Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Быуаттар төпкөлөнә әйләнеп бағып...
Төрөк тарихы

Бик боронғо заманда төрөк ҡәүеме Алтай тауҙары итәгендә, шулай уҡ Төркөстан тарафтарында йәшәй. Күс­мә халыҡ булараҡ, ҡәбиләләргә айырылып, төрлө ергә тарала. Күп осраҡта мал-тыуар аҫрарлыҡ яйлы урынды төйәк итәләр.
Төрөктәр тарафынан 18 самаһы дәү­ләт төҙөлә. Уларҙың нәҫелдәре төр­ки телле төрлө милләт булып йәшәй.

Төрөк-болғар тарихы

Болғарҙар – Төркөстандан күсеп, финдар менән бер аҙ ҡатышҡан төрөк ҡәүеменән. Бик боронғо замандарҙа Кама буйы һәм Кавказ тауҙары ара­һындағы ҙур сәхрәгә таралып ултыра улар. Сәнәғәт тармағы, кәсеп итеү буйынса шөһрәт ҡаҙанған болғарҙар инсафлы, намыҫлы халыҡ була. Сау­ҙа­гәрҙәре донъяның төрлө тарафында үҙ ерендә етештерелгән та­уарҙар менән һатыу итә. Үҙҙәренең сафьян, күн эшләү оҫталығын үҫте­рәләр. Болғар халҡы ифрат ҡунаҡсыл була, кешеләргә ҡәҙер-хөрмәт күрһә­теп йәшәй. Уғрылыҡ, зина ҡылыу кеүек ҡәбәхәтлектәрҙән йыраҡ торалар. Әгәр кемдер шундай эш менән тотолһа, уны ҡаҙыҡҡа бәйләп, балта менән язалар булғандар.
Болғар төрөктәре тарихта мәғлүм булмаған бер заманда Ҡазандан йөҙ саҡрымдай түбәндә, Волга йылғаһына яҡын ятҡан Болғар тигән ҡалала үҙ хөкүмәтен төҙөп көн күрә. Был биләмә көндән-көн үҫешеп, Европа менән Азия араһындағы ҙур сауҙа үҙәгенә әйләнә. Болғар төрөктәре иң әүәл мәжүсиҙәр була, һуңынан ғәрәптәр менән киң аралашыу һөҙөмтәһендә Исламға күсә. Был ваҡиға һижрәттең тәүге йөҙ йылы эсендә була. Бағдадтан илселәр килеп, ике арала дуҫлыҡ урынлаштыра. Болғар төрөктәренә Истанбул импера­тор­ҙары­на, урыҫ кенәздәренә, татар хандары­на ҡаршы көрәшергә тура килә. Ошондай һөжүмдәрҙән бөлөп, 600 йыл тирәһендә әлеге шәһәр юҡҡа сыға. Татарҙар Исламды ҡабул иткәс, уларға болғарҙар ҙа ҡатнашып китеп, бер аҙҙан халҡының исемен юғалта. Әле Рәсәйҙәге татар халҡы болғар-татар ҡатнашынан хасил булған.
Хзыр төрөктәре болғарҙар менән бер нәҫелдән булып, Бәхр хзыр тарафында йәшәй. Пайтәхеттәре башта Сәмәндрҙә, һуңынан Әстрханда була. Уларҙа Ислам дине өсөнсө быуаттарҙа ныҡлап урынлаша. Һуңынан Хзыр тө­рөктәре лә татарҙар араһына инеп, уларҙың ҡулы аҫтында ҡала. Хәҙерге Кавказдағы татарҙар – шул төрөк­тәр­ҙең нәҫеленән.
Татарҙар – Төркөстандан төрлө та­рафҡа таралған төрөктәр ҡәүеменән. Улар менән бер нәҫелдән булалар. Араларында ҡайһы берҙәре дәүләт ҡороп, батшалыҡ итә, ҙур һуғыштар үтә. Шул сәбәпле татарҙар тарих сәхи­фәләрендә киң майҙан ала.

Ҡазан ханлығы

Уның пайтәхете Ҡазан ҡалаһында, Казанка йылғаһының Иҙелгә ҡушылған ерендә урынлаша. Оло Мөхәмәт һәм Ибраһим исемле хандар иң ғәйрәтле башлыҡтар була. Күп һуғышта еңеп сығып, дәүләтте көсәйтәләр. Тәхеткә Йәдкәр һәм Сөйөмбикә килгән заманда инде ханлыҡ бөлгән була. Уға ғәскәре менән бер нисә мәртәбә һөжүм иткән урыҫ хакимы Иван Грозный 961 йылда Ҡазанды ҡулға төшөрә.

Әстрхан ханлығы

Был ханлыҡтың пайтәхете бик бо­ронғо Әстрхан ҡа­лаһында урынлаша. Тәүҙә хазар төрөк­тә­ренә, унан Һарай ханлығына буй­һо­налар. Бында 200 йыл­дан күбе­рәк ваҡытта 20-нән ашыу башлыҡ хеҙмәт итә. Береһенең дә мәмләкәткә файҙа килтерерлек, та­рихҡа яҙырлыҡ эше билдәләнмәгән.
Ҡазанды баҫып алғас, Иван Грозный Әстрханға ғәскәр ебәрә. Уны ла ҡул­ға төшөргәс, ханлыҡ тамам юҡҡа сыға.

Ҡасим ханлығы

Ҡасим – Ҡазандың икенсе ханы Мөхәмәттең ҡәрҙәше. Урыҫ кенәзенә һыйынып, уның ярҙамында Керман шәһәрендә ханлығын булдыр­ғанлыҡ­тан, был милләткә һәр яҡлап ярҙам итергә вәғәҙәләй. Урынына ҡалған балалары ла ошо ҡағиҙәне боҙмай. Ике йөҙ йылда идара иткән 14 хандың ба­ры­һы ла урыҫтар тарафынан тәғәйен­ләнә.

Ҡырым ханлығы

Был ханлыҡ 300 йыл хөкөм һөрә, пайтәхете Баҡсаһарай шәһәрендә бу­ла. Халҡы бай йәшәй. Ошоға ҡыҙы­ғып, ситтәр йыш ҡына һуғыш аса, әммә ҙур ҡаршылыҡҡа осрай. Көслө булһа ла, Ҡырым ханлығы мәмләкәтенең эске донъяһын нығытыуға, ғилемде, мәғри­фәтте үҫтереүгә бигүк иғтибар бирмәй. Шунлыҡтан белемле халыҡ­тарҙан үҙен һаҡлай алмай. Бер ара­уыҡта ханлыҡ төрөк солтандарына буйһона. 1198 йыл­да, Екатерина II заманында, Ҡырым ерҙәре урыҫ им­перия­һына ҡушыла.





Автор: Хажиәхмәт ӘМӘКӘСОВ. Район: Күгәрсен районы, Теләүембәт ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте

Комментарий өҫтәргә