Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Оло йыйында тыуған оло һорау
Ил батыры булғанда тик
Башҡорт ере мәңге торор,
Ир батыры булғанда тик
Башҡорт ере тере торор,
– тип һамаҡлай үҙенең бер ҡобайырында сәсәниә Розалия Солтангәрәева. Бөгөн, ил генә түгел, барлыҡ Ер йөҙө өсөн буталсыҡ һәм аңлайышһыҙ заманда, ил батырҙарының һаны йылдан-йыл кәмей барғанда, йәштәрҙе үҙ халҡына, Ватанға тоғро итеп тәрбиәләү — тотош дәүләт һәм йәмәғәтселек намыҫында. Әммә берҙәмлектең наҡыҫ булыуы арҡаһында борондан килгән күп быуатлыҡ тәрбиәүи ысулдар юғала бөгөн. Ялған азатлыҡтан, тәртипһеҙлектән тыйыу закондарының тотороҡһоҙ булыуы сәбәпле аҙғынлыҡ, выжданһыҙлыҡ юлына баҫтыҡ. Мәрхәмәтһеҙ, намыҫһыҙ атайҙан шундай бала тыуа. Беҙҙең алға йәштәрҙе юғалтыу ҡурҡынысы баҫты. Ил яҙмышы хәүеф алдында торғанда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү темаһына арналған оло йыйынға республикабыҙҙан һәм Рәсәйҙең бүтән төбәктәренән, сит илдәрҙән башҡорт ҡоролтайы етәкселәрен йыйҙы.


Бөгөн йәштәргә дөрөҫ тәрбиә биреү – беҙ­ҙең республика халҡын ғына түгел, тотош кешелекте борсоған мәсьәләләрҙең береһе. Шуның өсөн, байтаҡҡа һуңлап ҡалһаҡ та, был мәсьәләне күтә­реү, етди һөйләшеү һәм ауыр хәлдән сығыу юлдарын күмәкләп эҙләү, уртаҡ фекергә килеү зарур. Йы­йын Башҡорт­остан Хөкүмәте вәкиле Ришат Сабитовтың ҡотлау һүҙе ме­нән асылды. Үҙ телебеҙҙә бик матур сығыш яһа­ны ул. Ҡунаҡтар рәсми вәкилдең саф баш­ҡортса һөйләүен тыңлап бик шатланды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡо­ролтайының Баш­ҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев иһә йә­мә­ғәт берекмәләре союзы эшмә­кәр­ле­гендәге ың­ғай, кире яҡтарға, ҡайһы бер ҡаршылыҡтарға туҡ­тал­ды. Сығыш урыҫ телендә бул­ды. Ғәйепләүе ауыр, сөнки Баш­ҡорт­останда телебеҙ дәүләт статусын күптән алһа ла, бөтә рәсми ҡа­ғыҙҙар, сығыштар урыҫ те­лен­дә алып барыла. Был беҙҙең моң­һоҙлоҡмо, битарафлыҡмы? Баш­ҡа вазифалы кешеләр ҙә урыҫса һөйләне.
Уларҙың сығышын тыңлап ултырып, бынан ун биш йыл самаһы элек үҙем менән булған бер уңай­һыҙ хәл иҫкә төштө. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт пре­мия­һы лауреаты, шағир Александр Фи­липповтың 70 йыллыҡ юбилейын билдәләр өсөн ул тыу­ған Күгәрсен яҡтарына сығып киттек. Әҙип­тең тәпәй баҫҡан, уҡыған төбәге Йомағужалабыҙ. Клуб ҙур, халыҡ шығырым тулы. Күптәр аң­ламаҫ тип, беҙ урыҫса сығыш яһай ҡуйҙыҡ. “Өфөнән килгән­дәр үҙебеҙҙең башҡорт телендә һөй­ләп ҡыуан­ды­рырмы тиһәк, урыҫса һөйләнеләр”, – тип һуҡранып тор­ған бер ағайҙы ишетеп оялыуым мәңгегә күңелемдә ҡалды. Хәҙер үҙ халҡым йыйылған ерҙә туған телемдә генә аралашам.
Был йыйында сит илдәрҙән үҙ һөйләшен һа­ғынып ҡайтҡан мил­ләттәштәремдең башҡорт те­лен ҡайһы бер етәкселәр ауыҙынан ишетә алма­уы күңелдә ауыр тойғо ҡалдырҙы. Мөмкин булған ерҙә әсә телендә һөйләү – ҙур тәрбиәүи көс бит ул. Үҙебеҙ урыҫса аралашып торғас, балаларға нисек: “Баш­ҡортса һөйләш”, – тип әйтә алабыҙ?! Бала – ата-әсәнең, уҡытыусы-тәр­биәсенең, ғөмүмән, ололар­ҙың кү­сермәһе. Бына нимәлә хикмәт! Йыйында шуныһы ҡыуандырҙы: сит илдәрҙән, Рәсәй­ҙең баш­ҡа төбәктәренән килгән милләттәштәр башҡорт те­лендә сы­ғыш яһаны. Маҡтауға лайыҡ, ғорурлыҡ тойғоһо уятыр­лыҡ күренеш! Бүтән төбәктәрҙән килгән ҡо­ролтай етәкселәре үҙ эштәре, килеп сыҡҡан ҡыйын­лыҡ­тар тураһында һөйләне.
Бына Таллинндағы “Ағиҙел” баш­ҡорт мәҙәни үҙә­ге рәйесе Флү­зә Хәйруллина, сит илдә йәшәүенә ҡарамаҫтан, милли саралар үткә­реүҙә урындағы етәкселәрҙең их­лас ярҙамлашыуы, Салауат Юла­евты ихтирам итеүҙәре ту­раһында саф башҡортса бәйән итте. Байрамдарҙы үткәреүҙәре тура­һында видеофильм да күр­һәтеп ҡыуандырҙы. Хатта үҙе­нең улына, сит илдә йәшәһә лә, баш­ҡортса өй­рәт­кән. Егет Салауат Юлаевтың шиғыр­ҙарын эстон те­ленә тәржемәләй икән. Уның тор­мош юлы, Емель­ян Пугачев етәк­селегендәге Крәҫ­ти­әндәр һу­ғышы хаҡында тарихи документ­тарҙы эс­тон һәм урыҫ телдәрендә китап итеп сығарыуға өлгәшкән­дәр. Иң мөһиме – был китапты баҫты­рыу­ҙа Эсто­нияның Мәҙә­ни­әт министрлығы әүҙем ҡат­нашҡан. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигән­дәй, бер­ҙәм көс менән Салауат Юлаевты һәм уның атаһы Юлай Аҙналинды Рогервик ҡәлғәһенә алып килеү көнөнә – 29 ноябргә – өл­гөрткәндәр. Бына ҡайҙа ул ил­һөйәрлек! Сит илдә ят кешеләрҙе милли рухҡа йәлеп итеүгә күпме көс һәм оҫоллоҡ кәрәк!
Кәңәшмәнең төп йүнәлеше йәштәрҙе илһөйәр­лек рухында тәрбиәләү булырға тейеш ине. “Беҙ уны ту­лыһынса аса ал­дыҡмы?” тигән һорауға яуап би­реп ҡарайыҡ. Әлбиттә, төрлө тәрбиәүи ысулдар­ҙы, бер­ҙәм көс талап иткән үтә лә яуаплы эш йүнә­леш­тәрен бер йыйында ғына тикшереү мөмкин түгел. Баш­лан­ғысы бар, артабан уны өҙлөк­һөҙ дауам итергә кәрәк.
Совет заманында тәртипкә һа­лынған тәрбиә системаһын тиҙ генә юғалттыҡ та ул, икенсеһен, бөгөнгө тормош талаптарына яуап бирерҙәйен, йәһәт табып булмаясаҡ. Яңыны яңы иткән – иҫке, ти халыҡ. Йәғни, яңыһы булмай тороп, иҫкене таш­ламайҙар, ә беҙ, элекке тәрбиәүи ысулдарҙан баш тартып, күпме юғалтыу кисерәбеҙ, үҙебеҙгә шаҡтай етди проблемалар тыуҙырабыҙ. Илһө­йәр­лек тәр­биә­ләүҙә һүҙ һөйләү генә етмәй, эш алымдарын төрлө өлкәгә тап килтереп, ябай һәм аң­ла­йышлы, ҡыҙыҡлы итеп төҙөү зарур. Һәр үҫ­мерҙе мауыҡ­ты­рыр­лыҡ, уның күңел талабын ҡәнә­ғәтләнде­рерлек булырға тейеш был йүнәлеш. Ата-ба­ба­ларыбыҙ ҡулланған боронғо ысулдарҙы бөгөнгөһө менән берләштереп ебәреү ҙә отошло булыр ине.
Гәзит-журнал, китап уҡыуҙан, киләсәк менән ҡыҙыҡһыныуҙан йәштәр әкренләп ситләшә, уларҙа илһөйәрлек тойғоһо юҡҡа сыға бара. Заманаға ҡарап яраҡлашып, аҡса ҡолона әйләнәләр. Күптәре рәхәтлек эҙләп сит илгә сығыу ниәте менән яна.
Семинарҙа сығыш яһаған милләттәштәребеҙҙең береһе лә йәш быуынды тәрбиәләү мәсьә­лә­һе ту­ра­һында асыҡ ҡына һөйлә­мәне. Төрлө саралар үткәреүҙән алыҫ китә алмауҙары аңлашыл­ды. Улар­ға үпкәләп тә булмай. Ҙур көс һалып сит ерҙә ха­лыҡты ойоштороп, саралар үткәреп, үҙ теле­беҙ­ҙә аралашып, йырлап, илде иҫкә алыуҙары ла ҙур эш. Бы­ның өсөн дә рәхмәт. Әлбиттә, илдә юрғанды һәр береһе үҙ яғына тартҡас, үтә лә ҡатмарлы проб­ле­маны тормошҡа ашырыуы еңел түгел. Шулай ҙа берҙәм булһаҡ, ауырлыҡты еңеп сығырбыҙ.

Ләлә БЕЙЕШЕВА,
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872