Һуңғы йылдарҙа патронат тәрбиәгә бала алыусылар күбәйҙе. Икене, өстө, хатта дүртте… Быға сәбәп тә бар шул. Бөгөн етемдәр һаны хатта һуғыш осоро йылдарындағынан да артып китте. Ҡайҙа ҡарама — балалар йорттары, социаль приюттар. Өләсәһендә үҫкән малай-ҡыҙҙар бихисап. Ҡыҙыҡһына башлаһаң, уларҙың бер нисәүһе генә үкһеҙ етем. Ҡалғандарының ата-әсәһе сабыйҙарын шешәгә алмаштырған…
Командировкаларҙа йөрөгәндә, патронат тәрбиәгә бала алыусылар хаҡында йыш ишетергә, күрергә тура килә. Кемдер уларҙы хуплай, икенселәр өнәп бөтмәй.
— Аҡсаһына ҡыҙығып алалар инде, — тиҙәр.
— Йорт-ҡурала эшләтергә кеше кәрәк тәһә. Үҙеңдеке баш тартһа ла, етемде тыңлатыуы анһат ул, уның яҡлаусыһы бармы? Законлы ҡоллоҡ, — тип тә ебәрә икенселәре.
Утһыҙ төтөн булмай, тигән боронғолар. Халыҡ менән аралашҡанда был һүҙҙең буш түгеллеген аңлайһың. Йәй көнө бер ауылда иркен генә йорт алдында бәпкә көтөп йөрөгән туғыҙ-ун йәштәрҙәге йонсоу ғына йөҙлө ҡыҙға иғтибар иттем.
— Ни хәл, бәпкә көтөп буламы? – тигән һорауға ул теләр-теләмәҫ кенә яуап бирҙе.
— Була.
Каникул мәлендә уйнап-көлөр саҡта ғына был бала ниндәй хәсрәткә төшкән? Өҫтөндәге оҙон күлдәге уңып, иҫкереп бөткән, кофтаһы керләнгән, башындағы яулығы ла сепрәккә әйләнгән. Хәҙер ауылдарҙа ла бит балалар тәтәй кеүек кейенә.
— Ата-әсәһе эсәме әллә? – тип һораным юлдашымдан.
— Ошо йортта йәшәүселәр патронат тәрбиәгә алған ҡыҙ. Тағы ике һеңлеһе лә бар. — Танышым улар хаҡында байтаҡ хәбәр теҙҙе. — Ҡуй инде, был патронат тигәндәре законлы ҡоллоҡ инде. Ышанаһыңмы-юҡмы, шул баланы таңғы етенән бәпкә көтөргә сығаралар. Береһенән-береһе бәләкәй ике һеңлеһе лә уның ҡарамағында. Бер көндә ауыл уртаһынан аҡҡан шишмәлә һеңлеләрен йыуындырыуын күреп, үҙем өшөп киттем. Ҡыҙыҡай “кире приютҡа ҡайтҡым килә, унда рәхәт ине, бында әсәйем туҡмай” тип тә әйткән. Ҡатын үҙе уҡытыусы бит әле.
— Ниңә ауыл Советына йәки район үҙәгендәге тейешле ойошмаға хәбәр итмәйһегеҙ һуң? – тип һорайым.
— Ҡуй, ишетһәләр ҙә, беҙҙән ишетмәһендәр, хаслыҡ ҡылырҙар.
Аҙаҡ йәнә ауылдағы бер нисә кеше менән ошо хаҡта һөйләштем. Улар ҙа:
— Кит, яманатлы булырһың. Уларҙың ике туған апаһы район үҙәгендә “йылы” урында эшләй. Ҡарға күҙен ҡарға суҡыймы ни, бушҡа ғәйепле булып ҡалырһың, — тиеү менән сикләнде.
Патронат тәрбиә. Элек ишетеп тә белмәгән был һүҙбәйләнеш бөгөн тормошобоҙҙа ныҡлы урын алды. Белгестәр уны ҡараусыһыҙ ҡалған сабыйҙарҙы ғаиләлә тәрбиәләүҙең уңайлы бер алымы тип ҡарай. Имеш, улар үҙенә яңы атай-әсәй наҙы тойоп, йорт-ҡура тирәһендә эшкә өйрәнеп, йәмғиәткә кәрәкле кеше булып үҫә. Эш тәрбиәһе тигән алым яҡлаусыһыҙ етем бала өсөн үтә ауырға төшмәйме икән? Туғыҙ, ун йәшлек балалар күп осраҡта бушлай эшсе көсөнә әүерелә түгелме һуң? Һыйыр аҫтын таҙарталар, көтөү көтәләр. Көтөү тигәндәй, бер танышым 12 йәшлек малайҙың оҙон йәй буйына, таң һарыһынан кис төшкәнсе, һарыҡ көтөүе хаҡында һөйләгәйне.
Бер ҡараһаң, был дөрөҫ тә һымаҡ. Хатта ошо юл менән ауылдарҙа мәктәпте ябылыуҙан һаҡлап ҡалыу осраҡтары бар. Мәҫәлән, Туймазы районының Соҡаҙыбаш ауылында бөгөн тап ошо арҡала белем усағына йоҙаҡ эленмәгән.
Әҙәм балаһы алма түгел: уны белеү өсөн ярып ҡарап булмай. Кеше – ғүмер буйы өйрәнеп тә, аңлап бөтә алмаҫлыҡ сер йомғағы кеүек ул. Тәрбиәгә бала бирер алдынан ауыл Советтары, күршеләре биргән ҡылыҡһырламаның да күп ваҡытта ысынбарлыҡҡа тап килмәүе ихтимал. Махсус органдар ғаиләнең йәшәү рәүешен, донъя тирәһен тикшерә, ҡарай. Йыш ҡына беҙ йорт-ҡаралтылары төҙөк, матур, таҙа булыуына ҡарап ҡына һығымта сығарырға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Имеш, был йортта эшсән, эске менән мауыҡмаған, алама ғәҙәттәре булмаған лайыҡлы ғаилә йәшәй. Ә уларҙың эске күңеле, рухи донъяһы, ят бауырға тейешле наҙ, йөрәк йылыһын бирә алырҙай һәләткә эйә булыу-булмауы башҡа ла инеп сыҡмай. Әкиәттәрҙәге үгәй әсәй образы ла тиктомалдан тыумаған бит. Бер танышым үгәй ҡулында үҫеүе, өйҙәге аҙыҡ-түлекте бикләп ҡуйыуы, хатта атаһын уларға ҡаршы ҡотортоуы хаҡында илай-илай һөйләгәйне.
Бынан бер нисә йыл элек Кушнаренко районында булған фажиғә иҫегеҙҙәлер: тәрбиәгә алған кескәй генә малайҙы туҡмап үлтерҙеләр. Аҙаҡ “Өмет” гәзите журналисы шул ауылға барып, магазинда ла, почтала ла булып, теге ғаилә хаҡында халыҡтан һораша. Барыһы ла “белмәйем” тигәнерәк яуап менән сикләнә. Аңлашыла: беренсенән, ауылда уларға әҙәмсә низағһыҙ йәшәргә кәрәк, икенсенән, теге йәки был ғаиләнең эске донъяһын, балаларға мөнәсәбәтен белеп бөтөү мөмкин түгел.
Дөрөҫ, опека һәм попечителлек органдары тәрбиәгә бала алған ғаиләләрҙе йылына ике тапҡыр тикшерә, йәшәү рәүеше менән таныша, балалар менән әңгәмәләшә. Әммә был осраҡта опекундан рәнйетелгән баланың барыһын да асып һалыуы шикле. Һәр кем һөйләшеүҙең эҙемтәһен уйлай.
Патронат тәрбиә төрлө уйҙарға һала. Ә һеҙҙең уға мөнәсәбәтегеҙ нисек?