Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Мин янырмын һуңғы йәшен Һүнгәнгә ҡәҙәр!”
“Мин янырмын  һуңғы йәшен Һүнгәнгә ҡәҙәр!” Ғүмер — намыҫ көҙгөһө

Һүҙгә һүҙ ялғанып үрелә бара. Мос­тафа ағайҙың хәтер һандығының төбө күренмәй. Һәм һайыҡмаһын да ул. Мин уның һәр һүҙен хә­теремә һең­дереп ҡалырға тырышам, бындай форсаттың гел генә булып торма­ясағын аңлайым бит инде. Үҙемсә, һүҙҙе йәнә әҙәбиәт яғына бороп маташам. ”Мос­тафа ағай, – тим, – һу­ғыш­тан һуң ауылда концерт-маҙар ҡуйырға бул­һалар, мот­лаҡ ”Үлмәҫ­бай”ҙан өҙөк уҡырҙар ине. Ниңә икән?” “Халыҡ һәр ваҡыт бойо­ғоп йәшәргә тейеш түгел, юғиһә уның рухы йомшара, өмөтһөҙлөк йота башлай, – ти Мостафа ағай. – Һуғыш ваҡытында “Василий Теркин” юҡҡа ғына тыуған тиһеңме? Заман үҙе тыны менән тартып ала ундай әҫәр­ҙәрҙе. ”Үлмәҫбай” ҙа халыҡты дәрт­ләндереү өсөн кәрәк булған­дыр”.
– Бына беҙ һинең менән гараж түбәһен тапайбыҙ, – тип һүҙен икен­сегә бора ағайым. — Машина­ларҙы һана­мағанда, аяҡ аҫты буш­лыҡ, ҡы­уыш бит инде. Бушлыҡ өрөү булып сыға. Һинең ише фәлсәфәүи фекерле кешене был хәл ниндәйҙер уйға һалмаймы?
– Әллә инде...
— Потому что һин — томана.
Ағайым бер мәл, донъялағы иң тәүге тарихсы Геродотты тиҙ генә хәтергә төшөрә алмаған өсөн мине ”томана” тип шаяртҡайны. Юҡ-юҡ та шул һүҙен һөй­рәп сығара. Тимәк, ағай­ҙың кәйефе арыу, йөрөй торғас, шиғыр менән дә һөйләп ебәрә.
Ҡарағас та йөҙөңә
Ни әйтәйем үҙеңә? –
Сибәр ҡыҙҙар гөлдәр һипһен
Һинең йөрөгән эҙеңә.
Бер мәл, редакция һораған мәҡә­лә­һенә ҡу­шып, шундай хатын да ебәргән:
”Хөрмәтле Марсель! Бына яҙҙым. Нимә килеп сыҡҡандыр. Күңелдә ҡыуа­ныс та, хәстәр ҙә бар. Үҙең ҡа­ра. Килешмәгән ерҙәрен килештереп баҫ.
Иң изге теләктә ҡалам.
Мостай КӘРИМ.

Йылмайҙы Ҡотлоғәлләм –
Яҡтырҙы бөтә ғаләм.
Шулай йылмай һәр заман,
Ҡотлоғәлләм уҙаман.
Ҡотлоғәлләм уфтанды,
Йәнгә хәсрәт уҡталды.
Ҡотлоғәлләм, уфтанма,
Беҙгә ҡайғы-ут һалма”.
1.Х.93.
Их, бер һүрән шәм рәүешендә генә булһа ла, ғаләмдәргә яҡтылыҡ һибеп, уфтанмай ғына йәшәргә ине лә! Мостафа ағай эргәлә саҡта үҙемдең етемлегем дә онотолоп торған икән. Ҙур яҙыусы минең кескәй генә ижадыма ла битараф булманы. Дәртләндереп торҙо. Публицистик китаптар циклын башлағас, хуплап, “То был лишь только ветер...” тигәненә баш һүҙ яҙҙы. “Хәҙерге донъя кешеләрҙе үҙе философ яһай. Өҫтән-мөҫтән әйтелгән фекер һәр саҡ дөрөҫ булмай. Төптәнерәк ҡарарға тырыш”, – ти ине. Был да васыят булып ҡалды.
Мостафа ағайҙың тыуған көнө һайын һуңғы йылдарҙа гөлләмә тотоп инер булдым. Хәҙер уны бүләк итер кешеләрҙән ҡатыным ғына ҡалды. Кистәрен гараж түбәһен яңғыҙ тапайым. Ә аҫта ла, тирә-яҡта ла бушлыҡ...
– Мостафа ағай, намыҫлы йәшәүҙең әҙер ҡағиҙәләренә юлыҡҡанығыҙ булманымы?
— “Һөйәһеңме, һөймәйһеңме, интересный вопорос...” – тип йырлай торғайныҡмы әле йәш ваҡытта? Һинең “вопорос” та шулайыраҡ булды түгелме?
– Үҙгәртеп ҡороу тигән кампания баш­ланғас, хәтерҙә, Һеҙ: “Майҙандарға бәреп инеүсе йылғыр ел иң тәүҙә туҙан менән уҙған йылғы ҡыу үләнде ҡалҡыта”, – тигәйнегеҙ. Фекерегеҙ әле лә үҙгәрмәнеме?
– Йәмғиәттә күп нәмәләрҙе үҙгәртергә кәрәк булыуы бәхәсһеҙ. Бында дәрт тә, тәүәккәллек тә мөһим. Шул уҡ ваҡытта уйһыҙ, иманһыҙ кеше­ләрҙең эшкә ең һыҙғаныуы һағайтты. Уларҙы шик-шөбһәләр ҙә, юғалтыуҙар ҙа борсомай. Ә бит ҡорамдарҙы төҙөгән кешеләрҙең уларҙы ҡыйратыуға ҡулы күтәрелмәй. Тарихыбыҙҙа үкенерлек нәмәләр байтаҡ булды. Әммә халыҡ эшләне – һәм нисегерәк эшләне әле! Беҙ ауыр йәшәнек, ләкин күңелле байрам иттек. Бәләкәй генә ҡыуаныс та оло байрам ине бит.
– Хәҙер, Ватан яҙмышы тураһында хәүеф йөрәкте һәр саҡ тырнап торғанда, Һеҙҙең “рус түгелмен, ләкин россиян мин” тигән һүҙҙәрегеҙ яңыраҡ, айырым бер мәғәнә ала. Ҡайһы бер тәнҡитселәр шиғырҙың ҡайһы бер юлдарына декларатив тип баһа бирергә ашыҡты, әммә “тамырҙарым бит дүрт быуат әүәл Мәскәү менән барып тоташҡан” тигән фекер ихлас һәм тапҡыр әйтелгән. Уны йышыраҡ хәтергә төшөрөп торғанда ла артыҡ булмаҫ ине.
– Был шиғырҙың асылынан мин һис ҡасан да баш тартмаясаҡмын. Художестволылыҡ йәһә­тенән, бәлки, ул иң ҙур табышым түгелдер. Әммә ул – минең балам һәм шиғыр яҙылған осорҙоң балаһы. Минең, башҡорт яҙыусыһының, атайсалы Рәсәйҙең уртаһында ята. Халҡымдың ярты мең самаһы ғүмере рустар менән бәйләнгән. Беҙ россияндар булыуыбыҙ менән һәр даим ғо­рурландыҡ. Сит илгә сыҡһаң: “Һеҙ рустармы?” – тип һорайҙар. Һәм беҙ, россияндар, “Эйе”, тип яуап бирәбеҙ. “Юҡ, мин – башҡорт” тип аныҡлау башҡа инеп тә сыҡманы. Ә инде халҡым, уның тарихы менән йәшәүем тураһында һөйләргә кәрәк булғанда, “Мин – башҡорт”, – тим, Ватаным иһә – Рәсәйҙең бер өлөшө”.
– Театр тураһындағы мәҡәләләр­ҙең бе­реһендә Һеҙ ошондайыраҡ фекер әйткәй­негеҙ: “пьесаларымды яҙған саҡта уларҙы ҡыҙымдың да ҡарау ихтималын мин бер ҡасан да онотмайым...”
– Эйе. “Бәләкәй Вера” фильмын ҡарағанда, мин эргәмдә балаларымдың ултырмауына ҡы­уандым. Ояттан ни хәл итер инем. Һылыуҙар тип, сәхнәгә яртылаш шәрә ҡыҙҙарҙың сығыуына ла эс боша.
“Комсомольская правда” гәзите һәр һанында яланғас ҡатын-ҡыҙҙың фотоларын баҫып туймай. Ғөмүмән, ир менән ҡатындың бер-береһен белеү сере борон-борондан бөйөк, рухи, юғары сер булған. Хәҙер барыһы ла ябайлашты.
Икенсе нәмә лә борсой. Быуаттар дауамында шундай ҡағиҙә йәшәп килгән: ҡустыһын йәбер­ләһәләр, ағай яҡлаған, атаһы – улын, дуҫ – дуҫты. Ошо ҡаһарманлыҡ юғала бара. Ул иһә – халыҡ әхлағы мәсьәләһе. Үҙебеҙҙе үҙебеҙ бөтө­рәбеҙ, ағыулайбыҙ, эскелектән аҡылдан яҙабыҙ, зәғиф сабыйҙарҙы ишәйтәбеҙ, тарихи хәтерҙе юғалтабыҙ, оятты юябыҙ. Изгелек орлоҡтарын һибеп, сәңгелдәк йырын йырламаһаҡ, йәшәй алырбыҙмы икән? Әсәйҙәр, сабыйҙарығыҙҙы бишек йыры көйләп йоҡлатығыҙ.

Йомғаҡлап әйтер һүҙ

”Эй, аҙашҡан ваҡыт, ҡайҙаһың һин? Әҙәм һине йәнә табырмы?”
Беҙ барыбыҙ ҙа Шағирҙың образдары һәм аллегориялары донъяһында йәшәйбеҙ. Еребеҙҙең моңо һәм ҡайғыһы булған ҡайын... Йәрәхәтле яугирҙең төшөнә ингән ҡанатлы толпар – Аҡбуҙ... Европа менән Азия араһында бер туҡтауһыҙ һуҡмаҡ тапаған һәм ошо ептәй генә һуҡмағы менән бөйөк ике ҡитғаны бәйләүен белмәгән кескенә ҡырмыҫҡа. Минең йәш дуҫым шағир һәм драматург Айҙар Хөсәйенов менән ризалашмау мөмкин түгел: Мостайҙың һәр китабында, һәр бер әҫәрендә һәм һәр юлында мотлаҡ рәүештә изге һүҙ, аҡыллы фекер, кинәйәле хикәйәт та­баһың һәм, тапҡас, әйтерһең, эңер баҫып барған тормош боролоштарында юл яҡтыртырлыҡ сыраға юлыҡҡандай булаһың.
Йәнә Шағирҙың образлы һүҙенә таянам, сөн­ки уны юғалтыу менән беҙ үҙебеҙҙән, тәндән һарҡылып сыҡҡан ҡан шикелле, Ваҡыттың сығып юғалыуын һәм бушлыҡ эсендә ваҡытһыҙ ҡала барыуыбыҙҙы әсерәк тоябыҙ. Эскерһеҙлеге шик­ле булған данлауҙар, кемде шул ҡәҙәре лә өҙөлөп яратыуҙарын һәм кемде юғалтыуҙарын аҙым һайын әйтеп әрһеҙләгән дежур анттар көсәйә барған һайын әлеге бушлыҡ ҙурая, тәрәнәйә кеүек.
Билдәле булыуынса, Мостай Кәрим аллего­рияларҙың тиңдәшһеҙ оҫтаһы ине. Уларҙа Шағирҙың был донъяны нисек күреүе сағыла, быуындар араһындағы бәйләнеште лә, ҡитғалар араһындағы юлды ла, халыҡтар араһындағы рухи яҡынлыҡты ла ул үҙенсә генә һиҙемләне һәм үҙенсә аңланы. Образдары, хикәйәттәре һәм риүәйәттәре аша автор үҙе еткергән бер нисә миҫалды килтерәйем. “Мин ... йылғаның яры ниңә икәү булыуын аңланым. Ике яр һыу ағышын тотҡан кеүек, ике яр уртаһынан Замана – Ваҡыт үҙе аға: бер яры — юғалған тормош, икенсеһе – мәңгелек. Кеше иһә, ике ярҙы ағас, таш, тимер менән тоташтырырға маташып, фекер һәм хыялдан күпер төҙөп, ошоноң хаҡына ғүмерен фиҙа ҡыла”.
Эйе, дөрөҫ хәтерләнегеҙ, килтерелгән юлдар – “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесынан өҙөк. Әйткәндәй, Мостай үҙенең әҫәрҙәрендә “күпер” тигән төшөнсәгә ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайта. Әлбиттә, һүҙ төҙөлөш ҡоролмаһы мәғәнәһендә түгел. Шағир өсөн күпер – быуындарҙы ла, ке­шеләрҙе лә, Ваҡыттың үҙен дә бәйләүсе тәрәнерәк образ. Ул ижадының һәр осоронда, арыу-талыуҙарын онотоп тороп, кешеләр ара­һындағы дуҫлыҡҡа гимн яҙа килде. Шағир раҫлауынса, бөтә халыҡтар ҙа, төпкәрәк төшөп уйлағанда, бер йөрәк аҫтында йән алған, бер тамырҙан яралған. Уның инаныуынса, яңғыҙ-ярым йәшәп кенә ысын бәхеткә өлгәшеү мөмкин түгел. Ошо урында бер китабында Шағир һөйләгән риүәйәтте хәтергә төшөрөү урынлы булыр. Баҡтиһәң, Европаны Азиянан ҡасандыр оло даръя айырып ятҡан икән. Хоҙайҙы был хәл маҙаһыҙлай башлаған. Һәм ул, ниһайәт, ике ерҙе тоташтырмай хаталаныуын аңлаған. Әммә ҡылған эшен төҙәтергә йә теләге, йә ҡулы етмәй икән. Шул саҡ Мәүлә әмәлен тапҡан: бер башҡорт егетен саҡырып алған да, оҙон ҡорос энә һәм осһоҙ-ҡырыйһыҙ алтын еп менән Азияны Европаға ҡуша тегергә бойорған. Бәлки, кире­һенсә лә булғандыр. Иң мөһиме, егет оҙаҡ һәм бик тырышып фарманды үтәгән һәм тәүге мәң­гелек үтеүгә эшен ослап та ҡуйған. Бына мөғжизә, әлеге йөй урынында ерҙә булған һәм булмаған хазиналар тауы үҫеп сыҡҡан. Тауҙы һуңыраҡ Урал тип атағандар.
Ләкин был әле риүәйәттең ахыры түгел. Алла эштән ҡәнәғәт ҡалған һәм, әжер итеп, егеткә ҡыҙ сифатындағы һәм әсә рәүешендәге гүзәл бер йәнде бүләк иткән. Һөйләүҙәренсә, башҡорт тоҡомо шуларҙан киткән. Үҙенең бихисап мә­ҡәләләрендә, интервьюларында, сығыштарында Мостай Кәрим, ҙур тулҡынланыу менән уртаҡ Ватаныбыҙ Рәсәй һәм уртаҡ яҙмышыбыҙ ха­ҡында әйтә килә. “Рәсәй – күп милләтле ил, – тип яҙҙы шағир. – Уның тарихы бөтә халыҡ­тарының ҡылған эштәре һәм яҙмышынан тора”. Мостай бер ваҡытта ла үҙ теленең сиктәренә генә бикләнмәне һәм Башҡортостанда урыҫтарҙың да, татарҙарҙың да, сыуаштарҙың да Ватанын күрҙе. Бөгөн Башҡортостан, быуаттар барышында кесерәйә килә, әйҙә 143,5 мең квадрат километр ғына ерҙе биләһен, әммә дүрт миллиондан күберәк халыҡ өсөн унда ҡыҫынҡы түгел. Урын да, эш тә, ризығыбыҙ та бөтәбеҙгә лә етә. ”Мин – башҡорт, — тип дауам итә Мостай, – ләкин Башҡортостан минең генә ерем тип әйтә алмайым. Бының менән мин республикала йәшәүсе бүтән халыҡтарҙың ватан тойғоһон кәмһетер инем. Улар Башҡорт­останды, моғайын, минән аҙыраҡ яратмайҙыр”.
Башҡортостан Мостай Кәрим өсөн республика ғына булманы. Шағир телендә ул кеше рухы Урал тауҙарынан да бейегерәк осҡан Мөхәббәт иленә әүерелде. Һәм ошо мөхәббәтте, йөрәгендә бер генә мәлгә лә һүндермәй, шағир донъялағы бөтә дуҫтарына ла илтте. Мостайҙың Сыңғыҙ Айтматов, Михаил Алексеев, Алим Кешоков, Абдужәмил Нурпеисовтар, украин, грузин, бүтән ҡәрҙәштәр менән дуҫлығы, ерҙә нисек йәшәргә мөмкинлек һәм тейешлек өлгөһө булып, күптән инде риүәйәт рәүешен алғайны. Ә шиғриәт ар­баһының, рус шағиры Ярослав Смеляков әйт­кәнсә, дүрт тәгәрмәсен тәшкил иткән Мостай Кәрим + Рәсүл Ғамзатов + Ҡайсын Кулиев + Давид Кугультиновтар һуң? Күп милләтле Рәсәй шиғриәтенең дүрт сусағы улар ине. Дүртәүһе лә ғәжәп талантлы, ләкин улар араһында Мостай иң аҡыллыһы һәм иң сабыры булды.
Мостай планетаһында уның оло (йәш яғынан) рус дуҫы, күренекле шағир Михаил Дудин айырым бер тау булып күтәрелеп торҙо. Ул Баш­ҡортостанға күп мәртәбә килде, Мостайҙың нисәмә быуын ырыуҙаштары үткән һуҡмаҡтарҙан йөрөнө, төндәрен ай яҡтыһында дала ҡылғаны­ның көмөш нурға ҡойоноуына һоҡланды. Ләкин иң мөһиме – ҙур рус фронтовик-шағиры, Мостай янына килеп, ауыр йәрәхәттәре фажиғәгә әйләнеү ихтималы булған саҡта, башҡорт фронтовик-шағирына бер терәк була.
Байтаҡ йәй, яҙ, ҡыш һәм көҙҙө беҙ бөйөк замандашһыҙ үткәрҙек. Алда йәнә ҡыш, “бына тағы, бәүелеп, ҡарҙар яуа, ғүмере барға – дауа, әруахтарға – доға...” Шағир хаҡ, һәр кем хәтерҙә үҙенсә йәшәй. Ваҡыт һәм үҙеңдең ҡыуаныс­тарың, тетрәнеүҙәрең аша уларҙың ҡайһы берҙәренең һинең рухи тәржемәи хәлеңдең бер өлөшө булыуын нығыраҡ тояһың. Улар һиндә бер осҡон булып йәшәй. Ошо яҙмаларҙы Мостай Кәримдең тормош юлын һәм ижадын өйрәнгән­дәрҙең береһе, дуҫым профессор Ильяс Вәлиевтең китабынан кескәй генә өҙөк менән тамамлағым килде.
“Хәтер – кеше аңының пирамидаһы, һәм уның иң бейек нөктәһе һис ҡасан да булмаясаҡ. Хәтерҙең аҙағы юҡ, дөрөҫөрәге, уның сығанағы кешелек тоҡомо бөткәс кенә ҡороясаҡ. Хәтерһеҙ ҡалған кешенең киләсәге лә юҡ; атай-ола­тайҙары тураһындағы хәтирәләрҙән баш тартҡан кешелек һәләк булыуға дусар.
Хәтер аңды булдыра һәм үҫтерә. Уның ярҙамсыл да, хыянатсыл да булыуы ихтимал, ул ҡыуандыра ла, көйөндөрә лә... Хәтер — Ваҡыт киҫешкән урын”.
Эйе, нәҡ шулай.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 140

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 488

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 229

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 933

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 699

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 276

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 697

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 972

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 457

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 531

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 358

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 538