Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хәүефле лә, яуаплы ла хеҙмәт
Сит илгә сығыу
кемгә тыйыла?

Сит илгә сығыуҙы сикләү — бурысты ҡайтарыуҙың законлы һәм мөһим сараһы. Башҡортостанда әлеге ысул әүҙем ҡулланылып, ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Республикабыҙҙың суд приставтары-башҡарыусылары йыл башынан 12 мең 406 кешегә сит илгә сығыуҙы ваҡытлыса тыйҙы.
Бурысы барлығын тикшереү өсөн республикала йәшәгәндәргә идаралыҡтың урындағы бүлегенә шәхесте раҫлаған документ менән мөрәжәғәт итергә мөмкин. Шулай уҡ идаралыҡтың сайтындағы “Баш­ҡарыу эштәре банкы”ның айырым бүлегенән белергә була: http://www.r02.fssprus.ru. Бынан тыш, Windows Phone, iPhone һәм Android мобиль ҡулланмаларына ҡушымта эшләп сығарылды.
Ҡушымта башҡарыу эштәре буйынса бурыс бар­лығын белдереп кенә ҡалмай, мәғлүмәт алыуға яҙылыу мөмкинлеге лә бирә.

Күнекмәләр тәжрибә өҫтәй

Баш ҡаланың Орджоникидзе районы суды бинаһында суд приставтары идаралығының район, ҡала начальниктары ҡатнашлығында күнекмәләр үтте. Сараның маҡсаты — судьяларҙың, суд процесында ҡатнашыусыларҙың һәм шаһиттарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, биналарҙың техник яҡтан ныҡлығын, ултырыш ваҡытында террор акттарын, йәмәғәт урындарында тәртип боҙоуҙарҙы булдырмау.
Күнекмәлә суд бинаһын һаҡлауҙы ойоштороу, хеҙмәткәрҙәрҙе һәм килеүселәрҙе эскә индереү, ултырыштың хәүефһеҙлеген булдырыу, шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәл мәлендә суд приставтарының нисек эш итергә тейешлеге өйрәнелде. Ошондай ваҡытта кешеләрҙе эвакуациялауҙы ойоштороу, ҡотҡарыусы­ларға хәбәр итеү, заманса компьютер технологияларын, һаҡланыу сараларын ҡулланыуға айырыуса иғтибар бүленде.

“Легенда” тарихта ҡалды

Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашҡан “Легенда” исемле йәйге кафеның хужабикәһе бер нисә йыл дауамында ер участкаһын рөхсәтһеҙ файҙаланған. Баш ҡаланың Киров районы хакимиәте Башҡортостандың Арбитраж судына ерҙе бушатыу тураһында дәғүә менән мөрәжәғәт итһә лә, эшҡыуар эшен туҡтатмай.
Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡорт­остан буйынса идаралығы хеҙмәтенең Киров районы буйынса суд приставтары бер нисә тапҡыр суд ҡа­ра­рын үтәүҙе талап итеп мөрәжәғәт итеүенә ҡарамаҫтан, кафе хужабикәһе уларҙың үтенесенә битараф ҡала. Шунлыҡтан приставтар дәғүәселәр менән берлектә суд ҡарарын мотлаҡ үтәргә мәжбүр булды. Бина махсус техника ярҙамында һүтелде. Хәҙер инде кафе хужабикәһенә, административ штрафтан тыш, ҡоролманы һүтеү өсөн сарыф ителгән аҡсаны ла түләргә тура киләсәк.

Законһыҙ мигранттар –
үҙ иленә


Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы тарафынан республика биләмәһендә законһыҙ йәшәгән һәм башҡа тәртип боҙоуҙары асыҡланған мигранттарҙы кире иленә ҡайтарыу буйынса эш дауам итә.
“Йыл башынан алып ведомство хеҙмәткәрҙәре тарафынан Рәсәйҙән алыҫ һәм яҡын сит илдәрҙән килгән 400 мигрант кире ҡайтарылған, шуларҙың араһынан 23-ө – ҡатын-ҡыҙ. Лидерҙар — Үзбәкстан граждандары (246 кеше), Тажикстан — (48), Азербайжан — (25), Вьетнам (14). Һуңғы осорҙа суд приставтары Грузия, Төркиә, Черногория һәм башҡа дәүләттәрҙән мигранттар төркөмөн үҙ иленә ҡайтарҙы”, – тип хәбәр итә Республика суд приставтары хеҙмәте идаралығы начальнигы Сергей Спатар.
Бөгөн махсуслаштырылған үҙәктә үҙ сиратын тағы ла 68 мигрант көтә. 2012 йылдан алып гражданлығы булмаған бүтән ил кешеләрен Рәсәйҙән ситкә сығарыу эске эш органдарынан суд приставтары хеҙмәтенә тапшырылды.
Бурыслылар закон
алдында яуап бирәсәк

Йыл башынан алып суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының тәүтикшереү һәм административ практика органдары тарафынан 1709 енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Балаларға һәм өлкән йәштәге ата-әсәһенә алимент түләүҙән баш тартҡан осраҡ буйынса 1666 эш ҡарала. “Суд хөкөмө, ҡарарын йәки икенсе суд актын үтәмәү” буйынса 21 енәйәт эше, “Арест һалынған мөлкәткә, конфискациялауға тейешле йә иһә исемлеккә ин­дерелгән мөлкәткә законһыҙ ғәмәл ҡулланыу” буйынса — 19, “Кредит бурысын түләүҙән ҡасыу” буйынса — 1, “Хөкөм эштәренә ҡаршы енәйәт”кә 42 эш ҡуҙғатылған.

Х. ӘБҮБӘКЕРОВ әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә