Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Илебеҙҙең дауалау маяғы
Илебеҙҙең дауалау маяғы
Республикабыҙҙың йөҙөк ҡашына әүерелгән, Рәсәйҙә иң һәйбәттәрҙең береһе булып танылған “Красноусол” шифаханаһының бай тарихы бар. Тантана барышында уның үткәненә байҡау яһалды, алдынғылар бүләкләнде, бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде.


Байрам сараһы башланыр алдынан күренекле яҡташыбыҙ, “Красноусол” ши­фа­ханаһы сығанаҡтарын фәнни яҡтан өйрәнгән, геология-минерология фәндәре докторы Георгий Васильевич Вахрушевҡа бюст асылды. Ғалимдың һәйкәле өсөн уңайлы урын һайлап алынған: 1-се корпус эргәһенән бар тирә-яҡ асыҡ күренә, административ бинаға килгәндәр ҙә йәнәшенән үтә. Һәйкәлде асыу тантанаһында ғалим хаҡында бик йылы һүҙҙәр әйтелде, уның ғилми хеҙмәттәренең шифахананы үҫ­тереүгә төп этәргес булыуы билдәләнде.
Тантананан һуң “Һауыҡтырыу медици­на­һы һәм курортологияның көнүҙәк мәсьә­ләләре” тигән ғилми-ғәмәли конференция булды. Уның эшендә Рәсәй Дәүләт Дума­һының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Сәлиә Мырҙабаева, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Александр Афанасьев, Баш­ҡорт дәүләт медицина университеты проректоры Роберт Зиянгиров, республика Фәндәр академияһы вице-президенты Рай­хана Ҡунаҡова, “Красноусол” шифа­ханаһы директоры, медицина фәндәре докторы Фаяз Мәжитов, БДМУ доценты Софья Фридман, республика шифаханалары етәкселәре, ғалимдар ҡатнашты.
Илебеҙҙең дауалау маяғы“Красноусол”дың 90 йыллығына арнал­ған сара Ял үҙәгенең тамаша залында үтте. Алып барыусылар – БСТ каналы хеҙмәткәрҙәре Фаягөл Дәүләтйәрова менән Искәндәр Урманцев – шифахана тарихына байҡау яһаны. Заманса биҙәлгән сәхнә экраны аша изге сығанаҡтар тура­һындағы легенда-риүәйәттәр менән танышыу мөмкинлеге булдырылды. Фаяз Мә­житов дауалау йортоноң үткәне һәм бөгөнгөһө хаҡында һөйләне. Сәлиә Мыр­ҙабаева илебеҙҙә халыҡ һаулығын һаҡлау дәүләт сәйәсәтенең төп йүнәлештәренең береһе икәнлеген, бай тарихлы “Красноусол” шифаханаһының халыҡ сәләмәтле­ген нығытыуҙағы роле баһалап бөткөһөҙ ҙур булыуын билдәләне.
Президент Владимир Путин илдә уртаса ғүмер оҙонлоғон арттырыу, сирҙе дауалауға ҡарағанда уны иҫкәртеүгә иғ­тибарҙы көсәйтеү, бының өсөн шифахана-һауыҡтырыу учреждениеларында ха­лыҡ­тың сәләмәтлеген нығытыу зарурлығын бил­дәләне.
– Мин үҙем дә “Красноусол”да йыш ял итәм, бындағы хеҙмәткәрҙәрҙең байтағын яҡындан беләм һәм уларға шәхсән рәх­мәтемде белдерәм, – тине Сәлиә Шәриф­йән ҡыҙы һәм шифаханаға ҡиммәтле бүләк, бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәй Дәүләт Думаһының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Александр Афанасьев Башҡортостан­дың һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакировтан ҡайнар сәләм күндерҙе.
– Республикала шифахана-курорт учреждениелары ныҡлы үҫешкән. Ун учреждение араһында “Красноусол” айырым урын алып тора. Ул илебеҙҙә иң һәйбәт шифахана икәнлеген бер нисә тапҡыр иҫбатланы, – тип билдәләне сығыш яһау­сы. Александр Александрович ҡулынан байтаҡ ҡына хеҙмәткәр юғары дәүләт наг­радалары алды.
Район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров иһә үҙ сығышында “Красноусол” ши­фа­ханаһының райондың социаль-иҡ­тисади үҫешенә ҙур өлөш индереүен билдәләне. Ул бер төркөм алдынғыларға Ғафури район хакимиәтенең Маҡтау грамоталарын тапшырҙы.
Райхана Ҡунаҡова, республикабыҙҙың барлыҡ фән эшмәкәрҙәре исеменән шифахананы юбилейы айҡанлы ҡотлап, ете томдан торған “Башҡортостан энциклопе­дияһы”н бүләк итте. “Красноусол”дың изге сығанаҡтарын һәм шифалы ләмен фәнни яҡтан өйрәнеүгә күп көс һалған ғалим Марк Фридмандың ҡыҙы – медицина фән­дәре кандидаты Софья Фридман атаһы­ның изге эшен онотмағандары, шифахана музейында уның тураһында бик күп мәғ­лүмәт туплағандары өсөн етәкселеккә ҙур рәхмәт белдерҙе. Әйткәндәй, БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы, профессор, “Красноусол”дың фәнни консультанты Марк Наумовичтың тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата шифахана ғалимдың тормош һәм ижад юлына арнап фәнни брошюра ла баҫтырып сығарған. Ошондай уҡ брошюра икенсе бер ғалим – Георгий Васильевич Вахру­шевҡа арналған. Ике ғалимдың эшмәкәр­легенә ҙур баһа биргән шифахана етәк­селеге үҙҙәре лә ололауға лайыҡ. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов үҙ сығышында шифахана етәкселегенең һәм хеҙмәткәрҙәренең, урындағы Совет депутаттары булараҡ, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашыуын билдәләне. Рөстәм Рифат улы Фаяз Харис улын (һүрәттә) БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың “Башҡорт­остан Республикаһы закондары үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн” почет билдәһе менән бүләкләне. Бер нисә хеҙмәткәр Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­ролтайҙың Рәх­мәт хатына лайыҡ булды.
“Красноусол” шифаханаһында ял итеү­се­ләр йылдан-йыл арта. Мәҫәлән, 2001 йылда – 9 мең, 2006 йылда 18 мең кеше сәләмәтлеген нығытҡан булһа, 2013 йыл­да 21861 кеше ял иткән. Шуға ярашлы уның урындағы һәм республика, федераль бюджетты тулыландырыу күләме лә үҫә бара. Бер ял иткән кеше бында йыл һайын килеүсән. Шундай кешеләрҙең бе­реһе – республикабыҙҙың абруйлы шә­хесе, хәҙер хаҡлы ялдағы Спартак Әх­мәтовҡа ла һүҙ бирелде. Спартак Ғәли улы Стәрлетамаҡ ҡалаһына етәкселек иткән осорҙа “Каустик”, “Каучук”, “Сода”, “Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы” предприятиелары көсө менән 7-се корпус төҙөлә. Ул үҙ сығышында, ошо йылдарҙы хәтерләп, хәҙер шифаханала теләп ял итеүен, бындағы уникаль факторҙарҙы маҡтап телгә алды. “Красноусол”да 30 (!) тапҡыр ял итеүгә өлгәшкән Спартак Әхмәтовҡа “Почетлы ял итеүсе” исеме бирелеп, юллама бүләк ителде.
Билдәле булыуынса, осоштан ҡайтҡан космонавтар ҙа “Красноусол” шифахана­һында сәләмәтлеген нығыта. Юрий Гагарин исемендәге космонавтар әҙерләү үҙә­генән дә вәкилдәр булды. Советтар Союзы Геройы Игорь Волк, Рәсәйҙең атҡаҙанған осоусы-һынаусыһы Урал Солтанов йыһан­гирҙәр исеменән изге теләктә­рен еткерҙе.
Республикабыҙҙың “Асы”, “Танып”, “Йоматау”, “Янғантау”, “Ҡарағай”, “Яҡтыкүл”, “Талҡаҫ”, “Йәйғор”, “Салют”, “Красноусол” балалар шифаханаһы етәкселәре лә ҡотлау сәләмдәрен күндерҙе.
– “Красноусол”ға 56 йыл ғүмеремде ба­ғышланым. Хәҙер 15 йыл хаҡлы ялдамын инде. Мине онотмағандары өсөн етәк­се­леккә ҙур рәхмәт, – тине үҙенең сығышын­да республикабыҙҙың атҡаҙанған табибы Тәнзилә Ҡарағужина.
Юбилей кисәһе йыр-моң менән үрелеп барҙы. “Шифа” халыҡ фольклор-эстрада, “Красноусол” халыҡ бейеүҙәре ансамбл­дәренең сығышы байрамдың бер биҙәге булды.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21