Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Димсе диңгеҙ кистерә
Төньяҡ-көнсығышта туйҙы нисек үткәргәндәр?
Туй алдынан егеттең атаһы димсе ҡоҙа һайлай. Ул үткер һүҙле, донъя рәтен белгән кеше булырға тейеш. Әгәр ҡыҙ үтә лә яҡшы дан алған, зат-ырыуы һәй­бәт икән, егеттең атаһы яу­сыға алдан бүләк инселәп ҡуя. “Һүҙең үтеп, эш уңһа, аҙбарҙағы үгеҙ – һинеке!” – ти.
Ҡыҙҙың тыуған йортона кил­гәндә димсе тура унда инмәй. Күршегә кереп тегене-быны һо­раша. Ҡулында таяҡ була. Шуға уны үсекләп ҡыҙҙар таҡмаҡ әйт­кән:
Ҡулына таяҡ таянып,
Ҡоҙа килгән ауылдан.
Көнкүреше насар микән,
Башы алға һалынған!?
Димсе иһә ҡыҙҙың йортонда һүҙен гел ситләтеп башлай:
– Юҡ юғалтып йөрөйөм,
Юғым һеҙгә кермәнеме?
– Ул ни булыр юғың?
– Йәш кенә бер танам!
Ризалыҡҡа килешкәс, мәһәр хаҡын (ҡыҙға бүләк), туй хаҡын (аш-һыу), ҡалым хаҡын (егет йор­тонан ҡайтыр-килер мал) билдәләп, кәңәшләшеп ҡуялар. Ҡайһы саҡта был һөйләшеү икенсе килеүҙә була.
Димсе ҡайтҡас, егеттең ата­һына шунда уҡ ыңғай хәбәр әйт­мәй. Өндәшмәйерәк тора. Егет­тең атаһы усына тәңкә һалғас ҡына теле асыла. Туй көнөн билдәләп, ҡыҙҙың атаһы менән аныҡ һөй­ләшәләр.

Аңлатмалар:

Таяҡ – донъя мифологияһын­да ер-күк бәйләнешен хасил итеүсе, йола, байрам эпизодтарында Донъя ағасын һынлан­дырыусы, күп дини әҫәрҙәрҙә Аллаһ бойороғон еткереүсе. Яңы ғаилә тыуыуға бәйле һөй­ләшеүҙә лә ул тылсымлы тип һаналған.
Ҡалым түләү ғаилә көнкү­решендә матди ихтыяждарҙы күҙ уңында тота. Әммә боронғо тамырҙары ҡыҙ йортонан туй­ҙан һуң ҡот китмәһен, хужалыҡ бушаҡланмаһын тигән мәғәнәгә барып бәйләнә.
Ырыу-ҡәрҙәштәр, туйға барыр кеше иҫәбе ҡаршылаусы яҡтыҡы менән бер булыуы кәрәк. Егет­тән нисә дуға булһа, ҡыҙ яғынан да шунса халыҡ йыйылырға тейеш. Туйға һарыҡ тереләй килтерелә.

Ҡот сабыу

Туйға килгәндә ҡот сабыу йо­лаһы үтәлә. Ҡоҙаларҙы ҡаршы­ларға һыбайлылар яланға сыға. Береһенең ҡулында – таяҡ, уға аҡ яулыҡ бәйләнгән. Әсе итеп һыҙғырышып, ҡысҡырышып, ҡыҙ­ҙыҡылар егет яғына ҡаршы саба. Яндарына етәрәк ҡотто һелкеп, таяҡты юғары күтәреп алалар ҙа, кире боролоп, шәп итеп сабып китәләр. Егет яғы­ның һыбайлылары арттарынан ҡыуа төшә. Һайтылдап, ҡысҡы­рышып, аттарҙы арытып, тир­лә­теп: “Ҡот! Ҡот!” — тип сабышып киләләр. Кем “ҡот”то тартып ала, шул яҡ көслө, ҡотло була, йә­нәһе. Ҡот урынына май, ҡаймаҡ тулы ағас күнәсек, күнәк тә алалар. Көлөшөп, ярышып, ярһып, һыбайлылар ҡыҙ йортона килеп туҡтай. Ҡунаҡтарҙы шунда уҡ ҡымыҙ, айран йә буҙа, һыу менән һыйлайҙар.
Ҡоҙаларҙың ҡалғандары төп йортҡа килеп төшкәндә ҡот ҡолғаһы ҡапҡаға элеп тә ҡуйылған була. Туй йорто билдәһе итеп ҡыҙылбаш таҫтамал йә яулыҡ элгәндәр.
Ҡоҙалар өйгә ин­гәс, урындарына ултырып өлгөрмәй, ху­жалар бө­тә ерҙе йәһәт кенә биләй һала. Урын­дарҙы һатып алыу талабы ҡуйыла. Ҡунаҡ ҡоҙалар ҡыҙҙы йәшереп эҙләт­кәндә ке­йәүҙе тунайҙар ғына – аҡса алалар. Бөтәһе бер булып эҙләйҙәр. Ҡыҙҙың ҡайҙа йәше­релгәнен белһәләр ҙә, бүләк өсөн юрый шулай йөрөйҙәр (Ҡыҙ яғынан еңгәләргә кейәү бүләк бирергә тейеш). “Аяҡ туҙҙы, ҡул өшө­нө!” – тиҙәр, йәнәһе, аяҡ кейеме зыян күрҙе, яңыһын алмай булмай, ә ҡулды йылытыр өсөн өлөш кәрәк.
Ҡыҙҙы табып биргән өсөн кейәү бөтәһенә лә аҡса, бүләк өләшә. Ҡыҙҙы ҡушырға аҡ ке­ләткә алып киләләр. Керер алдынан туҡыма тартыла. Ишеккә арҡыры буҫтау, ҡыҙыл йыртыш тотоп, ике яҡтан ике егет тора.
– Тупһа хаҡы – 100 һум!
– Апай хаҡы – 1000 һум!
Хаҡ түләгәс кенә егет, йыртышты йырта баҫып, өйгә кереп китә. Йоланы буҫаға тотоу тиҙәр.

Рубриканы филология фәндәре докторы Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА алып бара.









Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 0

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне 06.05.2026 // Йәмғиәт

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 2

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә