Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күстәр һәйбәт һаҡланһын тиһәң...
Күстәр һәйбәт һаҡланһын тиһәң...
Октябрь айында бал ҡорттарының геүләп осоуын йылы көндәрҙә генә күҙәтергә мөм­кин. Уларҙың был шөғөлө ярты сәғәттән дә артмай. Шулай ҙа һауа температураһы 12 градус самаһы торғанда, ҡайһы бер бал ҡорт­тарының осоуын көн буйы күҙәтергә була. Бө­тә күс ояла эшһеҙ ҡалып, тыныс ҡына йәшә­гәндә, был ҡорттарҙың хәрәкәтләнеүе — умартасы өсөн таныш күренеш. Ояһынан осоп сыҡ­ҡан, йәй эшләп ҡартайған ҡорт был көн­дә кире ҡайтмай, хәллерәктәре умар­танан алыҫҡараҡ, ә ҡайһылары яҡын-тирәлә үк ҡолап үлә.


Һуңғы осош көндәре

Оянан осоп сыҡҡан йәш ҡорт умарталыҡ­ты, уның тирә-яғын, туғай­ҙарҙы тикшереп ҡай­та. Әгәр ул умартасы онотоп ҡалдырған бал­лы һауытты йәки рамдағы балды тапһа, был табышты ояға ташып алырға бөтә эшсе ҡорт­тарҙы йәлеп итеүе ихтимал. Бал ҡортоноң зи­рәклеген аңлаған умартасы өйҙө, келәтте ныҡ яба, умарталыҡта уларҙың иғтибарын йәлеп итерлек нәмә ҡалдырмай.
Һауа торошоноң үҙгәреүен бер нисә көнгә алдан белгән бал ҡортта­ры, һуңғы йылы көн­дән файҙаланып, ашҡаҙан-эсәктәрен таҙартыу маҡ­сатын­да дәррәү хәрәкәт итә. Уларҙың һуңғы тапҡыр осоуы айырым йыл­дарҙа ай­ҙың төрлө ваҡытына тура килә.
Ҡайһы бер умартасылар бал ҡорттарына һуңғы осош яһарға ярҙам итеү өсөн, кейәһенә көндөҙгө ҡояш нурҙары төшөр­лөк итеп, умартаны саҡ ҡына бороп ултырта, ҡап­ҡастарын һәм йылытҡыс мендәрҙәрҙе ала. Киндер япмаға төшкән ҡояш нурҙары ояны йылыта, ҡорттарҙың осоуын еңеләйтә.
Умартасы бал ҡорттарының һуңғы осҡан көнөн дәфтәргә (махсус журналға) йыл һайын яҙып бара. Һуңғы осоштан һуң көндәр һыуынғас, күс ҡышҡы өйкөмгә уҡмаша, һәм ул яҙға тиклем һаҡлана.
Тотороҡло һалҡын көндәр башланһа, ок­тябрь аҙағында бал ҡорто ғаиләләрен ҡышҡы баҙға урынлаштыра башлайҙар.

Ҡышлау урыны

Урмандарҙа йәшәгән ҡырағай бал ҡорт­тары ағас ҡыуышлығында, солоҡтарҙа, ерҙә ҡышлай һәм йәй иркен үрсей. Ә умарталыҡ­тағы бал ҡорттары күп осраҡта йылы баҙҙа ҡышлай. Умартасылар бал ҡорто ба­ҙында һауа температураһын 2—4 градус тирә­һендә тота.
Ҡышлатыу бинаһында һауа алмашынып торһон өсөн, елләтеү төнлөктәре булыуы мө­һим. Тамбур аша иҙәндә урынлашҡан торба­нан тыштан ҡоро һауа баҙға инә, ә түбәлә урынлашҡан торбалар аша биналағы дымлы һауа тышҡа сығарыла. Түбәләге торбаларҙың тышҡы өлөшөн яҡшылап ҡап­ларға кәрәк. Әгәр был торбалар йылытылма­һа, уның эсендә һалҡындан хасил булған һыу тамсылары кире бинаға тамып төшә. Был хәл, үҙ сиратында, ҡорт баҙының дымланыуына килтерә. Түбәлә урынлашҡан торбаларҙың дө­йөм майҙаны һәр бал ҡорто ғаиләһенә 6—8 квадрат сантиметр иҫәбенән яһала.
Бал ҡорттарының таҙа һәм ҡоро баҙҙа яҡ­шы ҡышлауын иҫәпкә алып, унда һауаның алма­шынып тороуын ойоштороу бик мөһим. Күп һәүәҫ­кәр умартасылар ҡышҡылыҡҡа күстәрҙе үҙ­ҙәре йәшәгән өй баҙына ҡуя. Унда һауа тем­ператураһы 1 – 9 градус кимәлендә һаҡлана. Баҙҙа һауа температураһы 9 градусҡа күтә­релгәндә, айырым ҡорттарҙың өйгә осоп сы­ғыуы күҙәтелә. Был осраҡта умартасылар, баҙ төнлөгөн асып, уны һыуыта. Өй баҙында ҡышлаған умарталарҙың өҫкө һәм аҫҡы кейә­ләре асыла, йылытҡыс мендәрҙәр бөтөнләй алып ҡуйыла.
Аҙыҡ запасы етерлек икән, күс­тәрҙең үлеү осрағы булмай. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа йы­лы баҙҙа ҡорттар­ҙың яҡшы ҡышлауы кү­ҙәтелә. Шуны иҫәпкә алып, ҡайһы бер умар­тасы бал ҡорто баҙын йылытыр өсөн көсһөҙ генә электр йылытҡысын файҙалана һәм би­налағы һауа температураһын ҡышҡы осорҙа 4 – 6 градус сама­һында тота, һөҙөмтәлә уның күстәре яҡшы ҡышлай, яҙын тиҙ үрсей.
Баш­ҡортостанда күстәрҙе тышта ла (ҡар аҫтын­да) ҡышлатырға мөмкин. Ҡайһы берәүҙәр умарта­ларҙы йәйге урындарында ҡал­дыра. Ә икенселәре, ҡар яуып һыуытҡас, улар­ҙы бер урынға йыйып ултырта. Бының өсөн майҙанды ҡарҙан таҙартып, ҡоро япраҡ йәки бер аҙ бесән, һалам түшәй. Майҙанға дүрт рәт кәртә һалып, шул кәртәләр өҫтөнә, кейәләрен уртаға (эс яҡҡа) ҡаратып, умарталарҙы ике рәткә теҙеп ултырта. Уларҙың өҫтө мах­сус мендәрҙәр менән йылытыла һәм ҡапҡас­тары ябыла. Кейәләр асыҡ көйө ҡала. Умар­талар араһында һауа үтеү өсөн 15—20 санти­метр ара ҡалдырыла, тирә-яғы һалам йәки бесән менән ҡаплана. Умартаға һуңғы ямғыр һыуы үтеп инмәһен өсөн, өҫкө яғын толь йәки полиэтилен менән ҡаплай­ҙар. Ҡар яуғас, бөтә умарталар ҡар менән күмелә, һәм ҡорттарға ҡышлау өсөн уңайлы шарттар тыуа.
Ҡар аҙ яуып, көҙгө көндәр ныҡ һалҡын торһа, бал ҡорттарына ауырға тура килә. Күп кенә һәүәҫкәр умартасылар бынан ҡотолоу өсөн былай эшләй: умартаның дүрт мөйөшө­нә дүрт бағана (30 – 40 сантиметр ара ҡал­дырып) ҡаға һәм шул бағаналарҙы, толь ме­нән уратып, еп менән бәйләй. Умарта менән толь араһындағы бушлыҡҡа аҙ ғына яуған беренсе ҡарҙы йыйып тултыра. Ҡар тултыр­ғанда, һауа алмашынып торһон өсөн уны та­парға (нығытырға) кәрәкмәй. Ҡар аҫтында ҡышлаған умарта тирәһендә, 5 – 20 сантиметр ҡар иреп, ҡыуыш хасил була. Был ҡыуышта һауа температураһы 4-5 градус самаһы һаҡлана.
Күстәре ишле булған бал ҡорто ғаи­ләләре һыуыҡҡа бирешеп бармай, ә дымға түҙмәй. Шуға күрә, күс ҡайҙа ҡышлауына ҡарамаҫтан, оянан дымлы һауа сығып торһон өсөн балауыҙ һәм ҡорт елеме менән ныҡ һы­ланған киндер япмаларҙы таҙалары менән ал­маштырыу шарт. Ояны артҡы яҡтан 3-4 миллиметр самаһы еткермәй ябырға кәрәк. Сүстән, мамыҡтан яһалған йылытҡыс мендәрҙәрҙе мүктән, ҡамыштан, һаламдан яһалғандары менән алмаштырыу ҙа файҙалы була.
Ҡайһы бер умартасы, ҡорт күсе яҡшы­лап урынлашҡас, умарталағы рамдар һанын (күстең көсөнә ҡарап) кәметә. Умартаны ике яҡлап һәм өҫтән ҡалын мен­дәр менән йылыта. Оянан һауа сығып торһон өсөн киндер япманы артҡы яҡтан өс миллиметр киңлегендә еткермәй яба. Аҫҡы һәм өҫкө кейәләрҙе өс-дүрт сантиметр ҙурлығында асыҡ ҡалдыра. Туң­дыра башлағас (беренсе ҡар яуыр алдынан), умартаны бер ҡат толь менән урай (кейәләр тапҡырында ҡыуыш ҡалдырып), ике урын­дан еп менән бәйләй. Ҡар яуғас та, умар­таны яртыһына тиклем ҡар менән күмә. Ҡар икенсе тапҡыр яуғанда, түбәһенә тиклем күмә. Шулай итеп, ҡар аҫтында һәр ҡорт ғаиләһенең үҙ йорто хасил була.
Белеп эш иткәндә, саф һауала ҡорттар яҡ­шы ҡышлай. Яҙ көнө улар бала тәрбиәләүҙе иртәрәк башлай, көслөрәк була һәм дәррәү үрсей.
Умартасы был айҙа умарталыҡты кәртә­ләй, ағас ултырта, умарта аҫтындағы бағана­ларҙы алмаштыра, ҡорт баҙҙарына сысҡан­дарға ҡаршы ағыулы аҙыҡ һала. Ҡышҡы осорҙа бал ҡорттары рамдан рамға иркен кү­сеп йөрөһөн өсөн киндер япма аҫтына бер сантиметр йыуанлығындағы ике-өс сыбыҡ һала.

Быны белергә кәрәк

Умарталыҡта һәм файҙаланылмай ятҡан буш майҙандарҙа бал һуты биреүсе ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар ултыртыу мәле етте.
Умарталыҡтағы был ағастар бал ҡортта­рын ҡояш эҫеһенән һәм көслө елдәрҙән һаҡ­лай, улар ояларына осоп ҡайтҡанда, йүнә­леш биреүсе булып хеҙмәт итһә, умартасыны иһә төрлө емеш-еләк менән һыйлай.
Умарталыҡта ҡара ҡарағат, ҡурай еләге, әлморон, балан, миләш, муйыл, сирен, алма, сейә, йүкә, тал һәм башҡа ағастар үҫтереү файҙалы. Был мөһим эшкә уҡыусыларҙы, буласаҡ йәш умартасыларҙы, йәлеп иткәндә, бигерәк тә яҡшы булыр.

И. ШАФИҠОВТЫҢ
“Бал ҡортоноң наҙы бар” китабынан.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21