Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Улар – ысын кешеләр, ҡаһармандар!
Улар – ысын кешеләр, ҡаһармандар! Был фани донъяла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, золом тигән ҡара көс яҡшылыҡ, ғәҙеллек менән йәнәш йәшәй. Хатта бер генә ямандың касафаты меңләгән изге йәнгә зыян килтерә. Золом-золмәт тиһәң, тән семерләп китә, ҡараңғылыҡ, аяуһыҙлыҡ, ҡырағайлыҡ, ҡанһыҙлыҡ, йыртҡыслыҡ күренештәре күҙ алдына килә, йән ғазабы сараларын ҡулланыуҙың иң яман мәлдәре хәтергә төшә.
Батша хөкүмәте лә, Совет хө­күмәте лә аяуһыҙ булған. Халыҡ иһә яуыздарға, тыуған ерҙәрен баҫып, талап алыу­сыларға, ке­шеләрҙе тереләй яндыры­у­сыларға, телдәрен, та­нау­ҙарын ҡырҡыусыларға, маң­лайҙарына ҡыҙған тимер баҫыусы­лар­ға – Алланың ҡәһәр һуҡҡыр­ҙарына ҡара ҡарғыш яуҙырған. “Тәфтиләү” йырын­дағыса, «Тәф­тиләүҙең ҡылған ҡәһәрҙәрен, үҙе белмәһә лә, ил белә». Шәхес культы ҡоторған дәүерҙә яһил­лыҡ, йәбер-золом айырыуса донъяны ҡорота. Иң яманы — репрессия, вәхшилек дәүләт органдары тарафынан ҡылына.
Улар – ысын кешеләр, ҡаһармандар!“Халыҡ дошманы” мөһөрө баҫылып, 1930 – 1937 йылдарҙа бихисап ватандашыбыҙ, ҡан-ҡәрҙәшебеҙ Себергә һөрөлә, төрмәләргә ябыла, язалана, атыла, ла­герҙарға оҙатыла. Репрессия, ҡот осҡос ҡойон һымаҡ, ил-йортҡа ифрат ҙур зыян килтерә. Статистика мәғлү­мәт­тәре буйынса, Совет осоронда Баш­ҡорт­ос­таныбыҙҙа 50 меңдән ашыу кеше реп­рессияланған, уларҙың 28 проценты — башҡорт. Дин әһелдәре, мөғәллимдәр, крәҫтиәндәр... Ошо меңдәрсә зыялы­лар араһында халҡына, Совет власына фә­ҡәт оло хеҙмәт күрһәткән, ҡәрҙәштәре Хәләф хәлфә тип хөрмәтләгән Хәләф Минһажетдин улы Минһажетдинов та бар.
1907 йылда Учалы төйәгенең Ҡара­ғужа ауылында тыуған матбуғат хеҙ­мәткәре, Күбәләк ырыуының уҡы­мышлы ҡыҙы, Сталин лагер­ҙарының михнәтен йәне-тәне менән кисергән, әммә рухы һынмаған Хөснә Насретдин ҡыҙы Юлдыбаева бына ни тип яҙа үҙенең иҫ­тәлектәрендә:
«Хәләф ағай Минһажетдинов Совет власы төҙөлгән йылдарҙа уҡ Тамъян-Ҡатай мәғариф шәғ­бәһенең беренсе мә­ғариф мөдире Шаһи Вәисов ҡултам­ғаһы менән уҡытыусы итеп тәғәйенләнгән. Ҡобағош ме­нән Ҡаҙаҡҡол ауылдары ара­һы – биш саҡрым. Ауыл­дың тәүге уҡытыусыһы Хәләф ағай аяғына сарыҡ, башына эшләпә һымаҡ нәмә кейеп, ҡайһы бер көндәрҙә Ҡаҙаҡҡол­ға икешәр мәртәбә килә, һис тә йыбанмай. Хәләф ағай мәҙрәсәлә уҡыған, уны ауылда хәлфә тип йөрөтәләр. Ул — ысын мәғәнәһендә уҡытыусы: белем дә бирә, үҫеп, ойо­шоп килгән әүҙемселәр менән бергәләп ауыл тормошон яҡшыр­тыу өсөн янып эшләй. Хәләф ағай Совет власын нығытыу­ға, мәғариф эшенә күп көс һалды, бөтә олоҫ буйынса һоҡланып иҫкә алырлыҡ хеҙмәт юлы үтте. Ошо урында Күбәләк-Тиләү партия олоҫ комитеты сәркәтибенең һүҙҙәрен хәтер­гә төшөрәм: “Аҙнабаев, Бәхтизин, Иш­булатов, Ғафа­ров, Асанба­ев, Ваһап Ҡәләмов, Хөсәйен Ҡаҙаҡҡолов, Һаҙый Юлдыба­ев, Хәләф Минһажетдинов, Камал апай, Ғәззә кеүектәр илле-алтмыш булһа, Күбәләк-Тиләүҙә бөгөндән социализм ҡороп ҡуйырға булыр ине».
Хәләф Минһажетдин улы Минһажет­динов 1896 йыл­дың 16 февралендә хәҙерге Учалы районының Ҡобағош ауылында тыуған. 1910 – 1912 йылдарҙа Ҡара­ғужа ауы­лында мөғәллимлек иткән. Ә 1913 – 1915 йылдарҙа Троицк ҡала­һында «Рәсүлиә» мәҙрәсәһендә уҡыған, уны педагогик йүнәлеш, яҡшы тәртип менән тамамлаған. Тамъян-Ҡатай халыҡ мәғарифы бүлеге уны 1918 йылда Ҡо­бағош мәктәбе директоры итеп тәғә­йен­ләгәс, олатаһынан ҡалған өйҙә балаларға белем үә тәрбиә биргән. Белорет ҡала­һында 3-сө ФЗС-та (фабрично-заводская семилетка) башҡорт телен дә уҡытҡан.
Ошо урында Хәләф Минһажет­дин улының мәғариф өлкә­һендәге хеҙ­мәттәре баһаланған бер ҡомартҡы-хат менән дә танышайыҡ:
«Һөйөклө Хәләф ағай! Бөгөн 1 Май — Хеҙмәт һәм көрәш байрамы! Әллә нин­дәй ауырлыҡтарға ҡарамай, һинең ме­нән мәғариф фронтында бөгөнгә хәт­лем ҡулға-ҡул тото­ношоп эшләп килдек. Күҙәтелгән маҡсаттарға өл­гәшеүҙе мәғариф фронтында ла еңеү байрамы тип һанайым. Ҡо­бағош ауылына килеү менән һин миңә һәр ваҡыт яҡын итеп ҡараның. Мәғариф фронтында эшләүем берен­се йыл ғына булһа ла хөрмәт ҡылдың, хеҙмәтем буйынса күп ярҙам күрһәттең, һинең башҡорт халҡын яҡтыға, аң-белемгә, мәғри­фәткә әйҙәүҙә хеҙмәтең ифрат ҙур. Ки­ләсәктә лә эшеңә күп көс һалып, уны уңышлы дауам ите­реңә ышанам, йәшә, Хәләф ағай! һиңә һаулыҡ, изге эшеңдә бәхет-шатлыҡ теләп, Заһит Бәх­ти­зин. 1926 йыл, 1 май».
Әммә ҡәрҙәштәрен яҡтыға, аң-бе­лем­гә, мәғрифәткә әйҙәгән Хәләф Минһажетдинов — халыҡ мөғәл­ли­­ме — оҙон-оҙаҡ бәхетле йәшәй алмай, 46 йәшендә генә үлемгә дусар ителә. Нахаҡҡа ғәйепләнеп, ул 1937 йылдың йәйендә ҡулға алына. Башҡорт АССР-ы Йәмәғәт тәртибен һаҡлау министрлығы биргән белешмәнән күренеүенсә, Хәләф Минһажетдинов 1942 йылдың 8 мартында республиканың тотҡонлоҡта тотоу урынында мәрхүм булған. Биш йыл зинданда тотоп, үҙе лә белмәгән билдәһеҙ ғәйептәрен таныуын ныҡышып, ҡанға батырғансы, һынын ҡатырғансы туҡма­ған­дарҙыр, ауырыуға һабыштырып, мә­йет ҡылғандарҙыр... Улы, билдәле ғалим Марат Минһажетдиновтың юллауы буйынса, 1968 йылда Башҡорт АССР-ы Юғары Суды тарафынан ул ғәйепһеҙ тип таныла һәм аҡлана. Ҡулға алынғанда 36 йәшендә алты бала менән яңғыҙ ҡалған ҡатыны Мәүзифаға:
– Донъяны, мал-тыуарҙы һатып булһа ла балаларҙы уҡыт, – тигән аманат ҡал­дыра белем ҡояшының нурын тойған Хәләф хәлфә.
Атай аманатына тоғро ҡалып, Жәүәт, Марат, Рауза уҡытыусы һөнәрен үҙләш­терә, мәғариф өлкәһендә ҙур уңыштар ҡаҙана. Көнитмеш ғәйәт ауыр булыу сәбәпле, Хаят менән Хәжәргә йәшләй генә кейәүгә сығырға тура килә. Әммә уларҙың балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең байтағы — билдәле уҡытыусылар, табиптар, инженерҙар, күрәһең, олатай ҡото ҡандарында ҡалған.
Бөркөт ҡанатлы Фуат иһә Бөйөк Ватан һуғышында батыр­ҙарса һәләк була. Һуғыш йылдарында ҡустыһының ике ба­ла­һын да тәрбиәләгән инәй­ҙәре Мәүзифа Әбдел­мәғә­фүр ҡыҙы башҡорт донъяһына ха­лыҡ ижады өлгөләрен мираҫ ҡылыусы булып таныла. Улы Марат унан ишеткән, яҙып алған әкиәттәрҙе фәнни яҡтан тикшереп, башҡорт халыҡ ижады йыйынтыҡтарына индерә. Был — рухиәтебеҙгә тылсымлы бүләк!
Хәләф хәлфә Минһажетдиновтың да, уның арҙаҡлы улы Мараттың да яҡты иҫтәлеге – халыҡ йөрәгендә. Ҡобағош мәктәбенә Хәләф Минһажетдинов исеме бирелде. Ошонда уҡ Марат Хәләф улына музей асылды. Бында осрашыуҙар, ҡәҙер үә хөрмәт кисәләре үткәрелеп тора. Һис шикһеҙ, уларҙың рухтары ҡыуаналыр. Изгеләрҙе ҙурлау, ҡәҙерләү — намыҫ, выж­дан эше бит.
Әммә хәҙерге заманда ла золом, йәбер, яуызлыҡ беҙҙе ташлап китмәй, йәһәннәмгә олаҡмай, әүермән кеүек, яңы ҡиәфәттә, күренештә йәнәшәбеҙҙә йөрөп ята, ҡәһәрле көндәр дауам итә. Халыҡ ил-йортто туҙҙырған, бөлдөргән, йәштәр­ҙе аҙҙырған, эшһеҙ ҡалдырған һөмһөҙ­ҙәргә, ришүәт алыусыларға, ике йөҙ­лөләргә, нәфселәре шаш­ҡандарға бәд­доға уҡый. Аҙыҡ-түлеккә, торлаҡ хеҙ­мәтлән­дереүенә туҡтауһыҙ хаҡ артыуы ҡарттарҙы ҡан илата. Ҡаҙнанан миллиард һумдарҙы урлаған олигарх­тарға ҡаты, ҡәтғи саралар күрелмәй, улар йәннәттә ләззәтләнеп йәшәй бирә. Образлы итеп әйткәндә, әле Хаҡ йән Нахаҡ алдында мөсһөҙ, Нахаҡ үҙ мәнфәғәте өсөн Хаҡты күҙҙән яҙҙырһа ла – язаһыҙ. Бер кемгә лә ышаныс юҡ. Иблис юлы, яҙыҡ эш, тартыш яҡшыға алып бармай. Бөйөк Шәйехзада Бабич яҙғанса: “Был йәһәннәм, был һуғыш, был ҡанлы вәх­шәт Ер-Йыһандың аҫты-өҫкә әйлән­мәйенсә бөтмәҫ, ихтимал”. Зо­лом-золмәтте, яманлыҡты, яһиллыҡты, го­наһ­лы әҙәмдәрҙе Хаҡ Тәғәләнең йәһәннәм уты ғына яндырыуы мөмкин, күрәһең. Әммә ҡаҙалһын донъяһы, күңелгә ҡыҙыҡһыҙ, тип өмөтһөҙлөккә бирелмәйек әле. «Халыҡ дошманы» тигән ғәйәт хурлыҡлы исем тағылған, үҙҙәре лә, ғаиләләре лә кәмһетелгән, рәнйетелгән, мең михнәт кисергән Хәләф Минһажетдинов, Хөснә Юлдыбаева кеүек ил улдары һәм ҡыҙҙары иң ауыр мәлдәрҙә лә баш эймәгән, гелән яҡтыға, яҡшыға талпынған. Улар, ыжғыр елдәргә, дауыл-ҡойондарға, ҡаты һыуыҡтарға сыҙаған мөһабәт, ғорур Урал ҡаялары һымаҡ, ысын кешеләр, ҡаһармандар, беҙгә үрнәктәр, алыҫтарҙан-алыҫтарға юл күрһәтеп торған нурлы маяҡтар!

Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ,
Шәһит Хоҙайбирҙин һәм
Муса Мортазин исемендәге
премиялар лауреаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә