Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бородино яланы күңелдәрҙе яуланы
Бородино яланы күңелдәрҙе яуланыИш янына ҡуш булып, казактар менән дуҫ булып

6 сентябрҙең томанлы иртәһендә Мәжит менән иртүк тора һалып, аттарыбыҙҙы алып ҡайтыу ниәтенән, ҡуйы үлән остарында ялтыраған ысыҡты кисеп, билдәле һуҡмаҡтан Беззубовоға тура юлдан киттек. Үҙем менән менәһе атымды йүгәнләр өсөн башҡортсалап үрелгән суҡлы йүгәнемде лә алғанмын. Аттарыбыҙҙа елдереп ҡайтыуыбыҙға Башҡортостандың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенән фотограф Әнүәр Ғәлиев менән Алевтина Крылова исемле йәш хәбәрсе килеп, беҙҙең янға махсус ебәрелеүҙәре тураһында белдерҙе. Баш ҡаланан килгән ҡунаҡтарҙы поход ашы менән һыйлап, ҡоротлап сәй эскәс, үҙ-ара ҡабул иткән йола буйынса казак дуҫым, атаман Александр Иванович һәм Мәжит менән өсәүләшеп һыу инеп ҡайттыҡ. Һалҡын һыуҙан һуң арыуҙар баҫылып, күңелдәр көрәйеп китте.
2007 йылдан бирле Бородино яланында һәр саҡ бергә яҡын дуҫ булып граф Чернышев исемендәге Дон казактары хәрби-тарихи клубы етәксеһе, 62 йәшлек Александр Иванович Мищенко, беҙҙең лагерҙы эҙләп табып, ҡаршыбыҙҙа ғына урынлашҡан. Беҙ уны яратып Иваныч тип йөрөтәбеҙ.
Казактар менән бер туғандарҙай мөнәсәбәттәбеҙ. Реконструкция уйындарында һөжүмгә лә бер сафта һыбай барабыҙ. Шатлыҡтарыбыҙ, яңылыҡтарыбыҙ менән дә иркен уртаҡлашабыҙ. Быйыл был клубта шөғөлләнеүсе халыҡ та ишәйә төшкән. Тиҫтәләгән йәш егеттән торған бик теремек, физик яҡтан яҡшы әҙерлекле, оҫта һыбайлыларҙан йыйылған тағы бер төркөмдө алып килгәндәр.
Мәскәү өлкәһенең Лыткарино ҡалаһынан килгән дуҫтарыбыҙ беҙгә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, «Братья башкиры» тип хөрмәтләп, ҙур әһәмиәт биреп өндәшәләр. Ике йөҙ йыл элек тә бит ата-бабаларыбыҙ шулай бергәләшеп-дуҫлашып Мәскәүҙе лә, Европаны ла француздарҙан азат иткән, бер-береһенә «ызнакум», «брат» булышып, яуҙа — яуҙаш, ҡорҙа ҡорҙаш булған.
2013 йылдың октябрендә беҙҙең клубтар Германияның Лейпциг ҡалаһы янындағы «Халыҡтар һуғышы»ның 200 йыллығына бағышланған халыҡ-ара хәрби-тарихи фести­валдә бергәләп ҡатнашты. Тюрингиялағы Шварца ауылындағы кирха манараһына атылған уҡты һәм манара шарын алтын ялатып тантаналы асыу сараһына ла казактар төркөмөн шатлығыбыҙҙы уртаҡлашыу өсөн алып барҙыҡ.
Шул тантаналарҙа ете казакка башҡорт халҡының хәрби данын мәңгеләштереүҙә ихлас ҡатнашҡандары, иғтибарҙары өсөн, походтарыбыҙҙа йыл һайын һәйбәт күршеләр, ышаныслы дуҫ булыуҙарын баһалап, клубыбыҙҙың «Башҡорт халҡының хәрби даны, 1812 — 2012» миҙалын тапшырыу ниәте менән уларҙы бик тә көтә инек.
Тантаналы кейенеп, барлыҡ күрше­ләребеҙҙе лә казактар янына саҡырып, дуҫтарыбыҙға лайыҡлы наградаларын тапшырыу өсөн сафҡа теҙеп, бүләкләүҙәр тура­һындағы махсус фарманды уҡып, миҙалдарҙы таҡтыҡ. Был матур күренеште беҙҙең ҡунағыбыҙ фотограф Әнүәр Ғәлиев кинәнеп фотоға төшөрҙө.
Шулай уҡ клубташыбыҙ Мәжит Ибраһимов һәм уның улы Булат та 2012 йылдағы юбилей сараларында әүҙем ҡатнашҡандары өсөн «Бородино һуғышына — 200 йыл» иҫтәлекле миҙалына лайыҡ булды.

Башҡорттар — шәхси конвой яугирҙәре

Александр Иванович менән тәғәйенләнгән ваҡытҡа офицерҙар, командирҙар йыйылышында ҡатнаштыҡ. Бындай йыйылыш реконструкция яланында ойошторола. Төрлө ғәскәр­ҙәрҙең хәрәкәттәре, бурыстары асыҡ­лана. Дөйөм маневрҙар, уйын барышының планы раҫлана. Беҙгә — ике башҡорт һыбайлыһына – айырым бурыс тәғәйенләнде. Мәжит менән икебеҙ Рус армияһының баш командующийы янында шәхси атлы һаҡсылар төркөмөндә хәрәкәт итәсәкбеҙ.
Төштән һуң башланып киткән репетиция маневрҙарында иртәгә буласаҡ төп сара – 1812 йылғы тарихи Бородино һуғышының кәүҙәләнеше тоҫмалланды. Репетиция ғына булһа ла, был сараны бик күп халыҡ килеп ҡарай. Ялан буйлап ғәскәрҙәр әле тегеләй, әле былай хәрәкәт итә. Кавалерия сафтары елдереп уҙғанда, ер һелкенеп торғандай. Аттар ҙа әсе итеп кешнәп ҡуя, атлылар бәрелешкән урындарҙа ҡылыстар сыңлай. Бер нисә тапҡыр ике яҡтан да туптар дөрһөлдәне. Бар ялан буйлап шомло һуғыш еле иҫте. Аттарыбыҙ ҙа кешнәшеп, ҡолаҡтарын ҡайсылап, тояҡтары менән ер сапсырға кереште. Барабан тауышы аҫтында ҡаты баҫып, ҡаршы яҡтан француз пехотаһы күренде. Урыҫтар яғынан, ошоно ғына көткәндәй, һалдаттар мылтыҡтарын тоҫҡап уларға ҡаршы дәррәү ут асты. Ҡыҫҡаһы, бар ялан хәрәкәткә килде, көтөп алған мәлебеҙ етте.
Бер нисә көн алдан килеп, сыбар мундирҙарға төрөнөп, тик шул мәлдәрҙе күреү генә түгел, шул хәрәкәттәрҙең араһында ҡайнау теләге барлыҡ хәрби-тарихи төркөмдәр өсөн дә тормошҡа ашты. Барыһына ла – кешеләргә лә, аттарға ла – яңынан-яңы һынауҙар башланды… Меңәрләгән кешенең ғүмерен ҡыйған ғәрәсәтле тарихи һуғыштың бәләкәй генә спектакле бөгөн Колочь йылғаһы айырып ятҡан 50 000 квадрат метр майҙанлы ике аҡланда тергеҙелде. Бынан 202 йыл элекке тарихи Бородино һуғышы ысынында иһә фронт һәм тыл оҙонлоғо 8 километрлыҡ асыҡ яланда барған.
Бына 1812 йылдағы Рус армияһының баш командующийын кәүҙәләндереп кейенгән генерал Александр Иванович Валькович һыбай килеш ҡалҡыуыраҡ урында тороп, иғтибар менән яланды байҡай. Бер йомошон адъютантына ҡушһа, уйын ҡыҙған бер мәлдә бер нисә йомошо минең дә өлөшөмә төштө. Шәхси конвойҙа йөрөү командующий артынан эйәреүҙе генә аңлатмай шул, үҙеңдең уяу, ҡыйыу, атыңдың етеҙ булыуы шарт бында. Туптар гөрһөлдәп торған ялан буйлап атты алға ҡыуыуы, ай-һай, анһат түгел икән. Хәҙер инде дүртенсе йыл рәттән минең менән ошо яланда ҡайнашһа ла, атым «Мерлин» һуғыштың уйын ғынаһы ла ҡурҡыныс икәнен, туптар гөрһөлдәүенән йөрәге һурылып, һиҙә буғай. Алға барыу өсөн ирекһеҙҙән ҡамсылап, ҡайыҙлап та алырға тура килә малҡайҙы. Миңә хәрби хәбәрҙе тәғәйенләнгән ғәскәр командирына тапшырып, кире әйләнеп ҡайтырға кәрәклеген хайуанҡай ҡайҙан ғына аңлап-белеп бөтөрһөн инде…
Тирә-яҡта ҡысҡырыш, атыш, пушкалар гөрһөлдәй, төтөн һәм әленән-әле ер һелкенеүгә ат үрәпсей. Бындай мәхшәрҙән мал да үҙенсә ҡотолорға тырыша. Күп уйлап торманым, бер аҙ таныш аттар янында тын алып тынысланһын тип, уны яҡындағы Ахтыр гусарҙарының сафтары артына баҫтырҙым.
Шул мәлдә ахтырҙар командиры Андрей Дементьев:
— Маневр яһаусы француз гусарҙарына ҡаршы һөжүмгә әҙерләнергә, ҡылыстарҙы ҡындан һурырға! Марш! Марш! – тип команда бирҙе. Аттарыбыҙ керештән ысҡынған уҡ кеүек алға ынтылды һәм француз гусарҙары араһына улар көтмәгән мәлдә бәреп кереп, ҡылыстар сыңлатып, айҡашып бик көслө һөжүм яһаныҡ. Шулай итеп, «Мерлин» менән алғы һыҙыҡҡа хәрби хатты илткән арала, дошман менән йөҙгә-йөҙ ҡарашып, яуҙа ла булып өлгөрҙөм.
Үҙ урыныма ҡайтып, бар яланды, уйын барышын оҫта режиссер кеүек күҙәткән баш ко­мандующийға заданиены үтәүемде белдерҙем, үҙен бик яҡшы күрһәткән ҡыйыу атымды ла иркәләп, хуплап алырға онотманым. Бына бер мәл француздарҙың кава­лерияһы яныбыҙға яҡын уҡ килеп етте, ә генералыбыҙ резервта торған уландар төр­көмөн уларға ҡаршы һөжүмгә ебәрҙе. Алыш ҡыҙған бер мәлдә француз атлыларының бер нисәүһе бөтөнләй үк яныбыҙҙа урала башлағайны, Мәжит тә ҡылысын сығарып, генералыбыҙҙың алдына уҡ атылып сығып, уны үҙ аты-кәүҙәһе менән ышыҡлап ҡуйҙы. Әлбиттә, тамаша ҡылып ҡарап торған халыҡ өсөн был сыуалыш ысын һуғышта булған хәл кеүек тойолғандыр.
Репетицияларҙан һуң беҙгә тағы ла аттарыбыҙҙы үҙ урындарына алып барып ҡуйыу шартын үтәп, хәтһеҙ генә арып шаңҡыған малдарҙы эңер төшөүгә ҡайтарып килдек. Тәүге һынауҙы яҡшы үттек, аттарыбыҙ ҙа һынатманы.
Киске лагерь үҙенә генә хас бер илаһи тормош менән тын ала. Һәр ҡайҙа ла усаҡтар осҡон үрләтеп, сытырҙап яна. Киске һалҡынса ел таратҡан ҡурылған ит еҫтәре, төрлө тауыштар менән бер-береһен алыштырып яңғыраған һалдат йырҙары, гармун, гитара моңдары… Барыһы ла бында бер бөтөн, ихлас, тәбиғи күренә. Ошо һиллекте күк йөҙөндәге түп-түңәрәк булып тулышҡан Бородино айы ғына көнләшеп тә, һоҡланып та сабыр күҙәтә төҫлө. Шул ай яҡтыһында лагерҙа үҙешмәкәр һәләттәрҙән тупланған бик ҡыҙыҡлы концерт ойошторолдо. Бында минең ҡурай уйнауымды яҡшы беләләр, концерт башланыу менән уйнап ишет­тереүемде һоранылар. Беҙҙеңсә лә булһын әле тип, “Любизар” көйөн һуҙып ебәргәс, шатланышып, алҡыштар менән оҙаттылар.

Бородино яланы шанлы тарих һөйләне

7 сентябрь. Томанлы иртәлә тағы ла аттарыбыҙҙы юрттырып алып килеү менән, буласаҡ реконструкцияға ныҡлап әҙерләнеп, йыуынып, ҡорал-кейемдәребеҙҙе лә барлап ҡуйҙыҡ. Бөгөн барса халыҡ көтөп алған хәрби реконструкция көнө. Төп сара – тарихи реконструкция башланғансы француз һалдаттары булып кейенеп килгән ғәскәрҙәр төркөмө Шевардино ауылы янындағы Бөйөк үле армия иҫтәлегенә ҡуйылған ҙур монумент янына тупланып, ҡорбандар хөрмәтенә баш эйеү. Рус армияһын кәүҙәләндереүсе хәрби-тарихи клубтар ҙа генерал Багратиондың ҡәбере янында Рус армияһына ҡуйылған Оло монументҡа килеп тантаналы сарала ҡатнаша.
Был саралар тамамланып, ҡатна­шыу­сылар үҙ лагерҙарында төшкө ашты ашап бөтөү менән, барыһын да яланға саҡырып, борғо тауышы яңғыраны. Был – күптән көтөлгән тарихи реконструкцияны башлау билдәһе. Барыбыҙ ҙа — атлылар ҙа, йәйәүле ғәскәрҙәр ҙә — саф-саф булып теҙелешеп, буласаҡ яу яланы — плацҡа килеп, билдәләнгән урындарыбыҙҙа тупландыҡ.
Кисәге репетициялар тағы ла ижади йәһәттән байытылып, артиллерия гөрһөлдәүе аҫтында 1812 йылдың иң ҙур ҡанлы бәрелешен хәтерләтеп, һуғыш спектакле башланып китте. Бар ялан дары төтөнө менән тулды. Меңәрләгән тамашасы һиҫкәнеп, ҡараштары менән тирә-яҡты иңләп, шымып ҡалды. Бөгөнгө сарала ике яҡтан да ҡорос штыктарын ялтыратып, 1500 кешелек пехота сафтары, 20-нән ашыу пушка, йөҙҙән ашыу кавалерия яугирҙәре – тарихи бәрелеш спектакленең төп уйынсылары.
Беҙҙең урыныбыҙ баш командующий янында. Ул ҡайҙа хәрәкәт итә, беҙ ҙә тирә-яғынан ҡурсалап ҡарап барабыҙ. Ике генә башҡорт яугире булып, атта ултырһаҡ та, беҙҙең кейемдәр, башҡа һаҡсыларҙан айырылып, бик йыраҡтан күренеп тора. Мәжиттең аҡ буҫтауҙан үҙе тегеп кейгән сәкмәне бигерәк тә ыҫпай күренә. Арыраҡ, Мәскәү һәм Ҡазан ополчениеһы сафында аҡһаҡалыбыҙ Ғин­дулла Шәйәхмәтов та үҙ урынын тапҡан. Ялан уртаһында бергә тупланған урыҫ пехота­һының бер батальоны составында яҡташ­тарыбыҙ “Өфө пехота полкы” хәрби-тарихи клубы обер-офицер мундирын кейгән Рәмил Рәхимов етәкселегендә француздарға ҡаршы хәрәкәт итә.
Бөгөнгө тарихи реконструкцияла ҡатнашыу теләге менән Польшанан, Франциянан, Белоруссиянан, Рәсәйҙең бик күп ҡалаларынан хәрби-тарихи клубтар килгән. Уларҙың көсө менән француз ғәскәрҙәре, урыҫ армияһы, артиллерия, ауыр һәм еңел кавалерия төрҙәре тупланған.
Һуғыш спектакленең башланып ҡына торған бер мәлендә баш командующийыбыҙ беҙгә айырым задание биреп ҡуйҙы.
– Башҡорттар! Ана, йылға аша һалынған күперҙең янына барып, тирә-яғын күҙәтеүгә алығыҙ. Дошман килә-етә ҡалһа, тиҙ үк әйтерһегеҙ!
Бойороҡто ишеткәс тә, Мәжит менән Рус армияһының уң яҡ тылында ҡалған, һаҡһыҙ ятҡан күперҙе күҙәтеү өсөн аттарыбыҙҙа елдерҙек.
Генералыбыҙҙың һиҙемләүе дөрөҫ булған, сама менән 20-30 минут үтеүгә француз кирасирҙары йылға аша сығырға ниәтләп, тап беҙ күҙәткән күпер тәңгәленә туплана башланы. Был турала, әлбиттә, килә һалып генералға доклад бирҙек. Был тарихи дөрөҫлөккә тап килгән эпизодта башҡорттарҙың дозор хеҙмәтендә лә файҙаланыуына ишара бар ине. Беҙҙең әүҙем хәрәкәттәр үҙ һөҙөмтәһен бирҙе. Француз кирасирҙарын йылға аша сығармаҫ өсөн айырым пехота батальоны, күперҙе ныҡлы һаҡ аҫтына алып, урыҫтарҙың тылын нығытып ҡуйҙы.
Шул мәлдә Семеновское ауылының дошман уты аҫтында янып бөтөүенә ишаралап, макет өйҙәр гөлтләп тоҡанды, ҡаралтыларҙы ут ялманы. Ошоно ғына көтөп төрғандай, Рус армияһы дөйөм һөжүмгә күсте. Был тарихи Бородино һуғышы спектакленең кульми­нацияһы булып күренде. Казактар, уландар бергәләшеп тупланып француздар сыға алмаған шул уҡ Колочь йылғаһын кисеп, Наполеон армияһының тылына уҡ үтеп керҙе. Атыша-атыша сигенеп барған француздарҙың бер өлөшө, айырыуса кавалерия төркөмдәре, ҡамауҙа ҡалды. Ҙур ғәскәр төркөмдәренең маневрҙарына ҡоролған алыштар, әленән-әле шартлап торған пиротехника бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Бөгөнгө Бородино яланында барған был саралар «Бородино яланы» дәүләт музей-ҡурсаулығының ойошторолоуына 175 йыл тулыуға арналды һәм, күңелдәрҙә ғәйәт ҙур тойғолар ҡалдырып, уңышлы тамамланды. 1812 йылғы Ватанды һаҡлаусыларҙың һүнмәҫ данын мәңге­ләш­тереү иҫтәлеге булып хәтеребеҙгә уйылды.
Уйын күп булмай, тиҙәр бит. Тамаша тамамланыу менән, тәү сиратта аттарыбыҙҙы хужаһына тапшырып ҡайттыҡ. Лагерҙы йыйыштырып, күрше дуҫтар менән ихлас хушлашып, автобусыбыҙға тейәлеп, кисләтеп кенә ҡайтыр юлға ҡуҙғалдыҡ. Бер тәүлек үтеүгә, Өфөгә яҡынлашҡан төнгө юлыбыҙҙы яҡтыртыусы юлдаш булып, Бородино төндәренең тоғро һаҡсыһы – тулған ай ғына, иҫән-һау ҡайтып етеүебеҙгә шатланғандай, беҙҙең менән хәтирәләр һүтеп, көйләп килгәндәй тойолдо.
Ел тарата юрғаларҙың тарап үргән
ялдарын.
Бер ҡасан да онотмабыҙ олатайҙарҙың
данын.
Любезники, любизар,
маладис, маладис!









Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872