Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Аҫрайбыҙ, сәсәбеҙ. Ләкин...
Аҫрайбыҙ, сәсәбеҙ. Ләкин...
Үткән аҙна башында ауылдашым шылтыратты.
— Был ял көндәрендә Өфөгә ҡаҙ һатырға барырға ине. Үҫтереүен үҫтерҙек тә, хәҙер продукцияны үткәрә алмай йонсойбоҙ. Ауыл кешеһенең шул инде... — тип күңелендәгеһен теҙеп алып китте ул.
— Ниңә яҡынлата Стәрлетамаҡҡа ғына бармайһығыҙ? Юғиһә бензины, транспорт хаҡы ҡиммәткә төшә бит, — тим.
— Беҙҙең яҡта йәрминкәләр күптән тамамланды. Ярай әле быйыл баш ҡала етәкселеге Яңы йылға тиклем һатырға рөхсәт биргән. Юҡһа, былтыр һемәйҙек бит — ҡаҙҙарҙы аҡсаға әйләндерә алмай йонсоноҡ. Аңлап тораһың, ул — Яңы йыл табыны ҡошо. Ошо мәлдә һатып ҡалмаһаң, аҙаҡ ауыр буласаҡ...
Ауылдашым менән йәрминкәлә осрашырға һөйләштек.

... Баш ҡаланың Йәштәр һарайы алдындағы майҙансыҡ гөж килеп тора. Нимә генә һатмайҙар! Берәүҙәр төрлөһөнән ит тәҡдим итә, икенселәр балын, йәшелсәһен алып сыҡҡан. Теләгәндәргә хатта быйма, йылы ойоҡбаштар ҙа бар.
Ауылдашымды тиҙ таптым. Һатыуы бара. Шулай ҙа кәйефе төшкән.
— Ветеринария станцияһы хеҙмәткәрҙәре килеп, шелтә биреп китте. Йөк машинаһы санитария ҡағиҙәләре талаптарына яуап бирмәй. Уны махсус йыһазландырырға кәрәк, тиҙәр. Ярай әле штраф сәпәмәнеләр. Тағы шулай килһәң, башҡасараҡ һөйләшәсәкбеҙ, тинеләр. Үҙ транспортым булһа, мәсьәләне күптән хәл итеп ҡуйыр инем дә ул. Йәрминкәгә сыҡҡан һайын кемделер ялларға тура килә. Һәр ҡайһыһының техникаһын йыһазландырып булмай ҙа. Шуға аптырап торам әле, — тип ҡаршы алды ул мине.
Дөрөҫөн әйткәндә, ниндәй кәңәш бирергә лә белмәнем.
Ауылдашым ҡаҙҙарын “осорған” арала йәрминкәне күреп сыҡтым.
Ауырғазы районының Мостафа ауылынан Әмир Сәлихов тана, үгеҙ итен алып килгән. Йомшаҡ ерҙәрен — 270 һумға, һөйәклерәктәрен 200-гә лә тәҡдим итә.
— Файҙаһы ҡаламы һуң? — тип һораным әңгәмәсемдән.
— Үҙебеҙгә етә, — ти ул баҫалҡы ғына.
— Шулай ҙа?..
— Малды тәрбиәләүгә бүленгән сығымдарҙы иҫәпләй китһәң, байтаҡ килеп сыға, әлбиттә. Фуражын, игенен һатып алабыҙ. Центнерын 700 һумдан ғына алғанда ла, һимертергә бәйләнгән малға көнөнә кәмендә биш килограмм фураж кәрәк. Шунан һанағыҙ инде...
— Тимәк, бер центнер игенде 20 көнгә тип алғанда ла...
— Айына бер баш малға бер мең һум сығып китә. Унан һуң бесәне... Күмәк малға үҙең генә өлгөрөп тә булмай, кеше ҡушырға тура килә. Ә бөгөн кем бушҡа эшләһен? Ҡайҙа ла аҡса кәрәк.
— Ә тиреһен ни эшләтәһегеҙ?
— Районда заготконтора бар, шунда тапшырабыҙ. Хаҡы ла ҡәнәғәтләнерлек. Үгеҙ тиреһен, мәҫәлән, килоһын 45 һумдан алалар.
— Ә йәрминкәләрҙең файҙаһы бармы?
— Әлбиттә. Итте алыпһатарҙарға түбән хаҡҡа биреп ебәргәнсе, үҙең һатҡан яҡшы инде ул.
Йәрминкәлә бал һатыусылар ҙа күп ине. Нуриман районынан Шамил Юлдашев, мәҫәлән, һатыуға тип ике феләк “тәмлекәс” килтергән.
— Өйҙән генә һатып бөтөү мөмкин түгел. Хәҙер бал күп, шуға уны аҡсаға әйләндереүе лә ауыр, — ти ул.
— Умарталарығыҙ күпме?
— 150 баш. Әммә әлеге лә баяғы һатыу мәсьәләһе арҡаһында мөмкинлектәрҙе тулы ҡеүәттә файҙалана алмайбыҙ. Үҙебеҙгә етерлек бал йыябыҙ ҙа шуның менән вәссәләм.
— Элегерәк умартасыларҙы бындай проблемалар борсомай ине, буғай.
— Хәҙер бит был кәсеп менән шөғөлләнеүселәр ҙә күп. Өҫтәүенә уҙған быуаттың 90-сы йылдарында райондарҙа заготконторалар гөрләп эшләне. Артыҡ балды шунда тапшыра торғайныҡ. Бөгөн дә кәрәк ундай ҡабул итеү пункттары. Халыҡтың стимулы булыр ине. Юҡһа, бөгөн эш башларҙан алда балды ҡайҙа, кемгә һатырға тип баш ватаһың...
Ғөмүмән, йәрминкәлә ауыл кешеһенең тырышлығына, сабырлығына тағы бер тапҡыр инандым. Мәҫәлән, Архангел районынан Искәндәр Кәримов үҙ баҡсаһында ғына бер тоннанан ашыу кәбеҫтә үҫтереп алған; Шишмә ҡасабаһынан Фәйрүзә Искәндәрова йәйен йыйып алған дарыу үләндәрен, миндек, киптерелгән емеш-еләк алып сыҡҡан. Иң мөһиме – берәү ҙә юҡлыҡҡа, эшһеҙлеккә зарланмай.
Йәрминкә күрергә килгән Асия апайҙан: “Хаҡтар тешләшмәйме?” – тип һорағас, ул:
— Хаҡына ҡарамайым. Бында таҙа, сифатлы, тәмле ризыҡ тәҡдим итәләр. Үҙ еребеҙҙә үҫкәнен, үҙ халҡым тәрбиәләгәнен, — тигәйне. Килешмәй булдыра алмайым.
Ауылдашым йәрминкәнән ҡәнәғәт ҡалды. Тик киләһе ял көндәрендә килеү-килмәүен генә асыҡ әйтә алманы. Машина булһа, санитария ҡағиҙәләре талаптарына яуап бирерлеге табылһа, хаҡына килешкән водитель килеп сыҡһа...


Автор: Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә