Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ер-һыу өсөн йән атып
Сыуаҡ көндәрҙең береһендә Смаҡай ауылының 300 йыллыҡ бай, сал тарихын билдәләү өсөн тыуып үҫкән ғәзиз төйәгебеҙгә ҡайтып, ата-бабаларыбыҙҙың изге һөйәктәре күмелгән зыярат янындағы тауға оло йыйынға ашҡындыҡ. Йыйын башҡорттарҙың иң яратҡан байрамы һаналған, ул хатта йот йылында ла үткәрелгән.

Көндәлек мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, бала саҡ шатлыҡтарын, бергә уйнап үҫкән дуҫтарын һағынып ситтән ҡайтҡандар күп булды. Ят яҡтарҙың тупрағын күпме тапаһаң да, тыуған ауылыңдан ҡәҙерлерәк төбәк юҡ шул. “Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил артыҡ”, “Кешегә иң ҡәҙерлеһе — тыуған төйәк, иң ғәзизе — әсә, иң татлыһы — эсәр һыу, иң йылыһы — атай йорто” тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер.
Илен белмәгән — белекһеҙ, нәҫелен белмәгән — намыҫһыҙ. Тарих төпкөлөнән киләсәккә тәҙрә асҡан шәжәрә үҙенә әллә күпме быуындар сылбырын туплаған. Байрамға әҙерләнгәндә беҙ ҙә үҙебеҙҙең шәжәрә ағасын төҙөнөк, бер нисә быуын ата-бабаларыбыҙҙың тарихын байҡаныҡ.
Мин, Гүзәл Әмир ҡыҙы, үҙебеҙҙең Фәйзуллиндар нәҫеленең шәжәрәһе менән бер аҙ таныштырып үтмәксемен. Архивтан алынған мәғлүмәттән беҙ 10 быуын ырыу бағанаһын өйрәндек.
Саман олатай, уның улы Исмәғилдән һуң (1743—1814 йылдар) Йәрмөхәмәт олатай (1782), уның улы Фәйзулла (1850) килә. Беҙҙең нәҫел фамилияһы тап уның исеменән башлана. Фәйзулланың улы — Миңлейәр олатай (1875), уның ҡатыны, өләсәйебеҙ — Ғәйшә Минһаж ҡыҙы. Уларҙың балалары — Миңлебай, Бәхтийәр, Миңләхмәт, Разия, Рабиға, Мөхәмәҙей.
Беҙ — ошо нәҫелдең бер сылбыры. Олатайыбыҙ Бәхтийәр, герман һуғышының башынан аҙағынаса ҡатнашып, күп орден-миҙалдар тағып, иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Ауыр йылдарҙа ауылда бригадир, колхоз рәйесе вазифаларын башҡара. Артыҡ талапсан, ғәҙел коммунист булғаны өсөн уны күрә алмағандар ҙа күп булған. Хаҡлы ялға сыҡҡас та төрлө эштә йөрөй. Һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, баҡса үҫтереү яратҡан шөғөлө булды. Их, нисек уңа ине баҡсаһы! Оло улы Әмир Фәйзуллин — беҙҙең атайыбыҙ — Шамил, Флүр, Камил тигән уландар үҫтерҙе. Уларҙың дауамы — Руслан, Арыҫлан.
Атайыбыҙ 11 генә йәшлек малай сағынан колхоз эшенә егелә. Армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, тракторсы һөнәрен үҙләштерә, ҡала предприятиеларының береһендә “ҡорос ат”ынан айырылмай эшләй. Пенсияға сыҡҡас та 11 йыл хеҙмәттә ҡайнаны әле ул. Алты балаға атай, һигеҙ ейән-ейәнсәргә, ике бүләгә — олатай, әсәйебеҙгә тоғро тормош юлдашы булды. Ул — үтә лә ғәҙел, намыҫлы, тура һүҙле, йомарт кеше. Мутлашыу, алдашыу, ике йөҙлөлөк кеүек сифаттар уға хас түгел. Бер генә әйтер, әммә берәгәйле итеп. Алтын ағастың сатыры көмөш булмай. Ул балаларында ла үҙендәге күркәм һыҙаттарҙы тәрбиәләне. Ундағы аҡыл, зирәклек, хәтер... Өләшһәң, бер нисә кешегә етерлек. Атайыбыҙ эш һөйҙө, ә эш уны тағы ла нығыраҡ яратты. Борон уның йәшендәге бабайҙар ҡапҡа төптәренә сығып, эскәмйәлә йоҡомһорап, сыбыҡ менән сүп шылдырып ултырыр ине, ә атайыбыҙ, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ауылдағы йәмәғәт эшенән дә, өмәләрҙән дә ҡалмай. Әлеге көндә ауыл тарихын унан да нығыраҡ белгән кеше юҡ. Үҙебеҙ олоғайып барһаҡ та, ул — беҙгә оло терәк, һаман да ышаныслы ҡалҡан. Аллаға шөкөр, үҙ сиратыбыҙҙа барыбыҙ ҙа тура юлдан йөрөнөк, атай-әсәй йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәнек. Ейән-ейәнсәрҙәренең өсәүһе – Өфө дәүләт авиация техник университетын, берәүһе Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлау алдында. Башҡалары ла һынатмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәйебеҙҙе йыл ярым элек юғалттыҡ, ауылда нигеҙ ташын һаҡлап, беҙҙе көтөп алған әлдә атайыбыҙ бар.
Яҡташтарыбыҙҙы бер усҡа туплаған, боронғо тамырҙарыбыҙҙы өйрәнергә, ҡәҙерләргә өйрәткән оло йыйын ауылыбыҙҙа тәү тапҡыр үткәрелде. Смаҡай территориаль йәмәғәт үҙидараһы рәйесе Әнүәр Шәңгәрәев, аҡһаҡалдар ҡоро, яҡташыбыҙ, шағирә Фирҙәүес Бәширова ярҙамында башҡарылды был мөһим сара. Йыйындың төп ойоштороусыһы — ауылдашыбыҙ, күп йылдар депутатлыҡ вазифаһын башҡарған, исеме республикала яҡшы билдәле өлгөлө етәксе Әнүәр Хөснулла улына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерге килә.
Ошондай бер хәҙис бар. Аллаһ: “Эй, кешеләр, мин тәғәйенләп биргән ерҙе ҡәҙерләп тота белмәһәгеҙ, яттар килеп баҫыр ҙа хужа булыр, үҙ ерегеҙҙә үҙегеҙ хужа булығыҙ!” — тигән. Борон башҡорттар: “Әҙәп, иман, тәүфиҡ киткән ерҙән һыу ҡасыр”, — тип халыҡты киҫәткән. “Эсәр һыу бөтһә, ахырызаман шул булыр, изге шишмәләр — ерҙең ҡаны”, тигән боронғолар. Ауылы һәм ауылдаштары яҙмышы өсөн янып-көйөп, ер-һыу мәсьәләһен күтәреп сыҡҡан, олоһо-кесеһе хаҡында атайҙарса хәстәрлек күргән Әнүәр Хөснулла улының эше бара, һүҙе үтә.
Уның егеттәрсә етеҙлек менән һәр нәмәгә янып йөрөүе йөҙөнә бәреп сыҡҡан. Билдә — ҡайыш, аяҡта кирза итек — уның көндәлек формаһы. Мин уны артында саң уйнатҡан, тояғы ергә теймәгән, ел дә ҡыуып етмәҫ бәйге арғымағына ла, эш атына ла оҡшатам. Киләсәктә лә дәртең һүрелмәһен, ел кеүек ел, ҡош кеүек ос, ауылдаш!




Автор: Гүзәл ФӘЙЗУЛЛИНА. Район: Ишембай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә