Тәбиғәт ҡанундарына ярашлы, ишәк – ат, һыйыр – мышы, бүре айыу була алмай. Был донъяла һәр йән эйәһенең, үҫемлектең – үҙ орлоғо, үҙенсәлеге, сифаты, тәғәйенләнеше. Бал бал булғаны өсөн тәмле үә шифалы, миләүшә сәскәлеләр ғаиләһенән сыҡҡанға матур, алтын тамыр дарыу үләне тылсымы менән һуғарылғанға тәнгә дауа. Тәбиғәт мең төрлө тереклеге, үҫемлеге, бер-береһенән төҫө, һыны, рәүеше менән айырылып торғанға йәмле һәм ғәжәп.
Ә һурпаһы ниндәй һуң? Үтә лә тоҙло-боросломо?Кешелек донъяһында ла нәҡ шулай: төрлө халыҡ – төрлө нәҫел, аҡ, һары һәм ҡара раса, тән-кәүҙә, сәс, ҡиәфәт, ғәҙәт, холоҡ, булмыш, һәләт, тел-лөғәт... Төҫ-башы, килбәте, фиғеле, зат-зәүере, заң-йолаһы башҡа япон – финға, һинд – эстонға, ҡытай – латышҡа, ғәрәп – немецҡа, тажик – грузинға, урыҫ негрға әйләнмәй. Һәр ҡайһыһының асылы, ризығы, заңы тәбиғәтенән, тирә-яҡ мөхитенән һәм нәҡ үҙенсә, ғөрөф-ғәҙәтенсә. Әммә ҡайһы бер “йомро баштар”, әүермән һымаҡ, азиатты европеоидҡа, Европа кешеһен Азия затына әүерелдермәксе. Бындай юҫыҡтағы сығыштар матбуғатта ла күренгеләне. Уларҙың авторҙарына ошо урында Аҡмулласа кинәйәләп:
Һайыҫҡан, хаким булып, тутый
булмаҫ;
Күк ишәк, ҡорҙаш булып, моңдаш
булмаҫ;
Йәр булып, юха йылан юлдаш булмаҫ;
Сарата йондоҙ Кәүәс булмаҫ;
Күк тимер ҡайрау менән алмас
булмаҫ;
Сәғәтте алға бороп, төн көн
булмаҫ...
— тип әйтке килә.
Хәҡиҡәт фәҡәт Хоҙай Тәғәләнән. Һәр нәмә уның ҡөҙрәте менән яратылған, меңәр йылдарҙан һуң да ҡайын – ҡайын, айыу – айыу, негр негр булып ҡала. Ҡасандыр Башҡорт иленә күсеп килгән һарттарҙың зат-нәҫеле, ваҡыт оҙайлылығына ҡарамай, ҡан тартыуы, генетика буйынса тас үзбәккә оҡшап тыуа. Ғаләм серҙәрен төшөнмәйенсә, мин-минлеккә барып, Юғары Аҡылдан өҫтөн ҡыланыу ахмаҡлыҡтыр ул.
Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә юғары даирәләр кимәлендә “Рәсәй милләте” тураһында һүҙ ҡуйыртып, сафсата һата башланылар. Шулай тим, сөнки сафсата – мәғәнәһеҙ, туҙға яҙмаған һүҙ. Был, төптән баҡҡанда, өр-яңы идея ла түгел. Башҡа халыҡтарҙы урыҫлаштырыу, христианлаштырыу, уларҙың ерен, илен баҫып алыу сәйәсәте Мәскәү кенәзе, һуңынан урыҫ батшаһы Иван Грозный заманынан килә, шовинистик ҡараш, һырмалсыҡ үлән кеүек, һис кенә лә ҡоромай. Хәҙер иһә, киҫкен саралар менән “Рәсәй милләте” төшөнсәһен алға һөрөүселәр заман башҡалығына, милләт тураһында әүәлге ҡараштарҙың, логик һығымталарҙың иҫкергәнлегенә һылтанып, был йәһәттән тормош тәжрибәһен, миллилекте аңлатҡан принципиаль нигеҙҙәрҙе, фекерҙәрҙе инҡар итеп, көслөнөкө замана ҡарашынан сығып, ҡулдарындағы хоҡуҡтарҙы һәм мөмкинлектәрҙе үҙ мәнфәғәтенә йүнәлтергә тырыша. Беҙҙеңсә, Юғары Аҡыл хасил иткән нәмәләр, төшөргән төшөнсәләр, ил-йорт, халыҡ һынаған хәлдәр, туплаған ҡиммәттәр һис кенә лә иҫкермәй. Ҡөрьәндең Әш-Шура (Кәңәш) сүрәһендә әйтелгәнсә, Күктәрҙең һәм Ерҙең асҡыстары Уның ҡулында... Ул, ысынлап та, барлыҡ нәмәләрҙе лә белә.
Әммә үҙ туҡһанын ғына туҡһан итергә күнеккән, үҙ маҡсаттарына ирешеү өсөн бер саранан да тартынмаған тәкәббер сәйәсмәндәр, бөтә нәмәне фәҡәт урыҫ бизмәненә һалып, Рәсәй биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың фекерен дә белешмәй, референдум да үткәрмәй, милләттәр өҫтөнә үә башына ”Рәсәй милләте” сиркәүен ҡормаҡсы. Бына уларҙың уйы, мәсьәләне ҡуйышы: “Рәсәй халҡын берҙәм милләт тиергә беҙҙең бөтә ерлегебеҙ бар. Был – беҙҙең тарихи һәм бөгөнгө ысынбарлыҡ”. “Беҙҙең маҡсат шул: илдә йәшәгән барлыҡ халыҡтарҙың берҙәйлеген һаҡлап, тулы ҡиммәтле Рәсәй милләтен булдырыу”. “Дөрөҫ итеп үҫтергәндә һәм биргәндә, хәҙерге заман ҡиммәттәре нигеҙендә Рәсәй милләте идеяһы күп милләтле Рәсәй йәмғиәтен тупларға һәләтле”… Тәү ҡарашҡа ниәттәр һәйбәт кеүек. Был – һөҙлөгө генә. Ә һурпаһы ниндәй һуң? Үтә лә тоҙло-боросломо?
Күп милләтле...
урыҫ халҡыРәсәй милләте идеяһын ғәмәлләштерергә ынтылыусы Мәскәү төркөмөнөң дөйөм фекеренсә, ”бөтә Рәсәй тиңлеге принциптарында гражданлыҡ берлеген булдырыу һәм раҫлау – Рәсәйҙең ижтимағи үҫешенең мөһим йүнәлеше. Рәсәйҙә гражданлыҡҡа һәм Рәсәй дәүләтенеке икәнеңде тойоуға нигеҙләнгән берҙәм сәйәси милләт бар. Илдә милләттәр мәсьәләһе ҡатмарлы һәм ҡапма-ҡаршылыҡлы булып сыҡты. Рәсәй халҡын граждандашлылыҡҡа интеграциялау йыш ҡына милләтселек рухы менән һуғарылған кешеләр төркөмөнөң, урындағы сәйәси элиталарҙың һәм экстремистик ойошма вәкилдәренең ҡаршылығына осрай. Хәҙерге ваҡытта Рәсәй берлеге принциптарын раҫлау буйынса аныҡ стратегия эшләү бик актуаль”.
“Рус халҡы – Рәсәй милләте” тигән мәҡәләһендә Виктор Аксючиц “Рәсәй милләте” идеяһының ысын асылын, башҡа халыҡтарҙың иҫәпкә бар, һанға юҡлығын асыҡтан-асыҡ әйтеп һалған: ”Этник сығышына ҡарамай, урыҫса һөйләшкән һәм фекер йөрөткән бөтә кешеләр – урыҫ. Үҙен урыҫ һанағандар барыһы ла күп милләтле урыҫ халҡына ингән. Урыҫ халҡының күп этник компонентында төп ҡәүемдәр булып, великоростар (урта урыҫ), малоростар (украин), белоростар (белорус) тора. Шуға ла ”туғандаш” славян халыҡтары, йәғни урыҫтар, украиндар, белорустар,тураһында раҫлау – зарарлы миф. Урыҫ халҡы үҙе тирәләй Рәсәй милләтен – Рәсәй халыҡтарының тарихи, мәҙәни, сәйәси союзын билдәләй. Рәсәй милләте урыҫ мәҙәниәте нигеҙендә ойоша, сөнки ул һирәк рәүештәге урыҫ асыҡлығында һәм тиҙ эйәләшеп китеүсәнлегендә кәүҙәләнгән көслө йыйыу (собор) тенденцияһына эйә. Шуға ла Рәсәй граждандары урыҫ телендә аралаша, үҙ-ара йоғонто яһаша, һәм был һис кенә лә уларҙың милли бәҫен төшөрмәй, киреһенсә, күтәрә генә... Үҙебеҙҙе Рәсәй милләте менән берҙәй һанап, үҙебеҙҙе урыҫ тип атай алабыҙ. Шуға ла беҙҙең барыбыҙға ла “рәсәйҙәр” түгел, ә “Рәсәй граждандары”, “ватандаштар”, “урыҫ кешеләре” тигән мөғәмәлә реаль буласаҡ”.
Был сығыштан аңлашылыуынса һәм уның башҡа сығанаҡтарҙа ҡабатланыуынса, “Рәсәй милләтенең кендеге, күсәре, үҙәге – фәҡәт урыҫ халҡы, сөнки ул ғына һирәк мәҙәни алсаҡлыҡтың, илгәҙәклектең, тынышып йәшәүсәнлектең доминантаһы”, йәғни төп билгеһе, сығанағы икән. Үҙтәнҡитһеҙ, үҙен саманан тыш күтәргән, һауалы, тәкәббер бәндәләрҙең ошо белдереүе үҙе үк башҡа милләттәргә юғарынан кәмһетеүле ҡарашты раҫлай. Әйтерһең, урыҫ түгелдәр – изге, яҡшы күңелле түгел, ә яһил, яуыз, алама. “Күп милләтле урыҫ халҡы” тиеүҙәре лә – бүтәндәрҙе урыҫлаштырыу сәйәсәтенең асыҡ күрһәткесе. Ошо фекерҙәрҙең, ниәттәрҙең тормошсан булмауына эстон, латыш, литваларҙың, украиндарҙың һәм башҡаларҙың һис кенә лә урыҫ ҡәүеменә әүерелергә, Рәсәйгә буйһонорға теләмәүе, үҙ асылы, ирке өсөн ҡәтғи көрәшеүе лә – аныҡ миҫал.
Һандуғас – һандуғас, һинд – һинд, башҡорт башҡорт булыуы менән хозурҠәүем, халыҡ – билдәле бер илдә, дәүләттә йәшәгән кешеләр (Рәсәй халҡы, Америка халҡы, Бөйөк Британия халҡы), йәғни көнитмеш, иҡтисад, мәҙәниәт, сәйәсәт уртаҡлығы яҡын төркөмдәр (төрки халыҡтары, фин-уғыр халыҡтары, славян халыҡтары). Тимәк, халыҡ – дөйөмләштерелгән төшөнсә. Ауыл, ҡала, Совет халҡы, аҫаба халыҡ, эшсе халҡы, ирҙәр халҡы ла тибеҙ. Милләт, тиһәк, тарихи яҡтан бер бөтөн булып ойошҡан, булмышы, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары, тормош рәүеше, холоҡ-ҡиәфәте, психологик үҙенсәлектәре, ижады, теле, кейемдәре, аш-һыуы менән айырылып торған аварҙар, башҡорттар, ҡаҙаҡтар, яҡуттар, татарҙар, удмурттар, монголдар һәм башҡалар күҙ алдына баҫа. Үҙ-ара яҡын, туғандаш славян халыҡтарынан украиндар, белорустар һис кенә лә урыҫ милләтен тулыландырырға теләмәне һәм теләмәй, үҙҙәренең асылында ҡалыуҙы хуп күрә. Сағыштырып әйткәндә, һандуғас – һандуғас, һинд – һинд, башҡорт башҡорт булыуы менән хозур. Милләттәргә Евразия ау-септәһе килешмәй. Беҙ кемгәлер ҡол да, ҡорбан да түгел, башҡорт та – бар тарафҡа танылған милләт. Аллаһ бойорһа, уның ҡөҙрәте менән маңҡортҡа әйләнмәбеҙ. Донъя халҡы киләсәктә лә башҡорт балын ләззәтләнеп татыр, ҡурай моңобоҙҙо хисләнеп тыңлар, кейемдәребеҙҙе, бейеүҙәребеҙҙе хайран ҡалып ҡарар.
Аллаһы Тәғәлә аҡты – аҡ, ҡараны – ҡара, йәшелде – йәшел, йәнә ҡытайҙы – ҡытай, белорусты белорус итеп яралтҡан. Быны бер генә ҡөҙрәтле батша ла үҙгәртә алмай. Гөлйемеште, бөрлөгәнде, көртмәлене, һырғанаҡты, ҡайын еләген бүре емешенә әйләндерергә маташыу мәғәнәһеҙлек булған кеүек, башҡортто, татарҙы һәм башҡа милләттәрҙе урыҫлаштырыу — Хоҙай ҡушмаған эш, йөкмәткеһеҙ үә әһәмиәтһеҙ шөғөл. Әммә ғәмәлдә урыҫлаштырыу сәйәсәте күптән бара, үҙ ауына сорнай, яйлап ҡаныбыҙға, мейебеҙгә һеңдерелә. Әйтәйек, аҫаба еребеҙҙә меңәр йылдар һуҙымында башҡорт атамаһы менән таныулы тауҙарыбыҙға, йылғаларыбыҙға, күлдәребеҙгә урыҫ үҙ исемдәрен таға. Урыҫ ҡышы, урыҫ яланы, урыҫ урманы, урыҫ ҡапҡаһы, урыҫ ҡоймағы, урыҫ радиоһы кеүек һүҙбәйләнештәргә ғәҙәтләнеп тә бөттөк. Ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ хатта фатирҙарында, өйҙәрендә бала-сағаһы, ейән-ейәнсәрҙәре менән урыҫса аралаша. Йәнтөйәгебеҙҙә йәнәшәбеҙҙә оҙаҡ йылдар йәшәгән урыҫтар иһә бер генә һүҙ ҙә башҡортса әйтмәй, үҙен һәр йәһәттән беҙҙән өҫтөн тота. Ҡайҙа беҙҙең ҡанбабаларыбыҙға хас ғорурлыҡ, баш эймәүсәнлек, ирек һөйөүсәнлек, рухи ҡиммәттәребеҙгә тоғролоҡ?.. Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев “Мәсьәлә” тигән шиғырында фәһемле итеп яҙғанса:
Һин башҡортмо, һин татармы –
Унда түгел мәсьәлә.
Башҡорттан да, татарҙан да
Урыҫ тыуа – вәт, бәлә!
Бына ҡайҙа мәсьәлә!
Халыҡ менән хаҡлыҡҡа ҡаршы сығыу – аҡылһыҙлыҡҮткән быуаттың 90-сы йылдарында бер социолог этносәйәси хәлдәргә ҡарата ошолай тигәйне: ”Рәсәйҙәге төп милли проблема – ул бик күп тиҫтә йылдар буйы халыҡтарҙың этник кимәленең кәмеүе, һәр этностың үҫеше өсөн бөтә йәһәттән тулы һәм етерлек шарттарҙың тыуҙырылмауы”. Хәҙер килеп, бәғзеләрҙең төрлө милләттәрҙең үҙенсәлектәрен, хозурлығын, рухи хазиналарын күҙгә элмәй, һис ниндәй ерлекһеҙ милләт уйлап сығарыуын илдәге 194 ҡәүемдең тамырын ҡороторға, уларға тере һыу урынына үле һыу эсерергә ынтылыу тип кенә аңларға мөмкин. Был үҙ-ара аңлашылмаусылыҡҡа, ризаһыҙлыҡҡа, низағҡа, Рәсәй менән Грузия, Украина араһындағы һымаҡ мөнәсәбәттәрҙең киҫкенләшеүенә килтерәсәк. Тәбиғәт ҡанунына ярашлы, урыҫтың – урыҫ, украиндың – украин, башҡорттоң башҡорт булып ҡалыуы мең тапҡыр хәйерле.
Башҡортостан дәүләт аграр университетында әңгәмәләшеп ултырғанда, мин урыҫ профессорына ошо һорауҙы бирҙем: ”Рәсәй милләтен булдырыуға һеҙ ниндәй ҡараштаһығыҙ?” Ул бик етди итеп шулай тине: “Милләттәр нисек бар, шул килеш ҡалырға тейеш. Бер ниндәй яһалма милләт тә кәрәкмәй. Болон да бит төрлө үҫемлектәре, сәскәләре менән матур!”
Әйткәндәй, үҙҙәренең суверенлы илдәрендә йәшәгән афған, һинд, ғәрәп, монгол, ҡытай, ҡаҙаҡ, үзбәк, тажик, төркмән кеүек милләттәр һис ҡасан да Рәсәй милләте булмаясаҡ. Был – хәҡиҡәт! Беҙҙән иһә, Рәсәй йылымында булғас, Рәсәй милләтен әүәләргә мөмкин. Әммә халыҡ барҙа, хаҡлыҡ та бар. Ә халыҡ менән хаҡлыҡҡа ҡаршы сығыу – аҡылһыҙлыҡ.
Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, филология фәндәре кадидаты.