Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡайҙа ла бер үк тормош. Шулай ҙа...
Ҡайҙа ла  бер үк тормош. Шулай ҙа... Тәртип башы — таҙалыҡ
Беҙҙә, ғәҙәттә, подъездар ҡот осҡос хәлдә. Ләкин фатир ишеген асып керҙеңме, ялтлап тора! Сөнки подъезд – дөйөм милек, ә фати­рың — шәхси. Беҙҙә әле һаман да уртаҡ ми­леккә яуапһыҙ ҡарау онотолмай. Был, күрәһең, ҡаныбыҙға һеңгәндер.
Ауылдарҙа йылға-күл буйҙарына сүп түгеү, машинаға тейәп ҡый алып барып ауҙарыу ғәҙәти хәл иҫәпләнә. Нисек инде үҙең йәшәгән, һыуын эскән ергә сүп-сар ташламаҡ кәрәк? Бында һәр ҡасаба өйөндә һыу таҙартҡыс ҡоролмалары эшләй, үткәргестән, бәҙрәфтән аҡҡан бысраҡ һыу таҙартылмайынса ағыҙыл­май. Йорттарға газ, эҫе һәм һыуыҡ һыу үт­кә­релгән. Һәр ғаиләнең үҙ сүп һауыты бар, уның өсөн йылына ауыл хакимиәтенә кеше башына 500 крон (1 мең һум) аҡса түләнә. Йорт-ҡа­ралты тирәһендә сүп-сары күп бул­ған­дарҙың ҡыйын аҙнаһына бер тапҡыр йыйып, ситкә сығаралар.
Ауыл биләмәһендәге юлдарға тулыһынса асфальт түшәлгән. Дәүләт, ауыл-ҡасаба ҡара­мағындағы юлдар бар. Һәр ҡайһыһы хужа булып, уның төҙөклөгөн тәьмин итә. Бөтә ерҙә таҙалыҡ, бөхтәлек. Шуға күрә тышта йөрөгән аяҡ кейеме менән түргә үтһәң дә, бысраҡ юҡ. Һәр йорт хужаһы үҙ биләмәһен һәм йорт алдын һеперә, эргәнән үткән тротуарҙы ла – бының өсөн бер ниндәй ҙә йорт идаралығы хеҙмәткәре тотолмай.

Бүлгеләп идара итеү

Чехияла ил 14 крайға бүленгән. Көньяҡ Моравия, Высочина, Острова, Пардубицы һәм башҡалар. Һәр береһенең үҙ юлы бар. Ҡасаба-ауыл юлдарын үҙҙәре ҡарай, улар: “Их, быларҙың ауылы ниндәй таҙа, ошондай ерҙә йәшәһәң ине!” — тип һоҡланырлыҡ булһын өсөн тырыша. Бындай ауыл-ҡасабалар һанын арттырыу өсөн йыл һайын төрлө ярыш, фес­тивалдәр уҙғарыла. Юғары исемде яулаған ауылдың даны тиҙ арала бөтә илгә тарала.
Крайҙар райондарға бүленә. Бүлеп идара итеү Европала ҡулайлы иҫәпләнә. Былай социаль мәсьәләләрҙе атҡарыу күпкә еңел тип иҫәпләнә. Ләкин килемдең иң күбе һалымдар­ҙан килә. Бәләкәй генә миҫал килтерәм. Ҡурсаулыҡҡа, мәҫәлән, туристар йәки ошонда йәшәгәндәргә ситтән ҡунаҡтар килә икән, ауыл биләмәһенә аҡса индерәһең.
Социаль проблемаларҙы хәл итеү өсөн дәүләт бюджетынан аҡса бүленә. Ул халыҡ иҫәбенә ҡарап бүленә. Миҫалға Праганы ал­һаҡ, илдең баш ҡалаһына иң күп өлөш тура килә. Шул уҡ ваҡытта Прага туризм арҡылы ҙур аҡса эшләй. Чехияла бөтә ҡалалар ҙа бюджет аҡсаһына йәшәй, ләкин сәйәхәт итеүҙән ҙур табыш алалар. Тик Рәсәй туристары ғына Прагаға йөҙәр миллионлап табыш килтерә. Беҙ йәшәгән ҡурсаулыҡта ла улар өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған: асфальт юлдар, кемп, бензин колонкалары, бассейн, ресторан, да­рыу­ха­на, магазиндар эшләй. Ҡайһы берәүҙәр, туристар­ға йәйен фатирын тапшырып, өҫтәмә килем дә ала.
Сит ил кешеләре сүп-сар, буш һыра шешә­ләре ташлап, сәскә, һирәк осрай торған ағас-ҡыуаҡтарҙы тапап китмәй, сөнки тәртип боҙ­ған­дарға ҙур штраф ҡаралған. Урманда сүп-сар өсөн махсус һауыттар ҡуйылған.
Һәр ҡала, ауыл, ҡасабаның үҙ полицияһы, юрисы бар. Улар төрлө функция башҡара. Кемдер енәйәт эшен күҙәтә икән, икенсеһе һаҡлай, өсөнсөһө юл ҡағиҙәләрен боҙғандар менән эшләй.
Европалағы элекке социалистик илдәрҙә — Чехословакия, Польша, Венгрия, Румыния, Болгарияла – колхоздар уҙған быуаттың 50-се йылдарында ойош­торола һәм социализм тарҡалғансы йә­шәй. Ләкин беҙҙә, Башҡорт­останда, һаҡлап алып ҡалынған кеүек, бында ла колхоздарҙы тарҡатмағандар, тик уларҙың формаһы ғына икенсе. Чехия яландарында кукуруз, рапс, ҡарабойҙай, картуф, бойҙай, арыш, арпа үҫтерелә, иген баҫыуҙарын ойошоп эшләгән фермерҙар эшкәртә.
Европа ауылдарында халыҡ мал, ҡош-ҡорт аҫрамай. Улай йәшәү үтә ҡиммәткә төшә. Шуны иҫәпкә алып, халыҡ мал тотоу хеҙмәтен фер­мерҙарға тапшырған, үҙе иһә ауылда йәшәһә лә, ҡалала торған кеүек хис итә. Уның ҡарауы, ауыл-ҡасаба кешеһе һау­лы­ғын һаҡлай: эштән һуң спорт менән шөғөлләнә, ял көндәрендә ғаиләһе менән ресторанға барып ултыра, өйөндә ашарға бешермәй.
Әгәр ҡуян, тауыҡ-себеш аҫрайым, тиһәң, рәхим ит, тик йылҡы малы тотҡандар бөтөнләй юҡ. Яландарҙа мал үҙ иркенә йөрөмәй. Кем рөхсәт алған, үҙ ерендә генә ҡарай. Фер­мерҙар колхоз һыйырҙарын тәбиғәт ҡосағына алып сығып һимертергә теләй икән, малды барғанда ла, ҡайтҡанда ла машинала илтә. Ул саҡта һыйырҙарҙың ауырлығы ла кәмемәй.
Социализм тарҡалғандан һуң халыҡҡа ата-бабаларынан ҡалған тартып алынған ерҙәрен, замоктарын кире ҡайтарғандар. Шуға күрә Чехияла шәхси милектәге лә, дәүләт ҡарамағын­дағы ерҙәр ҙә бар. Урмандар менән дә шулай. Кемдеңдер урман-һыуы, күле бар икән, ул шуны ҡарап, үҙ ерендәге тәртип өсөн яуап бирә. Мәҫәлән, берәүҙең биләмәһе аша тимер юлы үтә, ти. Тимәк, ер хужаһы урманында үҫкән йөҙйәшәр шыршыларҙың поезд юлына ауып төшмәүен дә күҙәтергә тейеш, сөнки берәй бәлә-ҡаза була ҡалһа, быға ул яуаплы.
Бында газ һәм электр энергияһы бик ҡиммәт тора. Шуға күрә хатта ХХI быуатта ла утын яғалар. Мәсьәләнең икенсе яғы: газ, электр энергияһы ваҡытлыса туҡтатылһа, утын менән йылыла ултырыу мөмкинлеге юғалмай. Ләкин Европа мейестәрен беҙҙәгеләр менән сағыш­тырыу урынһыҙ: бында иңе-буйы бер метрҙан артмаған Канада мейестәре ике ҡатлы йортто ла йылыта. Мейес таҙартҡан оҫталар шул шөғөлө арҡаһында бына тигән итеп йәшәй.

Һаулыҡ һаҡлау

Илдә бөтәһе 6 меңдән ашыу ҡала, ҡасаба һәм ауыл бар. Шуларға 60 меңдән ашыу бассейн тура килә. Халыҡ һаулығына ҙур иғтибар бүленә. Һаулыҡ булһа, барыһы ла була икән­леген балаға йәштән һеңдерәләр. Йәш ғаи­лә­ләр, олатай-өләсәйҙәр балалары, ейән-ейән­сәрҙә­ре менән эштән һуң һәм ял көндәре роликта, велосипедта йөрөй, башланғыс класс малай­ҙары футбол уйнай.
Табиптар эш хаҡын ауырыу һанына ҡарап ала. Сифатлы хеҙмәтләндереү төп урында тора.

Мәктәп белем
усағы булһа ла...


Балалар аҡса эшләй белә. Унда уҡыусы­ларҙы эшҡыуарлыҡҡа бәләкәйҙән өйрә­тәләр. Мәҫәлән, улар төрлө дини байрамдарҙа ауыл мәҙәниәт һарайында ниндәйҙер күңелле сара, йола байрамдарын, концерт-спектакл­дәрҙе аҡсаға күрһәтә. Билет хаҡы ҡиммәт тү­гел, ләкин халыҡ теләп йөрөй, сөнки үҙ ба­лала­рының аҡса эшләргә өйрәнеүен хуплай. Мәктәп аш­ханаһында юғары класс уҡыусыла­ры өйөндә бешерергә теләмәгән, өлгөрмәгән хужабикәләргә ни теләй, шуны әҙерләп, илтеп үк бирә.
Пенсионерҙар өсөн ҡасабала “Синьорҙар клубы” эшләй. Йәштәр уларға төрлө түләүле байрамдар уҙғара, ашханала заказдар буйынса ашарға бешереп тарата.
Ауыл мәктәбендә юғары категориялы уҡы­тыусылар эшләй, улар конкурс нигеҙендә генә ҡабул ителә. Мәктәпте ата-әсә үҙе һайлай. Уҡытыусы һөнәрен һайлағандар, ғәҙәттә, ике-өс йүнәлеште алып бара, мәҫәлән, бер үк ваҡытта хеҙмәт, йыр уҡытыусыһы ла, биолог та булырға мөмкин. Вуздарҙа белгестәрҙе киләсәктә ниндәй һөнәр күберәк кәрәк, ҡайһы­ларына ихтыяж буласаҡ – шуны иҫтә тотоп әҙерләйҙәр.
Мәктәптә спортҡа ҙур иғтибар бирелә. Дәрестәрҙән һуң урамда бушҡа ваҡыт уҙғарған бер уҡыу­сыны ла күрмәҫһең: һәр береһе ниндәйҙер түңәрәктә шөғөлләнә. Балалар баҡ­са­һында кескәйҙәрҙе урманда, урамда үҙ-үҙең­де тоторға, иҫәнләшергә, юл ҡағиҙәләрен кү­ҙә­тергә өйрә­тәләр. Ҡасабала бер нисә светофор ҡуйылған, видеокүҙәткестәр ҙә бар.
Мин, мәҫәлән, сит ил кешеһемен, шуға ҡарамаҫтан, олоһо ла, кесеһе лә йылмайып һаулыҡ ҡушып үтә – был ябай чех ауылында ғәҙәти күренеш һанала.
Бәләкәй мәктәп проблемалары шул уҡ ҙур белем усаҡтарыныҡы кеүек үк. Башланғыс мәктәпте тамамлаған бала барыбер ҡайҙалыр йөрөп уҡырға тейеш була. Тимәк, башта уҡ бер урынға өйрәнеү ҡулайлыраҡ. Ошоно иҫәпкә алып, бәләкәй ауылдарҙа йәшәгән балаларҙы автобуста килтереп, кире алып ҡайталар. Бәләкәй ауылдар ҙа һаҡлана, балалар ҙа уҡый.
Йомғаҡлау һүҙендә шуны әйтер инем: әл­биттә, Чехия менән Башҡортостанды бер ҡа­лыпҡа һалып сағыштырып булмай. Һәр илдең үҙ ресурсы, үҙ ҡағиҙәһе, географик шарттары бар. Шулай ҙа ниндәйҙер һығымталар яһарға мөмкиндер, тип уйлайым. Фәһем алыр күре­нештәр ҙә етерлек.

Миләүшә ГОДБОДЬ,
Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы.




Район: Чехия.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 770

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873