Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Зәңгәр яғыулыҡ” йылытһын ғына
Газдың экологик яҡтан таҙа, файҙаланыуҙа уңайлы ғына түгел, бер үк ваҡытта хәүефле яғыулыҡ булыуын көндәлек тормоштағы фажиғәләр иҫкәртеп тора. Кеше цивилизацияның ошо төр уңайлығына шул тиклем күнеккән, йыш ҡына уны хәүефһеҙ ҡулланыу өсөн яуаплылыҡ тойғоһон да онотоп ҡуя.
Һалҡындар башланыу менән газды яғыулыҡ рәүешендә фай­ҙаланыу әүҙем­ләшә, тимәк, янғын сығыу, газ менән ағыу­ланыу хәүефе арта. Йылытыу миҙгеле башланғас, ут менән һаҡһыҙ эш итеү, мейестәрҙең, йылытҡыс­тарҙың төҙөк булмауы, газ ҡорамалын ҡарауһыҙ ҡалдырыу торлаҡ йорттарҙағы авариялар­ға, күңел­һеҙ хәлдәргә сәбәпсе була.
Беҙҙең кәңәштәр ябай. Төндә һәм өйҙән сығыр алдынан газ ҡо­рамалының һүн­дерелеүен мот­лаҡ тикшерегеҙ. Эшләп торған приборҙы ҡарауһыҙ ҡалдырма­ғыҙ!
Йылытыу миҙгеле алдынан төтөн юлын белгес тикшерергә тейешлеген онот­мағыҙ. Тартыу көсө юҡ икән, эшмәкәр­лектең ошо төрөнә лицензияһы булған ойошмаларҙан белгес саҡыры­ғыҙ. Ул етешһеҙлекте төҙәтер.
Әйткәндәй, газ приборҙарын “Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәм­ғиәте филиалы белгестәре йүнәтә. Улар шулай уҡ газ ҡорамалын күсереү йәки алмаштырыу буйынса хеҙмәт күрһәтә.
Ҡулланыусылар, газдан фай­ҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоп, ҡорамалдарҙы үҙаллы монтажламаһа, байтаҡ күңелһеҙ хәлдәргә юл ҡуйылмаҫ ине. Был ҡағиҙәләр бик ябай, тик уларҙы үтәмәү ҙур хәүеф менән янай.
Ошо ҡағиҙәләрҙән бер нисә өҙөмтә тәҡдим итәбеҙ.
Фатирҙа, подъезда, торлаҡ йорттоң под­валында һәм башҡа биналарҙа газ еҫен тойһағыҙ, шырпы һыҙмағыҙ, тәмәке тартма­ғыҙ, электр яҡтырт­ҡыс­тарын һәм электр приборҙарын ҡабыҙмағыҙ һәм һүндермәгеҙ, газ кранын ябығыҙ, бүлмәне елләтегеҙ һәм газлы бинанан сығып, “04” телефоны буйынса авария газ хеҙмәтен, ауыл ерендә газ ҡорамалын файҙаланыу һәм йүнәтеү буйынса слесарҙы саҡыр­тығыҙ.
Газ приборҙарындағы хәүефһеҙлек автоматикаһы төҙөк булмағанда һәм тө­төн, елләтеү юлдары тығылғанда газ менән ағыуланыу хәүефе тыуа.
Мейестәр һәм йылытыу ҡорамалдары күп төрлө, йәй айҙарында күптәрҙең улар хаҡында ла, ябай ҡағиҙәләрҙе лә онотоуы ихтимал. Көҙгө һалҡындар, ҡар ҡатыш ямғырҙар, ҡырауҙар башланыу менән мейес яғырға, йылытыу приборҙарын ҡа­быҙырға ашығабыҙ. Был осорҙа беҙҙе айырыуса ҙур хәүеф һағалай. Шуға күрә әле Рәсәй Хөкүмәтенең 2013 йылдың 14 майындағы 410-сы ҡарары менән раҫланған газдан файҙаланыу ҡағиҙәлә­ренә ярашлы, газ колонкаһынан газ сы­ғыуы, ә төтөн юлдарында тартыу көсөнөң юҡлығы асыҡланһа, яғыулыҡтың тулы­һынса янып бөтөүен тәьмин итерлек һауа ағымы булмаһа, ҡулланыусы үҙ белдеге менән ҡоролмаларҙы көйләһә йәки был приборҙар боҙолһа, йорт (фатир) эсендәге газ ҡорамалын техник хеҙмәтләндереү һәм йүнәтеү тураһында килешеү төҙөлгән махсус ойошма (Башҡортостанда – “Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәте) хеҙмәткәрҙәре алдан хәбәр итмәйенсә газды кисекмәҫтән ябырға хоҡуҡлы.
Ҡағиҙәләргә ярашлы, газ приборҙа­рынан хәүефһеҙ файҙаланыу, төтөн юлда­рының төҙөклөгө өсөн йорт хужалары яуаплы.
Норматив документтар талабына яраш­лы, торлаҡ фондын хеҙмәтләндергән ойош­малар күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте тәртиптә тотоу буйынса эш башҡарыуға килешеү төҙөү йәһәтенән сара күрергә тейеш. Улар елләтеү (йылына кәмендә ике тапҡыр) һәм төтөн юлдарын даими тикшерергә, өс ай һайын уларҙы ҡоромдан таҙартырға, төҙөклән­дерергә, мейестәге һәм газ ҡорамал­дарындағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә бурыслы. Торлаҡ фондын хеҙмәтлән­дергән ойошмалар елләтеү һәм төтөн юлдарын техник хеҙмәтләндереү буйынса йөкләмәләрен үтәмәгән өсөн юридик яуаплылыҡҡа тарттырылыуы мөмкин.
Торлаҡ йорттарҙы, ойошмаларҙы, пред­приятиеларҙы һәм учреждениеларҙы газ менән өҙлөкһөҙ һәм хәүефһеҙ тәьмин итеү – махсус газ бүлеү ойошмаһы булараҡ “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәтенең төп бурысы. Уны тейешенсә үтәү өсөн газ селтәрҙәрен дә, ҡора­мал­дарын да техник йәһәттән даими һәм етди хеҙмәтләндереү шарт. Йорт (фатир) эсен­дәге ҡорамалдар, ҡулланыу ваҡытына һәм етештереүсенең (паспорттағы) күрһәтмә­һенә ярашлы, махсус ойошма менән ҡулланыусы араһындағы килешеү ниге­ҙен­дә өс йылға кәмендә бер тапҡыр хеҙ­мәтләндерелергә тейеш. Техник тикшереү буйынса ыңғай һығымта алынған осраҡта ғына ҡорамалды артабан ҡулланырға мөмкин.
Ҡайһы саҡта “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре газ приборҙарын тикшергәндән һуң, уларҙы йүнәтергә йәки алмаштырырға ҡуша. Ә абоненттар күр­һәт­мәне үтәргә ашыҡмай. Бер генә фатир­ҙағы газ ҡорамалының төҙөк булмауы бөтә йорттағы кешеләрҙең именлегенә һәм ғүмеренә зыян килтереү ихти­мал­лығын оноторға ярамай.
Көҙ, ҡыш етеү менән төтөн һәм елләтеү юлдарының торошона иғтибарҙы арттырыу зарур. Төтөн юлдарының емерелеүе йәки боҙланыуы, уларға сүп-сар тығылыуы арҡаһында тартыу көсөнөң юҡҡа сығыуы бар. Һөҙөмтәлә ағыулы газ, тышҡа сығыу юлын тапмайынса, йортҡа таралып, кеше ғүмеренә һәм сәләмәтлегенә зыян килте­реүе ихтимал.
Шуға күрә һаҡ булығыҙ, төтөн юлдарын даими таҙартығыҙ, газ ҡорамалын ҡабы­ҙыр алдынан һәм ул эшләгәндә тартыу көсөн тикшерегеҙ. Төтөн сыҡҡан торба­ларҙы даими күҙәтегеҙ, ваҡыт үтеү менән уларҙың емерелеүе мөмкин. Тейешле изоляция булмаһа, уларға боҙ туңа. Шуға күрә йылытыу ҡорамалдарында газ тулыһынса янып бөтмәй, тартыу көсө лә һүлпәнәйә.
Онотмағыҙ: ағыулы газдың (СО) төҫө лә, еҫе лә юҡ, ул тойолмай. Газдан бик тиҙ ағыуланаһың. СО миҡдары 0,32 процент­ҡа етһә, кешене фалиж һуға, ул иҫен юғалта һәм 30 минуттан үлә, 1,2 проценттан артһа – ике-өс һулыштан иҫен юғалта һәм 3 минуттан үлә.

lОнотмағыҙ! Газлы бинала шартлау өсөн бер генә осҡон да етә!
lҘур афәткә, кеше ғүмеренә һәм һау­лығына янаған хәүефкә юл ҡуйыл­маһын тиһәгеҙ, иғтибарлы булырға, көнкүрештә газды файҙаланыуҙың ябай ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте

Комментарий өҫтәргә