Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәстәрҙәрен йөкмәп үҙ иңендә
Хәстәрҙәрен йөкмәп үҙ иңендә
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ярты йыл ғына ҡалды. Халҡыбыҙҙың уны билдәләүгә ныҡлап әҙерләнгәне көн кеүек асыҡ. Европаны баҫып алып, башҡалар иҫәбенә икеләтә ҡеүәтләнеп килгән фашистар илебеҙҙе иҙеп тапарға, халыҡтарыбыҙҙы юҡ итергә, социализм иленең көлөн күккә осорорға тигән вәхши план менән тыуған еребеҙҙе онтай башлай. Илдең Европа өлөшө харабаларға әйләнә. Бөйөк юлбашсыбыҙҙың сикһеҙ абруйы һәм етәкселеккә һәләте, армияны тота һәм аҡыллы етәкләй белгән полководецтарының алһыҙ-ялһыҙ эшләүе, “Ил өсөн!” тип үҙ ғүмерен йәлләмәй һуғышҡан һалдаттарыбыҙҙың ҡаһарманлығы, “Бөтәһе лә фронт өсөн!” тип йәнтәслим көнөн-төнөн эшләгән тыл халҡының тырышлығы – йәмғеһе дүрт йыл барған ҡот осҡос һуғышты, аяуһыҙ ҡорбандар бирһәк тә, Еңеү менән тамамларға мөмкинлек бирә. Әйтеүе генә анһат – 27 миллион самаһы кеше һәләк булһын әле!


Беҙҙең тиҫтерҙәр – йә атай тигән ғәзиз кешене әле генә тоя башлаған, йә уның кем икәнен дә аңламаған, йә, инә ҡарынында ҡалып, атаһының йөҙөн дә күрмәгән, йөрә­гендә мәңге бүҫкәрмәҫ һағыш йөрөткән ярым етем һәм үкһеҙ етем балалар. Был турала күпме яҙһаң да, аҙ булыр һымаҡ.
Мәҡәләмдең геройы (“герой” тигән һүҙҙе мин һүҙ көсө өсөн генә әйтмәйем) Мэлс Ситдыҡ улы Әүәлбаев – 1939 йылда тыуып, йәш тә туғыҙ айҙа атаһынан ҡалып, бәләкәс кенә көйө төрлө туғандарында йәшәп, шул осор балалары кисергән барлыҡ михнәтте елкә­һендә татыған, һәләтлелеге арҡаһын­да яҡшы белем алып, фән кандидаты булып киткән егет.
Мэлс Әүәлбаев шанлы йылдарҙа Кесе Башҡортостандың баш ҡалаһы булған ҙур һәм данлы Темәс ауылында тыуған. Атаһы Ситдыҡ Мәхмүт улы шәп ҡурайсы, йырсы, бейеүсе була. Әсәһе Ғәрифә лә моңло йырлай торғайны. Һүҙһеҙ, уларҙың һәләте улдарына ла бирелгән.
Яңы ғына бәхетле тормош ҡороп йәшәй башлаған ғаиләләрҙе селпәрәмә килтереп, һуғыш башлана. Ситдыҡ Мәхмүт улы беренсе көндән үк фронтҡа китә. 1941 йыл­дың 15 авгусында 188-се уҡсылар диви­зияһы­ның 580-се уҡсылар штабынан өлкән сержант, политрук Ситдыҡ Әүәлбаевтың иле­беҙ өсөн һуғышта батырҙарса һәләк булыуы тураһында рәсми хәбәр килә. Яңғыҙ улы Мэлс, үҙе ғаиләле, бала-сағалы булып алғас, оҙаҡ йылдар атаһы ерләнгән ҡә­бер­лекте эҙләр… Был турала аҙағыраҡ яҙылыр.
Һуғыш аҙағында Мэлстың ике олатаһы ла, ике өләсәһе лә иҫән ине әле. Атаһы яғынан олатаһы менән өләсәһе атайһыҙ ҡалған ейәнен тәр­биә­ләргә риза булған, әммә малайҙы икенсе өләсәһе үҙенә алып, эшләп йөрөгән улы менән бергә ҡараған. Әсәһе икенсе кешегә тормошҡа сыҡҡан.
1947 йылда беҙ 1-се класҡа уҡырға бар­ҙыҡ, Темәс педучилищеһының база мәктә­бендә уҡыныҡ, уҡытыусылар ҙа арыу ғына булды. 4-се класты бөткән­дә алты һынау би­реп, баш­ланғыс мәк­тәпте тамамлап, ете йыллығында уҡы­ныҡ. Хәте­ремдә, 7-се класта саҡта Мэлсты ма­лайҙар “шофер” ти торғайны – ул аға­һының йөк машинаһын йөрөтөргә өйрәнгән икән. Ошо йылдарҙа уҡ ул гармунда (хромкала) һәйбәт уйнай ине.
Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлап, тиҫтә­нән ашыу бала педучилищеға индек. Те­мәстә ике йыл уҡығас, был уҡыу йорто ябы­лыу сәбәпле, Бе­ло­ретҡа күсерелдек. Бына ошонда Мэлс һабаҡ­таштың күп һә­ләттәре асылды: ул иң һәйбәт рәссам бул­ды, сәхнәнән төшмәй йөрө­гән баянсы ла ул ине, яҡшы спортсы, логик фекерләү та­лап ителгән фәндәрҙән алдынғы уҡыусы ла.
1958 йылда педучилищены тамамлап, диплом алып, армияға китте. Өс йыл хеҙ­мәт итеп, 1961 йылда Мэлс Әүәлбаев Баш­ҡорт­остан ауыл хужалығы институтының ауыл хужалығы произ­водствоһы процестарын механизациялау факультетына уҡырға инә. 1966 йылда уны отличие менән тамамлап сыға.
Дипломлы белгес Башҡортостан ауыл хужа­лығы ғилми-тикшеренеү институтының “Баймаҡ” тәжрибә хужалығы ер эшкәртеү машиналары лабораторияһына инженер-конструктор һәм өлкән ғилми хеҙмәткәр итеп эшкә ебәрелә. Бында ул ер эшкәртеү машиналарын камиллаштырыу буйынса әүҙем эшләй, “Труженик-У” тип аталған һабанға алмаш винтовой корпус эшләүҙә ҡатнаша, был техника, бөтөн һынауҙарҙы уңышлы үтеп, сериялап етеш­тереүгә тәҡ­дим ителә. Унан тыш, “Корпус плуга”, “Плуг” тигән ав­тор­лыҡ таныҡлыҡтары (авторҙары — Әүәл­баев М.С., Хәсәнов Х.К.) алыуы ла уның туҡтауһыҙ ижади эшләүен иҫбатлай.
1973 йылда Мэлс Әүәлбаев Өфөгә ауыл хужалығы институтының механизация бүлеге­нә эшкә күсерелә. Бында инде уға ижади эшләргә тулы мөмкинлек асыла. Ул ОКП-3 ер эшкәртеү ҡоралын эшләүҙә ҡатнаша, ике кеше – М.С. Әүәл­баев менән М.А. Дәү­ләт­шин – авторлыҡ таныҡлы­ғын яҡлай. Был эш ҡоралы (ОКП-3) Мәскәүҙә Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмә­һенә ҡуйыла һәм 1990 йылда М. Әүәлбаев көмөш миҙал менән бүләкләнә. Ошо осорҙа уға “БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем дә бирелә. М. Әүәл­ба­ев 1982 йылда Бөтә Союз уйлап табыу­сылар һәм рациона­лизаторҙар, 1987 йыл­да Бөтә Союз ғилми-техник йәм­ғиәт­тәренең, үҙе эшләгән институттың почет грамоталары менән бүләкләнә.
1998 йылда Мэлс Ситдыҡ улы канди­дат­лыҡ диссертацияһы яҡлай һәм ауыл хужа­лығы фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһен ала. Йәнә Мэлс Әүәлбаевтың иң күркәм яҡтарының береһе – уның оҫта баянсы һәм йырсы булыуы. Белоретта уҡыған сағыбыҙ­ҙа көт­мәгәндә ятаҡҡа гармунсы Мэлс менән виртуоз мандолинасы Рәфҡәт Яруллин килеп инерҙәр ине. Баҡһаң, яңы йыр сыҡ­ҡан икән! Шуның көйөн икәүләп бүлмә һайын шаулатып уйнап сыға торғайнылар. Беҙ хайран ҡалып тыңлар инек.
Әрмелә хеҙмәт иткәндә М. Әүәлбаев баянда уйнау һәләтен һәм йырлау техника­һын камиллаштырып ҡайта. Институтта бер кисә лә унһыҙ үтмәй. Комсомол комитеты ойош­торған агитбригада­ларҙа Мэлс алыш­тыр­ғы­һыҙ баянсы була. “Бохара – Урал” газ үт­кәр­гесе һа­лын­ған яҡтарҙа, Силәбе өлкә­һендә, Баш­ҡортостан, Ырымбур ерҙәрендә, Ташкент ҡалаһында сығыш яһай агитбригада. Эшләй башлағас, Мэлс Ситдыҡ улы ғилми-тик­ше­ренеү институтының үҙешмә­кәр түңәрәген етәкләй. Баймаҡ районы ауылдарында (Буранбай, Мерәҫ, Темәс), Сибай инс­титутында сығыш яһайҙар, призлы урын яулайҙар. Өфөгә күскәс, мәк­тәптәрҙә, “Нефтсе” мәҙәниәт һара­йында, “Аҡ тирмә”лә сығыш яһайҙар.
Мэлс Әүәлбаевтың йырҙарын Фәниә Хә­литова радиоға яҙҙыра. “Илһам” тапшырыуында уның башҡарыуында 14 йыр, шул иҫәптән халҡы­быҙҙың мәшһүр әҫәрҙәренән “Буранбай”, “Сибай”, “Элмәлек” һәм замансалары ла яңғырай. Уны телетап­шырыуҙарға ла яҙғандар. 1996 йылда Мэлс Ситдыҡ улы үҙеш­мәкәр сәнғәт өлкәһендә әүҙем эшләгәне өсөн Башҡортостан Рес­публи­каһының Почет грамо­таһы менән наг­радлана.
Геройыбыҙ ғаиләне лә яҡшы ҡора. Ҡаты­ны Фәнүзә, Нуриман районы ҡыҙы, хаҡлы ялға киткәнсе республиканың Китап пала­таһын­да эшләне һәм “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡ­таулы исемгә лайыҡ булды. Улар ике бала үҫтерҙеләр: ҡыҙ­ҙары Зөһрә Мәскәү технология институтын тамамланы, улдары Азамат – биология фәндәре кандидаты.
Мэлс Әүәлбаев йәш сағынан бар эште ныҡлап уйлап, еренә еткереп башҡарҙы. Йә­ше олоғайғас та, бар нәмәне теүәлләп, һәр эште урын-еренә еткереп йөрөй ул.
Тәүге маҡсаты атаһының ҡәберен эҙ­ләп табыу ине. “Ҡара ҡағыҙ” ҡулда булһа ла, Баш­ҡорт­остандың “Хәтер” китабында Сит­дыҡ Әүәлбаев “хәбәрһеҙ юғалған” тип бил­дәләнә. Мэлс бер нисә тапҡыр Өфө, Тверь, Бөйөк Новгород ҡалала­рының хәрби комиссариаттарына хат яҙа, атаһы ерләнгән урын­ды та­бырға ярҙам итеү­ҙә­рен һорай. Һө­ҙөм­­тәлә яуап килә: атаһы һә­ләк булып, 68 йыл үткәс, ҡәбе­ре­нең ҡайҙа икәнлеге асыҡланған!
Мэлс Сит­дыҡ улы ҡыҙы һәм улы менән юлға сыға. 2009 йылдың 7 авгусында улар­ҙы Находка ауыл Советы хакимиәте баш­лы­ғы Виктор Васильевич Уткин авто­стан­цияла ҡаршы ала. Шунда уҡ элек ҡаты алыш барған Черновка ауылы урынына алып бара. Ауыл инде юҡ. Урман үҫкән. Һуғыш ҡорбандарын арыраҡ бер ергә йыйып күмгәндәр. Унда һуғыш мәлендә медсанбат булған. Находка ауыл Советы билә­мәһендә райондың 38 туғандар ҡә­бер­легенән етәүһе урынлашҡан. Әүәл­баевтар ауыл ха­кимиәте хеҙмәткәрҙәре В. Уткин, В. Александрова, А. Алексеевтар менән туғандар ҡә­берле­генә килә. Гранит плитәлә – һәләк булған 23 һалдаттың исеме. Унда был мәлгә политрук Ситдыҡ Әүәлбаевтың исеме яҙыл­маған була. Хәҙер, һис шикһеҙ, яҙыл­ғандыр, сөнки яугирҙәр табыла тора, таҡтаташҡа теркәлә бара. Ул ҡаңғырыҡ ваҡытта һәләк булғандарҙың исем-шәрифтәре урыҫ кеше­ләре тарафынан хаталы яҙылып бөткән, улар­ҙы ла төҙәтергә кәрәк. Мин атайым эҙенән йөрөгәндә лә ошондай уҡ хәл булды.
Әүәлбаевтар туғандар ҡәберлегенә тере сәскә гөлләмәһе һәм тыуған еренән алып килгән тупраҡты һала. Атай ятҡан ерҙән Те­мәскә алып ҡайтыу өсөн тупраҡ алалар. Артабан ауыл хакимиәте хеҙ­мәт­кәрҙәре Әүәл­­баев­тарҙы совет хәрбиҙәре хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлгә һәм район музейына алып бара.
Был изге эштән һуң да Мэлс Әүәлбаев тыныс­ланып ҡуймай: Темәскә барып, Аҡ­морон зыяратына атаһы ятҡан Черновка тупрағын күмеп, рәшәткә ултырттырып, ғәзиз кешеһенең һүрәте ҡуйылған мәр­мәр таҡтаташ ҡуйҙырта. Бына – ишетмәһәң, ишет; күрмәһәң, күр; белмәһәң, бел! “Атай” тойғоһо ниндәй көслө була аҡыллы әҙәм балаһында!
Бының менән генә бөтмәй әле Мэлстың эше Аҡморонда – үҙен ҡарап үҫтергән өләсәһенең таҡта рәшәткәһен алдыртып, тимерҙән ҡуй­ҙырта. Уның Сәрбиямал өлә­сә­һе­нә, Мөҙәрис олатаһына, уларҙың улы Иш­булды ағаһына һәм Әлифә еңгәһенә рәхмәте сикһеҙ, сөнки Мэлсты, тормоштоң ауыр булыуына ҡара­маҫтан, улар үҫтерҙе.
Мэлс Әүәлбаев йәш сағынан: “Минән нимә талап ителә, шуны бөтә урында ла еренә еткереп үтәргә тейешмен тигән принцип менән йәшәйем”, — ти торғайны. Бар тормош юлын ул шулай үтә.
Ошо көндәрҙә Мэлс Ситдыҡ улы 75 йә­шен билдәләне. Беҙ, һабаҡташтары, ауыл­даш­тары, уны ошо юбилейы менән ҡот­лайбыҙ, оло хөрмәте­беҙҙе белдерәбеҙ, алдағы тормош юлын да һәйбәт үтәсәгенә ышанабыҙ.

Сәбилә СӨЛӘЙМӘНОВА,
педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Салауат Юлаев һәйкәленең 1000 һумлыҡ аҡсала һүрәтләнеүе ихтимал

Салауат Юлаев һәйкәленең 1000 һумлыҡ аҡсала һүрәтләнеүе ихтимал 30.01.2025 // Йәмғиәт

Салауат Юлаев һәйкәленең 1000 һумлыҡ аҡсала һүрәтләнеүе ихтимал...

Тотош уҡырға 12

Республикала сабыйҙар үлеме 18% кәмегән

Республикала сабыйҙар үлеме 18% кәмегән 30.01.2025 // Йәмғиәт

Республикала сабыйҙар үлеме 18% кәмегән...

Тотош уҡырға 13

Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо көтөлә

Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо көтөлә 30.01.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо көтөлә...

Тотош уҡырға 11

Республика торлаҡты сафҡа индереү буйынса рекордты яңыртты

Республика торлаҡты сафҡа индереү буйынса рекордты яңыртты 29.01.2025 // Йәмғиәт

Республика торлаҡты сафҡа индереү буйынса рекордты яңыртты...

Тотош уҡырға 18

Рәсәйҙә февралдән балаларға пособие арта

Рәсәйҙә февралдән балаларға пособие арта 29.01.2025 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә февралдән балаларға пособие арта...

Тотош уҡырға 20

Урал аръяғында тәүге «батша игеҙәктәре»  тыуған

Урал аръяғында тәүге «батша игеҙәктәре» тыуған 29.01.2025 // Йәмғиәт

Урал аръяғында тәүге «батша игеҙәктәре» тыуған...

Тотош уҡырға 20

Башҡортостанда йәнә боҙло ямғыр фаразлана

Башҡортостанда йәнә боҙло ямғыр фаразлана 28.01.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәнә боҙло ямғыр фаразлана...

Тотош уҡырға 29

Ғәзиз Манапов — Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары

Ғәзиз Манапов — Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары 28.01.2025 // Йәмғиәт

Ғәзиз Манапов — Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары...

Тотош уҡырға 33

Мәғариф министрлығы: быйыл БДИ тапшырыуҙа үҙгәрештәр көтөлмәй

Мәғариф министрлығы: быйыл БДИ тапшырыуҙа үҙгәрештәр көтөлмәй 28.01.2025 // Йәмғиәт

Мәғариф министрлығы: быйыл БДИ тапшырыуҙа үҙгәрештәр көтөлмәй...

Тотош уҡырға 33

Радий Хәбиров Башҡортостан прокуратураһы органдары эшмәкәрлегенә баһа бирҙе

Радий Хәбиров Башҡортостан прокуратураһы органдары эшмәкәрлегенә баһа бирҙе 28.01.2025 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Башҡортостан прокуратураһы органдары эшмәкәрлегенә баһа бирҙе...

Тотош уҡырға 29

Радий Хәбиров республика прокуратураһы органдары эшмәкәрлегенә баһа бирҙе

Радий Хәбиров республика прокуратураһы органдары эшмәкәрлегенә баһа бирҙе 28.01.2025 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров республика прокуратураһы органдары эшмәкәрлегенә баһа бирҙе...

Тотош уҡырға 26

Асылыкүл буйында глэмпинг төҙөлә

Асылыкүл буйында глэмпинг төҙөлә 28.01.2025 // Йәмғиәт

Асылыкүл буйында глэмпинг төҙөлә...

Тотош уҡырға 26