Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Төп бурыс – халыҡтың йәшәйеш именлеген тәьмин итеү”
“Төп бурыс – халыҡтың йәшәйеш именлеген тәьмин итеү”
Көҙгә ныҡлап аяҡ баҫтыҡ. Хужалыҡтарҙа уңыш йыйыу тамамланып, мал ҡышлатыу осорона әҙерлек бара. Һәр ҡайҙа эш ҡайнай. Йыл аҙағы яҡынлашҡанға күрә барлыҡ тармаҡтарҙа ла йылдамлыҡ, хеҙмәт сәме тойола. Район хакимиәте башлығы Александр АНДРЕЕВ менән әңгәмәбеҙ, ғөмүмән, баҡалыларҙың көнитмеше хаҡында.



— Александр Георгиевич, быйыл ауыл хужалығы тармағында ниндәй уңыштарға өлгәш­тегеҙ?
— Ауыл хужалығында иң табышлы тармаҡтарҙың береһе – малсылыҡ. Беҙ унда продукцияның мул етештерелеүе өсөн бар көсөбөҙҙө һалып эшләйбеҙ. Ауыл хужалығында уңыштарыбыҙ әлегә бик бәләкәй, көсәйтергә кәрәк, әлбиттә. Беренсе бурыс – көндәлек табыш сы­ға­нағы булараҡ, һөт етештереүҙе арттырыу. Шуға ярашлы «500 фер­ма­» республика программа­һында ҡатнашабыҙ. «Дуҫлыҡ» кооперативы ме­нән «Умир» йәмғиәте был йәһәттән эш башланы ла инде — биналар яңыр­тылды, үҙгәртеп ҡоролдо. Ыңғай һөҙөм­тәләр бар. Малдың продуктлылығы күтә­релә. Быйыл «Яҡты шишмә» һәм «Бозор» кооперативтары ла программаға ҡушылды.
Бөтә көстө көтөүҙе яңыртыу йүнәле­шенә һалабыҙ. Бөгөн «Нива» йәмғиәте­нең ит, һөт йүнәлештәре буйынса рен­та­беллелеге 25-30 процент тәшкил итте.
Мөһим бурыстарыбыҙҙың береһе — күберәк эш урындары асыу, халыҡты лайыҡлы хеҙмәт хаҡы менән тәьмин итеү. Көслө, аҡыллы, һәләтле ир-егеттәребеҙ күп, улар үҙебеҙҙә хеҙмәт итһә, төбәк бюджетына килем бермә-бер артыр ине.
— Районда фермерлыҡ үҫеше лә иғтибар үҙәгендә. Уларҙың эшмәкәр­легенә этәреш биреүсе дәүләт программаларында ҡатна­ша­һығыҙмы?
— Ауыл хужалығын үҫтереү маҡса­тында «Яңы эш башлаусы фермер», «Ғаилә һөтсөлөк фермаһы» федераль программалары уңышлы тормошҡа ашырыла. 2012 йылда «Яңы башлаусы фермер» программаһында А. Кононов, В. Пятибратов, И. Хафизов крәҫтиән (фермер) хужа­лыҡтары хәтһеҙ генә күләмдә грант алды.
«Ғаилә һөтсөлөк фермаһы» прог­рам­ма­һында С. Бу­ла­шов, Р. Шаригин һөҙөмтәле эшмәкәрлек алып бара. Былтыр ошо уҡ программаға А. Сәғиҙуллин да ҡушылып, бө­гөн һыйыр малын 60 башҡа ҡәҙәр үрсетте, шуның 18-е – һауын һыйыры. Л. Кашапов иһә баҡса­сылыҡ йүнә­леше буйынса грант алып, ике “МТЗ-82” тракторы, бер һабан һөргөсө (ПЛН-3) һәм тырма агрегаты (БДН-2400) алды. Заманында гөрләп торған баҡса­сылыҡты яңынан тергеҙеүгә, халыҡты емеш-еләк менән тәьмин итеүгә ул ҙур өлөш индерә.
Бөгөн иң мөһиме — аҙ сығым түгеп, яҡшы сифатлы продукция алыу. Ауыл хужа­лығы тармағында белемде даими камиллаштырып һәм яңыртып торғанда ғына алға китеш буласаҡ. Бының өсөн беҙгә яңы технологияға күсеү мөһим. Был йәһәттән инвесторҙарҙы йәлеп итеп, хужалыҡтарҙа машина-трактор парктарын ҡеүәтле заман техникаһы менән тулыландырыу шарт. Маҡсатлы прог­рам­малар ярҙамында 2014 йылда 14,7 миллион һумлыҡ техника һатып алынды. Һуңғы дүрт-биш йылда таш­ландыҡ ерҙәрҙе үҙләштереү әүҙем алып барылды.
Өлгәшелгәндәрҙе нығытыу, ауыл хужалығы пред­прия­тиеларының иҡти­сади тотороҡлолоғон һаҡлау — төп маҡсатыбыҙ. Тоҡомло мал үрсетеүсе хужалыҡтарҙы арттырыу иҫәбенә һөт малсылығын үҫтереү өсөн «500 ферма» республика программаһында ҡатнашыу, техника паркын яңыртыу — мөһим пландар.
— Районда төҙөлөш эше әүҙем алып барыла. Торлаҡ ҡына түгел, социаль объекттар, инфраструктура ла яңыртыла. Бер яҡтан яңылары төҙөл­һә, икенсе яҡтан үҙгәртеп ҡорола. Киләсәктә коммуналь селтәр төҙө­лөшөн йәйелдереү ҙә көтөләме?
— Ошо йылды перспектив пландар менән башланыҡ һәм, планлаштырылған объекттар йыл аҙағынаса файҙаланыуға тапшырылып, район халҡы файҙаһына хеҙмәт итер тип ышанғы килә. Был йә­һәттән граж­дандарҙың лайыҡлы шарт­тарҙа йәшәүенә өлгәшеү — көнүҙәк мәсьәлә. Яңы төҙөлгән урамдарҙы газ, һыу, электр менән тәьмин итеү һәйбәт кимәлдә ойош­торолған, ә урамдарға асфальт түшәү, төҙөкләндереү, йәшеллән­дереү өҫтөндә байтаҡ эшләйһе бар әле. Һәр кем ҙур, матур, уңайлы йорттарҙа йәшәргә теләй. Әйтергә кәрәк, быйыл бик күп эш башҡарылды. Әгәр ике-өс йыл рәттән 12-13 мең квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырып килгән булһаҡ, быйыл был һанды 17 меңгә еткерергә иҫәп тотабыҙ. Торлаҡ менән тәьмин ителеш район кимәлендә алғанда, бер кешегә 25,6 квадрат метр тәшкил итә. Йыл һайын Торлаҡ төҙөлөшө фонды өс ҡатлы, 24 фатирлы ике бина төҙөп тапшыра. Республика көнөндә ошондай уҡ бер йорт сафҡа индерелде. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, етем балаларға һәм яугирҙәрҙең тол ҡатындарына фатир асҡыстары тапшырылды.
Республиканың төрлө социаль программалары ярҙамында халыҡ көнкүреш шарттарын яҡшырта. Айырыуса йәш ғаиләләр мохтажлыҡ кисерә, шуға улар даими иғтибар үҙәгендә. Йәштәргә ярҙам итеү, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу маҡ­сатында һуңғы йылдарҙа «Ауылды социаль үҫтереү», «Йорт-комплект» һәм башҡа программалар уңышлы тормошҡа ашырыла. «Йорт-комплект» проектына ярашлы, былтыр – бер, быйыл биш йорт һалынды. Шулай уҡ физкультура-һа­уыҡтырыу комплексы һәм 110 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы асылды. Ошо көндәрҙә район үҙәгендә йәнә бер мәктәпкә нигеҙ һалына. Район үҙәк дауаханаһына капиталь ремонт эшләргә лә йыйынабыҙ.
Районда хеҙмәтләндереүсе предпри­ятие­ларҙың береһе — “Баҡалыжилстрой” йәмғиәте — ете йылдан ашыу инде район халҡы өсөн заманса планировкалы йорттар төҙөй. Улар биләмәләрҙе төҙөк­лән­дереү, инженерлыҡ селтәрҙәре менән тәьмин итеү, уңайлылыҡ һәм хәүеф­һеҙлек саралары булдырыу өсөн хәс­тәрлек күрә.
— Эшҡыуарлыҡ тармағына ҡағы­лыш­лы мәсьә­ләләргә лә асыҡлыҡ индерһәгеҙ ине.
— Районда 779 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты, шул иҫәптән 562 шәхси эшҡыуар, 110 бәләкәй, 40 микропредприятие, 67 крәҫтиән (фермер) хужалығы бар. Был өлкәлә ра­йондың 5078 кешеһе мәшғүл. Былтыр район бюджетының 27,9 проценты бәлә­кәй һәм урта эшҡыуарҙар өлөшөнә тура килде.
Әйтергә кәрәк, Хөкүмәт эшҡыуарҙарға даими финанс ярҙамы күрһәтә. Мәҫәлән, былтыр һигеҙ эшҡыуарлыҡ субъекты маҡсатлы программанан файҙаланды. Биш йыллыҡ һөҙөмтәләре буйынса 95 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъек­тының 44-е ауыл хужалығы суб­сидия­һынан файҙаланды. Әле район иҡ­ти­са­дындағы күп өлкәләргә эш­ҡыуарлыҡты йәлеп итергә мөмкин, айырыу­са көнкүреш хеҙмәте күрһәтеүгә.
Торлаҡ төҙөүсе «Баҡалыжилстрой», ағас эшкәртеүсе «Комфорт», «Баҡалы кирбес заводы», «Икмәк комбинаты» үҙ эшмәкәрлеген уңышлы алып бара. Илмир Хәмиҙуллин, Линар Нәбиев, Артур Са­диҡовтар шәхси эшҡыуарлыҡта ҙур тәжрибә тупланы. Районыбыҙҙың көндән-көн матурланыуында уларҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Төрлө район һәм республика кимәлендәге сараларҙы үткә­реүҙә, мәсет һәм сиркәүҙәрҙе тө­ҙөк­лән­дереүҙә, бәләгә осраған яҡташтарға, инвалидтарға ярҙам итеүҙә лә әүҙем эш алып баралар.
— Өлкәндәр, йәштәр, балалар проблемаһы ла һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Был мәғариф, медицина, мәҙәниәт өлкәләрендә лә сағыламы?
— Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы тәҡдиме буйынса белем биреү учреждениеларын ҡулайлаш­тырыу бара. Балалар баҡсаһы менән мәктәп берләш­терелеп, бер етәксе тәғәйенләнә. Йәш белгестәргә эш урындары булдырыла. Утын яғылған мәктәптәр ҙә бар. Белем биреү сифаты һөҙөмтәләренә килгәндә, район буйынса сығарылыш уҡыусыларының 80 проценты юғары уҡыу йорттарына инә. Халыҡ балаһын баҡсаға урынлаштырыу йәһәте­нән мох­тажлыҡ кисерә. Әлбиттә, проблеманы хәл итеү саралары күрелә, бер нисә бинаны балалар баҡсаһы итеп үҙгәртеп ҡорабыҙ.
Яҡташыбыҙ, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Наил Баһауетдинов талантлы йәштәргә ярҙам фонды булдырҙы, уҡыуҙа, спортта, мә­ҙәни сараларҙа айырыуса уңышҡа өлгәшкән балаларға стипендия түләнә. Махсус белем алған йәштәребеҙ районға теләп ҡайта һәм ихласлыҡ менән эшкә тотона. Беҙ ҙә уларға уңайлы шарттар тыуҙырырға тырышабыҙ. Бөтә мәктәптәр заманса технологиялар менән йыһаз­ландырылған, Интернетҡа тоташтырыл­ған. Балалар ҙа киләсәктә һынатмаҫ, районыбыҙға лайыҡлы белгестәр булып ҡайтыр тип ышанабыҙ.
«Ауыл табибы» программаһына яраш­лы, район үҙәк дауаханаһында 23 йәш табипҡа ярҙам күрһәтелде. Халыҡ та уларҙан ҡәнәғәт. Тәжрибәле табиптар Шамилә Ялаева, Виталий Кудряшов, Людмила Кашаева, Раят Гәрәев, Гөлфиә Хәйбрахманова — йәштәргә ныҡлы таяныс. Районда 44 фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләп килә. Муниципалитет­тарҙың тырышлығы һөҙөмтәһендә халыҡ яҡшы дауа ала.
Ғөмүмән, алдағы көндәрҙә лә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә яңыртыу программа­һын тормошҡа ашырыу­ҙың һөҙөмтәле дауам итеүенә, халыҡтың һаулығын һаҡлауға, дауалау сараларының уңышлы башҡары­лыуына ышаныс ҙур.
Ауырыуҙарҙы дауалау, ғүмер оҙон­лоғон арттырыу, халыҡтың һаулығын һаҡлау маҡсатында эшмәкәрлек алып барыусы район үҙәк дауаханаһына капиталь ремонт эшләүҙә «Башнефть» йәмғиәте ҙур ярҙам күрһәтте.
— Киләһе йыл Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы билдәләнә. Был уңайҙан ниндәй саралар ҡаралған, яңылыҡтар көтөләме?
— Шуныһы ҡыҙғаныс: ветерандар сафы йылдан-йыл һирәгәйә, район­да әле ни бары 50 һуғыш яугире йәшәй. Уларға иғтибарҙы һүрелтмәү маҡсатында хаки­миәт вәкилдәренән төҙөлгән эшсе төркөм, һәр береһе­нең өйөнә барып, уларҙың көнкүреш шарттарын, сә­ләмәт­леген тикшерә. Бер генә ветеран да күҙ уңынан ситтә ҡалмай.
Ауыл биләмәләрендә яуҙа һәләк булғандар хөрмә­тенә ҡуйылған обелисктар яҙҙан уҡ экологик өмәләр ваҡытында тәртипкә килтерелде, тирә-яғы таҙар­тылды, буялды. Киләһе йыл 9 Майҙа район үҙәгендә тантаналы митинг, үҙеш­мәкәрҙәр әҙерләгән концерт, спорт ярыштары үтәсәк.
— Александр Георгиевич, Рәсәйҙә һәм Башҡорт­останда Мәҙәниәт йылы тамамланыуға күп ваҡыт ҡалманы. Был йәһәттән районда ниндәй ғәмәл­дәр тормошҡа ашырылды?
— Мәҙәниәт йылы уңайынан районда бик күп саралар ойошторолдо. Балалар араһында, ғәҙәттәгесә, төрлө конкурс-фестивалдәр уҙғарыла. Мәҫәлән, йыл да «Йө­рәк­тән йөрәккә» фестиваль-конкурсы тәүҙә ауыл мәҙә­ниәт йорттарында була, артабан район үҙәгендә га­ла-концерт менән тамамлана.
Беҙҙә бик күп милләт вәкилдәре йә­шәй. Һәр ҡайһы­һына иғтибарҙы тигеҙ бүләбеҙ, милли мәҙәниәттәрҙе үҫтереүгә бик етди ҡараш булдырылған.
Районда 23 мәҙәниәт йорто, 18 ауыл клубы, мәҙәниәт һарайы, сәнғәт мәктәбе, музей, 29 китапхана эшләй. Һигеҙ үҙеш­мәкәр коллектив “өлгөлө” һәм “халыҡ” исемен йөрөтә. Мәҙәниәт йылы, әлбиттә, таланттар өсөн икеләтә байрам, сөнки һәләтле кеше, халыҡҡа моң-илһам өләш­һә, үҙендә тағы ла көс-ҡеүәт, ышаныс артҡанын тоя.
“Башҡортостандың мәҙәни баш ҡала­һы” марафонын лайыҡлы ҡаршы алып оҙаттыҡ. “Троицк төбәк-ара фестивале” тип аталған бай йөкмәт­келе гала-концерт үткәрелде. Ошо айҡанлы районда өс көн рәттән Мостай Кәримдең 95 йыллыҡ юбилейына арналған кисәләр, яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, кү­ре­некле драматург Нәжиб Асанбаевтың тыуған ауылы Аҡманда хәтер кисәһе, балалар сәнғәт мәктәбе­нең 45 йыллығына арналған мәҙәни саралар булды.
— Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Александр Георгиевич. Тотороҡло үҫеш, социаль именлек юлында уңыштар теләйбеҙ!
Элена ҒИЛМУЛЛИНА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 700

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 104

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 179

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 779

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 828

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 619

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874