Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Борсолорға урын юҡ
Борсолорға урын юҡ
Башҡортостанда йыл да геморрагик биҙгәк сире ҡотора. Ябайыраҡ итеп әйткәндә – сыс­ҡан ауырыуы. Һиҙемләүе­геҙсә, был бәләне кимереүселәр тыу­ҙыра. Уларға, шулай уҡ хәүефле инфекция таратҡан тараҡан, ҡандала кеүек сирҡаныс бөжәктәргә ҡаршы кемдәр көрәшә һуң? Кем беҙҙе төрлө эпидемияларҙан ҡурсалай? Республика дезинфекция үҙәге. Уның баш табибы, медицина фәндәре кандидаты Павел МОЧАЛКИН менән бөгөнгө әңгәмәбеҙ.

– Павел Александрович, элек эпидемияларҙан миллиондарса ке­ше ҡырылған, сөнки ҡурҡыныс инфекция сығанағы күп булған. Һеҙҙең хеҙмәт ҡасандан бирле ошо йүнәлештә эшләй һәм ниндәй уңыштарға өлгәштегеҙ?
– Ысынлап та, борон дезинфекция сараһы эпидемия осоронда ғына башҡарылып, башлыса ауырыуҙар­ҙы айырым урынлаштырыу менән сикләнгән. 1883 йылда иһә Өфөлә даими эшмәкәрлек тураһында тәүге ентекле һөйләшеү булған.
Айырым учреждение уҙған быуат­тың 20-се йылдарында барлыҡҡа килгән. Шунан бирле уның хеҙмәткәрҙәре халыҡ именлеге һағында тора. Уңыш­лы тора тип ныҡлы әйтергә була, мәҫәлән, хатта Бөйөк Ватан һуғышы йыл­дарында ла беҙҙә эпидемиялар ҡабынмай.
– Ә бөгөн миҙгеленә ҡарап ниндәй эштәр башҡараһығыҙ?
– Иң беренсе апрелдә талпанға ҡаршы көрәш башлайбыҙ. Кешеләрҙең күпләп ял иткән урындарын махсус матдәләр менән эшкәртәбеҙ. Һуңынан яҙғы дератизацияға күсәбеҙ – парктарҙа һәм баҡсаларҙа кимереүселәрҙе юҡ итергә тотонабыҙ. Апрель аҙағында-май башында пляждарҙы – бөжәктәрҙән, июнь айында һыу ятҡылыҡтарын серәкәй уҡраһынан таҙартабыҙ. Июлдә ошо уҡ сараны ҡаланың парктарында башҡарабыҙ. Июнь аҙағында һәм августа кимереүселәргә ҡаршы тағы ике тапҡыр ағыу ҡулланабыҙ. Октябрь уртаһынан ноябрҙең 10-дарына тиклем көҙгө дератизация үткәрәбеҙ. Бөтә был эштәр һуҡырҙарса башҡарылмай. Кимереүселәр менән зарарлы бөжәктәрҙе аулап, уларҙың иҫәбен самалайбыҙ, күпләп йыйылған урындарын билдәләйбеҙ. Инфекция ауырыуҙарын таратыусыларға ҡаршы заманса дезинфекция технологиялары ҡулланабыҙ, яңы эшкәртеү алымдары үҙләштерәбеҙ, күрше төбәктәрҙәге хеҙмәттәштәребеҙ менән тәжрибә уртаҡлашабыҙ.
– Әгәр ҙә дезинфекция үҙәге эшләмәһә, республикала эпидемик хәл-торош ниндәй булыр ине?
– Миҫалға үҙгәртеп ҡороу осорон ғына килтерәм. Башҡортостанда, шул иҫәптән Өфөлә лә, бер генә гектар ер ҙә эшкәртелмәне. Һөҙөмтәлә 1997 йылда геморрагик биҙгәк йоҡтороу буйынса рекорд ҡуйылды: 100 мең кешегә – 229,1 осраҡ. 9403 сирле асыҡланһа, 34-е вафат булды. Ошолай барһа, ике-өс йылдан ауырыуҙар һаны тиҫтәләрсә меңгә етер ине. Һуңғы ваҡытта был күрһәткес һиҙелерлек кәмене, ә бит республикабыҙ хәүефле инфекцияның тәбиғи сығанағы һанала.
– Йорттарҙа тараҡандарҙың, ҡырмыҫҡаларҙың юҡҡа сығыуы күҙәтелә. Был тәңгәлдә хәл нисек тора? Халыҡ зарланып йыш мөрәжәғәт итәме?
– Һуңғы 10-15 йыл эсендә эшмәкәрлегебеҙҙә заманса дезинфекция саралары, Рәсәйҙең Дезинфектология ғилми-тикшеренеү институты тәҡдим иткән препараттарҙы ҡул­лана­быҙ. Был матдәләрҙең тәьҫире 1,5-2 айғаса дауам итә. Шуға күрә тараҡан, ҡандала­лар күпләп ҡырылды, кешеләр иркен тын алып ҡалды. Әммә бөжәктәр яйлап был ағыуҙарға ла күнегә башланы. Әле ошондай мөрәжәғәттәр йышайҙы. Белеүегеҙсә, торлаҡ йорттарҙа был бәләгә ҡаршы берҙәм көрәш алып барыу зарур, сөнки бөжәктәр бер ерҙән икенсеһенә тиҙ күсә. Шуға күрә иң беренсе идарасы компанияға хәбәр итергә кәрәк. Килешеү төҙөп, уның үтенесе буйынса беҙҙең хеҙмәткәрҙәр кисекмәҫтән дезинфекция сараһы үткәрәсәк.
– Үҙегеҙ әйтмешләй, был эште күмәкләп башҡарғанда ғына һөҙөмтә буласаҡ. Һеҙ кемдәрҙең ярҙамына таянаһығыҙ?
– Санитар-эпидемиология именлеген тәьмин итеү, ысынлап та, күп учреждениеларҙың дөйөм бурысы. Был йәһәттән ҡала хакимиәте ҙур ярҙам күрһәтә. Аңлашып эшләү һөҙөмтәһендә Өфөлә геморрагик биҙгәк менән талпан энцефалиты ос­раҡтары ныҡ кәмене. Дезинфектология ғилми-тикшеренеү институты менән геморрагик биҙгәккә ҡаршы көрәштәге хеҙмәттәшлегебеҙ “Роспотребнадзор” тарафынан илдең баш­­ҡа төбәктәренә өлгө итеп ҡуйылды. Күләмле сараларҙың барыһы ла “Роспотребнадзор”ҙың Баш­ҡорт­остан­дағы идаралығы ме­нән кәңәшләшеп башҡарыла.
Былтыр апрель айында беҙҙең үҙәк республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағына күсерелде. Унда эшмәкәрлегебеҙ менән ҡыҙыҡһынып торалар. 2013 йылдың сентябрендә Ғәҙәттән тыш хәлдәр ми­нис­трлығының Башҡортостандағы идаралығы һәм ҡаланың медицина ойошмалары менән берлектә күнекмә үткәрҙек. Бынан тыш, төрлө темаларға семинар-уҡыуҙар ойош­тороп торабыҙ.
Бөгөн дезинфекция йүнәлешендә эшләгән белгестәрҙән башҡа медицина өлкәһен генә түгел, сәнәғәт, торлаҡ-коммуналь, ауыл хужалығы тармаҡтарын да күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Бәлә-ҡаза килгәндә лә эпидемияға юл ҡуймау – беҙҙең үҙәктең мөҡәддәс бурысы.
– Ҡыҙыҡлы һәм файҙалы һөйләшеү өсөн ҙур рәхмәт, Павел Александрович!

Г. МӨХӘРРӘМОВА
әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 6

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә