Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Шиғриәтебеҙҙең йәшене
Минең йөрәгемә был исем ҡасан килеп инде һуң әле? Бала саҡта тип әйтһәм, шаштырыу булыр, сөнки гәзит-журналдарҙа һирәк-мирәк күреп ҡалған шиғырҙарынан башҡа, уның тураһында бер ни ҙә белмәй инем. Хәйер, уның шиғырҙары ла ул саҡта зиһенемә барып етмәне, күңелемде арбаманы. Нимә генә тиһәң дә, балалыҡ аңы уларҙы төшөнөр кимәлдә булмаған, тимәк. Аҙаҡ ҡына белдем: ул әҫәрҙәрен Рәшит Назаров мәктәптә уҡып йөрөгән йылдарҙа яҙған икән!..


Шағир ижады менән ныҡлап танышыуым Башҡорт дәүләт университетында уҡып йөрө­гәндә булды. Бер көн мине Риф Тойғонов Яҙыусылар союзы идараһына саҡырып алды. Ул саҡта Союз рәйесенең урынбаҫары булып эшләй ине шикелле.
– Бына, ҡустым, Рәшит Назаровтың “Йөрә­гемде һеҙгә илтәм” тигән шәп китабы сыҡты. Шуларҙы тиҙ арала һатырға кәрәк, – тине. – Был мөһим эште һиңә генә йөкмәтергә бул­дыҡ, – тип ҡупыртып та ебәрҙе.
Алып-һатыу эшен енем һөймәһә лә, Рәшит Назаровтың китабы булғас, тәүәккәлләнем. Китаптарҙы университетҡа алып барыуым булды, күҙ асып йомған арала таралып та бөттө. Үҙемә лә өс-дүрт китап эләктереп ҡал­дым. Ятаҡҡа ҡайтҡас, китаптан бер шиғырҙы уҡып сыҡтым, икенсеһен... һәм Рәшит Назаров шиғырҙарының “сире” йоҡто миңә. Ошо тиклем талант эйәһенең әҫәрҙәрен белмәй нисек йәшәгәнмендер – һуш китә! Бына был, исмаһам, шиғриәт! Күңелдең бер мөйөшөн оят тойғоһо кимерә башланы хатта. Беҙ ҙә, шиғыр яҙам, тип йөрөгән булабыҙ шунда!
Бынан һуң Ағиҙелдең байтаҡ һыуы аҡты, китап биттәреләй бихисап көн биттәре асып ябылды. Ләкин Рәшит Назаров ижадынан йоҡ­ҡан шиғриәт “сире” минең йөрәгемдә, медицина теле менән әйткәндә, “хроник” бу­лып ҡалды. Уның шиғырҙарын нисә тапҡыр уҡып сыҡҡанмындыр, әйтә алмайым. Тик уҡыған һайын яңы төҫ менән балҡый, яңы “еҫ” менән аңҡый. Беҙҙә бер ҡарт, ауылыбыҙҙың сибәрҙәрҙән-сибәр ҡыҙын күргәндә, әйтә торғайны: “И-и!.. Ошо ҡыҙҙы күргән һайын матурая бара!” Минең дә әҙип шиғриәтенә булған ғишҡым шул ҡарттыҡы ише буғай.
Рәшит Назаров “диңгеҙ”енең төбөнә төшөп тә, бар ынйыларын сүпләп тә булмай. Ни бары 10 – 15 йәшендә ғәжәп образдар менән эш ит­кән, фәлсәфәүи фекерҙәр тыуҙырған шағир. Бына, мәҫәлән, әле малай ғына сағында ошондай шиғри юлдарҙы йөрәгендә Хоҙай нурын йөрөткән даһиҙар ғына тыуҙыра алалыр:
Сабый булма. Хәтәр уйынсыҡ – дан!
Ынтылһаң да күккә, болотҡа,
Ныҡ түгел ул, тиҙҙән шартлар, һаҡлан!
Һин осаһың һабын ҡыуыҡта...

Есемеңде исемең данлай алмаҫ,
Исемеңде данлар есемең.
Шул хаҡлыҡты әгәр онотһа баш,
Дан үрмәксе була, һин – себен!

Ҡыҫҡа ғына шиғырҙа ниндәй тәрән фәл­сәфә, образлы фекер, аҡһаҡалдар аҡылы тупланған.
Әлбиттә, Рәшит Назаров ижадын тикшереү­ҙе мин маҡсат итеп ҡуйманым һәм быға баҙ­натсылығым да етмәҫ. Ләкин шуны әйткем ки­лә: уның исемен мәңгеләштереү буйынса башҡараһы эштәр бихисап. Эйе, ижады Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды, республикабыҙҙың гәзит-журналдары уның исемендәге конкурстар үткәреп тора. “Башҡортостан” гәзите редакцияһы коллективы шағирҙың тыуған ауылындағы Төрөм­бәт урта мәктәбендә “Рәшит Назаров алле­я­һы”н булдырҙы. Әммә ысын мәғәнәһен­дә халҡыбыҙҙың һөйөүен яулаған шағирға “Башҡортостандың халыҡ шағиры” тигән юға­ры исемде рәсмиләштереп ҡуйғанда ғәҙел булыр ине.


Автор: Салауат ӘБҮЗӘРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 2

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 3

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы
Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 03.11.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 2

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы 02.11.2026 // Йәмғиәт

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 4

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 5

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 02.11.2026 // Йәмғиәт

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала төндә -9 градусҡаса ҡырау төшөүе, ҡар ҡатыш ямғыр ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостандан ауыл табибы халыҡ-ара премия лауреаты исеменә лайыҡ булды

  1. Айнур
    Айнур от 06.11.2014, 23:37
    Салауат Абузаровтын hузе менэн тулыhынса килешэм! Хуплайым! Ысынлап та шагирыбыз куптэн ул исемгэ лайык!

Комментарий өҫтәргә