Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кешеләргә бер йылмайыу етә, ул йылмайыу булһа йөрәктән
Кешеләргә бер йылмайыу етә, ул йылмайыу булһа йөрәктән Яңы йортта йәшәй башлағас, ҡайһы бер күршеләр ҡарауһыҙ йөрөгән бесәйҙәргә ем сығарып ашатырға кереште: йәнәһе, уларға ғына кешелеклелек хас. Мәрхәмәтлек күрһәткеләре килһә, хайуандарҙы үҙҙәренә алһын­дар, тип әйтке килә. Ошо “шәфҡәт­лелек” арҡаһында хәҙер ҡайһы бер подъездарға инерлек түгел. Икен­сенән, йыш ҡына тиҫтәләгән бесәй, эт тотоп, күршеләренең теңкәһенә тейгәндәр тураһында ла аҙ ишетмәй­беҙ. Ни өсөндөр улар араһында башлыса яңғыҙ әбейҙәр күп. Был мәрхәмәтлекме?

Баҙар иҡтисады һәр кемде тиҙ арала – сирек быуат эсендә – “донъялағы бөтә нәмә һатыла” тигән “ҡанун”ға ышан­дыр­ҙы. Хәҙер берәүҙе лә бушҡа эшләтеп булмай, хатта туғанына ярҙам итергә ашыҡ­майҙар. Ул ғына түгел, ҡайһы ваҡыт ауылда йәшәгән ата-әсәһенә төрлө сәбәп менән ярҙам итә алмаған (телә­мәгән) балалары улар биргән ит, ҡаймаҡ, картуф өсөн аҡса түләүҙе хуп күрә. Тегеләре лә быға ҡаршы түгел, был хәлгә үҙем дә шаһитмын. Был, бәлки, дөрөҫтөр ҙә. Пенсия йәшендәгеләр таң һарыһынан ҡара кискә тиклем мал-тыуар, ҡош-ҡорт, баҡса ҡарай, хеҙмәт емештәре өсөн тейешле хаҡ алырға хаҡлылыр.
Бәхеткә, ошо күренешкә ҡаршы тағы бер хәл йолаға әйләнеп бара. Төрлө хәй­риә фондтарының, бағыусыларҙың, мәр­хәмәтлек күрһәтеүселәрҙең, гуманитар ярҙамдың, волонтерҙар булып хеҙмәт итеү­селәрҙең таралыуын күҙ уңында то­там. Баҙар шарттарында күрһәтелгән эскерһеҙ ярҙам ғәжәйеп социаль көскә әйләнде, уны хатта һуғыштағы ауыр артиллерия менән сағыштырырға мөмкин­дер. Күптәр, быны аңлап, оятһыҙ рәүештә ошо мәрхәмәтлекте үҙенең ҡоралы итеп алырға тырыша. Украинаның Донецк һәм Луганск өлкәләренә тәғәйенләнгән гуманитар ярҙамдың мохтаждарға һаман да барып етә алмауын күҙ уңында тотам.
Республикала бөгөн 200-ләп хәйриә фонды теркәлгән. Былтыр Белорет райо­нының Ғәбдөк ауылындағы, Әбйәлил районындағы һәләкәттәрҙә ҡаза кисер­гәндәргә ихлас ярҙамға сыҡҡан заман­даштарыбыҙ ихтирамға лайыҡ. Тик бер нәмә хафаландыра: йыш ҡына ҡазаға тарығандар йыйылған әйберҙәрҙең күбе­һенән баш тарта. Был күренеш балалар йорттарында тәрбиәләнгәндәргә бигерәк тә хас. Сәбәп кемдеңдер иҫке әйберен алғы килмәүҙәндер. Күрәһең, Совет осо­рондағы комиссия магазиндарына оҡша­ған хәйриә магазиндары ойоштороу кәрәк­тер. Был әйберҙәрҙе шунда ҡуйып һатып, бәлки, шунан килгән аҡсаны биреү отош­лораҡтыр.
Киң мәғлүмәт саралары аша көн һайын тиерлек ауыр сиргә тарыған теге йәки был бала тураһында ишетергә тура килә. Уларҙы сит ил клиникаларында дауалар өсөн ата-әсәһенең хәленән килмәҫлек ҙур сумма кәрәклеге тураһында үтенестәр ғәҙә­ти күренешкә әйләнде – йыш ҡына был хәбәргә битараф ҡалабыҙ кеүек. Ҡала урамдарында ошо ауырыуҙарға аҡса йыйып йөрөгән волонтерҙар кемд­ә­лер ихтирам, кемдәлер шик тыуҙыра. Төрлө финанс пирамидалары ла хәтергә төшә. Ҡазаға тарығандарҙың башлыса балалар булыуы ла ни өсөндөр шиклән­дерә. Ә сирҙәрҙең исемлеге менән та­нышҡан һайын “Рәсәйҙә медицина тигән тармаҡ бармы?” тип аптырайһың. Ни өсөн был ауырыуҙар алдында табип­тарыбыҙ көсһөҙ? Бынан бер нисә йыл элек Дмитрий Медведев өҫтөнлөклө тип иҫәпләгән дәүләт проекттары араһында ошо һаулыҡ һаҡлау тармағы ла бул­ғайны. Медицина хеҙмәткәрҙәренә эш ха­ҡын ярайһы ғына арттырҙылар, яңы ҡо­рамалдарға аҡса йәлләмәнеләр, йәш белгестәрҙе дәртләндереү сараларын ҡабул иттеләр түгелме? Белешә баш­лаһаң, теге йәки был операцияның ҡағыҙҙа билдәләнгән хаҡы түләттер­гәндәренән байтаҡҡа кәмерәк булып сы­ға. Шунан бәғзеләрҙең ошо мәрхә­мәттән дә бизнес эшләгәненә хайран ҡалаһың, шәфҡәт, рәхимлелек тә йәшәү сығана­ғына әйләнгәненә аптырайһың. Шул уҡ ваҡытта яңыраҡ үткәрелгән акция барышында Украина ҡасаҡтарына ярҙамға йыйылған иғәнәнең ни бары 2 миллион һум тирәһе икәнлеген ишетеп, ватандаш­тарыбыҙҙың уларҙың бәләһенә битараф икәнен аңлайһың.
Күптән түгел АҠШ ғалимдары алты һәм һигеҙ йәшлектәр менән һынау үткәргән. Кәнфиттәрҙе ғәҙел бүлмәгән осраҡта был балаларға үҙҙәренекен уртаҡ­лашырға мөмкинлек булған. Ҡыҙ­ҙарҙың һәм малайҙарҙың 40 проценты был шәфҡәт­лекте күрһәтергә ризалығын белдергән. Алты йәшлектәр башлыса “үҙ коман­даһындағылар“ менән бүлешһә, 8 йәш­лектәр “ситтәгеләргә” лә биреүҙе ғәҙеллек тип иҫәпләй. Ошо “40 процент” ғүмер буйына һаҡланһа, гуманитар акцияларға 100 процент кешене йәлеп итергә тырышыу – йыш ҡына директив формала – дөрөҫтән булмай түгелме? Бында мәжбүри ярҙам ысын мәрхәмәтте юҡҡа сығара.
Йыш ҡына бағыусылыҡҡа үҙ файҙаһын ҡайғыртып баралар. Рәсәй олигархтары Тимченко, Дерипаска, Потаниндарҙың үҙ милкен дәүләт ҡарамағына тапшырырға әҙер тороуы ла юҡҡа түгел. Ғәҙел булмаған хосусилаштырыу арҡаһында эләккән байлыҡ, күрәһең, көтөлгән бәхет­те килтермәгән. АҠШ-тың 26-сы президенты Теодор Рузвельт юҡҡа ғына: “Эш­ҡы­уарҙар кәсебен ғәҙел алып барһа, бағыусылыҡтың кәрәге лә булмаҫ ине”, тип әйтмәгән.
Кешене бөлгөнлөккә төшөрөп, һуңы­нан йомарт булып ҡыланыу ике йөҙлөлөк була түгелме? Был ярҙамды эскерһеҙ тип ҡабул итеүе ауыр. Бында анонимлыҡ ҙур әһәмиәткә эйә. Әгәр ҙә PR йәлеп ителә икән, бында мәрхәмәтлек юҡтыр. Башҡа кешеләр алдында кемгәлер бирелгән кәңәште кәмһетеү тип ҡабул иткән һымаҡ була. Ярҙам күрһәтелгән кешенең һиңә таныш түгеллеге бик мөһим.
Кемдең ярҙамға мохтаж икәнлеген нисек белергә? Урамда осраған танышың эсергә аҡса һораһа, быны нисек ҡабул итергә? Бәлки, ул үлеп баралыр? Ипо­текаһын түләй алмаған кешегә ярҙам итергәме? Был ике кешенең ҡайһыһы ярҙамға нығыраҡ мохтаж һуң? Әллә был һорауҙарға яуап эҙләргә кәрәкмәйме? Бәлки, ысын филантропияның мәғәнәһе һиндә сит кешегә ярҙам итеү ихтыяжы барлыҡтан ғына киләлер? Ярҙам иткән­дән һуң үҙең өсөн ғорурлыҡ тыуһа, был ысын рәхимлелек булмаймы?
Бөтә донъя буйынса барған флешмобты ғына алып ҡарайыҡ. Бер фирма башлап ебәргән хәйриә акцияһы шарттары буйынса унда ҡатнашҡан һәр кеше һалҡын һыу менән ҡойонорға тейеш. Шуныһы ҡыҙыҡ: быны видеоға төшөрөү мотлаҡ – күп кеше алдында эшләнгән мәрхәмәтлектең үҙенең төп мәғәнәһен юғалтҡаны бөтөнләй онотола, ә уның менән бергә кемгәлер ярҙам иткәнебеҙ ҙә юҡҡа сыға. Шулай инде, заман башҡа – заң башҡа. Ғаилә урынына никах контракты, хәйриә урынына – ҡыҙыҡ флешмоб...
Ас кешегә бер телем икмәк биреү етәме, әллә бер бот кәрәкме? Йомарт­лыҡ күп түгел, ә ваҡытында биреүҙән ғибәрәт. Ә “балыҡ биргәнсе, уны тоторға ҡармаҡ бир (балыҡ тоторға өйрәт)” тигән принцип ярҙам итмәһә, ни эшләргә?
Джек Лондон: “Эткә ташланған һөйәк — шәфҡәтлелек түгел. Ысын мәр­хә­мәт – эттән дә асыраҡ булған сағ­ыңда бүлешкән һөйәк”, — тигән. Бәлки, ул хаҡлылыр. Ярҙамдың башҡа формалары мәрхәмәт­тең йораты ғыналыр.



Автор: Илдар ҒӘБИТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә