Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғаилә – асылмаған сер
Ғаилә – асылмаған сер
“Һәр бәхетле ғаилә бер-береһенә оҡшаған, ә һәр бәхетһеҙ ғаилә үҙенсә бәхетһеҙ”, – тигән Лев Толстой. Ысынлап та, клас­сик­тың һүҙҙәре менән килешмәй булмай, сөнки һәр бәхетле ғаиләлә балалар шат йылмая-көлә, атай – терәк, әсәй – өй йылыһын һаҡлаусы. Ә шулай ҙа тормошта башҡаларҙан айырмалы бәхетлеләр ҙә була икән. Был хаҡта бер аҙ һуңыраҡ...


Ана шундай матур, бәхетле ғаи­ләләр менән таныштыҡ Дәүләкән районы һәм ҡалаһы хаки­миәте һәм Башҡорт ҡа­тын-ҡыҙ­ҙары йәмғиәте ойошторған “Бәхетле никах” тип аталған йола байрамында. Дәүләкән районы хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Ғарифулла Ҡот­ло­ғәл­ләмов ике быуын вәкилдәрен туплаған бындай ғаилә байрам­дарының бик фәһемле, мауыҡ­тырғыс булыуын билдәләп, са­ра­ла ҡатнашыусыларға уңыш теләне.
Парҙар менән танышайыҡ: Ри­ма менән Наил Хәмитовтар, Роза менән Фәнүр Низаметдиновтар ҡулға-ҡул тотоношоп, бергә 50 йыл ғүмер кисергән. Уларҙың йәш­тәргә әйтер һүҙе лә, бирер фәһеме лә бар. Йәшерәк парҙар – Гөлназ менән Юлай Әхмәҙиев­тәр (ун йыл бергә йәшәйҙәр), Юлиза менән Илшат Шәфиевтәр, Нурсилә менән Фәһим Йәркәев­тәр (өс йыл бергә). Ғаилә – ул бер ҡараһаң, йәмғиәттең һәр бере­беҙ­гә таныш, иң ябай өлөшө һы­маҡ, ә икенсе яҡтан унан да ҡатмар­лыраҡ, кәрәклерәк, мөһи­мерәк тармағы бармы икән йәм­ғиәт институтының?!. Юҡтыр ул, сөнки был – фани донъялыҡта кешене кеше итеп тотҡан, уға һәр миҙгелендә терәк-таяныс булған, әҙәп-әхлаҡ ҡанундарын һаҡлаған ғаиләнән хасил тотош илдең, дәүләттең именлеге.
Сара йәнле аралашыу форма­һында ойошторолғайны. Баш­ҡорт­остандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейы директоры Гөлүзә Арыҫланова, тәғәйен ошо парҙар өсөн генә ҡыҙыҡлы һорауҙар биреп, улар­ҙың күңел донъяларына үтеп инергә тырышты. Наил ағай ме­нән Рима апай бәхетле йәшәү­ҙең серен бер-береңә булған ихтирам тойғоһона бәйләне.
Ғаилә – асылмаған сер– Беҙ юҡсыллыҡ хөкөм һөргән ауыр йылдарҙа өйләнештек, әм­мә йөрәктә һәр саҡ яҡты килә­сәккә ышаныс булды, кешеләр бер-береһенә яҡшы мөнәсәбәттә ине. Эш менән, бер-бер артлы тыуған өс баланы тәрбиәләп, йылдар үткәнен дә һиҙмәгәнбеҙ, – тине Рима апай.
Ә беләһегеҙме, бөгөн инде ейәндәрен тәрбиәләшкән был пар бер-береһенә булған ихтирамын шундай ҡәҙерләп һаҡлаған, Наил ағай бөгөн дә ҡатынына арнап шиғырҙар яҙа! Тетрән­дергес түгелме ни был күренеш?! Иҫ киткес бер романтик мөнәсә­бәттең шаһиты булдыҡ беҙ ҙә.
Роза апай менән Фәнүр ағай­ҙың мөхәббәт тарихы – үҙе бер китап яҙырлыҡ. Дөрөҫөн әйт­кәндә, берсә ғәжәпләндерҙе, бер­сә күҙҙәргә йәштәр эркелде уларҙы тыңлағанда. “Ғаиләне нимә һаҡлай?” тигән һорауға 50 йыл йәшәгәндән һуң да өлкән йәштәге ошо парҙың “Мөхәббәт” тип әйтеүенән тәндәр зымбырлап китте.
– Беҙ ҙә, Хәмитовтар ғаиләһе кеүек үк, ауыр йылдарҙа үҫтек. Төрлө тормош михнәттәрен ки­сер­ҙек, яҙмыш беҙҙе уттан – һыуға, һыуҙан утҡа һалып һы­наны тиһәм, һис яңылышмам. Йәш сағымда ҡаты һыуыҡта туң­ғандан һуң, бала табып үҫте­реү­ҙән мәхрүм ҡалдыҡ. Әммә бер-беребеҙгә булған яҡты тойғо төр­лө ҡаршылыҡтарҙы еңеп сы­ғырға ярҙам итте, – тине Роза апай.
Бөгөн Дәүләкән районында улар­ҙы һоҡланғыс пар тип кенә түгел, ә йыр-моңға әүәҫ ғаилә тип тә беләләр. Фәнүр ағайҙың баянда моңло итеп уйнап ебәргәнен ишетһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә һиҙмәҫтән йырлап ебәрер инегеҙ. Ә Роза апайҙың ҡул эштәренә һоҡлан­маған кеше юҡтыр, оҙаҡ йылдар инде ул таныштарының, дуҫта­рының иңенә үҙенең ҡул йылыһы һеңгән шәлдәрҙе һала. Бәхетле булғың киләме, бул, ти бит психологтар, тап шул һүҙҙәргә тоғро ҡалғандай, улар юғары уҡыу йорт­тарында белем алып, даими рәүештә ваҡытлы матбуғат баҫ­маларына яҙылып, яҡты донъянан йәм табып йәшәй белә. Роза апайҙың йөҙөнән йылмайыу кит­мәй. Шуныһы ҡыҙыҡ: етди кү­ренгән Фәнүр ағай юмористик шығырҙар яҙа икән! Гәзит уҡыу­сылар иғтибарына уның “Татыу йәшәү инструкцияһы”н тәҡдим итәйек әле. Бәлки, кемгәлер фай­ҙаһы тейер.

Иламай ҙа, көлмәй ҙә –
Кәләшем шундай хәлдә.
Ҡабырғаһына төрткәндә,
Сәрелдәп алды әлдә.

Ауыҙына һыу ҡапҡандай,
Телһеҙ, тиеп уйларлыҡ.
Үҙе бик йәш, шундай сибәр,
Хан улына туйларлыҡ.

Әллә инде әсәһенә
Кире илтеп бирәһе?
Телһеҙ менән ни эшләргә –
Һөйләшергә өйрәтһен!

Бер көн юллама алдым да
Алыҫҡа эшкә киттем.
Оҙаҡ ҡына ситтә булып,
Уны һағынып бөттөм.
Ҡайтып кергәс, кәләшемде
Ныҡ ҡыҫып ҡосаҡланым.
“Һарғайттың!.. – тип илай кәләш. –
Ниңә бик оҙаҡланың?”

Бына ҡайҙа тел асҡысы,
Ситтән ҡайтҡас асылды.
Телһеҙ түгел икән кәләш,
Унда – телдең аҫылы.

Ҡатын-ҡыҙҙар йомаҡ һымаҡ,
Асылмаған сер икән.
Ҡатыныңды һынар өсөн
Ситтә бер аҙ тор икән.

Фәнүр ағайҙың был шаярыу ҡатыш әйтелгән һүҙҙәренә сарала ҡатнашыусылар дәррәү ҡул сапты, рәхәтләнеп көлөп алды.
Гөлназ һәм Юлай Әхмәҙиев­тәр байрамға өс балаһы менән килгән. Ҡыҙҙары Гөлүзә йырлап та ишеттерҙе. Был ғаиләгә би­релгән төрлө һорауҙарға улар бер­гәләп, кәңәшләшеп яуап бирҙе. Гөлназдың: “Ирҙән уҙып әйтеп булмаҫ инде!” – тигән һүҙҙәре йөрәккә май булып ятты. Һәр заманда башҡорт ҡатыны, ҡыйыу булыуына ҡарамаҫтан, ирҙе ир итә белеүе менән ихтирам ҡаҙанған. Гөлназ – сабыр инәй­ҙәребеҙҙең бер өлгөһө. Дәүләкән ҡалаһынан алыҫ түгел урынлашҡан Фәриҙун ауылында мәсет һалыу ниәте менән янып йәшәгән Юлайҙы ауылдаштары, яҡындары ҡеүәтләгән, әле улар ошо изге эште атҡарып сығыу өсөн тырышып донъя көтә, шәхси хужалыҡта ниғмәт туплай икән. Был теләгегеҙ ауылдаш­тары­ғыҙҙыҡы менән уртаҡ булғас, моғайын, яҡын арала тормошҡа ашыр, шундай матур, инсафлы балалар тәрбиәләгән Әхмә­ҙиев­тәр!
Юлиза менән Илшат Шәфиев­тәр, Нурсилә менән Фәһим Йәр­кәевтәр – берәр бала үҫтер­гән йәш парҙар. Юлиза менән Нур­силәнең ирҙәренә терәк итеп ҡарай белеүҙәре һоҡландырҙы. Нурсиләнең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалығыҙ әле: –– Бөтә кеше цивилизация тип ҡалаға ашҡына, ә бына минең ҡәйнәм Ейәнсура районының төпкөл ауылында балаларын ҡарап үҫтергән. Улар­ҙың һәр береһе юғары белемле, маҡсатҡа ынтылыусан, шуға күрә кешенең кем булыуы, яҙмышы күпселек осраҡта үҙенә бәйле тип иҫәпләйем.
Сарала ҡатнашҡан был пар­ҙарға киләсәктә үҙҙәренә 50-шәр йыл бергә йәшәп, йәштәргә кәңәш биреп ултырырға яҙһын!
Байрамда яҙыусы, сценарист Шәүрә Шәкүрова сығыш яһап, бәхетле никахлыларҙың уның күңеленә тәрән тәьҫир итеүе, йәнле аралашыуҙың мәңге иҫтә ҡалырлыҡ йоғонто яһауы ха­ҡында әйтте. Сәсәниә, ғалимә Розалия Солтангәрәева байрам сәбәпселәрен милли ғөрөф-ғәҙәт­тәр менән таныштырып ҡына ҡалманы, йолаларҙы бо­рон­ғоса, еренә еткереп башҡарып, сараға ҡот өҫтәне.
Дәүләкән еренә хас һынамыш­тар, көләмәстәр ҙә майҙан тү­рендә булды. Береһен генә иҫкә төшөрөп китәйек. Заманы­быҙҙың бер ҡыҙы кейәүгә әҙерләнә икән дә, әсәһенең уға һатыуҙан алынған төрлө келәмдәр һал­ғанын күреп: “Әсәй, һин бит кейәүгә сыҡҡанда аҫалы балаҫ алдым тигәйнең, ә миңә юҡмы ни?” – тигән икән. Әсәһе: “Эй, ҡыҙым, мин бит ғүмерлеккә сыҡҡайным!..” – тип яуап биргән. Был һүҙҙәрҙә көлкө генә түгел, ҙур фәһем ята. Никахтарҙың тарҡалыуы хәҙерге көндә ҡәҙимге ваҡиғаға әйләнеп бара. Тап ана шул йәштәргә заманса белгестәр, бергә оҙаҡ йәшәгән парҙар аша аҡыл биреү, уйын аша уй һалыу – Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәм­ғиә­те ойошторған сараның төп маҡсаты. Әгәр мөхәббәт нигеҙен­дә өйләнешкәнһегеҙ икән, йәшә­геҙ, беренсе хисен һәр кем һаҡларға тейеш, тиҙәр өлкәндәр, һәр йәш парға ҡарап.
Киләсәктә лә никахтар ха­ҡын­д­а һөйләшеү дауам итәсәк, ул республиканың һәр районын урап сығасаҡ, Алла бирһә. Ә тап Дәүләкәндә үткәндә залдағылар­ҙан, аттың йүгәнен ҡайһы яҡҡа борайыҡ, тип һорағас, Әлшәйгә, тинеләр. Көтөгөҙ, Әлшәйҙә йә­шәү­се бәхетлеләр!





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола...

Тотош уҡырға 23

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар...

Тотош уҡырға 18

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр...

Тотош уҡырға 17

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 16

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй...

Тотош уҡырға 23

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә 07.05.2025 // Йәмғиәт

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә...

Тотош уҡырға 20

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша 06.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша...

Тотош уҡырға 26

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана 06.05.2025 // Йәмғиәт

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана...

Тотош уҡырға 25

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды 06.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды...

Тотош уҡырға 41

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла 06.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла...

Тотош уҡырға 25

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә 06.05.2025 // Йәмғиәт

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә...

Тотош уҡырға 26

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте 06.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте...

Тотош уҡырға 30