килгәнсә ярҙам итеп кенә ҡалмай, ә урталарында ҡайнап йәшәй, ойоштороу эштәрендә ихлас ҡатнаша. Шуға күрә лә китапхананан кеше өҙөлмәй, яңы китаптар уҡыусыларына тиҙ арала барып етә.
Ағинәйҙәр һүҙе – аҡылдың үҙеБөгөн һәр ауылда тиерлек ағинәйҙәр әүҙем тәрбиәүи эш алып бара. Был йәһәттән ишейҙәрҙе лә ыңғай яҡтан телгә алыу кәрәктер. Ауылда бер мәҙәни сара ла, байрам да ағинәйҙәрһеҙ үтмәй, киреһенсә, тап улар әйҙәүсе булып тора.
Утыҙ йылдан ашыу мәктәптә уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Зәкиә Кәримованы ағинәйҙәр клубы етәксеһе итеп һайлап яңылышмаған ишейҙәр, киреһенсә, отҡан ғына. Өлкәндәрҙең башланғысы менән “Кәкүк сәйе”, “Ҡарға бутҡаһы” , “Ҡышты оҙатыу” байрамдары, “Килен төшөрөү” йолаһы күрһәтелгән. Әйткәндәй, улар килен төшкән йәки ҡыҙ оҙатылған йортҡа барып, йырлап-таҡмаҡлап, боронғо йолалар нигеҙендә күркәм тамаша ойоштора. Шулай уҡ әрмегә юлланған егеттәрҙе изге теләктәр менән оҙатып ҡалалар. Онотола барған йолаларҙы тергеҙеү, күрһәтеүҙе лә ағинәйҙәр клубы үҙ өҫтөнә алған. Ауылдағы проблемаларҙан ситтә ҡалмай улар, эскән ғаиләләргә, балаларына насар өлгө булған әсәйҙәргә, эшләмәгән атайҙарға аңлатыу эштәре үткәрәләр. Хатта ҡайһы саҡта инәйҙәргә күмәкләшеп ундайҙарҙы ҡыҫымға алырға ла тура килә. Һөҙөмтә бар: күптәр яңылыш юлдан алып ҡалғандары өсөн рәхмәт әйтеп тә китә. Тәрбиәүи сараларҙың үҙәгендә ҡайнаған ағинәйҙәрҙең әле лә буш ваҡыты юҡ: кемдер яңы йыр өйрәнә, икенселәре таҡмаҡ сығара, өсөнсөләре онотола барған ғөрөф-ғәҙәттәрҙе ҡайтанан тергеҙеү буйынса эш алып бара.
Шуны ла билдәләп үтеү кәрәк: ағинәйҙәрҙең һәр береһендә – күҙҙең яуын алырлыҡ сағыу милли кейем, селтәр-ҡашмау, төрлө биҙәүестәр. Барыһын да улар үҙҙәре теккән һәм эшләгән.
Иман йорто ҡот өләшәМәсетле ауылда иман йәшәй, тип бушҡа әйтмәй халыҡ. Бының дөрөҫлөгөнә үҙебеҙ ҙә инандыҡ. Йома намаҙына килгәндәр араһында олоһо ла, кесеһе лә күп ине. Хатта балалар ҙа бар.
Ауылдың имам-хатибы Марсель Буранбаев әйтеүенсә, ишейҙәр бында гел шулай ихлас йөрөй. Иман йорто халыҡты дин юлына ҡайтарыуға, мәсет һалдырыуға ҙур өлөш индергән Сәлимйән Аҙнағоловтың исемен йөрөтә. Шәхестең изге башланғысын дауам итеп, ауыл халҡы Ислам ҡағиҙәләрен үтәй, Ҡөрьән мәжлестәре үткәрә, күптәр намаҙ уҡый.
Ололарҙан күреп, дин тәғлимәттәрен өйрәнгән, аят-сүрәләр ятлаған уҡыусы малайҙар менән танышабыҙ. Улар – Фәнил Йәрмөхәмәтов, Айбулат Юлдашкилдин, Иҙел Ҡасҡынов һәм Ислам Аҙнағолов. Йәш быуын ауыл мәзиненән төрлө дини һабаҡ ала.
Мәсеттең ҡатын-ҡыҙ өсөн тәғәйенләнгән яғында ауылдың иң өлкән кешеһе, 83 йәшлек Мәстүрә инәй Ҡарасуринаны ла тап иттек. Төҫ ташламаған дәртле инәй, ҡулына тәсбихен тотоп, моңло тауышы менән мөнәжәттәр әйтә ине.
Ысынлап та, бөгөн ауылдарҙа мәсеттәрҙең ҡайтанан асылыуы халыҡты насар ғәҙәттәрҙән арындыра, эскелектән ҡурсалай. Тәрбиә эшендә диндең ни тиклем ҙур көскә эйә икәнлеген бөгөн бер кем дә инҡар итә алмаҫ.
Эшселәре “Башҡортостан”ды уҡыясаҡТөпкөл халҡының төп проблемаларының береһе – эшһеҙлек. Ишей ауылында заманында көслө урман хужалығы эшләгән. Әммә, донъялар бер аҙ буталып, ағас эшкәртеү сәнәғәте юҡҡа сыҡҡас, ауыл халҡы юғалып ҡалған. Тап шул мәлдә Ишейҙә Баймаҡтан шәхси эшҡыуар Анатолий Филин үҙ эшен асҡан. Әле уның урман участкаһында 25 кеше хеҙмәт итә. Эшселәрҙең барыһы ла ошо ауылдан. Йүнселдең 17 берәмек техникаһы, шәхси янғын һүндереү машинаһы бар.
Район хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов бер һабантуйҙа Анатолий Филинға бүләк тапшырған ваҡытта эшҡыуарҙың шаяртыпмы, әллә ысынлапмы “Ишейгә хеҙмәт итәм!” тигәнен ишетеп, аптырап ҡалғайным. Әле иһә тынғыһыҙ йүнсел менән аралашҡанда был һүҙҙәрҙең ихлас күңелдән әйтелгәненә инандым, сөнки күп осраҡта ауылға ситтән килгән эшҡыуарға ҡарата урындағы халыҡ икенсерәк ҡарашта була. Имеш, ул ошо ерҙәге байлыҡ һәм ҡул көсө файҙаһына күтәрелә, төйәк, уның кешеләре өсөн бер ни ҙә эшләмәй. Ә бына Филин хаҡында улай тимәй ишейҙәр. Баймаҡ урыҫы ауылдың социаль инфраструктураһын үҫтереүгә тос өлөш индерә, төрлө сараларҙың даими бағыусыһы булараҡ сығыш яһай, ауылдың тотҡаһына әйләнгән. Анатолий Александрович Белем һәм Өлкән йәштәгеләр көнөнә махсус бүләктәр тарата, мәктәпте йылытыуға үҙенең диләнкәһенән утын бүлә, техникаһы менән даими ярҙам итә. Райондан ситтә ятһалар ҙа, ҡыш көндәрендә юлһыҙ ултырмай ишейҙәр, Филиндың хәстәрлеге арҡаһында көрт ҡаплаған юл “һә” тигәнсә таҙартыла. Үҙенең хеҙмәткәрҙәрен “Башҡортостан” гәзитенә яҙҙырырға ла һүҙ бирҙе урман меценаты.
Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: Анатолий Александрович ауылда ағас эшкәртеү менән шөғөлләнгәндәргә лә ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәтә. Мәҫәлән, ҡасандыр үҙе ҡуртымға алған урмандан ағас йығырға рөхсәт итә, техникаһын да биреп ебәрә.
Йүнселдең хеҙмәткәрҙәре менән яҡындан танышырға булдыҡ. Ошонда ун йылға яҡын эшләгән Юнир Ҡарасурин, Винер Иҫәнбаев һәм Булат Кулибаев шарттарҙан бик ҡәнәғәт.
– Хужабыҙ эш хаҡын ваҡытында, яҡшы түләй. Ҡайҙалыр ҡырға йөрөгәнсе, ауылда тир түгеүең мең артыҡ, – ти улар.
Артабан ауылдың киләсәген хәстәрләр егеттәрҙең береһе Илдус Абдрахмановтың ихатаһына килеп туҡтаныҡ. Ҡапҡа ишеген асыу менән танауға ҡарағас, сайыр еҫе килеп бәрелде. Бында ла эш ҡайнай: эшселәр бүрәнәләрҙән таҡта яра.
Илдус ошо ауылда тыуып үҫкән. Атаһының кәңәше буйынса 2006 йылда таҡта ярыу цехы асҡан, ун кешене эшле иткән. Ҡатыны Илүзә Булат ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләйҙәр.
– Көнөнә һигеҙ кубометр ағас етештерәбеҙ, әҙер продукцияны Ырымбур өлкәһенән килеп алалар, – ти йәш эшҡыуар. – Киләсәктә эште тағы ла киңәйтеү ниәте менән янам.
Илгиз Абдрахманов та үҙенең хеҙмәткәрҙәрен гәзиткә яҙҙырырға һүҙ бирҙе. Рухлы, дәртле егеттәребеҙ бөтмәгән әле!
Ҡомалаҡлы икмәк тәмеҠомалаҡлы икмәк бигерәк тәмле, хуш еҫле шул! Ә Ишейҙә уны һәр өйҙә тиерлек бешерәләр. Берҙән, район үҙәгенән килтерелгән икмәкте алғансы, мейестә бешкән әпәкәй күпкә тәмлерәк тә, файҙалыраҡ та. Икенсенән, ауылға “зәңгәр ут” үтмәгәнлектән, һәр йорт мейес менән йылытыла.
Икмәк бешереү оҫтаһы Алтынбикә Ҡарасуринаның өйөнә ингәндә, хужабикә яңы ғына бешкән әпәкәйҙе табанан алып йөрөй ине.
– Икмәкте аҙнаһына бер-ике тапҡыр һалам. Балалар ялға ҡайтһа, күберәк баҫам, – тип серҙәре менән уртаҡлашты ул.
Биш балаға ғүмер бүләк иткән Алтынбикә менән Йыһаннур Ҡарасуриндар әле үҙҙәре генә донъя көтә. Кәртә тултырып мал аҫрай, ҡош-ҡорт тоталар. Ауылда иң абруйлы ғаиләләрҙең береһе улар. Үҙҙәре әйтмешләй, ҡарттарса ғына донъя көткән Ҡарасуриндар кеүек парҙар ауылды йәмләй, уны һаҡлай һәм тотоп килә.
Аһ-зар ҙа юҡ түгел...Ситтән ҡарағанда, ысынлап та, ауыл халҡы матур йәшәй. Урамдар төҙөк, йорттар күркәм, һәр кемдең ихатаһы тәртиптә, тирә-яҡ таҙа. Әммә ишейҙәрҙең дә күңелен әрнеткән мәсьәләләр юҡ түгел. Иң төп проблемаларының береһе – нисек тә мәктәпте һаҡлап алып ҡалыу. Йыл һайын уҡыу йылы аҙағында күп ата-әсә: “Баламды ҡайҙа бирермен?” – тип борсола башлай. Мәктәп киләһе уҡыу йылында ябыламы-юҡмы икәнен етәкселәргә ниңә алдан аныҡ ҡына әйтмәҫкә?! Үҙәктән 90 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан белем усағын ябыуҙан кемгә файҙа булыр һуң?
Егерменсе быуатҡа аяҡ баҫһаҡ та, Ишейҙә әлегә тиклем кәрәҙле телефондан файҙаланып булмай. Һәр йортҡа тиерлек интернет тоташтырылған ваҡытта был мәсьәләне хәл итеү мөмкиндер бит. Ауыл халҡы шулай уҡ почта бүлексәһенең ябылғанына зарлана, уны кире асыуҙарын һорай. Электр утына түләү, гәзиткә яҙылыу өсөн дә бер көнөңдө сарыф итеп, етмәһә, транспорт эҙләп, ҡайҙалыр барып йөрөүе анһат түгел шул, бигерәк тә өлкәндәр өсөн.
Күктәкә һәм Ишей йылғалары аша һалынған күпер емерек хәлдә, уны ремонтлау – күптән өлгөргән мәсьәлә. Әммә боҙ урынынан ҡуҙғалмай. Күперҙе йыл һайын яҙ көнө ауыл халҡы үҙ көсө менән бер аҙ йүнәтә лә, шуның менән вәссәләм. Етәкселәр ауыл халҡының зарына ҡасан ҡолаҡ һалыр?
Ауыл халҡын шулай уҡ шәхси хужалыҡтарҙа етештерелгән продукцияны һатып булмау мәсьәләһе борсой. Аҙна һайын майыңды, һөт-ҡаймағыңды баҙарға алып барыу ҙа файҙа бирмәй: тауар йә үтә, йә юҡ. Күп ауылдарҙағы кеүек, урынға килеп, күмәртәләп йыйып алыусылар юҡ, сөнки ара бигерәк алыҫ. Өҫтәүенә мал тотҡандар айыу-бүренән дә зыян күрә. Етәкселәр ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары хаҡында уйланһын ине.
Төпкөл ауылда төпләнгәндәргә һәйкәл ҡуйырлыҡ. Бынамын тигән итеп донъя көтөп, күпләп балалар үҫтереп, уларҙы үҙ көсө менән уҡытып, кеше итеп, иң мөһиме – тыуған илен, халҡын, милләтен яратҡан патриоттар итеп тәрбиәләй алғандары, ейән-ейәнсәрҙәренә үҙ телендә өндәшә алыуҙары менән дә күптәргә өлгө һәм үрнәк улар. Тап шундай төпкөл ауылдарҙа илде тотор, ирҙе дан итер кешеләр тыуа. Ишейҙәр ҙә үҙҙәренең данлыҡлы шәхестәре менән хаҡлы ғорурлана. Улар – Баймаҡ районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Радмир Иҫәнбаев, “Һаҡмар” гәзите мөхәррире Замир Сәфәрғәлин, өмөтлө йәш йырсылар Иршат Ҡарасурин, Илгиз менән Илшат Абдрахмановтар, оҙаҡ йылдар урындағы пенсия идаралығына етәкселек иткән Роза Мараканова һәм башҡалар.