Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Балаларға үрнәк булайыҡ
Ике яҡташтың осраҡлы ғына осрашыуының шаһиты булдым. “ГАЗель” автобусына инеп урын алдым да ике ханымдың һөйләшеүенә ирекһеҙҙән ҡолаҡ һалдым. Әлбиттә, тәүҙә уларға сәләм бирҙем һәм үҙ уйым менән юлымды дауам итергә тип тынысланып ултырҙым.


Уҡытыусы ҡолағы һаҡ була бит, теләһәм-теләмәһәм дә, әңгәмәләрен ишетергә тура килде. Ике райондаш үҙҙәре йәшәгән төбәктең проблемалары хаҡында һөйләшә ине. Атап әйткәндә, балаларҙы уҡытыу мәсьәләһе тураһында ине һүҙҙәре.
Минең өсөн (элекке уҡытыусыға) иң ҡыҙығы ике мәктәпкә бер директор булыуы ине.
— Элек директорыбыҙ бар ине лә ул, эсеп, тәртипһеҙ ҡыланып йөрөгәне өсөн эшенән ҡыуылды. Күрше ауылда 11 йыллыҡ мәктәп, ә беҙҙә 11 йыллыҡтан (әлеге шул эскелек арҡаһында) 9 йыл­лыҡ ҡына тороп ҡалды.
Мин үҙемсә һығымта яһайым: нисек инде ике мәктәпкә бер директор? Уларҙың ҡайһыһына иғтибарҙы күберәк бүлә икән? Минеңсә, әлбиттә, үҙенең ғаиләһе, балалары уҡыған мәктәпкә, үҙе йәшәгән урындағыһына.
Ә балаларға, бигерәк тә унда эшләгән уҡытыусыларға иғтибар кәрәк. Директор булмаһа, коллективты әҙ генә контролдән ысҡындырһа, күҙәтеү аҫтында эшләп өйрәнгән мөғәллимдәргә юлдан тайпылыуға ярты көн түгел, бер сәғәт тә етә. Беҙ шулай ҡушҡанды ғына үтәп, бойороҡ көтөп, “диктовка” буйынса эшләп йөрөгән быуын кешеләре бит. “Әйтмәнеләр бит” тип ҡул ҡаушырып ултырырға күнеккәнбеҙ ҙә. “Әйткәнде көтөп йөрөгәс, уны алйот та эшләй. Бына һин үҙең белеп тотон”, тигән боронғолар.
Быныһы ике мәктәп директорына ла ҡағылған һүҙ булды. Унан әңгәмә директорһыҙ мәктәптең уҡытыусыларына ялғанып китте.
— Уҡытыусыларҙың ҡайһы берҙәре дипломын һатып алған, икенселәре ғүмере буйы студент, һаман уҡып бөтә алмай, кемдер ошонда килеп төпләнгән дә теләһә-теләмәһә лә эшләй инде. Иң ҡурҡынысы — уҡытыусылар эсә. Өлгәш тураһында һүҙ сыҡһа, уҡыһындар, унда минең эшем юҡ, миңә аҡса килһә, шул еткән, тиҙәр.
— Ә бит уларға хәҙер мул түләйҙәр. 15-20 мең һум эш хаҡы ауыл халҡы өсөн баштан ашҡан. Бер баламды саҡ 9-сы класын тамамлатып, уҡырға урынлаштырҙыҡ. Уныһына күп көс түгелде, ә бына түбән класта уҡыған баламдың яҙмышы өсөн әле үк борсолам...
— Ярай, үҙебеҙ һау булһаҡ, эшләп йөрөһәк, шөкөр. Ғаиләбеҙҙән Хоҙай үҙе айырмаһын. Аҡылыбыҙ менән йәшәһәк, балаларыбыҙ кеше араһында кәм-хур булмаҫ, бының өсөн дә күп көс кәрәк шул. Тормошто үҙағышына ҡуйыу ярамай, иртәгә шуларҙы, шуларҙы эшләрбеҙ, тип балалар алдында план ҡорорға кәрәк, унан улар үҙҙәре үк ғаилә планын төҙөргә ярҙамлаша...
Элек ауыл халҡы өсөн маяҡ булған уҡытыусылар аяныслы хәлдә икән, тип уйлайым. Эйе, беҙ үҙебеҙ ҙә ауылдан сыҡҡанбыҙ. Ауылыбыҙҙың йәме булған башланғыс класс уҡытыусыһы Сания апайҙы күҙ алдына килтерҙем. Ул беҙҙе уҡытты ла, йырларға ла, бейергә лә өйрәтте, байрамдарҙа барабан ҡағып, йырлап, бер сафҡа теҙелеп Байыш урамынан үтә инек. Ә беҙҙә бер генә урам ине ул саҡта (хәҙер артҡан). Ҡасҡынсы йылғаһы буйына теҙелгән өйҙәрҙән сығып, беҙгә ҡушылған бәләкәй балалар байрамыбыҙҙы тағы ла матурлай ине… “Бер, ике, өс! Беҙҙә — бөтә көс” тигән йырыбыҙ әле лә хәтерҙә.
Былары һуғыш йылдарында ине. Тыныс тормоштоң ҡәҙерен беләйек, эскелек менән башыбыҙҙы ҡаңғыртмайыҡ, бала­ларыбыҙҙың тормошон боҙмайыҡ, үҙебеҙ үрнәк булайыҡ, йәмәғәт, оло быуын вәкилдәре! Беҙ кисергән ҡайғы-хәсрәтте балаларыбыҙ күрмәһен: кәмһетелеүен дә, аслығын да, яланғаслығын да. Аслыҡтан үлгән ауылдаштар әле лә күҙ алдында. Бөгөнгөгә шөкөр ҡылайыҡ, айыҡ, имен тормошта йәшәйек!



Автор: Гөлкәй ҠУЖИНА. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә