Ике мосолман ҡул биреп күрешһә, бармаҡтары араһынан гонаһтары йыуылып төшөр, тиелә бер хәҙистә. Учалы районының Рафиҡ ауылына йыйылған биниһая дини ҡәрҙәштәребеҙҙең “Әс-сәләмү-ғәләйкүм!” тип тәхиәтләшеүенә ҡарағанда, ғәмәлдәребеҙҙе мәрхәмәте киң Раббыбыҙ ярлыҡамай ҡалмаҫ, моғайын. Осрашыуҙың сәбәбе лә күркәмдәрҙән-күркәм: ун йыл элек ошо ауылда, райондың иң төпкөлөндә, ”Әбдрәхим” мәсете асылғайны. Ул гүзәллеге менән ватандаштарыбыҙҙы ғына түгел, сит тарафтарҙан, мәҫәлән, Мәскәү, Санкт-Петербург, Владивосток, Урта Азия, Һиндостандан килгән вәкилдәрҙе лә таң ҡалдырған. Мәсет көндәлегендәге яҙмалар ошо хаҡта һөйләй.
Ҡояш ҡалҡмаҫ борон уҡ аҙан моңонан рухланған халыҡ мәсет урынлашҡан тау итәгенә эркелеп килде. Өҫтәлдәргә батмус-батмус йыуаса, май-ҡаймаҡ, ҡоймаҡ, бәлеш-ләүеш, сәк-сәк теҙелде. Өс ҡаҙанда ҡорбан ите боҫрап ҡайнай.
Байрамдың рәсми өлөшө махсус әҙерләнгән майҙансыҡта 2000 – 2003 йылдарҙа төшөрөлгән видеофильмды күрһәтеүҙән башланды. Тәүге доғаны уҡып, ер билдәләү, нигеҙ ҡалҡытыр өсөн көрәккә тотоноу, нигеҙ ташын теҙеү… Ауылдың өлкән йәштәге барлыҡ кешеләре ҡатнашҡан төҙөлөш эшенә Ғәлиулла Сәләхов етәкселек итә, аш-һыу хәстәрләүселәр Ҡәҙриә Камалетдинова менән кәңәшләшә. Улар, һис шикһеҙ, быуаттар үткәс тә ауылдаштары күңелендә дин юлына һуҡмаҡ һалған тәүге шәхестәр булып ҡаласаҡ. Әйткәндәй, иман йортон төҙөүҙә, уның эшмәкәрлеген ойоштороуҙа халыҡты әйҙәп йөрөгән Ҡәҙриә Фәтих ҡыҙы әлеге сарала мәсетте һалдырған Фазлетдиновтарға ҙур хөрмәтен, рәхмәтен белдереп, Ҡадурий Әбдрәхим улына – йөн ойоҡ, Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙына дебет шәл бүләк итте. Шуныһы үҙенсәлекле: оҫта был ҡул эштәрен күҙе һайын тәсбих әйтеп бәйләгән.
Тантананың ”Ал да нур сәс халҡыңа!” тип аталыуында ҙур хикмәт бар. Белеүебеҙсә, намыҫ ҡушҡанса эшләп өйрәнгән халҡыбыҙ, айырыуса ауыл кешеләре уҙған быуат аҙағында ябырылған ”көрсөк” тигән афәттән ҙур зыян күрҙе, күптәр өмөтһөҙлөккә, төшөнкөлөккә бирелде. Ауылдаштарының ошо хәле ирмен тигән ирҙе борсомай буламы?! Уңғанлығы, булдыҡлылығы менән республикала ғына түгел, хатта сит илдәрҙә танылыу яулаған Фазлетдиновтар – ошонда тыуып үҫкән аҫыл егет Ҡадурий Әбдрәхим улы менән уның хәләл ефете, билдәле, затлы ағинәйҙәрҙең береһе Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы — халыҡҡа ошо хәлдән сығыу юлын күрһәтеүҙе мөҡәддәс бурысы итеп ала, сөнки улар диндең тормошта берҙән-бер дөрөҫ юл икәнен күптән белә. Милләттәштәребеҙҙең ҡанында Исламдың яҡты осҡоно һүнеп бөтмәгән бит әле тип, иман нуры сәсер өсөн ауылдаштарына мәсет бүләк итеүҙе маҡсат итеп ҡуялар.
— Диндә торһаң, күңел тыныслығы табып, йәшәүҙең мәғәнәһен татып ғүмер кисерәһең, — тине Ҡадурий Әбдрәхим улы сығышында. – “Юғалтҡан кешелекте Исламдан табығыҙ”, тип өйрәтә Ҡөрьән. Беҙ ҙә, дингә килмәгән булһаҡ, эшебеҙҙә ҙур уңыштарға өлгәшә һәм уның бәрәкәтен тарата алмаҫ инек.
Ҡадурий Әбдрәхим улының тағы бер фекере күңелемә һеңеп ҡалды. ”Ир кеше ғаилә ҡорорға тейеш”, — тимәне ул, ә “Ир кеше ғаилә ҡора белергә тейеш”, – тине. Күп атай-әсәйҙе уйландыра һәм балаларға өйрәтә торған алтын аҡыл был. Мәсеттең “Әбдрәхим” тип аталыуы ла – Аллаһ Тәғәлә алдында атай рухын һаҡлауҙың, уны тағы ла юғарыраҡ күтәреүҙең, киләсәк быуындарға тапшыра белеүҙең бөйөктәрҙән-бөйөк өлгөһө. Фазлетдиновтарҙың улдары Азамат менән Ринат, күркәм тәрбиәне дауам итеп, диндән тайпылмай донъя көтә.
“Ҡатын Ҡөрьән әҙәптәренә буйһоноп йәшәһә, ире насар ғәҙәттәрҙән ары торасаҡ, балалары ла тәртип тәртәһендә үҫәсәк”, – тигән Миңзәлә ханым мең тапҡыр хаҡлы. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Йома” тапшырыуын алып барған Морат Лоҡмановтың телмәре лә ошо әйткәндәргә ауаздаш яңғыраны. Үҙен мосолман донъяһын төплө белгән киң ҡарашлы, бай мәғлүмәтле журналист итеп танытҡан Морат ҡусты, сығышында сәхәбәләр тормошонан матур миҫалдар килтереп, сараға йәм өҫтәне. ”Хәҙер мул тормошта, бәхет-сәғәҙәттә йәшәү модала”, – тигәнен йәштәр ишетмәй ҡалмағандыр.
Күркәм юбилей айҡанлы ихлас ҡотлау һәм рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә теләүселәр бихисап ине.
– ”Әбдрәхим” мәсетен төҙөткән Фазлетдиновтарға ҙур рәхмәтлебеҙ. 19 ауыл биләмәһендә 23 иман йорто булыуы дини аңлы заттарыбыҙҙың арта барыуын күрһәтә, – тине Учалы районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратынан килгән вәкил Әхмәт Әхмәровтың “Кәмселектәрегеҙ булһа ла, мәсеткә килегеҙ. Күңел – бикле йоҙаҡ, уны тик Ҡөрьән серҙәре генә асыр һәм рухи халәтегеҙҙе яңыртыр” тигән һүҙҙәрен замандаштарыбыҙ зиһененә һалып ҡуйһын ине.
Байрам өгөт-нәсихәткә ҡоролманы, ә фекер алышыу, ихлас аралашыу йүнәлешендә барҙы. ”Әбдрәхим”дең имам-хатибы Рафаэль Харрасовтың әйтеүенсә, мәсеттә уҡыусы балаларҙан йыл да төркөм йыйыла, улар дин тәғлимәттәрен ихлас өйрәнә. Быйыл Ураҙ ауылында “Ҡөрьән Кәрим”де яттан һөйләү бәйгеһендә тиҫтәнән ашыу бала ҡатнашып, бүләктәр алып ҡыуанған. Әлеге байрамда улар ҡунаҡтарға ҡыҫҡа сүрәләрҙе һөйләп ишеттерҙе. Миндәк ҡасабаһының урыҫ мәктәбендә белем алған балаларҙың да аяттарҙы ғәрәпсә таҙа уҡығанын күреп һөйөндөк. Әлшәй районының Ҡармыш ауылы хакимиәте башлығы Дауыт Шәкүров, юл оҙонлоғона ҡарамай, Сурайҙағы ”Ағинәй” мәсете әүҙемселәрен автобуста алып килеүҙе ойошторған.
Халыҡ яҡташы Мәүлит Ямалетдиновты ла бик ҙурлап ҡаршы алды. Учалы шағиры, төрки әҙәбиәтендә беренселәрҙән булып “Ҡөрьән Кәрим”дең бер өлөшөн шиғыр юлдарына һалып башҡортсаға тәржемә иткән әҙип быйыл яҙыусылар менән йөрөгән сәфәрҙән алған тәьҫораттарын ихлас уртаҡлашты, диндең тормошта тотҡан урынын юғары баһаланы. Байрамға килгәндәр шулай уҡ республиканың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте идараһы рәйесе Розалия Солтангәрәеваның мөнәжәттәрен, “Аҡбуҙат” һәм ”Башҡортостан ҡыҙы” журналдарының баш мөхәррирҙәре Тамара Юлдашева менән Гөлназ Ҡотоеваның рухлы шиғырҙарын һоҡланып тыңланы.
Ун йыл ғүмер – үҙе бер дәүер. ”Әбдрәхим” мәсетенең был осоро эш башлау, дин өйрәнеү курстарын булдырыу, уҡыу әсбаптары менән тәьмин итеү, Ислам тәғлимәтен аңлатыу, аҙан-сүрәләрҙе төшөндөрөү, мәҙәниәт, әҙәбиәт, исламиәт вәкилдәрен саҡырып, осрашыуҙар уҙғарыу кеүек бөткөһөҙ хәстәрҙәргә бай булған. Дөйөм алғанда, иман йортоноң рухиәт үҙәгенә әйләнеүен күреү күңелде һөйөндөрҙө. Шағирә Гөлназ Ҡотоеваның шиғыр юлдары тап ошо хаҡта ине:
Бында минең көсөм арта,
Ҡеүәт ала талған йәнем.
Көлөп торған өсөн йортом
Тоямын мин донъя ғәмен.
Миңзәлә менән Ҡадурий Фазлетдиновтар үҙ халҡына ысын мәғәнәһендә аҡ нур сәскән ғибәҙәтхана һалды. “Аҙан булған ерҙә бәрәкәт арта” тиеүҙәре дөрөҫ икән. Ҡөрьән моңо менән тулған мәсеттән көслө дәрт-ҡеүәт бөркөлөүен, хис-тойғолар яңырып, булмышыбыҙҙың сафланыуын тойоп, республикабыҙҙа ошондай осрашыуҙар йышыраҡ булһын ине тигән теләктә хушлаштыҡ.
Фәүзиә ЛАТИПОВА,
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте идараһы ағзаһы.