Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һөйөнөслө хәбәр ҙә көсөргәнеш тыуҙыра
Көсөргәнешле шарттар ҡайһы саҡта кешене бик ауыр хәлгә ҡуя. Берәүҙәр ҡыйынлыҡтарҙы үҙе еңеп сыға, икенселәре яҡындары ярҙамы менән ҡотола, табип кәңәштәренә таянғандары ла бар.


Бөтә көсөргәнешле шарттарҙы ла зарарлы тип уйлаусылар яңы­лы­ша. Фәнни термин булараҡ, “стресс” “баҫым” мәғә­нә­һен аңлатҡан һүҙ­ҙән килеп сыҡҡан. Сәлә­мәтлек һаҡлау тураһында һүҙ йөрөткәндә, стресс төшөнсәһенең ике төрлө булған­лығын әйтеү кәрәк: эустресс һәм дистресс. Эустресс – ыңғай, ә дистресс – кире ба­ҫым. Тәүгеһе орга­низм­ды сынығыуға этә­рә, дистресс иһә сирләтә. Стресс – дөйөм тө­шөн­сә, ул физик тәьҫирҙәрҙе лә, психик көсөргәнешлектәрҙе лә үҙ эсе­нә ала.
Стрестың самаһы бар, уның шәхескә кәрәкле дәрәжәһен билдәләү еңел түгел. Дис­тресс тәьҫиренә эләкмәҫ өсөн һәр ғаиләлә, йәмғиәттә байтаҡ эш башҡарыла, саралар күрелә. Кешенең аң кимәле ни тик­лем юға­ры­раҡ булһа, ул дистресс тәьҫи­ренән мөмкин тиклем үҙен-үҙе һаҡлая­саҡ.
Һөйөнөслө хәбәр, яҡшы, мул тормош, яратҡан эш, белем алыу, һай­лаған һөнә­реңде үҙләштереү, сәләмәт йәшәү рәүеше – барыһы ла йә­шәйеш өсөн кәрәкле стрестар. Ҡайһы ғына дәүерҙә, ниндәй генә йәм­ғиәттә йәшәһәк тә, тыныс тормошто тәьмин итеү өсөн күп көс һа­лы­на. Кеше үҙенә уңайлы мөхит ойоштороу өсөн ынты­ла, йәмғиәт ты­ныс­лыҡты, тәртипте һаҡлау өсөн көрәшә. Йәшәү дәүерендә кешенең тор­мошҡа мөнәсәбәте үҙгәреш кисерә, донъяла юғалып ҡалмау өсөн ул даими камиллаша, шөғөлдәрен арттыра, тәбиғәт көйһөҙлөктәренә яраҡлаша.
Мәҫәлән, һыуыҡ ҡышта өшөмәҫ өсөн тун тегәләр, йылы кейем-һа­лым хәстәр­ләй­ҙәр, ҡыйыҡтан һыу үтһә, түбә ябалар һәм баш­ҡалар. Был эштәрҙе башҡарып сығыу өсөн йәнә стресс кисерергә, ең һыҙға­нып эшләргә тура килә.
Күп ауырлыҡтарға әҙер булғанлыҡтан, беҙ үҙебеҙҙе кире стресс йоғонтоһонан һаҡлайбыҙ ҙа. Бында тәрбиәнең әһәмиәте бик ҙур. Шуға күрә балаларҙы, үҫмерҙәрҙе ҡыйынлыҡтар тыуҙырған эҙемтәләрҙән һаҡлау кәрәк. Психик дистресс невроз тыу­ҙырыуҙан тыш, баш мейе­һе­нең гиппокамп тип аталған өлөшөн кесерәйтеүе, шул ар­ҡала хәтерҙең һәм холоҡтоң насарайыуы ихтимал.
Балаһын урамға сығармай, тәртипһеҙ­лек­тәрҙән араларға тырышҡан ата-әсәләр бар. Иртәме-һуңмы, үҫеп еткәс, кеше барыбер мәрхәмәтлек менән яуызлыҡ ара­лашҡан өлкәндәр тормошона сумырға мәж­бүр буласаҡ. Яңыраҡ күршем ошоға ҡағылышлы бик дөрөҫ фекерен ярып һал­ды: “Бала төрлө холоҡло – тәртипле һәм тәртипһеҙ кешеләрҙе лә күреп үҫергә те­йеш, сөнки үҫкәс, улар араһында йәшәргә тура киләсәк бит”. Әлбиттә, бын­дай осраҡ­та бала эргәһендә ата-әсә, уҡытыусы-тәр­биәсе булыуы бик яҡшы, сөнки стрестың самаһын белеү, билдәләү мөһим. Урам­дың кире тәьҫиренән, насар ғәҙәттәрҙән ҡасып, икенсе ергә күсергә мәжбүр булған ғаиләләрҙе лә беләм.
Баланы тормош рәхәтлектәрен генә күр­һәткән әҫәрҙәр менән танышты­рыу аҙ, ми­неңсә. Аҙым һайын һағалап торған ауыр­лыҡтарҙы, рәхим­һеҙлектәрҙе шыма ғы­на еңеп сыға алған шәхестәр менән таныштырыу ҙа кәрәк. Донъяла иң күп тираж менән таралған һәм байтаҡ телгә тәр­жемә ителгән Робинзон Крузо тураһындағы ки­тап һымаҡ әҫәрҙәр үҫмерҙәргә лә, өлкән­дәргә лә йәшәүгә ҡеүәт бирә, тип уйларға нигеҙ бар. Үҫмер сағымда боҙоҡлоҡтарға ҡотортҡан осраҡтар аҙ булманы. Уларға бирешмәүҙә атай-әсәй һүҙе генә түгел, китап уҡыу ҙа миңә бик ныҡ ярҙам итте.
Һис арттырмайым, беҙҙең тормош то­тош стрестарҙан тора. Уларҙың йоғон­то­һона бирешмәҫ өсөн мөмкин булғанса әҙер то­роу кәрәк. Белем алыу, эшләп үҫеү, өл­кән­дәрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалыу йәштәр­ҙең психик тотороҡлолоғон нығыта. Төрлө ҡай­ғы-хәсрәт кисереп, табипҡа ярҙам һо­рап килеүселәр байтаҡ. Дистресты бөтә осраҡ­та ла алдан киҫәтеп булмай. Ә унан сығыу юлдарын айырыуса балаларға өйрәтеү мөһим.
Донъяла хатта илдәр араһында үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡ тыуып, бер-береһенә көслө йоғонто яһалғанда инҡилаптар ҡуп­ҡа­ны, һуғыштар башланғаны билдәле. Әммә һәр стрестан тыныс юл менән сығыу әмәл­дә­рен дәүләт тә, халыҡ та таба белергә тейеш.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай 15.08.2025 // Йәмғиәт

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай...

Тотош уҡырға 0

1 сентябрҙән республика мәктәптәрендә һәм театрҙарында энергетиктар һатыу тыйыла

1 сентябрҙән республика мәктәптәрендә һәм театрҙарында энергетиктар һатыу тыйыла 15.08.2025 // Йәмғиәт

2025 йылдың 1 сентябренән «Башҡортостан Республикаһы территорияһында алкоголһеҙ тонусты күтәреүсе...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы Беларусь менән мәктәп туризмы программаһын булдырыу хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Беларусь менән мәктәп туризмы программаһын булдырыу хаҡында һөйләне 14.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Беларусь Республикаһы менән берлектә уҡыусылар өсөн алмашыу буйынса ял ойошторҙо....

Тотош уҡырға 17

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте 14.08.2025 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте...

Тотош уҡырға 11

Ғафуриҙа Еҙем йылғаһы аша йәйәүлеләр күпере төҙөкләндерелә
Башҡортостанда ҡорот байрамы ойошторола

Башҡортостанда ҡорот байрамы ойошторола 14.08.2025 // Йәмғиәт

16 августа Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында «Хәйбулла ҡорото» төбәк-ара этно-фестивале уҙғарыла....

Тотош уҡырға 13

Республикала табиптарға остазлыҡ өсөн өҫтәмә аҡса түләнә
Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған 13.08.2025 // Йәмғиәт

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған...

Тотош уҡырға 18

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә 13.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй Социаль фондының республика бүлексәһе эшләп йөрөгән әсәйҙәргә, ҡайһы бер осраҡтарҙа атайҙарға...

Тотош уҡырға 19

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе 13.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң 58-се лицейын тамамлаған Тимур Ғарифуллин 2-8 августа Ҡытайҙа үткән яһалма интеллект буйынса...

Тотош уҡырға 16

Өөф мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе

Өөф мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе 13.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң 58-се лицейын тамамлаған Тимур Ғарифуллин 2-8 августа Ҡытайҙа үткән яһалма интеллект буйынса...

Тотош уҡырға 17

Республикала тағы бер ир-егет чача эсеп ағыуланған