Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » «Мин — бер тулҡын...»
«Мин — бер тулҡын...»
Әсхәл Әхмәт-Хужа... Был исем менән бергә күҙ алдына шаршыһында йәйғор йылҡылдаған Ҡыҙыл йылғаһы, «айлы кистә яҡут-зөбәржәттәй нурҙар» сәскән ғәзиз тыуған яҡ, «Ер шарының барлыҡ тарафынан» күренеп торған Ҡырҡтытау килә. Тәбиғәт хозурлығын Көнсығыш шағирҙарына ғына хас оҫталыҡ менән тасуирлаған, йөрәген өтөп барған мөхәббәт тойғоһон да тап уларса, шәреҡсә, һүҙ уйнатып, уҡыусыһына еткерә белгән йәнә берәй башҡорт шағирын беләһегеҙме? Мин белмәйем. Әсхәл Әхмәт-Хужаны бына ни өсөн бүтән бер шағир менән дә бутау мөмкин түгел. Һөйөүҙә һәм нәфрәтендә, һоҡланыуында һәм көйәләнеүендә ул бары тик үҙенсә, Әсхәлсә. Ҡайһы ғына поэтик жанрға мөрәжәғәт итмәһен, хәленән килә, йөрәгендәген башҡалар йөрәгенә еткерә:


Йәнем минең хозурлыҡҡа төрөлгән —
Мин-ғашиҡҡа тотош йыһан бирелгән:
Ай-маңлайың болот-сәскә уранған;
Ике күҙең йондоҙ кеүек нурланған;
Ирендәрең шәфәҡ-таңға иш икән;
Йәйғор-ҡашың ете төҫтән ишелгән;
Сикәләрең — көньяҡ, төньяҡ балҡышы;
Бер көлөүең — ҡояш тыуып-байышы...
«...Әсхәл Әхмәт-Хужа — баштан уҡ үҙ тауышын, үҙ йөҙөн табып, шиғриәт иленә бары тик үҙенсә генә ярһыу темперамент менән килеп кергән шағирҙарҙың береһе, — тип яҙғайны уның хаҡында күренекле ғалимыбыҙ, шағир Рәшит Шәкүр. — Уның характеры, ижади индивидуаллеге — иң элек уға ғына хас образлылыҡ...»
Эйе, барыһы ла уныңса, уға ғына хас. Һәм, иң мөһиме, шағирҙың булмышы, холоҡ-фиғеле уның ижады менән бер бөтөндө тәшкил итә, шағир һәм уның шиғриәте айырылғыһыҙ органик берлектә, гармонияла, ул ижад иткән һәр юл, һәр строфа: «Мин – Әсхәлдеке!» — тип ҡысҡырып торған кеүек. Әҙип өсөн был бик мөһим, сөнки әлеге үҙенсәлек, беренсенән, уның ихласлығын, бер ниндәй яһалма сиктәргә һыймаған алсаҡлығын һәм асыҡлығын күрһәтһә, икенсенән, бары тик уға ғына хас тауышҡа, ә уның аша инде үҙаллы, ҡабатланмаҫ поэтик һуҡмаҡҡа ишара.
Урмандарҙан уҡтай уҙып,
Тауға-ташҡа күтәрелеп,
Яр буйҙарын яра баҫып,
Үҙәндәрҙән түтә елеп,
Бәйге килә, бәйге килә,
Бәйге килә иңләп-иңләп...
Бәйге килә...
Ҡолаҡтарҙа
Ел һыҙғыра иңрәп-иңрәп...
Шағир өсөн шиғриәт киңлеге генә түгел, бәлки, тормош үҙе бәйгелер. Юҡҡамы ни үҙенең 1968 йылда донъя күргән тәүге йыйынтығын «Һыбай сыҡтым» тип атағайны. Заманыбыҙҙың күренекле тәнҡитсеһе Ким Әхмәтйәнов, әле әҙәбиәткә ҡолонсаҡтай саҡ аяҡ баҫҡан йәш шағирҙың китабына оло баһа биреп, «Совет Башҡортостаны» (хәҙерге «Башҡортостан») гәзитендә «Юлға һыбай сыҡҡанда» исемле мәҡәлә менән сығыш яһаны. Ким Әбүзәр улы маҡтау-хуплауға бигүк йомарт кеше түгел ине, буғай, әммә Әсхәл Әхмәтҡужиндың ҙур булмаған беренсе китабының әҙәбиәт белгесендә ҡойондай хис-тойғо уятыуы шикһеҙ. Юғиһә ул: «Поэтик фекерләүҙең, ҡолон кеүек, уйнаҡ булыуы Әхмәтҡужиндың ат образын яратып һынландырыуына ғына ҡайтып ҡалмай, әлбиттә. Образдарҙың мөһабәтлеге, тойғоларҙың ауанлығы һәм шиғри фекерҙәрҙең масштаблылығы шулай уҡ ижади фантазияның тәүәккәллегенән килә... Шағирҙың илһамланыуы шул тиклем ҙур, аяғы ергә теймәй, уның ҡарауы, башы күккә тейгән. Аҡҡош юлынан ул ҡанат киреп йөҙөп бара кеүек, Йыһандың Етегән-скрипканы тибрәтеп сығарған шиғри моңдарын ишетә һымаҡ», — тип яҙа алыр инеме?!
Тормош — шағир өсөн бәйге яланы, тинем. Артабан баҫылып сыҡҡан утыҙҙан ашыу йыйынтығы араһында уның «Бәйге», «Оран», «Майҙан», «Толпарым», «Сәм”, “Аҡ теләктәр әйтәм”, “Донъя шундай матур!” исемлеләре лә бар. Әсхәл Әх­мәт-Ху­жаның әҙәби геройы ярһыу һәм баҫалҡы, тыйнаҡ һәм сәмле, ләкин һис ҡасан ғәмһеҙ түгел. Беҙҙе уратҡан мөхиттең һәр ауазы уның йөрәген телеп үтә, шул уҡ ваҡытта ул ваҡлыҡтарҙан юғары. Донъя һәм Кеше хаҡында ысын фәйләсуфтарса фекер йөрөтә, барсаһына үҙ мөнәсәбәтен белдерә. Хәйер, ысын шағир фәйләсуф булырға тейештер ҙә.
Артмаһын тиҙлегем саманан...» –
Тип кенә,
Йәшәһәң тып-тыныс,
Иң артҡа ҡалдыра замана...
Ә артта ҡалыуы — аяныс!..
«Уҡ осонда осоп» килгән, «замана һулышына нур» өрөргә хыялланған лирик геройҙың тотош ғүмере йондоҙ ише балҡып яныуҙан ғибәрәт. Бәғзе мәл шағир йәнен өткән оло һөйөү хисен ғәҙәти булмаған баҫалҡылыҡ менән, хатта бер аҙ тартыныбыраҡ та асып һала:
Ожмахһың тип күкрәк ҡаҡмайым,
Шыҡһыҙһың тип яла яҡмайым —
Күҙ алдымда бары һаҡлайым
Һәр саҡ һине, тыуған яҡҡайым!..
Үҙ ереңде бик ныҡ һөйгәндә генә уны һәр саҡ күҙ алдында тотоп булалыр.
Ә инде икенсе бер шиғырында шағир үҙенә генә хас ярһыулыҡ менән тыуған яғына һоҡлана:
Бында йәш сирәм — нәҡ йәшел келәм,
Тау өҫтө — сәрхәт, бәрхәт — ҡаялар,
Бында кешеләр — мөләйем, ихлас,
Егеттәр — ҡыйыу, ҡыҙҙар — саялар;
Бында һәр үлән — йәнеңә сихәт,
Бал тәмле һауа — тәнеңә дауа,
Зәңгәр күл менән зәңгәр күк тоташ,
Ҡырҙарҙа ҡымыҙ еҫтәре яуа.
«Тәү ҡарамаҡҡа, шағир мөрәжәғәт иткән темалар бик ябай, аныҡ: Ҡырҡтытау, алтын тамыр, тыуған ауыл, Дим, Ҡыҙыл йылғалары, бал ҡорто һәм башҡалар. Ләкин образлылыҡ аша Әсхәл Әхмәт-Хужа үҙе яҡтыртҡан күренеште, хәл-ваҡиғаны шундай дәрәжәгә күтәрә, ирекһеҙҙән, күҙ алдында сағыу сүрәт-һын барлыҡҡа килә, һәм йырлап торған әҫәрҙәр бер тында уҡылып, ҡабул ителә:
...Йәндә дауыл уйнағанда —
Саҡырып ҡул болғағандай
Тыуған яҡтың ҡыштары.
Унда мине һөйөнөп көтә,
Өҙөлөп көтә, өтөлөп көтә
Туғандарым, дуҫтарым.
Көмөш көрттәр йымылдауы,
Ир-бөркөттәр йылмайыуы
Китәрә шул һуштарҙы.
Буранда ла һайрап тора,
Илаттыра, йырлаттыра
Ҡыҙыл буйы ҡоштары!
Шағир әҫәрҙәрендә беҙ уның тормош юлын, уй-кисерештәрен генә түгел, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын, холҡон, ер-һыуыбыҙҙы, тарихты күрәбеҙ. Бәлки, шуғалыр ҙа, уның күп кенә шиғырҙары теге йәки был хәл-ваҡиғаны сүрәтләгән эпик әҫәр кеүек ҡабул ителә.
Республикабыҙҙың Ғәлимов Сәләм исемендәге, Әбйәлил районының әҙәбиәт өлкәһендә Ким Әхмәтйәнов исемендәге һәм Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев, Балапанов исемендәге премиялар лауреаты, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Әбйәлил районының һәм Амангилде ауылының Почетлы гражданы Әсхәл Әхмәт-Хужа — әҙәбиәткә үҙ тауышы, үҙ моңо менән килеп, ҡабатланмаҫ биҙәкле ынйы-мәрйен теҙмәһеләй, лирик шиғырҙары, шиғри парсалары, әйтештәре, робағиҙары, йырҙары, кескәйҙәр өсөн яҙылған һәм төрлө телдәрҙә донъя күргән матур-матур әҫәрҙәре менән туған әҙәбиәтебеҙгә ғәйәт ҙур өлөш индергән әҙип.
Ул тәржемә өлкәһендә лә уңышлы эшләне һәм әле лә дауам итә. Грузин шағиры Шота Руставелиҙың «Юлбарыҫ тиреһе кейгән батыр» дастанын тәржемә иткәненә мин үҙем шаһит. Был үтә лә ҡатмарлы бөйөк әҫәрҙе башҡортсаға ауҙарғанда, Әсхәл ағайға ни бары 24 кенә йәш булған икән — әле шуға иҫ-аҡылым китеп ултырам, һуңғараҡ ул немец Иоһанн Гёте, азербайжан Мирза-Шафи Вәзих, урыҫтар Александр Пушкин, Федор Тютчев, Михаил Лермонтов, американ Уолт Уитмен, латыш Ян Райнис, әрмән Ованес Туманян, лезгин Сөләймән Стальский, сыуаш Михаил Сеспель һәм башҡаларҙың байтаҡ әҫәрен башҡортсаға тәржемә ҡылды.
Йәнә бер үҙенсәлеге хаҡында әйтеп үтмәй ярамайҙыр.
Әсхәл Әхмәт-Хужа — башҡорт телен һәйбәт белгән шағир. Шуға күрә уның теле лә, тел ярҙамында ижад ителгән әҫәрҙәре лә халыҡсан, уҡымлы, күңелгә ятышлы. Әгәр шағир: «Туған тел бит һинән элек тыуған, һинән һуң да йәшәр, һис шикһеҙ!» — тип туған телде яҡларға, һаҡларға саҡыра икән, быға ул хаҡлы, сөнки үҙе башҡорт теленең ҡәҙерен, бәҫен яҡшы белә. Инде гәзит-журнал биттәренән күптән юғалған тиерлек (ә, бәлки, әүәлдән булмағандыр) һүҙҙәрҙе ҡулланғанда ла, бәғзе бер «белгестәр» архаизм тигән мөһөр һалырға маташҡан берәмектәре Әсхәл Әхмәт-Хужа тарафынан шундайын да урынлы ҡуйыла, уны бер нисек тә бүтән синоним менән алыштырып та булмай кеүек: «туған телгә аслан ҡул күтәрмә», «ҡоҙаларҙы ҡоштай һайратаһың, туй ҡыҙғанда, илдәр аманда», «бирешмәсе: һин бит ныҡ, беше», «торғоҙа ул бәҫтән тайғандарҙы», «ҡурҡып ҡаса унан ауырыу-хәста», «мең һағалы», «әлмисаҡ, юҡ, таң ҡалдырмай», «күп күргән ул был донъяның ваҡлыҡтарын, вайрандарын»...
Парсалар шағир ижадында айырым урын алып тора. Уларҙың күбеһен бөгөн үткер мәғәнәле афоризм итеп ятларға мөмкин булыр ине.
Изгелек һәм яуызлыҡтың ерҙә
Үлсәмдәре, аралары йыраҡ:
Яуызлыҡтар ҡылыу — еңелерәк,
Изгелектәр эшләү — ауырыраҡ.
Йәки
Бесәй менән сысҡан туғанлашһа,
Келәттәрҙе кәбәк, туҙан баҫа.
Тормош-көнитмеште һәр яҡлап сағылдырған ошоноң ише парсаларҙан автор айырым бер популяр йыйынтыҡ туплай алыр ине.
Күп осраҡта етди, бөтәһен йөрәгенә яҡын ҡабул итеүсән лирик геройға юмор ҙа ситен түгел. Ул үҙендәге ҡайһы бер сифаттарҙан көлә белә, йәшәйештең ауыр ғына яҡтарын да оптимистик шаянлыҡ менән ҡабул итә.
...Шағир 70-шен байрам итте. Ул әле дәртләнеп ижад итер йәштә.
Мин — бер тулҡын,
Халҡым — диңгеҙ,
ти Әсхәл Әхмәт-Хужа үҙенең бер шиғырында. Тулҡын оло миссия үтәй: диңгеҙ бит тулҡындарҙан тора. Әсхәл атлы шағир ҙа халҡы менән бергә: уның көйөнөстәре һәм һөйөнөстәре менән йәшәй.

Гөлгизәр ФӘЙЗИ,
шағирә, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20