Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Намыҫ аҡсанан ҡиммәт
Һуғыш тымып бер аҙ үтеүгә, хәтһеҙ ваҡыт юғалып торғандан һуң, ауылыбыҙға Рамаҙан апа ҡайтып төштө. (Атаң-әсәңдән оло ир кешене Оло Ҡыҙыл буйында ғына апа тип йөрөткәндәрен ул саҡта ҡайҙан беләйем?) Билаловтар араһында ирҙәр эре һөйәкле ине шул. Рамаҙан апаның бер туған ҡустыһы Абдрахман апа, Аллаға шөкөр, һуғышҡа китерҙән күпкә алда ике улға йән биреп өлгөргән. Ҡыҙыл флотта хеҙмәт иткән Әбделхай, шулай уҡ әрмене үткән Рәйес ағайҙар ана ниндәй буйсан! Ауылға һирәк-һаяҡ ҡына һуғылғылап йөрөгән офицер Нуретдин ағай ҙа, атаһы Рамаҙан апаға тартыпмы, баһадир кәүҙәле. Ә Чапаев дивизияһында рота командиры булып, золомлоҡҡа эләгеп, күп йылдарын тотҡонлоҡта үткәргән Рамаҙан Билалов, буй-һыны менән дә, холоҡ-фиғеле йәһәтенән дә, беҙҙең яҡтарҙа әйтмешләй, ирҙең ҡашҡаһы ине.
Яуҙан йонсоған илдә, юғалтыу ҡайғылары йөрәктәрҙә таш булып ятҡанда, мәжлестәрҙә аш ейеү хәстәре, кәйеф-сафа ҡороу уйҙары булмағандыр. Шулай ҙа Ғарифулла олатайымдар, һуғым һуйғанда, йылына бер-ике тапҡыр булһа ла, бал әсетеп, күрше-күлән, ағай-энеһен йыйып ала. Күңелһеҙерәк, хәҙерге ҡарамаҡҡа наҡыҫ табын менән үтһә лә, мәжлес барыбер мәжлес инде. Бал да Иҙел һыуы түгел, быуынға йүгерә, башты әйләндерә, йәмһеҙ донъяны ла яҡтыртып ебәргәндәй. Рамаҙан апа, күпме ваҡыт тышаулы-бығаулы йөрөһә лә, күңелен мүкләндермәгән икән. Мөҙҙәте еткәс, тауышына бигүк ихтыяр бирмәй, күкрәктән генә сығарып көйләп ебәрә.
Һайрамасы, былбыл, ник һайрайһың,
Ишеттереп тауышың йыраҡҡа.
Белдертмәсе серең залимдарға,
Төшөрөрҙәр тимер тоҙаҡҡа.
“Йырҙың йыртығы юҡ”, — тиҙәр. Бәлки... Әммә көнө-төнө маҙаһыҙлаған уйҙарыңды, улар, һүҙ булып, телеңдән һибелергә торһа ла, ишетер кешенең ҡолағына еткерер әмәлдәр гел генә булмай. Шул саҡ хис-тойғоларың ябай һүҙгә торғоһоҙ йыр булып урғылалыр.
Арабыҙҙан киткәндәр, моғайын, фәрештәләй гонаһһыҙ, ысыҡ тамсыһылай саф кеше булып йәшәй алмағандыр. Шул уҡ ваҡытта уларҙы барыбер һәр төрлө кәмселектәрҙән, түбәнселектәрҙән азат рәүештә генә хәтерҙә ҡалдырғы һәм хыялдағы ошо образ менән йәшәйһе килә. Бәлки, шуғалыр элеккеләр — олораҡ, юғарыраҡ, бөгөн аралашып йәшәргә мәжбүр булғандар ваҡсылыраҡ, көнсөлөрәк күренә. Уратыбыраҡ уйлаһаң, йәшәйештең төп асылы үҙгәрешһеҙ ҡалған: көн яҡтыһы, һулар һауа, эсәр һыу бар. Ете миллиард халҡы булһа ла, ерҙә эркелешеп, бер-беребеҙҙе тапап йөрөмәйбеҙ. Кемдәрҙер мал-мөлкәт бүлешкән саҡта ла, ғәмдең күпселеге һәүетемсә, яҙмыштың биргәненә хуш булып көн итергә тырыша. Намыҫ һәм выждан алдында килер-китер хакимлыҡ та, туҙыр-таралыр байлыҡ та, исем-дәрәжәләр балҡышы ла бер ни түгел.
Бөгөнгө болғансыҡ донъяла, аҡылдары кермәле-сыҡмалы әҙәмдәр араһында аңҡы-тиңке булып йөрөйһөң-йөрөйһөң дә, шағир әйтмешләй, зәңгәр томандар артында, бик йыраҡтарҙа ҡалған апаларҙы, ағайҙарҙы йәнә иҫкә төшөрәһең. Рамаҙан Билаловтың ҡарағайҙай тура һыны йәберлектә йөрөгәндә лә бөгөлмәгәйне, һәм ул ғүмеренең ахырғы көндәренәсә, күк көмбәҙен иңендә тотҡан атлант шикелле, ҡеүәтле лә, юғары ла ҡалды. Әйткәндәй, өлкән Билаловтың улы Нуретдин ағай һуғышты үткән офицер ине. “Ине” тием, сөнки яу йылдарынан аҙаҡ Нуретдин Билалов илдәге төрлө хәрби гарнизондарҙа хеҙмәтен үткәрҙе, улы Владимир менән ҡыҙы Светлана Дрезденда урыҫ мәктәбен алтын миҙал менән тамамланы, һәм Светлана юғары белемде Башҡортостан медицина институтында алды. Нуретдин ағай, олоғайғас, ҡырҡ бишенсе йыл артиллерия взводы составында үҙе азат итешкән Кенигсберг (хәҙерге Калининград) ҡалаһында төпләнде. Танк дивизияһы командиры урынбаҫары вазифаһынан отставкаға сыҡҡан полковник Билалов менән бер мәл хәбәрләшеп тә торҙоҡ. Әммә хәҙер Калининградта телефон трубкаһын алыусы юҡ...
Ирлектең сифаты бүрек кейеп йөрөүҙә йә вазифалар биләүҙә генә күренмәй. Бүректәр, салбарҙар, тәмәке менән хәмерҙәр үтеп барған тормошобоҙҙа ир булып күренергә теләүсе ҡатын-ҡыҙҙарға ла, бисә ҡылыҡлы ир йораттарына ла бик таман. Еңел-елпелек һәм ике йөҙлөлөк, ялған дуҫлыҡ халыҡтың милли менталитетына әүерелһә йәки, иң хәүефлеһе — хурлыҡлы сифаттар кешенең ғәҙәти булмышына әйләнһә, тәбиғи асылыбыҙҙың бөтөүе шул булыр. Урыҫ ҡәүеменең бөйөк гуманисы, академик Дмитрий Сергеевич Лихачев: “Кешенең намыҫлылығы һәм мәҙәнилеге кәүҙәне тура тотоп атлауҙа ла, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүҙә лә, хатта ҡул ҡыҫыуҙа ла күренә”, — тип йыш ҡабатлар ине. Бөгөн иһә, хаслыҡтың дуҫлыҡ кейемен кейеп, үҙ ялғанына үҙе ышанып йөрөгән заманда, хыялый зыялы Лихачевтарға урын ҡалдымы икән? Бер мәл яһиллыҡтан тонсоғоп һәләк булмаҫбыҙмы?
Толпар ирҙәр өсөн намыҫ — ғүмер кисереү һәм донъя ҡороуға бер шарт. Ул сифат тәбиғи рәүештә бирелгән кеше үҙенең ошо мәртәбәһе тураһында уйламай ҙа, һөйләмәй ҙә. Миңә, тиҫтәләрсә йыл төрлө һөнәр эйәләре менән таныш, иптәш һәм хатта дуҫ булып йөрөгән мосафирға, тоғролоҡ ҡәҙерен белергә лә, намыҫһыҙлыҡ әремен татырға ла насип булды. Таныш-белештәрем араһында игенселәр һәм ҡорос ҡайнатыусылар, урмансылар һәм мөғәллимдәр, табиптар һәм нефтселәр — һәммәһенең дә исемен әйтеп бөтмәҫлек хеҙмәт батырҙары бар ине. Ғәжәпләндергәне һәм әле булһа айышына төшөнә алмағаным шул: батырҙар үҙен батырға һанламаны. Уҙған көҙҙөң башында баҡыйлыҡҡа киткән яҡташ ағайым, Дан ордендарының өс дәрәжәһе менән дә бүләкләнгән Вәлиәхмәт Сөләймәнов, табындаш булып йөрөһәк тә, фронт хәтирәләрен урынлы-урынһыҙ һүтеп, наградаларын шылтыратып йөрөмәне. “Ябайлыҡта — бөйөклөк” тигән хәҡиҡәттең ғәмәлдә кәүҙәләнеше шул буламы икән? Мин, әле булһа, Мәләүез баҫыуҙарын шаулатҡан комбайнсы Шафиҡ Бураҡановты, Туймазы урмансыһы Йософ Фәррәховты, Бөрйән умартасыһы Зәйтүн Ырыҫҡоловты, Учалы таусыһы Рамаҙан Ниғмәтуллинды, Дәүләкәндән колхоз рәйесе Миңзаһир Хәмиҙуллинды һағынам. Ошондай кешеләрҙең барлығын белеп йәшәү үҙеңде лә күтәрә, сафландыра, донъя ваҡлыҡтарынан арындыра. Социалистик Хеҙмәт Геройҙары Рифхәт Йәнекәев, Хатмулла Солтанов, ҡорос арҡан үреүсе Сәғиҙә Мөхәмәтдинова һымаҡ, рух менән ҡанатланып йәшәгән ағай-апайҙарҙың ҡулына дәүләт етәкселеге теҙгенен тотторорға ине лә бит, был — бойомға ашмаҫ хыял, сөнки ундайҙар хакимлыҡ дилбегәһен ҡулына алһа, ил арбаһын мотлаҡ ғәҙеллек, эшлеклелек, сафлыҡ, намыҫ юлына борор ине. Рәсәйҙәге байтаҡ халыҡҡа әлеге юл кәрәкмәй. Аҡсаға хатта намыҫты ла һатып алыу форсаты бар.
...Харьков эргәһендә ғәйеп булған атайымдың йәне, тынысланыр урын тапмай, ҡайҙарҙа осоп йөрөйҙөр? Олатайым, өләсәйем, әсәйем — тыуған ауылы тупрағында. Ҡайным — Орел өлкәһендә, ҡәйнәм — Асҡарҙа. Мәсьәлә, бәлки, һуңғы төйәкте ҡайҙа табыуҙа ла түгелдер. Иң мөһиме — ғүмер юлын ҡайһы тарафтарҙан һәм ни рәүешле үтеүҙер. Был донъяла, бик күрекле булмағанда ла, күркәм йәшәргә кәрәк.
Туҡта, Ғарифулла олатайымдарға ҡунаҡҡа Рамаҙан апа килгәндер, ахыры, ипле генә көй ишетелә:
Егет кенә булһаң, ай, егет бул,
Көмөш кейҙер ҡайыш йүгәнгә.
Тоғро ғына һүҙле, асыҡ йөҙлө,
Исемкәйең ҡалһын бүтәнгә.
“Эһе-ей!” — тип көй күтәрер инем дә, тамағыма урынһыҙ килеп тығылған төйөр ҡамасауланы.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 16

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 13

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 16

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 18

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 17

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 30

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21